Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Рәхәтләнеп көләләр





Йософ. Кем унда, сәркәтип килеп етһен!

 

Ағыҙ-ҡәләмен йәтешләп, сәркәтип кереп ултыра.

Йософ. Ҡазан илсеһе Бойорған Сәйет менән Мәскәү илсеһе Кадыш Кудинов инһен.

 

Инәләр. Сәләм бирешеү һәм алышыу. Бойорған Сәйеттең һыңар балағы ситек ҡунысынан сығарып төшөрөлгән.

Исмәғил. Бәй, Бойорған Сәйетме, тиһәм (тегенең балағына төртөп күрһәтә), һыңар аяҡ һайыҫҡан икәнһең дә.

Бойорған Сәйет. Сездә асыл мал бар икән дип ишетеп, бөйөк Ҡазан ханлығыннан шул асыл малны алырға яучы булып килдем сезгә.

Исмәғил. Яусы?.. Мәскәү менән яулашыуығыҙ етмәгән...

Бойорған Сәйет. Фсү! Кәнис! — урыс дусларың әйтмешли. Мәскәү берлән араны яҡшыртабыз. Синең Ҡазандағы вәкилең Чура берлән берләшеп, үзебезнең Мәскәү яҡлылар фирҡәсен уҡмаштырдыҡ, Истанбул һәм Ҡырым яҡлылар фирҡәсен пыр-туздырып ташладыҡ. Төрөк илә ҡырымлы йыраҡ торсон, инде урыс берлән башҡырт дус безгә.

Исмәғил. Тел һөйәкһеҙ, тигәндәй, матур һайрайһығыҙ ҙа ул...

Бойорған Сәйет. Ай Алла, кенәз, ышанмасаң, мона Кадыш Кудинов үзе дөрөсләр. Сафагәрәй ханны күсәкләп ҡудыҡ, бөйөк кенәз Василий Ивановичның үзеннән хан сорадыҡ...

Кадыш Кудинов. Дөрөҫ, дөрөҫ.

Исмәғил. Әммә Ҡазанығыҙҙың кем утынан ҡыҙғанын белеү ҡыйын. Бөгөн — Мәскәү утыны, ә иртәгә — Ыстамбулдыҡы... Ҡолшәриф муллағыҙ ни эшләй, кем утына ҡыҙына?

Бойорған Сәйет. Әйтәм ич, бүген безнең учағыбыз ҡызыуыраҡ, бүген безнең жылыға жылына ул. Әммә саҡ булу кирәк. Синең вәкилең Чура батыр әйтмешли, Ҡолшәриф ул нәҡ ике йөзлө хәнжәр...

Кадыш Кудинов. Так точно.

Йософ (Бойорған Сәйеткә). Ғәфү ит, ярты һүҙҙән бүлдерҙек. һыңар балағың серенең асылы нимәлә?

Бойорған Сәйет. Әйттем ич, синдәге бер асыл малны алырға яучылим, дип.

Йософ. Аҫыл малдар күп ул беҙҙә, исеме кем?

Бойорған Сәйет. Сөйөмбикәңне соройбоз, шәһри Ҡазан тәхетенә килен итеп төшөрмәккә. Жигетебез зерә дә шәп: Мәскәү үзе килтереп ҡуймыш Жанғәли хан димәкдә. Мона Мәскәү илчесе Кадыш Кудинов үзе дөрөсләр.

Кадыш Кудинов. Эйе, Жангали хан бөйөк кенәз Василийҙың ярлығын алып Ҡазанға килеп етте, тәхетенә ултырҙы. Сөйөмбикә ҡыҙығыҙҙы ҡатынлыҡҡа һорауы, шул турала бөйөк кенәз Василийҙан фатиха алыуы ла хаҡ.

Бойорған Сәйет. Жанғәли ханның үзеннән дә сезләргә айырым сәләм: Сөйөмбикә туташны ханбикә ясасаҡ, Нуғай иленә айырым иғтибар бирелер, ә шөһрәтлт еныс мырзаны Ҡазан бәге ҡылырбыз, диде ул. Бунысы да Мәскәү белән килешелгән. Мона Кадыш Кудинов дөрөсләсен.


Кадыш Кудинов. Дөрөҫләйем, тап шулай.

Исмәғил. Тимәк, каруан юлдарыбыҙҙа Мәскәү менән арабыҙға шына булып кереүсе, сауҙабыҙға зыян килтереүсе Ҡазан хөсөтө бөтәсәк?

Бойорған Сәйет. Бөтәчәк, бөтәчәк. Синең бездәге вәкилең Чура батыр үзенең кешеләре берлән Ҡазан — Мәскәү юлына саҡҡа басачаҡ. Малларығызны турадан-тура Ҡазан аша да озата алачаҡсығыз Мәскәүгә.

Исмәғил. Уныһына инанып уҡ етмәйем, беләм мин һеҙҙе. (Кадыш Кудиновҡа). Үҙегеҙгә мәғлүм: урыҫ иленән хәбәрдар булып торабыҙ, хәлдәрегеҙҙе беләбеҙ. һуңғы ваҡытта Ливон һуғышы арҡаһында урыҫ атлы армияһының менге аттарына ҡытлыҡ кисереүе мәғлүм. Шул уҡ ваҡытта бер нисә йөҙ мең баш йылҡыбыҙҙы баҙарға сығарыу мөмкинлегебеҙ бар. Ләкин һеҙҙең тарафтарға юлдарҙы бер яҡтан — Ҡазан, икенсе яҡтан Тын йылғаһы буйы юлбаҫарҙары бүлә. Бигерәк тә Тын йылғаһының Мәскәү яғынан килеп етеп ҡырт боролошонда. Беҙ шул бөгәлдә каруандарыбыҙҙы ҡурсаларға азаматтарыбыҙҙы ҡаңғыртабыҙ, ауыр матди сығымдар күтәрәбеҙ. Унда хатта Боролош тигән ҡәлғәбеҙҙе лә ҡорҙоҡ...

Кадыш Кудинов. Беләм-бәләм: Воронеж тип йөрөтәбеҙ беҙ уны, ул Боролош-ҡәлғәгеҙҙе, эйе. Ҡыуаныслы, яңылыҡ хәбәр ҡылайым: бөйөк кенәзебеҙ Василий унда, һеҙҙәрҙең именлеге хаҡына, шул Воронеж ҡәлғәһен нығытырға, ғәскәр ҡуйырға бойорҙо...

Исмәғил. Бәрәкалла, ауыҙыңа бал да май!

Кадыш Кудинов. Тик, бөйөк Исмәғил кенәз, бөйөк кенәз Василийҙың да бер теләген иҫәпкә алһаң ине. Урыҫ иле инде ныҡ ҡеүәтләнде, көнбайышҡа һуҙған ҡулы Ливонияның боғаҙынан матҡып алды. Әммә көнсығыштағы ҡулыбыҙҙы Урал тауҙары кәртәләй...


Исмәғил. Урал беҙҙең Аллаһ Тәғәлә үҙе беркеткән аҫаба төйәгебеҙ.

Кадыш Кудинов. Беләм-беләм! Беҙ һеҙҙәрҙе, үҙебеҙгә ғүмер-баҡый дуҫ илде, сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ. Ерегеҙҙең бер ҡарышына ла кермәй, төньяҡтан урап үтәбеҙ...

Исмәғил. Беҙгә итәғәтлек ҡылған, яһаҡ түләгән югра ҡәүеменә баҫып керҙегеҙ, Ҡама йылғаһы буйындағы тоҙға хужа булдығыҙ...

Кадыш Кудинов. Ул тоҙҙан, теләһәгеҙ, һеҙҙәргә лә өлөш сығасаҡ. Затлы тауарҙарығыҙҙы тейәп, алыш-биреш ҡылырға Соликамск баҙарына килегеҙ.

Исмәғил. Тоҙоғоҙ беҙгә кәрәкмәҫ, үҙебеҙҙең Тоҙтүбә тауының таштоҙо баштан ашҡан. Ашығыҙға тоҙ етмәһә, беҙҙән килеп алығыҙ. Әммә әйтәһе һүҙем шул: беҙҙең менән дуҫ йәшәргә теләһәгеҙ, нәфсегеҙҙе аҙҙырмағыҙ, беҙҙең Иртыш буйҙарына — аҫаба Эбер-Себер ханлығыбыҙға ҡул һуҙмағыҙ. Дуҫлыҡ ике яҡтан да булырға тейеш. Көн-Өфө — Мәскәү ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәһәк, бергә сәскә атырбыҙ. Бөйөк Василий кенәзгә еткерегеҙ шуны.

Кадыш Кудинов. Баш өҫтө, мотлаҡан еткерермен.

Исмәғил. Юғиһә, беләһегеҙҙер, көнсығыштан беҙгә Ҡытай дәүләте ҡул бирмәксе, манжур-жунғар кәртәләрен емереп. Беҙҙең тауҙарҙағы тимер, баҡыр, алтын-көмөш мәғдәндәренә, ер егенән урғылып ятмалы ер майҙарына күҙҙәре ҡыҙыша... Үҙҙәре яғынан ебәк, ҡорал, дары, сынаяҡ, сәй вәғәҙә ҡылалар. һеҙҙең менән эш бешмәһә, шул яҡҡа йөҙ бороуыбыҙ бик ихтимал...


Һылыубикә. Эйе-эйе, беҙгә бөйөк Сина иленең шау ебәк еләне лә, сәй-шәкәре лә танһыҡ.

Йософ. Хаҡ һүҙ.

Кадыш Кудинов. Юҡ, ярамаҫ улай. Урыҫ менән башҡорт дуҫлығы ике яҡ өсөн дә файҙалы. Аралар ҙа алыҫ түгел, үҙҙәрегеҙ әйтмешләй, ҡул бирешеп йәшәйек.

Исмәғил (уйланып). Тағы ла бер “әтнәкә”. Олуғ кенәз Василий Иванович беҙҙең Мәскәүҙәге илсебеҙгә ҡазанлыларҙың уға баш ороу ярлығының күсермәһен биреп ҡайтарған... Үҙенән дә өҫтәкләп: «Ниңә башҡорт Исмәғил кенәз татарҙарҙан өлгө алмай, үҙенең һәм иленең яҙмышын беҙҙең ышаныслы ҡулға тапшырмай?» — тигән.

Кадыш Кудинов. Әлләсе...

Исмәғил (сәркәтипкә). Уҡы!

Йософ. Тейешле миҡдарын ғына. Дилбегәне ҡыҫҡа тот.

Сәркәтип. Бына Ҡазан ярлығынан (уҡый). «Олуғ кенәз Василийның бойороғо буйынча, Сафагәрәй ханны Ҡазаннан ҡауладыҡ. Падишаһ безне бағышларға, Ҡазан йортон саҡларға, хан итеп Ҡазанға Шәйехғәлине Жибәрергә була. Без Шәйехғәлидән ҡурҡабыз. Падишаһ Ҡазанға хан итеп Шәйехәүлиәр солтанның уғылы Жанғәлине бирсә иде»...

Исмәғил. Етәр! (Кадыш Кудиновҡа ҡарап). Беҙ Ҡазан татарҙары түгел! Һәм аҫаба башыбыҙ менән бер кемгә лә бойондороҡло ла, бурыслы ла була алмайбыҙ, хан һорап та бармайбыҙ — үҙебеҙгә үҙебеҙ хужа был ерҙә! Аллаһ Тәғәлә беҙҙәрҙе ошонда һәм ошолай яралтҡан, уны боҙорға бер кемдең дә хаҡы юҡ. Ошо изге хоҡуҡты беҙ ҡулыбыҙға ҡорал тотоп ҡурсаларға әҙербеҙ. Тоғро юлыбыҙҙа беҙҙе Аллаһ Тәғәлә үҙенең рәхмәтенән ташламаҫ, амин (доға ҡыла).

Кадыш Кудиновтан башҡалар. Амин! (Доға ҡылалар).

Исмәғил. Әммә беҙ, башҡорттар, шул уҡ ваҡытта Мәскәү менән, урыҫ туғандар менән мәңгелек дуҫлыҡҡа ант итешергә, ике яҡ өсөн дә файҙалы алыш-биреш, сауҙа ҡылырға теләйбеҙ. (Мәскәү илсеһенә йөҙ бороп). Беҙҙең ожмахҡа тиң аҫыл Башҡортостан тупрағында, баяғы ер аҫты мәғдәндәренән тыш, күҙҙең яуын алырҙай йылтыр өйөр-өйөр йылҡылар, көтөү-көтөү һыйырҙар һәм ҡуй-һарыҡтар, һыуҙарыбыҙҙа дөйәләй дулаған, ҡуйҙай һулаған балыҡтар, урмандарыбыҙҙа алтындай ялҡ-йолҡ иткән йомшаҡ тиреле кейектәр, йәйғор ҡауырыйлы ҡош-ҡорттар мыжғып тора. Ҡурҡыу белмәҫ бөркөт йөрәкле яугирҙәребеҙ ат өҫтөндә ҡылыс һелтәп елергә, уҡ атырға, сөймән сөйөргә маһир. Беҙ бер ваҡытта ла, бер кемдән дә үҙебеҙгә кенәз йәки хан һорап бармаясаҡбыҙ, үҙ илебеҙҙә үҙ көнөбөҙҙө үҙебеҙ күрәсәкбеҙ.

Кадыш Кудинов. Бөйөк кенәз Василий һеҙҙәрҙе аңлар, һеҙҙәр ҙә беҙҙәрҙе яҡшы төшөнөрһөгөҙ. Бөйөк батшабыҙҙың Ҡазан сәйәсәте ҡазанлылар өсөн генә.

Исмәғил. Амин, был йәһәттән үҙем дә уның яҡлы.

Бойорған Сәйет. Әй әттәгенәсе! (Устарын ыуып, төшөргән балағына күрһәтеп). Димәк, димәк?..

Исмәғил. Тимәк, башҡорт иле урыҫ иленең Ҡазанға ҡуйған ханы яҡлы.

Бойорған Сәйет (Йософҡа). Жыйыйыммы, алайса, балағымны? Ни диб ҡайтып әйтәйем?

Йософ. Мәскәү ҡуштаны Йәнғәлиҙе мин дә хөрмәт итәмен. Хандың ҡайнатаһы булыу миңә бик оло шатлыҡ, әммә кейәү муйынына ла — ҡыл муйынсаҡ, тип еткер.

Юныс. Мине Ҡазан бәге яһайым тигәнен онотмаһын!

Бойорған Сәйет. Ярый, ир муйынында ҡыл муйынчаҡ черемәс. Сабантуйығызны ғына ҡарим да шатлыҡлы хәбәр берлән очам Ҡазанға!

Йософ. Хуш иттек.

Бойорған Сәйет, Кадыш Кудинов. Хуш (сығып китәләр).

Ишек яғынан тауыш: «ғосманлы Төркиә илсеһе Вәкил әфәнде килеп етте!»

Йософ. Индерегеҙ.

 







Date: 2015-07-23; view: 380; Нарушение авторских прав



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.013 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию