Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Арай яғында тамаҡ ҡырған тауыш





 

Һылыубикә. Әнә, Йософ мырҙа болдорға сыҡҡан, ҡул болғап саҡыра беҙҙе. (һарайға ыңғайлайҙар, Сафагәрәй һөйләнеп бара).

Сафагәрәй. Үзебезнең мосолманнан алырға иде ниәт, ханлығымда ғәйбәт тамырын кисергә. (Инеп китәләр).

Сөйөмбикә. Ҡороғоро... һандуғасымды бүлдерҙе... Ҡазан өрәге... (Аҡ ҡайынға һөйәлеп, һыу аръяғына ҡарап йырлай).

Ай-һай ҙа ғына тигән, ай, тауышҡа

Ҡаҙ-үрҙәктәр ҡаса ҡамышҡа.

Йырлау ҙа ғына түгел, ай, иларһың

Эскенәйем тулы һағышҡа.

 

Йәнсураҡай бәғерем, менгән атың

Ерәнҡашҡа икән ал бирмәҫ.

һинең кеүек илдең азаматы

Йөрәгемә тынғы, ял бирмәҫ.

Аръяҡта моңло ҡурай тауышы, артынса йыр яңғырай.

Йәнсура. Тыр-р-р, туҡтале, Ерәнҡашҡа! (Йырлай).

Һаҡмар һыуҡайҙары бигерәк һалҡын,

Үрҙәк сумып сығыр йылыу юҡ.

Илкәйемдең һылыу ҡыҙҙары күп,

Сөйөмбикә һымаҡ һылыу юҡ.

Сөйөмбикә. Уф йөрәгем, йәнекәйем Йәнсурам!

 

Боролманан Йәнсура атлығып сыға.

Йәнсура. Сөйөмбикәм, һылыуым!

Осаҡлашып үбешәләр. Егет, һөйөклөһөн күтәреп алып, ҡосағында килеш зыр-әйләндереп йөрөй.

Йәнсура. Аллаһ Тәғәлә беҙгә ике тамсы һыуҙай ҡушылырға ҡушҡандыр...

Сөйөмбикә. Ҡасан, ҡасан?!

Йәнсура (туҡтап, ҡыҙҙың күҙҙәренә текләп). Аллаһ бирһә, быйыл көҙгә үк яусы көт!

Сөйөмбикә. Уф, йәнекәйем, мин ҡурҡам! Атаҡайымдан ҡурҡам: һыңар балаҡлы яусыҡайыңдың һыңар аяғын ҡыҫҡартмаһа ярар ине. Мине ханға бирергә, ханбикә яһарға яҫҡана...

Йәнсура. Хандарҙан да ажарлыраҡ Бикбау кенәздең нәҫеле мин! Үҙемдекен итермен!

Сөйөмбикә (Еңел һулап). Ауыҙыңа бал да май!

Йәнсура (ҡулдарында ҡабат әйләндерә башлай). Ә һин үҙең хәҙер үк әйт миңә, йәнем-йәнекәйем (үбә-үбә): ризамы? Ризамы?

Сөйөмбикә. Уф! Риза! Риза! (Көскә ысҡынып, һарайсыҡҡа йүгереп кереп китә).

2-нсе сәхнә

Арай эсе, Йософ мырҙаның тәхетханаһы. Йософ мырҙа артҡы стенаға һүрәтләнгән төп милли биҙәгебеҙ Донъя Ҡуласаһы — Асаба-Астаҡ (Свастика) фонындағы семәрле тәхеттә ирәйеп ултыра; йәнәш креслоларҙа уң яғында — ағаһы Исмәғил кенәз, һул яғында ҡатыны Һылыубикә һәм өлкән улы Юныс мырҙа. һабантуйға килгән сит ил ҡунаҡтарын ҡабул ҡылырҙан алда йәшерен ғаилә кәңәшмәһе — дөйөм хәл, сәйәсәт тураһында фекерләшеү.

Йософ (Исмәғилгә). Шулай итеп, ағайым, быйылғы һабантуйы ла килеп етте. Тирә-яҡтан халайыҡтар ағылды, Ҡорокүл буйы каруандар, тирмәләр менән тулды. Әммә, барыһынан да бигерәк, ағайым, оло башыңды кесе итеп, байрамыбыҙға ҡот һәм мәртәбә өҫтәп, бында үҙең килеүең үтә ҙур шатлыҡ. Шуға күрә лә бөтә яйыҡ буйҙары бер тауыштан һине тәбрикләй, хатта, әнә ишетәһеңме, һары һандуғастарыбыҙға тиклем шанлы исемеңде мәҙехләп йырлай...


Исмәғил. Бәрәкалла, бәрәкалла, Йософ мырҙам, ауыҙыңа һары май... Ләкин, үҙең беләһең, бер-беребеҙҙе ҡупайтып ултырыр саҡ түгел. Беҙҙең ише аҫыл ирҙәрҙе, байрамдарҙан да бигерәк, донъя ғәмдәре йөрөтә...

Йософ. Эйе, ағай-эне бергәләшеп хәл ҡылырҙай эштәребеҙ ҡуйырҙы. Шуға күрә лә, алдан һөйләшеп килешеү, бер төптән тороу өсөн, ошо кесе мәжлескә — Яҡын туғандарҙың табын түңәрәгенә йыйылдыҡ. Заманалар ауырайҙы...

Исмәғил. Башҡорт иленә кенәз булыу — майлы бутҡа ашау йәки һимеҙ ҡалъя һоғоноу түгел шул... һиңә генә еңел ул: мырҙа ғына башың менән, минән дә уҙҙырып, май эсендә йөҙгән бөйөрҙәй йәшәйһең. Әнә бит, тәхетең дә ҡайһындай! Төп тамғабыҙ Асаба-Астаҡты, Донъя Ҡуласаһын, ағайыңдан да һорамай, үҙеңдең арҡа терәгең итеп алғанһың!

Йософ. Мырҙа булып күпме ҡалырға мөмкин, ағайым?! Бәләкәй урҙаны бирҙең, рәхмәт, мәгәр кенәз дәрәжәһенә күтәрмәй ҡаңғыртаһың...

Исмәғил. Ағ айыңдан алда һоғонорға ашыҡма, ашҡа бешерһең... Илебеҙҙең Бәләкәй урҙаһын төрөк менән ҡырымдан кимертмәй тотһаң, сәйәсәттә фәҡәт мине генә тыңлап эш ҡылһаң, Аллаһ бойорһа, шөһрәтле кенәз дә булырһың.

Йософ. Төрөк менән ҡырым икенсе мәсьәлә... Урыҫты, урыҫты ниңә әйтмәйһең? һыңар ҡулын көньяғыбыҙға һоноп, балыҡҡа бай Әстерханыбыҙға яҫҡана. Икенсеһе менән төньяҡлап Эбер-Себер ханлығыбыҙҙы ҡармалай...


Исмәғил. Урыҫ, үҙең әйтмешләй, ул өсөнсө мәсьәлә. Урыҫ менән һаҡ эш ҡылырға кәрәк. Урыҫ менән уҫмаҡлашып түгел, ә дуҫлашып йәшәүе файҙалыраҡ.

Йософ. Ай-һай... Урыҫ булһа атаң — билеңдә булһын балтаң, тигәнде онотмайыҡ, ағайым. Шул кафыр менән бысаҡҡа-бысаҡ килешеп интеккән ут күршебеҙ Ҡазан татарҙарынан фәһем алайыҡ...

Исмәғил (көлөп). Фәһем, фәһем... Ғибрәт, тип әйтергә кәрәк!

Һылыубикә. Эйе шул. Татар барҙа — хәтәр бар. Татар ултырып киткән ерҙе ҡырҡ ҡабат ҡырсып ултыр, тигәнде лә онотмайыҡ, атаһы.

Исмәғил. Үҙҙәре йәнәһе, төрки донъяһын кафырлыҡтан ҡурсалап, урыҫҡа бармаҡ янайҙар, ә үҙҙәре иһә шул уҡ урыҫ файҙаһына бер-береһенең боғаҙын сәйнәшеп, ханлыҡты тарҡаталар, хатта хандарын да урыҫҡа һаталар, аяҡ-ҡулдарын бәйләп... Ярҙамға ғәскәр ебәрһәк, күрәләтә урыҫтан ҡырҙырталар... Юҡ! Татар туғанға ҡарағанда урыҫ ызнаком яҡыныраҡ.

Йософ. Ә шулай ҙа ҡайһы яҡҡа ауышабыҙ, ағайым? Урыҫ тигәнеңдең келәшшәһе тын алырға бирмәй бит: Иҙел буйҙарынан да, Иртыш яҡтарынан да ҡыҫыпмы-ҡыҫа...

Исмәғил. Ауышмайбыҙ. Үҙең әйтмешләй, бер төптән торһаҡ, ҡыҫымға бирешмәбеҙ.

Юныс. Олатай, киҫәтергә рөхсәт ит. Төркиә, Ҡырым һәм Ҡазандан ғәйре арҡа таянысыбыҙ юҡ. Ағай-эне талашыр, атҡа менһә ярашыр, тигән боронғолар.


Һылыубикә. Эйе шул, үҙебеҙҙең төрки туғандарыбыҙ. Етмәһә, өсөһөнөң дә хан-солтандары бауына башҡорт ҡаны ҡатышҡан. Ете ят урыҫ-литау йәки ҡытай-манжур түгел бит. Ҡанҡәрҙәштәребеҙ.

Исмәғил. Һе! Дәүләтебеҙ мәнфәғәттәрен яҡлағанда ҡанҡәрҙәшлек артҡа сигеп тора ул... Тарихты онотмайыҡ: үҙебеҙҙең Йеҙекәй бабабыҙ һәм Туҡтамыш бабабыҙ ни өсөн бер-береһенең башына еткән, тиһегеҙ? Ҡазан ханы Илһам бабабыҙҙы бөтә ғаиләһе менән ни өсөн Ҡазан бәктәре һәм олоғтары үҙҙәре үк, арбаға бәйләп һалып, Мәскәүгә һатып ебәргән? Мәскәү кенәзе Василий ни өсөн үҙебеҙҙең күҙ алдында үҙенең ҡан дошманы Ҡырым ханы Миңлегәрәй менән бит үбешеп туғанлашты?.. һәм башҡалар, һәм башҡалар. Әлхасил, ҡәҙерле туғандарым, иң элек беҙгә илебеҙҙең яҙмышын ҡурсалау фарыз.

Йософ, Һылыубикә, Юныс (бер тауыштан): — Бәрәкалла, бәрәкалла!

Йософ. Мин ни тим һуң? Бәйге майҙанына барырҙан элек, үтә мөһим мәсьәләләрҙе ҡап-уртаға һалып, уртаҡ фекергә киләйек, сисеү юлдарын билдәләйек, тинем дәһә. Минеңсә...

Исмәғил. Иң мөһимен генә тир.

Йософ. Әлеге лә баяғы, уныһы үҙеңә мәғлүм: Ҡазан — Мәскәү мәсьәләһе. Дөйөм төрки донъяһының яҙмышы ҡыл осонда.

Исмәғил. Кем арҡаһында, тиһең?

Йософ. Ҡитғаны хөсөт баҫты. Әлеге лә баяғы, яуызлыҡ Мәскәүҙән дөрә.

Исмәғил. Һеммм... Мәскәүҙән, тиһең инде?.. Уйламай һөйләгән — ауырымай үлгән, ти торғайны мөхтәбәр атайыбыҙ. Ҡарап-ҡарап торам да тағы ла бер ҡарап ҡуям: бәҫле бүркең аҫтында ел уйнамаймы икән, мырҙам? Ул яуызлыҡ тигәнең, бәлки, Ҡазандың үҙендәлер?

Йософ. Ызнакомың мәскәүский Василий кенәз тынғы бирмәй Ҡазанға, йыл аралаш, тигәндәй, килеп баҫа. Хаҡ мосолман туғандарыбыҙҙы рәхимһеҙ ҡыра, ауылдарының көлөн күккә осора.

Исмәғил. Әнә шул хаҡ мосолмандарың үҙҙәре үк кафырҙың Муром, Тверь, Нижний ҡалаларын барып талауҙы, яндырыуҙы, кешеләрен ҡырыуҙы, ҡатындарын, бала-сағаларын, ҡол ҡылып, Ҡырымға, ғосманлы Төркиәгә олаҡтырыуҙы кәсеп иткәндәр түгелме? Йоҡлап ятҡан айыуҙың өңөнә һөңгө тыҡһаң, ике күҙен ҡан баҫып, ажғырып ырғылмаҫ та ботарлап ташламаҫ, тимә.

Йософ. Йоҡлатырһың кафырҙы! Айыуҙан ҡурҡып ятһаҡ, Ҡазан менән Ҡырымды ла ҡабып йотор, Төркиәне лә емтекләр, беҙгә лә сират етер...

Исмәғил. Әнә шул сират етмәһен өсөн дә бик ныҡ уйлап эш итмәк кәрәк беҙгә.

Йософ. Беҙ башты баҫып уйлайбыҙ, ә урыҫ баш ҡалҡыта. Әле тағы Ҡазанды ҡазалаған, кейәүебеҙ Сафагәрәй ханды тәхетенән ҡолатҡан. (Ишек яғына ымлап, усҡа ус һуғып). Кем унда, керһен Сафагәрәй хан.

 







Date: 2015-07-23; view: 448; Нарушение авторских прав



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.028 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию