Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Игеҙенсе сәхнә





 

Атлы корпус, хәрби бурысын үтәп, Дебальцево янында ҡамауҙа ҡалған. Оборона һуғышы барған Чернухино ҡасабаһында – Башҡорт дивизияһы һәм корпус штабы.

Шайморатов, Ҡадиров, Фондеранцев, Хәбиров, Борисов, Айратҡолов, Ғайсаров. Тәүҙә Шайморатов (карта өҫтөндә эшләй) һәм Ҡадиров.

 

Ҡадиров. Фриц та тынғы белмәй, һөжүм артынан һөжүм. Танауҙары пыр-туҙа ҡанап табан тайҙырғастары, бераҙ тынып ҡалдылар. Яугирҙәр яңы бәрелешкә әҙерләнә.

Шайморатов. Рухи-әхләҡи мөхит?

Ҡадиров. Шап-шаҡтай. Фашист шмайсерҙары беҙҙең ҡулдарҙа ла яҡшы ата, әммә патрондар наҡыҫ.

Шайморатов. Фриц әле бөтмәгән – ҡоралдары ла бөтмәҫ.

Ҡадиров. Һауанан ярҙам көтә-көтә көтөк булабыҙ инде.

Шайморатов. Һауа шарттары насар, самолеттар оса алмай, тинеләр.

Ҡадиров. Иптәш генерал, һеҙгә Юғары Ставканан генерал-майор дәрәжәһе бирелде, корпус командующийының урынбаҫары итеп билдәләндегеҙ. Шул айҡанлы яугирҙәребеҙҙең рухын күтәреп, дәртләндереп алайыҡ.

Шайморатов. Стройға теҙеп ҡуйыпмы? Форсаты юҡ, ваҡыты ундай түгел.

Ҡадиров. Йәтеш бер форсаты бар, иптәш генерал, -- трофей радиоаппарат. Микрофоны яҡшы эшләй. Ошонан тороп шаңғыртһаҡ, фронт буйлап бөтә Чернухиноны аяҡҡа баҫтырыр.

Шайморатов (уйланып). Ҡурай кәрәк.

Ҡадиров. Лейтенант Ғайсаров күрше бүлмәлә көтә, ҡурайы-ҡылысы ҡынында.

Шайморатов. Мәслихәт.

 

Ут һүнеп ҡабына, микрофон алдында өсәү: Шайморатов, Ҡадиров, Ғайсаров. Ҡурайҙан -- “Салауат” маршы.

 

Ҡадиров (микрофонға). Ҡәҙерле һуғышсылар, яуҙа ал бирмәҫ, еңелмәҫ Салауат тоҡомдары! Ишетмәһәгеҙ ишетегеҙ: һеҙҙең атҡан һәр пуля, снаряд фашист йөрәгенә үлемесле ҡаҙалып, иптәш Сталиндың, бөтөн совет халҡының йөрәк-бауырына һары май булып яғыла. Даһи Сталин һәммәбеҙҙең батырлыҡтарын юғары баһалап, дивизиябыҙға рәхмәт хаты күндерҙе, данлы командирыбыҙ, Олатайыбыҙ Миңлеғәли Минһаж улы Шайморатовты генерал-майор дәрәжәһенә күтәрҙе. Уны корпус командующийының урынбаҫары итеп ҡуйҙы. Ур-ра! (Тышта һөрән: “Ур-ра-а-а!”). Тыңлағыҙ, Олатай үҙе өндәшә.

Шайморатов (микрофонға). Башҡорттарым, биртенмәҫ батырҙарым! “Тыуған илебеҙ өсөн, Сталин өсөн!” тигән ҡөҙрәтле оран менән рухланып дошман тылына яуға керҙек, һуңғы тамсы ҡаныбыҙҙы йәлләмәй фиҙакәр һуғыштыҡ һәм һуғышабыҙ. Ҡыҫҡа ғына арала беҙҙең дивизия, беҙҙең корпус фашистарҙың 62-се, 164-се пехота дивизияларын һәм 17-се танкылар дивизияһын тар-мар ҡылды. Утыҙ алты урында тимер юл полотноларын һәм өс күперҙе шартлатып, дошман көстәренең Ворошиловградҡа ағылыу юлдарын өҙҙө. Ун ике мең һалдатын һәм офицерҙарын үлтерҙе, егерме һигеҙ танкыһын, ҡорал, аҙыҡ-түлек тупланған егерме биш складын яндырҙы, һикһән биш орудие һәм минометын, илле дүрт пулеметын, йөҙ ҙә илле ике автомашинаһын, һигеҙ йөҙ утыҙ ылауын көл итте. 62-се пехота дивизияһының штабын тар-мар ҡылды, әсирлеккә эләккән мең дә дүрт йөҙ һикһән хәрбиҙе һәм Германияға ҡоллоҡҡа оҙатырға тейәлгән бер эшелон ерле халыҡты ҡотҡарҙы. Фиҙаҡәр көрәшебеҙ Ҡыҙыл Армияның Ворошиловградты немец-фашист баҫҡынсыларынан азат итеү көрәшенә ифрат тос өлөш индерә. Данлы яугирҙәребеҙ! Ошо еңеүҙәребеҙ менән барсағыҙҙы ҡайнар ҡотлайым! Тәрән рейдты тамамлап, дошмандың утлы ҡулсаһын да ҡыйыу ярып сығырбыҙ, тип ышанам! Ур-ра!


 

Ҡурайҙа дәртле марш ҡабатлана, тышта һөрән: “Ур-ра-а-а!”. Ҡапыл – атыш тауыштары, танк моторҙарының гөрөлтөһө, туптарҙың гөрһөлдәүе.

 

Шайморатов (тыңлап). Маладис, пушкаларҙан капитан Хәбиров төйә.

Ҡадиров. Һөйәктәрен онтаҡлай.

 

Фондеранцев күренә.

 

Фондеранцев. Егермеләп танкы ябырыла. Өҫтән бомбалар яуа.

Шайморатов. Һөжүмде кире ҡағырға! Бер аҙым да сигенмәҫкә!

 

Йүгерәләр, ут һүнә.

 

 







Date: 2015-07-23; view: 333; Нарушение авторских прав



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.007 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию