Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Юныс инә





Юныс. Хәйерле кис, һылыуым, хәйерле кис, Әбекәй.

Әбей. Әйҙүк, рәхим итеп түрҙән үт, Юныс балам.

Юныс (ултыра). Ә һин ниңә ауыҙыңа һыу уртланың, һылыуым?

Сөйөмбикә. Нимә тип өндәшәйем, үҙегеҙ мине хан аталмыш шыр тилегә тотторғас.

Юныс. Улай тип әйтмә, һылыуым. һин, шыр тиле, тиһәң дә, аҫтында алтын тәхете бар бит уның. Үҙең дә тәхетле булырһың.

Сөйөмбикә. Тик бәхетле генә була алмамдыр... Бәхетем минең осто — бик алыҫҡа осорҙоғоҙ һеҙ уны.

Юныс. Үҙ бәхетеңде үҙең яһарға тырыш. “Шыр тиле»ңде йүгәнләп-ауыҙлыҡлап мен, ауыҙын шаҡарып тотоп, үҙең теләгән яҡҡа бор, ысын башҡорт һылыуы булһаң әгәр! Ҡазан ханлығын ҡалыпҡа ултыртырһың, урыҫ менән башҡорт араһына өҙлөкһөҙ шына ҡағыусы, ут төртөүсе булыуынан туҡтатырһың, тыныслыҡҡа ҡот килтерерһең, бәлки.

Сөйөмбикә. Эй ағайым, Ҡазан ханы итеп, ҡарт булһа ла Ҡасим ханы Шәйехғәлиҙы түгел, ә уның ошо ҡустыһы Йәнғәлиҙе ҡуйған Василийҙы тинтәк тиһеңме әллә? Уның да башы эшләй, беҙҙекенә ҡарағанда ла, моғайын, шәберәк эшләй. Бының артында ни ятҡанын кем белә? Бәлки, яманмы-яҡшымы, мосолман донъяһын яҡлап торған Ҡазан ханлығын эстән ҡаҡшатып юҡҡа сығартыу, артынса уҡ беҙҙе лә йөгөнөкләндертеү өсөн ҡоролған хәйләлер. Хан кейәүегеҙ шул Василий рөхсәтенән тыш бер аҙым да атламай, “Василий атаҡайым” тип кенә тора, тиҙәр. Хәйер, быныһын үҙ ауыҙынан ишеттем...

Әбей. Урыҫ булһа атаң — билеңдә булһын балтаң...

Юныс (урынынан тороп). Ярай, тәрәнгә төшөп киттек... Ә һин, һылыуым, мин әйткәндәрҙе киртеп ҡуй ҡолағыңа. Яҡшы ир-ат иле өсөн утҡа керә, ил хаҡына һин дә түҙ. (Сығып китә).

Сөйөмбикә (илай). Түҙермен, түҙермен... Бөтәгеҙгә үс итеп булһа ла, түҙермен!..

 

Ишек шаҡыйҙар, билбауын һөйрәлткән Йәнғәлиҙе Бабай төрткөләп индергәнендә уныһы Әбейгә төкәлә.

Йәнғәли (йырлай). Кәләшкәйем, көттеңме,

Зарығып ла бөттеңме?

Билемдәге ал билбауым

Бушаҡ — әллә сүттеңме?

Сөйөмбикә. Кейәүкәйем, ник килдең,

Әллә көтә тип белдең?

Икебеҙҙең берен һайлап,

Әбекәйгә төкәлдең.

Йәнғәли. Юҡ-юҡ, әбекәй үзеңә булсын! Мотлаҡ син, син үзең кирәк миңа!

Бабай (Йәнғәлиҙең ҡолағына). Мал-ладис! Айғырың шәп ажғыра — сикерт, балам, байталыңа!

Йәнғәли (айғыр булып кешнәп). Иһа-һа-һа! (Сөйөмбикәгә талпына, ләкин кинәт Әбей баҫҡан билбауына тартылып йығыла). Разбо-о-ой! Василий атаҡайым, миңа уҡтан аттылар!


Бабай. Ләхәүлә, тор! Уҡ та юҡ, буҡ та юҡ! Сөйөклөм, ҡарале: кейәү-баланың ятағы ана анда (Сөйөмбикә ултырған карауатҡа күрһәтеп) — жанайы ҡуйынында!

Әбей. Тор, кейәү, тор.

Йәнғәли. Тормим! Бөйөк кенәз Василий атаҡайымның изге фатихасы килеп житмәйенчә ҡузғалмим! Илчеләр нигә озаҡлады?

Бабай. Илчеләр инде Ҡазанның ҡапҡа төбөндә, сине түшәккә салғанчы, монда да килеп житерләр. Бисмилла, Ҡазан ханлығы хаҡына! (Бабай менән Әбей Йәнғәлиҙе карауатҡа күтәреп һала).

Йәнғәли. Ҡара ҡашым, жанашым, сузылып ят яныма!

Әбей. Ят, кейәү-балам, ят. Донъяһына төкөр ҙә хәләл ефетлек бурысыңды үтәй күр. (Сөйөмбикәне ятҡыра, Бабайҙы ҡултыҡлап ала). Киттек-киттек, ҡарт алаша!

Бабай. Их, бүлмәләре күп кенә дә дарманыбыз юҡ ҡына... Василийның фатихасын көтөп тә ятмас идек... (Сығып китәләр).

3-өнсө сәхнә

Сәхнә төбөндә дата: 1535 йыл. Ҡазан хан һарайының тәхетханаһы. Йәнғәли хан, сабатаһын түргә элеп, тәхеттә ирәйеп ултыра.

Йәнғәли: Чабатамның башы тишек,

Әл дә табаны таза.

Ай-ли, чабатам,

Чабатамны яратам!

Чабатамны санламаған —

Алыр миңардан жаза.

Ай-ли, чабатам,

Чабатамны яратам!







Date: 2015-07-23; view: 335; Нарушение авторских прав



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.006 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию