Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Артыҡ бүрәнә баштары” таралыша





Бойорған Сәйет. Зерә дә йәмсез килеп чыҡты... Йә, ни ҡылабыз, кенәз?

Кадыш Кудинов. Сөйөмбикәгеҙҙе Жангали ханға килешкәйнек бит инде.

Һылыубикә (иҙән тибеп). Юҡ, килешеп етмәгәнбеҙ! Ҡыҙҙың үҙенән һораманыҡ!

Йософ. Ә мин үҙеңде алғанда һорағайнылармы һуң? Аллаға шөкөр, нисәмә бала үҫтерҙек. Мырҙа ғына булһам да, хан һыйында йәшәйһең. (Башын тотоп). Их, Ҡазан ханына ҡайната булырмын, тигәйнем...

Исмәғил. Булырһың, әле һуң түгел.

Һылыубикә. Ҡазанға бирер ҡыҙым юҡ! Бәпесемдең башын ашатырғамы?

Бойорған Сәйет. Сылыубикә ханым, баш ашарға Ҡазанда бүреләр юҡ ич!

Һылыубикә. Ҡоҙғон ояһы...

Йософ. Тыйыл, тим! Сәсе оҙон, аҡылы ҡыҫҡа, тигәндәй, ҡыҫылма ирҙәр эшенә! Сәғәте һуҡмайынса, ауыҙыңды йомоп тот — килешеүҙе бәпесеңә белдертмә. Телеңде тешләп йөрө! ЮҒиһә, күрәһеңме анау торған балтаны — сәсеңде лә, телеңде лә башың менән ҡуша бер юлы ҡыҫҡартырмын.

Һылыубикә (илап). Ил өҫтөндә йөҙөк ҡашындай бәпесеңде... Мөхәббәтен иҫәпкә алыр инең...

Исмәғил (Һылыубикәнең яурын башынан һөйөп). Киленкәйем, хан ҡайнанаһы булырыңды онотма! Йософоңдо ла кенәз ҡылырбыҙ, Аллаһ бойорһа. Зарурият мөхәббәттән өҫтөнөрәк! (Бойорған Сәйет менән Кадыш Кудиновҡа). Бөйөк кенәз Василийға еткерегеҙ: Сөйөмбикә Йәнғәлиҙеке буласаҡ!

Йософ (елкәһен тырнап). Әй әттәгенәһе... Йәнсураһын нишләтәбеҙ? Әллә, тим...

Исмәғил. Бер ниндәй ҙә «әллә-мәллә» түгел! Йәнсура батырҙы тиҙ генә, ололап-ҙурлап, азаматтар башлығы итеп күтәрегеҙ. Баштан-аяҡ ҡоралландырып, монаятлап, ил өсөн изге хеҙмәткә — Тын йылғаһы буйындағы баяғы Боролош (К. Кудиновҡа) — урыҫтарса Воронеж ҡәлғәһенә юлландырығыҙ. Мәскәүгә барыр юлыбыҙҙы татар-урыҫ казактары баҫҡынсылығынан йән аямай ҡурсалаһын. Яраларҙы уңалтыусы иң шәп табип — ваҡыт ул.

Йософ. Эйе шул. Бер нисә йыл азаматлыҡта интекһә, булыр-булмаҫ һөйөүенән дә һүрелер, шул арала Сөйөмбикәбеҙ шәһри Ҡазандың никахлы ханбикәһенә әүерелер.

Бойорған Сәйет. Хаҡ сүз. Шиты-крыты булыр, урыс дуслар әйтмешли.

Һылыубикә менән Исмәғилдән башҡалары бөтәһе бергә. Бәрәкалла! Алтын аҡыл!

 

4-енсе сәхнә

Ап-аҡ олонло Яңғыҙ ҡайын төбөндә Сөйөмбикә башлығындағы ҡыҙҙар төркөмө. Ҡаршы яҡтан егеттәр — Йәнсура батыр башлығындағы азаматтарҙы Тын йылғаһы боролошона алыҫ хеҙмәткә оҙатыу. Ҡыуаҡлыҡтар артында егеттәрҙең менге аттары бышҡыра ла тибенә. Бөтә сәхнә китеүсе егеттәрҙең һәм оҙатып ҡалыусы ҡыҙҙарҙың халыҡ йыры «Ерән ҡашҡа»ны башҡарыуына ҡорола.

Йәнсура. Егеттәр, ярһыу азаматтарым! Йыраҡ, хәтәр юлға сығырға сәғәт һуҡты, аттарыбыҙ ҙа сыҙай алмай сапсына. Көмөш өҙәңгеләребеҙгә баҫҡансы, һөйгәндәребеҙҙең күҙҙәренә яҡын килеп төбәләйек, иң мөҡәддәс һүҙҙәребеҙҙе шыбырлайыҡ.

 







Date: 2015-07-23; view: 383; Нарушение авторских прав



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.007 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию