Полезное:
Как сделать разговор полезным и приятным
Как сделать объемную звезду своими руками
Как сделать то, что делать не хочется?
Как сделать погремушку
Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами
Как сделать идею коммерческой
Как сделать хорошую растяжку ног?
Как сделать наш разум здоровым?
Как сделать, чтобы люди обманывали меньше
Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили?
Как сделать лучше себе и другим людям
Как сделать свидание интересным?
Категории:
АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника
|
Сафагәрәй керә, тәхет алдында тубыҡланып баш ора
Сафагәрәй. Мәрхәмәтегездән мәхрүм ҡылмағыз, бер үк, и бөйөк ҡайнағаларым! Тәхетемне кире ҡайтарып алырға ғәскәр бирегез. Мөхтәбәр Йософ ҡайнағам! Әгәр дә ки тәхетемә кире-ҡабат ултырсам, хәлбуки үзеңне ханлығымның алтын тотҡасы ясармын. Былбылдай баллы авазлы, ҡояштай нурлы йөзлө, талчыбыҡтай нечкә билле Башҡортостан сылыуын — назлы ҡызың Сөйөмбикәне йәш ханбикә итеп алырмын, өлкән улың Юныс мырзаны Ҡазан бәге ҡылырмын! Юныс (ырғып тороп). Бирәйек һылыуымды, бирәйек! Ғәскәр башында үҙем ҡарғып барырмын, шанлы олатайым Сура батырҙай, Ҡазанды ла алырмын! Һылыубикә. Балаҡайым, атайыңдан алда атлығып сыҡма. Ололар һүҙен тыңла. Юныс. Ғәфү итегеҙ (ултыра). Исмәғил. Эй бала-бала, йәшең баш икән шул әле... Ә һин, Сафагәрәй кейәү, «ҡайнағаларым» тип өҙәләнгән булаһың да ул, тик ғәмәлдә нисә ҡатының барлығын, уларҙың тәғәйен кем ҡыҙҙары икәнен оноттоң, буғай... Сафагәрәй. Онотмадым! Өчөсө дә синең яҡын ҡәрдәшләрең. (Бармаҡтарын бөкләп). Беренчесе — Мамай-Нор-Ҡасим ҡызы. Икенчесе — Ямғырчыныҡы. Өчөнчөсө... өчөнчөсө дә синең Ҡырымдағы чыбыҡ очо ҡан-ҡәрдәшең... Исмәғил. Ә дүртенсеһе? Сафагәрәй. Дүртенчест еҡ инде... Әйттем ләсә, Ҡазанда вафат булды. Юныс (сәпәкәйләп). Ур-ра! Тимәк, шәриғәт ҡуша — Сөйөмбикә һылыуымды ханбикә ҡылайыҡ, мин Ҡазан бәге булайым! Йософ. Сеү! Маңҡатанау! Йеҙекәй бабаң нигеҙләгән Аҡтүбәнең мырҙаһы булыу аҙмы һиңә? (Сафагәрәйгә). Тор, кейәү-бала, теҙҙәрең уйылмаһын. Ә шулай ҙа ҡыҙым тәтемәҫ һиңә. һин былай ҙа икеләтә-өсләтә ҡолобоҙ... тфү! — кейәүебеҙ бит инде. Муйыныңдағы ҡыл муйынсаҡ серегәнсе хеҙмәт итерһең. Ә былбылыбыҙ Сөйөмбикә һинән башҡа ла ханбикә буласаҡ, уның ҡунып һайрар талы бейегерәк! Сафагәрәй. Ғәскәр, ғәскәр бирегез, алайса! Әжерен мең мәртәбә ҡайтарырмын! Исмәғил. Былтырғылай итепме? Шул 1530 йылдың 15 июнен әйтәм. һин кейәү-баланы яуыз урыҫ ҡылысынан һаҡлашырға ебәргән утыҙ мең яугиремде нишләттең?! Ҡазан ғәскәрен ҡәлғәң эсенә ышыҡлап, башҡорттоҡон ҡала тышына ҡуйҙың — урыҫ уҫмағы аҫтына. Үҙең ҡәлғә башынан тамаша ҡылдың, ғәскәреңде ярҙамға сығарманың. Әллә белмәйҙәр тиһеңме?.. Сафагәрәй. Ҡазан олуғлары мине тишек кәмәгә ултыртты... Исмәғил. Кәмәнең тишеген элек ямайҙар уны! Урыҫтар ҡайтып киткәс, Ар яланын ябып ятҡан шәһиттәребеҙҙе нишләттең? Өҫ кейемдәрен һалдыртып алып, мәйеттәрен, ерләмәйенсә, бүреләрҙән кимерттең. Шәп ҡайтарҙың әжерен! (Ҡуҡыш күрһәтеп). Бына һиңә ғәскәр! Дар ағасы янай һиңә! Сафагәрәй. Ә?! Бу ни бу?! Йософ. Бар, башыңды юймаҫ элек, табаныңды ялтырат! Юныс. Атай, еҙнәйемә теймәгеҙ! (Сафагәрәйҙе терәкләп алып сығып китә). Сафагәрәй (барышлайы әйләнеп ҡарап). Ә шулай да мин Ҡазанның сағызаҡ оясын туздырачаҡмын! Тәхетне алачаҡмын!
Date: 2015-07-23; view: 359; Нарушение авторских прав |