Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Унынсы сәхнә





 

Дивизия штабы, тышта һуғыш гөрөлтөләре.

Шайморатов, Борисов, Фондеранцев, Ҡадиров, Хәбиров, Айратҡолов, Ғайсаров.

Тәүҙә Шайморатов менән Ҡадиров – бер консерванан ҡапҡылап тамаҡ ялғай.

 

Ҡадиров. Фриц күберәк дөмөкһөн, консервалары ҡалһын, тиҙәр окоптағылар…

Шайморатов. Эш үҙҙәренән тора.

Ҡадиров. Малҡайҙарға ҡыйыныраҡ: Разведчиктар алып ҡайтҡан фураж бөттө, аттар ағас кимерә. Ни тиһәң дә, үҙебеҙҙең башҡорт йылҡыһы түҙемле.

Шайморатов. Башҡорт үҙе лә бөгөлмәй!

Ҡадиров. Бөтөнләтә сохари итеп киптерелгән икмәктәренә “1939” датаһы ҡуйылған, халыҡ шуға аптырай. Тимәк, был һуғышҡа фриц алдан уҡ әҙерләнеп, эшелон-эшелон беҙҙән китмеш ашлыҡтан бешергәндәр. Гитлерға ярҙам иттек бит…

Шайморатов. Гитлерға түгел – герман халҡына ярҙам иткәйнек.

Ҡадиров. Шул уҡ герман шмайсерынан беҙгә ҡурғаш яуҙыра.

Шайморатов (көлөп). Уның ҡарауы бына икмәген ашайбыҙ.

Ҡадиров. Таштай ҡаты, һис кенә лә тәме юҡ.

 

Хәбиров инә, табынды ҡалдыралар.

 

Хәбиров (хәрбиҙәрсә тәбрикләп). Иптәш генерал, мөрәжәғәт ҡылырға рөхсәт итегеҙ.

Шайморатов. Рөхсәт.

Хәбиров. Танкыларын дөмбәҫләнек, пехотаһын окоптағылар ҡырҙы. Иҫән ҡалғандары боролоп ҡасты. Һуңғы снарядты аттым.

Шайморатов. Пушкаларҙы походҡа әҙерләгеҙ.

Хәбиров. Тимәк…

Шайморатов. Беҙҙе бында бәйләп ҡуймағандар ҙаһа… Булған бөтә ҡоралды, хатта тешегеҙ-тырнағығыҙҙы ходҡа ебәрегеҙ!

Хәбиров. Тыңлайым (Ҡадиров менән бергә ашығып сыға).

 

Айратҡолов инә.

 

Айратҡолов (хәрбиҙәрсә тәбрикләп). Майор Айратҡолов…

Шайморатов. Майор, “катюша” ут ләүкетәме?

Айратҡолов. Ләүкетер ине лә бит, сигаралары булһа. Бушкөбәк итеп ниңә тағып ебәргәндәрҙер, аптыраҡ. Барлы-юҡлы бензинды ғына ашай.

Шайморатов. Булған бензиныңды эсер, юлға әҙерлә. Секретный ҡорал икәнлеген беләһең. Алай-былай булһа…

Айратҡолов. Беләм, үҙем менән ҡуша шартлатырға. Шундай инструкция.

Шайморатов. Бар, майор.

Айратҡолов. Тыңлайым. (Сыға).

 

Фондеранцев инә.

 

Фондеранцев. Иптәш генерал, беҙ ҡубынырға әҙер. Ҡасан приказ бирелер?

Шайморатов. Уныһы командующийҙан тора. Разведка мәғлүмәттәре? Капитан Миңлеғолов ҡайҙа?

Фондеранцев. Капитан Миңлеғолов батырҙарса һәләк булды, урынында – лейтенант Ғайсаров. Ул бында.

Шайморатов. Керһен.

 

Фондеранцев сыға, Ғайсаров инә.

 

Ғайсаров (хәрбиҙәрсә тәбрикләп). Иптәш генерал, лейтенант Ғайсаров. Разведка һөҙөмтәләре…

Шайморатов. Картанан, картанан!

Ғайсаров (өҫтәлдәге картанан ҡулын йөрөтөп). Ҡулсаһын ошо балкалар буйлап аша уҙҙыҡ, кире әйләнеп ҡайттыҡ – һиҙмәне. Балкалар тирәһе шыр-туғай – бик һәйбәт маскировка.

Шайморатов. Яҡшы. Хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм, лейтенант.

Ғайсаров. Советтар Союзына хеҙмәт итәм! (Китә).

 

Ашығып Борисов инә, хәрбиҙәрсә тәбрикләшәләр.

 

Борисов. Ниһәйәт, Ватутиндан рөхсәт алынды. Корпусты ҡамауҙан сығарыуҙы, генерал, һеҙгә йөкмәтәм. Ҡараңғы төшөү менән үк!

Шайморатов. Тыңлайым!

 

 







Date: 2015-07-23; view: 332; Нарушение авторских прав



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.007 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию