Полезное:
Как сделать разговор полезным и приятным
Как сделать объемную звезду своими руками
Как сделать то, что делать не хочется?
Как сделать погремушку
Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами
Как сделать идею коммерческой
Как сделать хорошую растяжку ног?
Как сделать наш разум здоровым?
Как сделать, чтобы люди обманывали меньше
Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили?
Как сделать лучше себе и другим людям
Как сделать свидание интересным?
Категории:
АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника
|
Ике төркөм ағылып килеп тоташа, күңелле шау-шоу
Сөйөмбикә (һыҡтанып). Йәнсурам, китәһең... мине ҡалдырып китәһең... Йәнсура (ҡосаҡлап). Сөйөмбикәм, һылыуым, ҡалдырмайым мин һине — йөрәгемдең түрендә алып китәм. Әйләнер ҙә ҡайтырмын, көтөп тор. Сөйөмбикә. Үҙәгем өҙөлөр инде...
Ерәнҡашҡа һуҙып кешнәй. Йәнсура. Азаматтарым, ваҡыт тар! Ерәнҡашҡам саҡыра!
Төркөмдәр үҙ урындарына ҡайта. Ҡыҙҙар. Йәйләүҙәргә барҙыҡ, бейәләр һауҙыҡ, Баш күнәккәй, баш күнәккәйҙәрҙе лә ҡулға элеп. Ерән ҡашҡа атҡайым да, Башын сайҡай малҡайым. Алдарында һолоһо бөтһә, Һыҙыла йөрәк майҡайым. Эй-й... һыҙыла йөрәк майҡайым. Иҫән генә йөрөп, һау ҡайтығыҙ, Китәһегеҙ, китәһегеҙ инде лә ҡуҙғалып. Ерән ҡашҡа атҡайым да, Елдәр тарай ялҡайын, Эйәрләгән егетеңде Ташлап ҡайтма, малҡайым, Эй-й... ташлап ҡайтма, малҡайым. Егеттәр. Йәйләүҙәрҙе ташлап, ҡорал алып, Беҙ китәбеҙ, беҙ китәбеҙ менеп тә аттарға. Ерән ҡашҡа атҡайым да, Алдан елер малҡайым, Эйәрендә егете барҙа Бойоғоу белмәҫ малҡайым. Эй-й... бойоғоу белмәҫ малҡайым. Иҫән генә тороғоҙ, беҙ китәбеҙ, Йыш яҙығыҙ, йыш яҙығыҙ яуап та хаттарға. Ерән ҡашҡа атҡайым да, Юл ташламаҫ малҡайым. Биленән эйәр төшмәһә лә, Төҫ ташламаҫ атҡайым. Эй-й... төҫ ташламаҫ атҡайым. Егеттәр, ҡыҙҙар. Йәйләүҙәрҙе ташлап киткән саҡта, Тимер Ҡаҙыҡ, Тимер Ҡаҙыҡ булыр ҙа юл башым. Ерән ҡашҡа атҡайым да, Төн юшамаҫ малҡайым. Ҡом сахраһын үткәндә лә һис өшәнмәҫ малҡайым, Эй-й... һис өшәнмәҫ малҡайым. Тимер Ҡаҙыҡ булһа, һәй, юл башым, Ерән ҡашҡа, ерән ҡашҡа булыр юлдашым. Ерән ҡашҡа атҡайым да, Башын сайҡай малҡайым. Алдарында һолоһо бөтһә, һыҙыла йөрәк майҡайым. һуғыштарҙан иҫән ҡайтһам, Уҡалармын ялҡайың. Эй-й... уҡалармын ялҡайың. Йәнсура. Азаматтарым, аттарға! Ҡыҙҙар. Хәйерлт ел, хәйерлт ел! (Йүгереп килеп егеттәрҙе ҡосаҡлайҙар). Сөйөмбикә (Йәнсураһын ҡосаҡлап илай). Ебәрмәйем, ебәрмәйем!
Егеттәр төркөмө аттары яғына китә, ҡыҙҙар ҙа улар артынан ыңғайлап Юғала. Яңғыҙ ҡайын төбөндә Сөйөмбикә яңғыҙы ҡала. Һылыубикә (йүгереп килеп). Бәпесем, былбылым, был ни эшең?! Ил күҙе алдында егет муйынына аҫылындың, ғаиләне рисуай иттең... Хан дәрәжәһендәге мырҙа ҡыҙы икәнеңде оноттоң! Сөйөмбикә. Уф... йөрәгем... Һылыубикә. Киткәндәр артынан китеп булмай. (Ҡыҙының арҡаһынан һыйпап). Онот, бәпесем, онот! Сөйөмбикә (Ғорур ҡалҡынып ҡарап). Онотмайым! һөйөүем — һөйөү, барыуым — барыу! Башыма таш яуһа ла! Барыбер мин уныҡы! Һылыубикә. Тәүбә-тәүбә, бәпесем, һин инде хан кәләше! Сөйөмбикә (тертләп). Ә?! Нимә?!
Алыҫ-алыҫтан «торройҡ-торройҡ!» тигән торналар сыңрауы, артынса уҡ Йәнсураның «Азамат» йыры ишетелә (өнһөҙ тыңлап торалар): Алыҫтарҙан, ай, күренгән — Ирәмәлкәй тауының аҡ ташы. Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй Ир-егеткәй менән ат башы...
Сөйөмбикә (һыҡтап). Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй Ир-егеткәй менән ат башы... Һылыубикә. Бәпесем, атайың ишетеп ҡуймаһын... Ҡазандан яусы килде, беҙ һине Йәнғәли ханға бирергә килештек... Сөйөмбикә. Аһ!.. Йәнекәйем, Йәнсурам!.. (Ҡайын олонон ҡосаҡлаған килеш һыпырылып йығыла). Шаршау
Date: 2015-07-23; view: 429; Нарушение авторских прав |