Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Тыштан ишек шаҡыйҙар, Сафагәрәй ырғып тора





Сафагәрәй. Кем ул, таң тишегеннән?

Ҡушаҡ. Ғәфү ҡылыңыз, үтә ашығыч хәбәр.

Сафагәрәй. Ә, Ҡушаҡ батыр. Кер. (Ҡушаҡ керә, ҡулында һурғыс мөһөрлө ҡағыҙ). Ни хәбәр, кемнән?

Ҡушаҡ. Мәскәүдән. Яуыз Иванның Ҡазан бәге Ҡадышҡа, башҡырт бәге Баубәккә, бөйөк кенәз Исмәғилнең Ҡазандағы вәкиле Чура батырға атап язған ярлығы...

Сафагәрәй (күҙҙәрен аҡайтып). Атап язған? Олуғ Сафагәрәй ханның башы ашамы?!

Ҡушаҡ. Яуыз Иванның йәшерен чапҡынын Ҡазан ҡапҡасы төбөндә тотоп алдыҡ...

Сафагәрәй. Башын чаптығызмы соң?

Ҡушаҡ. Ҡарбыздай тәгәрләде.Ләкин эш анда түгел...

Сафагәрәй. Уҡы. Хәйер, мөһим урыннарын ғына әйтеп бир. Ваҡытым тар.

Ҡушаҡ. Яуыз Иван Ҡадыш илә Чураға рәхмәт әйткән...

Сафагәрәй. Бәдбәхет! Ни өчөн?

Ҡушаҡ. Алар яуыз Иваннан Ҡазан өстөнә ғәскәр жибәрүен сорағаннар, син олуғ Сафагәрәй ханны, шулай уҡ яҡыннарыңнан булған утыз Ҡырым бәген яуыз Иванға тотоп бирергә вәғәдә ҡылғаннар. Яуыз Иван аларға...

Сафагәрәй (түҙемһеҙләнеп). Ни дигән?

Ҡушаҡ. Ханны тотоп үлтерергә бойорған. Үзе тиздән Ҡазан өстөнә киләчәген исбатлаған.

Сафагәрәй (Сөйөмбикәгә). Мона синең Чура абыйың, башҡыртларың... һич кенә дә Ҡазанныҡы дошманнарымнан ким түгел! (Аяҡ тибеп). Тотоп килтерегез сатлыҡ жан Чураны!

Ҡушаҡ. Без аларның барысының да ауызына келәп тығып, аяҡ-ҡулларын бәйләп салдыҡ. Теге бүлмәдә генә.

Сөйөмбикә. Ханым, ҡыҙмай тор. Ете үлсәп, бер киҫергә кәрәктер. Мәсеткә бараһың бар, намаҙыңды ҡалдырма.

Ҡушаҡ. Чураның ҡалтасыннан бер уч көмөш чыҡты, Мәскәү көмөшө. Анысын нишләтәбез?

Сафагәрәй. Чүмечкә салып иретегез! Тамағына ҡойорға!

Ҡушаҡ. Ханым, күз ачып йомғанчы үтәлер! (Сығып китә).

Сафагәрәй (устарын ыуалап). Чура-чура, бичура, ҡулыма ҡаптың син, чыра! Мәскәү көмөшөн йотоп, чырадай сызып янарсың!

Сөйөмбикә. Ханым, намаҙ сулаһы етә. Ҡолшәриф мулла ни әйтер?..

Сафагәрәй. Хода бойорса, Ҡолшәрифнең үзен дә! Теле озая башлады... (Устарын ыуып). Мона Чура абыйыңның тамағына ҡыздырылған Мәскәү көмөшөн ҡоям да... (Ашығып сығып китә. Йәнәш бүлмәлә язаланыусыларҙың йән ғазабы ишетелә).

Сөйөмбикә. Уф... кисерә күр инде беҙҙе, Хоҙайым! (Урынға ауа).

6-нсы сәхнә

Сәхнә төбөндә дата: 1549 йыл. Ҡазан ханының тәхетханаһы. Сафагәрәй ирәйеп тәхеттә ултыра, ике яғында айбалталы ике һаҡсы. Ишек төбөндә лә шундай уҡ икәү. Тышта һарай алдында халыҡ гөжләй, ҡәнәғәтһеҙлек арта:


— Хан үзенең Ҡазан халҡын онотто!

— Тамағыбыз ач, өс-башларыбыз яланғач!

— Үзенең жараннарын — утыз Ҡырым бәген генә симертә!

— Ҡырымлылары бөтә тирә-яҡ ауылларны талап йөрөй, түзәр әмәл ҡалмады!

— Хатта башҡыртларға барып життеләр, малларын талап ҡайттылар!

— Арлар, чирмешләр, чуашлар баш күтәрә — Мәскәү Яуыз Иванының әләме астына ағыла!

— Ә хан Ҡазан бәкләренең башын кисә, тамаҡларына ҡызған ҡурғаш илә көмөш ҡоя!

— Ҡорал юҡ, монаят юҡ, ғәскәребезнең яртысы ҡырылып бөттө, ҡалғаны ҡачып тарала — ҡәлғәне саҡлар да кеше ҡалми башлады.

— Яуыз Иван ябырылса, кем ҡаршы торор икән?

Гәүһәршат (асы ауаз). Килсә — килсен, кирәгебезне бирсен иде тизерәк!

Сафагәрәй (һиҫкәнеп). Ҡушаҡ!

Ҡушаҡ. Әү, олуғ ханым? (Елтерәп инә).

Сафагәрәй. Бу нихәл, ни жанжал?

Ҡушаҡ. Сарай алдына бозоҡбаш жаннар сырыған, саҡчыларыбызны таптап узарға итәләр.

Сафагәрәй. Бозоҡ башларын кисегез бер ничәсенең!

Ҡушаҡ. Саҡчыларның ҡулы барми — үзебезнең әти-әниләр, диләр... Ә аларның үзләренең башына житә алмибыз — ханлыҡның ҡулы ҡысҡарды...

Сафагәрәй. Бозоҡбашларны мөмкин ҡәдәр алдаштырып тороғоз. Шул арада бәкләребезнең берсен-бер ҡалдырми тәхет төбөнә өйөр — кемнең кем икәнен исләренә төшөрим.

Ҡушаҡ. Бик өйөрөр идем дә... бәкләребезнең күпчелегеннән жилләр искән шул. Ханның ҡылычы берлән көмөшлө чүмеченнән өркөп, тәмам юҡҡа чыҡҡаннар...

Сафагәрәй. Жир ярығыннан булса да табып килтерегез!

Ҡушаҡ. Жир ярығы бик жыраҡта шул, ханым. Ҡул житмәслек яҡларға олаҡҡаннар.

Сафагәрәй. Кемнәр алар, ҡайдалар?

Ҡушаҡ. Үзең белгән Бойорған Сәйет, Илсыман бәк, Ғабдулла Бахшилар башҡырт илендә Йософ ҡайнатаң ҡанаты астына посҡаннар, Яуыз Иванға ярлыҡ язып, синең өскә яу чаҡырып яталар... Ҡотҡочоларның зур төркөмө Мәскәүдә, яуыз Иванның үзенең жылы ҡуйынында. Йәғни мәсәлән (ҡуйынынан ҡағыҙ алып), Табай бәк илә Хажибирде уғлан, Тәүкил бәк, Ағыш муллазадә, Чапҡын мырза, Мамыш Хафиз, Адаш вә Ғәликәй чапҡыннар, Ҡанчура, Борнаш, Тереғол, Көбәк бәкләр, Ислам мырза, Әбәкче, Хангилде, Шаһчура, Бикчура, Ҡулыш, Ғәликәй мырзалар, Байтал, Ватай-Мамай, Көнкүрчеләр һәм башҡалар, һәм башҡалар, урыс хезмәтенә ялланып, Яуыз Иванға Ҡазанны алуда ярдамлашырға ун меңлек татар ғәскәре туплағаннар...


 







Date: 2015-07-23; view: 368; Нарушение авторских прав



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.01 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию