Полезное:
Как сделать разговор полезным и приятным
Как сделать объемную звезду своими руками
Как сделать то, что делать не хочется?
Как сделать погремушку
Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами
Как сделать идею коммерческой
Как сделать хорошую растяжку ног?
Как сделать наш разум здоровым?
Как сделать, чтобы люди обманывали меньше
Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили?
Как сделать лучше себе и другим людям
Как сделать свидание интересным?
Категории:
АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника
|
Шаңҡыбыраҡ ҡалалар
Исмәғил. Әл-ләл-ләәә!.. Кемде ҡаршы ҡуябыҙ? Йософ (ҡаушап, башын тырнап). Әлләсе... Юныс (ырғып тороп). Йәнсура батырҙы, әлбиттә! Исмәғилдән башҡаһы, бөтәһе бер тауыштан. Йәнсура батырҙы! Йәнсура батырҙы! Исмәғил. Хуп! Бәйгеләрҙе бөткәнсе ҡарарға форсатым юҡ. Ике батырҙың алышынан башлағыҙ. Еңеүсегә затлы бүләк — үҙемдән! Йософ. Иншалла, шулай булһын, ағайым.
3-өнсө сәхнә Бәйге ҡырының тамашасылар түрендә ултырған түрәләр ике батырҙың көрәшен ҡарай: Йософ, Исмәғил, Һылыубикә, Юныс, Бойорған Сәйет, Кадыш Кудинов һәм Вәкил. Көрәш үҙе күренмәй, ләкин майҙан халҡының гөжләүе уның зерә көсөргәнешле, киҫкен барышы хаҡында һөйләй. Бер яҡтан — Йәнсура батырҙы, икенсе яҡтан төрөк батырын рухландырып һөрәнләүҙәр, һыҙғырыуҙар ҡолаҡты яра. Шул ыңғайҙан түрҙәгеләр ҙә үрәпсеп, янып-көйөп ултыра. Юныс. Йәнсура батыр, бирешмә! Вәкил. Батырым, төрөклөгөңнө күрсәт! Нуғайны селкеп сал! Йософ. Йәнсура, билен ысҡындырма! Вәкил. Ж аным, изге Ай башлы сөлгөңнө ныҡ бөрөп тот! Һылыубикә. Уф, төрөк батыры тәнен майлап сыҡҡан бит! Юныс. Шамбы һымаҡ шып-шыма! Исмәғил. Төрөк шамбы булһа ла, башҡорттоң үҙлекле киндерҙән һуҡҡан Асаба-Астаҡ башлы таҫтымал-йәтмәһе ҡаты! Йәнсура, кәрәген бир мөртәттең! Вәкил. Бәһлеүәнем, нуғай-истәкне ҡапландырт!
Майҙанда көсөргәнешле алыш тауышы. Түрҙәгеләр. Уй-уй!..
Бөтәһе тороп баҫа, көрәш майҙанында ҡайһылыр батыр гөрһөлдәп ауа. Вәкил. Ай-вай-ау... Нуғай аҡтығы бәһлеүәнемнең билен сындырды! (Йөҙөн ҡаплап сүгәләй). Юныс. Ур-ра! Йәшә Йәнсура батыр! Апкил төрөк һөлгөһөн! Йософ (күҙ йәштәрен еңе менән һөртөп). Йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне, иншалла. Атаһы Түлебай артынса уҡ Үҫәргәндең бейе булырға лайыҡ. Исмәғил. Саҡырығыҙ батырҙы, арҡаһынан ҡағайым!
Иптәш егеттәре менән Йәнсура батыр инә. Бер ҡулында — ике башында ла ярым Ай, Ай уртаһында йондоҙ биҙәкле төрөк батырының һөлгөһө; икенсе ҡулында ике башы Асаба-Астаҡ (Свастика) биҙәкле башҡорт таҫтымалы. Йәнсура (итәғәтле баш эйеп). Бөйөк кенәз, бына еңелеүсе төрөк һөлгөһө! (Исмәғилдең аяҡ аҫтына ташлай, Исмәғил уны тапай). Исмәғил. һәй афарин! Йософ. Мең йәшә! Йәнсура. Ә быныһы үҙебеҙҙең шанлы еңеү таҫтымалы! (Башҡорт таҫтымалын, биҙәкле баштарын алға һәлендертеп, Исмәғилдең муйынына һала. Майҙан «гөж!» килә, халыҡ тантана итә). Исмәғил. Рәхмәт, батырым. Башҡорт батшалар шәжәрәһенең ысын алтын ҡулсаһы, Бикбау кенәздең аҫыл вариҫы икәнлегеңде күрһәттең. һиндәй батырҙары булғанда биртенмәҫ тә бирешмәҫ башҡорт биле! Йософ. Бил бирмәҫ батырыбыҙға минән бүләк — уҡалы аҫыл елән, бәҫле бүрек!
Date: 2015-07-23; view: 342; Нарушение авторских прав |