Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Гәүһәршат керә





Гәүһәршат. Күрегез, күрәзәлегем дөрөскә чыға! Яуыз Иван ғәскәре берлән Ҡазан өстөнә килә. Быйыл уҡ булмаса да, йәренгә баш салачаҡ Ҡазан халҡы. И Раббым, ханлығыбызның ғөмөрө ни бары ике йыл ғына ҡалды... Өф! — тәхетеңнән оч, гонаһ шомлоғо!

Сафагәрәй. Кем үткәрде бу яуыз ҡотҡочоно? (һаҡсыларға). Айбалтағызны айҡағыз, шаҡшы башын тәгәрләтегез!

Һаҡсылар. — Тәгәрләтер идек тә ул, ачлыҡтан киселгәнбез, өйдә бала-чағаларыбыз үлә...

— Айбалтабыз да үтмәс...

 

Балталарын иҙәнгә һалып, Гәүһәршат менән бергә сығып китәләр.

Ҡушаҡ. Күрәзәче яңылышми: Яуыз Иван, чынлап та, безнең өскә килергә ҡүәт жыя...

Сафагәрәй (ырғып тороп). Йәнузаҡларыңны ал да дәррәү Арча яғына жилдерегез — хан ғәскәре тупларға! Жәһәт!

 

Ушаҡ сығып йүгерә. Албырғанып торған хан эргәһенә ҡайнағаһы Юныс инә.

Юныс. Был ни хәл, кейәүем, һарайыңда һаҡсы юҡ? Сәсе-башы ялбыраған Гәүһәршат ҡына һине ләғнәтләп уҙҙы.

Сафагәрәй. Гәүһәршатмы? Битемә ҡара яғып китте, ҡәһәр төшкөрө...

Юныс. Ысынлап та, кейәүем, күҙ-башың ҡара янған, аларған. Хандың ханына боҙоҡ булыу килешмәҫ. Ҡош-ҡорт күҙенә салынмаҫың элгәре, йыуыныуханаңа кер, көҙгөгә баҡ та баш-күҙ ал.

Сафагәрәй. Ярар, ҡайнағам, ярар. (Кереп китә).

Икенсе ишектән Булат бәк башын һона.

Булат бәк. Олаҡтымы? Тәһәрәт алырғамы?

Юныс. Эйе.

Булат бәк. Тәүәккәлләдек! Хәйерле сәғәттә, изге ниәттә! (“Йылт!” итеп йыуыныуханаға инеп китә).

Юныс. Хәл ҡылдыҡ!

 

Йыуыныуханала дөбөр-шатор нимәлер ауғаны ишетелә, иҙән уртаһында ҡатып ҡалған ағаһы эргәһенә Сөйөмбикә инә.

Сөйөмбикә. Абау, ни булды унда, ағайым? Ниҙер гөрһөлдәп ауҙы... Сафагәрәйем ҡайҙа?

Юныс. Шунда инде, ҡайҙа булһын! Иҫерек бит, һөрлөгөп йығылғандыр.

Сөйөмбикә. Иҫерек? Әле генә ап-айныҡ ине бит. Уф йөрәгем... Артынан инәйек!

Юныс. Хан артынан инеп йөрөү ярамаҫ. Хәҙер үҙе Айҙай балҡып килеп сығыр, бошонма.

Булат бәк (йыуыныухананан сығып). Бу ни хәл, ханыбыз аяҡ сузған... Йыуынып ҡына торғанында жан биргән...

 

Сөйөмбикә ҡысҡырып илай, кешеләр йүгерешә.

Ҡолшәриф. Жылама, сөйөклө ханбикәм, жылама. Аллаһ Тәғәләнең хаҡ тәҡдиредер. Үтәмешгәрәйеңне хан итеп иғлан ҡылырмыз. Ул балиғ булғанғача, ханлыҡ берлән үзең идара ҡылырсың... (Ҡултыҡлап алып сығып китә).

 

7-нсе сәхнә

Сәхнә төбөндә дата: 1551 йыл. Мәскәү батша һарайының тәхет залы, йәш батша яуыз Иван илселәрҙе ҡабул ҡылырға тейеш. Батша тәхетенең һул ҡул яғында ике кресло (батшаға яҡыныраҡ — Елена шәүләһе, арыраҡ батшабикә Анастасия ултырырға тейеш); уң ҡул яғында бер кресло (митрополит Макарийҙың урыны). Иван үҙт еҡ, төпкө ике ишектән бер юлы Анастасия һәм Макарий керә, тәхет алдына үтеп, аяғөҫтө иҫәнләшеп һөйләшә. Ике янда ла ишектәр: береһе оло ишек (илселәр инергә), икенсеһе кесерәк — батша ишеге. Ярым ҡараңғылыҡта батша ишегенән инеп килеүсе мәрхүмә елена шәүләһе күренә, тегеләрҙең һөйләшеүен тыңлап тора. Тора-бара шәүләлегенән уҙып, тереләрсә аралаша башлай. Ике ҡатын әрепләшкәндә Макарий тын ҡалып, ҡулындағы кескәй Инжилына йомолоусан.


Макарий. Ҡхым, ҡхым, хәйерле көн, бөйөк батшабикә.

Анастасия (ҡырыҫ ҡына). Хәйерле.

Макарий. һаулыҡҡайың арыумы, бөйөк батшабикә, ул-был ерең ауыртмаймы?

Анастасия. Уныһын бөйөк батшаңдан һораш, атаҡай. Минең ҡайһы ерҙәремде ауырттырғанын ул белә.

Макарий. Ҡхым, ҡхым... Батша ҡулы ҡағылған тән тамуҡта янмаясаҡ.

Анастасия. Ул һин әйткән тамуҡҡа барып еткәнсе, быныһында көл булырмын, ахырыһы.

Макарий. Тәүбә-тәүбә... (тирә-яғына ҡарана).

Анастасия. Атанан күргән — уҡ юнған, тиме әле ҡырағай башҡорт Семеон Бекбулатович? Хаҡ әйтә, стервец, гәрсә поганый булһа ла.

Макарий. Ул инде поганый түгел, мин уны суҡындырҙым.

Анастасия (уйланып). Иванымдың шаҡшы атаһын әйтәм... мәрхүм бөйөк кенәз Василийҙы...

Елена (яҡынлай биреп). Тотондо инде, тотондо ҡайнатаһы менән ҡайнанаһының һөйәктәрен сәйнәргә.

Анастасия. Ҡатындан туймаҫ айғыр булған, тинеләр... Никахлыһы өҫтөнән йөрөп ҡырҡ кәнизәкте быуаҙытыуы етмәгән, законлы ҡатыны Соломония Сабурованы теге Макар быҙауҙарын ҡыуаламай торған донъя ситендәге монастырға бикләтеп, һарай кәнтәйе елена Глинскаяға законһыҙ рәүештә ҡушылған...


Макарий (үҙ алдына). Тәүбә-тәүбә! Кенәз Андрей Курбский был хаҡта дөрөҫ шикәйәтләй: “И тогда зачался нынешний Иоанн наш, и родился, в законопреступлению и во сладострастию, лютость”... Йәғни ҙә ки ошо Иван батшабыҙҙың яуызлығы ана шул гөнаһлы яралыуынан килә... Кисер мине, Хоҙай (суҡына).

Елена (ярһып, Анастасияға). һин үҙең кәнтәй! Ун биш йәше лә тулмаған Иванымдың дыуамал отороғона йәбешеп сыҡтың!

Анастасия (иғтибар итмәй). Ҡайным Василийҙы әйтәм. һылыуҙарҙан һылыу Соломонияны (Елена яғына бармаҡ төртөп) бына кемгә алмаштырғанын күрегеҙ!

Елена. Әрпешйән! һин һәпрәнән ни ерем кәм?!

Анастасия. Бот тиһәң — бото, күт тиһәң — күтт еҡ, тигәндәй, ылғый ҡорошҡан ҡолға. Нимәһенә генә ымһынды икән?

Елена. Хәстрүш! һинең кеүек түшәлеп кенә ятманым. һәр эшендә ныҡлы таянысы булдым. Беҙ бөтә Рүсиә ерҙәрен бергә туплау, Мәскәүебеҙҙе Рүстең мәркәзе ҡылыу өсөн йәнебеҙҙе аямайынса көрәштек.

Анастасия. Ха-ха-ха! 1521 йылда Ҡазандың поганый ханы Сәхибгәрәй менән Ҡырым поганыйы Мөхәммәтгәрәй хан Мәскәүгә дөрөп килгәндә ни эшләнегеҙ? Ҡаланың һәм халҡының яҙмышын Хоҙайғол исемле поганый башҡорттан суҡынсыҡ кейәүегеҙ Петрға тапшырып, себендәй генә йәнегеҙҙе ҡурсалап, урмандағы бесән кәбәне аҫтында йәшенеп ятманығыҙмы? Рүсиәне Ҡырымға буйһондорған мәсхәрәле шартнамәгә ҡул ҡуйып, шул поганый Мөхәммәтгәрәй ханға тоғролоҡҡа ант итмәнегеҙме? Һарайығыҙҙа поганый Мөхәммәтгәрәй хандың һүрәтен изге иконаға йәнәш ҡуйып табынманығыҙмы? Ха-ха-ха!


Макарий. Етте-етте! Улары булды ла үтте, Хоҙайға шөкөр. Икенселәй ҡабатланмаһын өсөн, поганый баштарҙы күберәк киҫергә, тим.

Елена. Киҫте-е-ек, киҫте-е-ек! Ҡазан ерҙәрен йыл аралаш барып бөлдөрөүҙән тыш, үҙебеҙҙең аралағы боҙоҡбаштарҙы ла мөнтәп бөтөрҙөк. Кенәз Василий Шемячичты, Берсе-Бикләмешевте өйҙәрендә үк тураҡлап дөмөктөрҙөк; Шуйский, Воротынский, Максим Грек, Вассиан Патрикеев кеүек баш бирмәүсе баярҙарҙы әҙәм балаһы бармаҫ ерҙәргә һөрҙөк.

Макарий. Эйе... хатта митрополит Варлаамды ла...

Елена. Бөтәһе лә Рүсиәнең бөйөклөгө, бүленмәҫлеге хаҡына! 1510 йылда — Псковты, 1513 йылда — Волоцкий төбәкте, ә 1521 — 22 йылдарҙа Рәзән, Новгород-Северский кенәзлектәрен яулап алып Мәскәүгә ҡуштыҡ. Литва бөйөк кенәзлегенән Смоленскиҙы йолоп алдыҡ. Василийымдың ғүмере буйына өҫтөнән тимер көбәһе, башынан торҡаһы төшмәне, ҡылысын да сөйгә элгән сәғәттәре аҙ булды.

Анастасия. Уның ҡарауы Иваның ҡылысын һалмайынса менеп ята... таң атҡансы эттәй ыҙалап сыға. Анауы анаһы кеүек, мине лә ҡорошҡан ҡолғаға ҡалдыра инде... Уныһы ғына етмәгән, төн сыҡҡансы әллә нисә тапҡыр, ҡылысын шауҙырлатып, эргәмдән төшә лә, анаһынан ҡалған иҫке кресло алдында тубыҡланып, аҡылдан яҙғандай илай-илай доға ҡылып, анаһының шәүләһе менән һөйләшә.

Елена. һин үҙең һерелдәк шәүлә! Тереләрҙән тере мин! Ниңә доға ҡылмаһын: атаһынан өс йәшендә генә ҡалып, үҙем ҡарап үҫтерҙем. Шуйскийҙарҙың, Курбскийҙарҙың хөсөтөнән ниҙәр генә күрмәнек! Нисәмә-нисә йылдар буйына бөтөн Рүсиә менән идаралыҡты бына ошо иңдәремә йөкмәнем.

Митрополит. Изгелегең өсөн Хоҙай үҙе ярлыҡаһын, анаҡай.

Елена. Ҡырым хандары әллә нисә тапҡыр яндырып үтте Рүсте. Бигерәк тә поганый Ҡазан теңкәгә тейҙе өҙлөкһөҙ. Ниһәйәт, уныһын ауыҙлыҡлап, поганый Сафагәрәй ханды ҡыуҙыртып, тәхетенә үҙебеҙҙең Ҡасим ҡурсаҡ ханлығынан сусҡа көтөүсебеҙ Йәнғәлиҙе ултыртып иркен һулағайныҡ, ике йыл үтер-үтмәҫтән үк, Ҡырым яҡлы поганыйҙар уның башына етеп, Мәскәүҙең ҡан дошманы Сафагәрәйҙе ҡабат хан яһанылар. Ояларын барып туҙҙырырға хәл юҡ ине — теште ҡыҫып түҙергә тура килде. Сөнки шул йылда кенәз Семен Бельский, окольничий Иван Ляцкийҙар Польшаға ҡасып китеп, Сигизмунд королде беҙгә ҡаршы һуғышҡа ҡоторттолар, ул килеп Гомелде алды, Радогоштың көлөн күккә осорҙо. Йыл оҙай һуғыштан һуң, саҡ солох төҙөшкәйнек, отороғо ҡалҡҡан Семен Бельский тағы төрөк солтанына һатылып, төрөк-ҡырым ғәскәре менән ябырылды... (Анастасияға). һинең кеүек, ат аяғындағы тышауҙай, батшамдың бот араһында уралып ятманым мин.

Анастасия. Аслан кемдәргә уралыуыңды беләбеҙ...

Елена. Ә бына һин, башҡаларға уралмайынса ла, Иванымды мөрәхәтһендерә алмайһың. Күрербеҙ, бөтәһе алда әле.

Анастасия. Күрәҙәсеме әллә һин, гонаһ шомлоғо ҡәйнәм?

Елена. Үтәләй күрәм һине. Ха-ха-ха! Ана, бер дюжина көндәштәрең теҙелгән — бөйөк батшабыҙ, минең ҡөҙрәтле улым, береһе артынан икенсеһен алмаштыра. Никахлыларынан ғына ла Анастасия Романовна Захарьина-Юрьева, Мария Темрюковна Черкасская, Марфа Васильевна Собакина бер-бер артлы “теге донъя»ға эрәүәләр уның аша, ә Анна Алексеевна Колтовская менән Анна Васильчиковалар монастырға бикләтелгән. Ахыр килеп уларҙың бөтәһен Кремль һепереүсеһенең тол ҡатыны Василиса Мелентьева алмаштырған. Ә һин ҡайҙа? Хи-хи-хи!

 







Date: 2015-07-23; view: 429; Нарушение авторских прав



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.015 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию