Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Икенсе шаршау





 

1-енсе сәхнә

Сәхнә төбөндә дата: 1533 йыл. Ҡазан ҡалаһының хан һарайы. Йәнғәли хан менән Сөйөмбикә бөгөн никахлашып, уларҙың беренсе ҡушылыу төнө. Кейәү һәм ҡыҙ икеһе ике бүлмәлә, ҡушылыуға һуңғы әҙерлек бара. Йәнғәли бүлмәһе, Йәнғәли менән Бабай.

Бабай (Йәнғәлиҙең билбауын төҙәткеләп). Әт-тә-тә, билеңдәге ал билбауың ҡалай килешеп тора!

Йәнғәли (маһайып). Бөйөк кенәз Василий атаҡайым бүләк ҡылған билбау бу!

Бабай. Очон нығыраҡ йәшер, башҡырт кәләшең чишә алмый жөдәсен.

Йәнғәли. Башҡырт — аңғра сарыҡ, диләрме әле? Үзем чишеп бирмәсәм, очон таба алмас ул.

Бабай (ситкә ҡарап, ауыҙын бәлшәйтеп). Пыш-ш-ш, синнән дә аңғырараҡ булмас инде. Тәпи басҡаныңнан алып тәрбиәләп, аҡылға ултырта алмадым, хатта үзем аңғыралана башладым... (Йәнғәлигә). Аңғыраның аңғырасы ул башҡырт, аңғыра бәрән кебек. Әммә-ләкин бу бикәңне алай дип әйтмәс идем. Жылан аяғын ҡайчылағанға охшой ул.

Йәнғәли (тертләп). Ҡайчы?! Билбауымны да ҡайчылап ҡыймаса ярар иде, бөйөк кенәз Василий атаҡайым бүләк ҡылған билбауны!

Бабай. И бала, шушы мәнесезлегеңә барып, чәчләремне генә түгел, башҡа нәрсәләремне дә ағарттың бит! Жә алайса: астыңдағы туры айғырың түзә алмайынча чапчынса, үзең генә чиш тә ҡуй.

Йәнғәли (көлөп). Һи, исәүәннең исәүәне син, Бабай, ҡайда икәнеңне дә шәйләмисең! Беләсең килсә, минең айғырым атханада — кәнүшнәдә.

Бабай. Соң, Ҡасим ҡаласында чағыңда Шәйехғәли дәдәңнең жуан күтле жариәсен ҡочҡаныңда да кәнүшнәдә идеме? Шул бейәгә сикереп менгәнен сизми дә ҡалдың, бала ясап өлгөрдөң.

Йәнғәли. Һ и мәнесез! Бейә түгел, ә (ҡосағын йәйеп күрһәтә) мона монауындый маржа иде ул. Айғырыма үзе менеп атланды, баланы да үзе ясады. Шуңа күрә ул ҡыз баланы мин алмадым, Шәйехғәли ағайымда ҡалдырдым.

Бабай. Бейә ни, байтал ни, маржа ни, бикә ни — один чорт: буйға алып салучысы булса, берсе дә арҡылы ятмый. Синең ханлыҡ бурычың — байталыңа айғырыңны сикертеү, Ҡазан тәхетенә вариҫ туғдыртыу. Ир бала кирәк мотлаҡ.

Йәнғәли (уйға ҡалып). Анысы шулай да ул, Шәйехғәли ағайым да ҡолағыма туҡыған иде. Әммә бөйөк кенәз Василий атаҡайымнан фатиха алмайынча... Хәзер үк Мәскәүгә илчеләр чаптыртыу кирәк!

Бабай. Илчеләр? Ни дип?

Йәнғәли. Ошбу сәғәттә кәләш ҡуйынына керергәме, кермәскәме, дип.

Бабай (башын ҡушҡуллап тотоп). Я Раббым, ни ҡылайым бу пешмәгәнем берлән?! (Йәнғәлигә). Баш өстө, күз ачып йомғанчы үтәлер фарманың, ханым. (Йәнғәлиҙе кәләш бүлмәһе ишеге яғына этәреп). Ә син тизерәк айғырыңны байталыңа ҡавыштыр, иснәштерә торсоннар. Алай-болай кешнәшкәнче, илчеләребез Мәскәүгә барып ураячаҡ, атаҡайың Василийның фатихасын дәррәү алып ҡайтачаҡ.

Йәнғәли (бармаҡ янап). Ҡарағыз аны, мотлаҡ күз ачып йомғанчы булсын!

 

2-енсе сәхнә







Date: 2015-07-23; view: 360; Нарушение авторских прав



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.006 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию