Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Икенсе сәхнә





 

Сталин, Мехлис.

 

Мехлис (түбәнселекле эйелеп-бөгөлөп). Һаумыһығыҙ, Иосиф Виссарионович?

Сталин. Һауғайным да, түгелде, тип әйтә торғайнымы әле теге егерменсе йылда икебеҙ бергә хеҙмәт иткән фронттағы башҡорттар? Ниңә тағы йыландай бөгәрләнәһең, ҡойроҡҡа баҫтылармы? Күптән түгел Ҡырымды башҡөлләй Манштейнға тапшырып ҡайтҡаныңдағылай.

Мехлис. Ғәфү итегеҙ, иптәш Сталин.

Сталин. Күпме ғәфү итергә була? Ун ике көн араһында 350 самолетты, 400 танкыны юғалтып, 176 мең һалдатты (төрөпкәһен үргә төртөп) – ун ете дивизия! – гүргә һалып киттегеҙ.

Мехлис. Генерал Козловтың әрпешлеге, башбаштаҡлығы арҡаһында.

Сталин. Ә һин үҙең ни ҡараның? Фәләнемдең башынмы?!. – баяғы башҡорттар әйтмешләй…

Мехлис (хужаһының аяғына йығылып). Мин, мин… һуңғы тамсы ҡанымаса һеҙҙең юлда, иптәш Сталин!

Сталин. Борғоланма! (Тибеп торғоҙа). Сталин барыһын да күрә, бер нәмәне лә онотмай.

Мехлис. Иптәш Сталин, беләһегеҙ, Халхин-Голда япон самурайҙарына ҡаршы һуғышта уҡ, “За Родину, за Сталина!” тигән ҡөҙрәтле оранды Ҡыҙыл Армия тарихында башлап мин һөрәнләттем.

Сталин. Һөрәнләттең… Яланғас Ҡырым далаларында һалдаттарҙы окоп ҡаҙып ышыҡланырға кем тыйҙы?

Мехлис. Мин, мин, иптәш Сталин. “Бер аҙым да артҡа сигенмәҫкә!” тигән бөйөк приказығыҙҙы арттыра биреп үтәнем.

Сталин. Эйе, хатта ярты аҙым да! (Пауза). Ләкин арттырып үтәүҙең дә сиге бар. Әгәр һалдат Сталинградта бер нәмәгә лә ышыҡланмай, пуляларға гелән күкрәк ҡуйып алға ынтылһа, еңеп сығыр инекме? Ысын йыртҡыс һин, Мехлис.

Мехлис. Йыртҡыс, ләкин үҙегеҙҙең йыртҡыс…

Сталин. Дөрөҫөрәге, мәңге өлгөр һерелдәүек күләгәм! (Уйланып, Мехлис яурынына ҡулын һалып). Ә мин күләгәмә генә ышанам, уның менән генә бәхәскә керәм, иптәш Мехлис…

Мехлис. Һеҙҙең һәр һүҙегеҙ миңә -- алтын аҡыл, иптәш Сталин. Күләгәгеҙ булыуымдан сикһеҙ-сикһеҙ ғорурмын!

Сталин. Күләгәһен күләгәм дә ул, ләкин үҙ күләгәң ҡаплай башланы.

Мехлис. Иптәш Сталин, мин…

Сталин. Эйе, һин! Һыймай башланың күләгәмә! Кем ул һуғыш башланыр алдынан, ҡолағымды туҡтауһыҙ игәп йөрөп, Ҡыҙыл Армияның һәр ун генералынан – туғыҙын, һәр ун полковнигынан – һигеҙен расходҡа сығарттырҙы? Һуғыш барған бер йыл араһында миллион һалдатты ялан хөкөмөнә тарттырып, 157 меңен (төрөпкәһен үргә төртөп) – ун биш дивизиялы тулы армия! – кем соҡорға ауҙартты? Бына ниндәй бүләк бирҙең Гитлерға!

Мехлис. Әгәр шулай ҡылмаһаҡ, ҡул күтәреп сығып китерҙәр ине! Беҙгә атырҙар ине… Бигерәк тә нацмендар!


Сталин. Нацмен да совет кешеһе.

Мехлис. Разведка мәғлүмәттәре буйынса, ошо көндә әсиргә төшкән нацмендарҙан -- 90 батальон, үҙтеләклеләрҙән -- ҡалмыҡ атлы бригадаһы, недобиток аҡ генерал Красновтың Дон казактары корпусы теге яҡтан “Хайль Гитлер!” тип ҡысҡыра. Суртан үҙе үлһә лә, теше үлмәй…

Сталин (төтөнөн ҡуйы боролдатып). Был да башҡорт мәҡәлеме?

Мехлис. Егерменсе йылдың алыҫ шаңдауы... Нацмен, тигәндән, Польша кампанияһы иҫкә төштө, иптәш Сталин. Бөгөнгөләй хәтеремдә: кәпәс бәргесләп кенә Варшаваны алырға ынтылған Тухачевскийҙың авантюраһын һеҙ ҡырҡа фашланығыҙ. Уны тотанаҡларға тип ҡәһетләнгән Буденныйҙың атлы армияһын ебәрмәй тотоп ҡалдығыҙ. Әммә Башҡорт бригадаһының командиры Мортазин: “Беҙ – башҡорттар! Барабыҙ!” тип баш бирмәҫкә ҡарғығас, танауын ҡаната һуҡтығыҙ…

Сталин. Боҙоҡ ҡан.

Мехлис. Вот именно! Боҙоҡ ҡанды, бөтә державаға таралмаһын өсөн, ағыҙып ташлап ҡына ҡотолоп була. Ваҡытында етерлек сара күрмәнек…

Сталин. Сара… сара… Һаман етмәйме һиңә? Ҡан еҫе уҡшытмаймы?

Мехлис. Уҡшытмай, иптәш Сталин, сөнки һәр бер ынтылышым – держава файҙаһына. Борон-борондан сая табиптар булған, боҙоҡ ҡанлы пациентты “кровопущение” яһап дауалаған, уҡшымаған. Мин – табип. Һеҙҙең егәрле табип!

Стпалин. Да… отменный табип. Тик ниңәлер пациенттарың һуңғы ваҡытта Гитлер дауаханаһында сыуала…

Мехлис (тамағы ҡарлығып). Ғығ…

Сталин. Ниңә өнөң тығылды? Тыңла, отменный табип (ҡағыҙҙан уҡый): “…в немецкой армии имеется 90 батальонов, из них 26 туркестанских, 15 азербайджанских, 13… (бераҙ тынлыҡ) грузинских, 12 армянских, 9 северокавказских, 8 батальонов крымских татар, 7 батальонов волжских татар и других народов Поволжья и Урала. Рьяно воюет Калмыцкий кавалерийский корпус"… Вот! Һине генерал-полковник итеп күтәрҙек, Ҡыҙыл Армияның главный комиссары яһаныҡ, ә һин… ышанысты аҡламайһың.

Мехлис. Иосиф Виссарионович, ғәфү итегеҙ, был бит беҙҙең дөйөм етешһеҙлек… Бөйөк Сталин Конституцияһына, һәр милләт үҙбилдәләнешкә, хатта СССР составынан сығып китергә хоҡуҡлы, тип иҫ киткес һүҙҙәр яҙҙыҡ, эреле-ваҡлы барлыҡ нацмендарҙы тиңһеҙ бөйөк рус халҡы менән тиңләнек. Шул арҡала уғата аҙҙы боҙоҡ ҡан! – ҡыбырҙаған һәр нацмендың мейеһенә тулыһынса үҙаллылыҡ идеяһы бацилла булып кереп ултырҙы… (Аҙыраҡ тынлыҡ). Эх Иосиф Виссарионович, һеҙ бит ошо касафатты даһиҙарса алдан күреп, 1917 йылда уҡ “Правда” гәзитендә: “Развитие капитализма в его высших формах… с его централизующими тенденциями требуют не федеральной, а унитарной формы государственной жизни. Мы не можем не считаться с этой тенденцией, если не беремся, конечно, повернуть назад колесо истории. Но из этого следует, что неразумно добиваться для России федерации, самой жизнью обреченной на исчезновение”, -- тип яҙҙығыҙ.


Сталин (төрөпкәһенең көлөн өҫтәлдәге көлдөксәгә ҡағып, яңынан тәмәке төйгөсләп). “Алдан” тигәнегеҙ менән килешмәйем. Ленин минән күп тапҡырҙар элгәре, 1913 йылда уҡ, Шаумянға ебәргән хатында: “Мы -- за демократический централизм, безусловно. Мы против федерации... Мы в принципе против федерации -- она ослабляет экономическую связь, она негодный тип для одного государства”, -- тип ҡаты иҫкәрткәйне. Лениндың мин тоғро шәкерте генә.

Мехлис. Шулай була тороп та…

Сталин. Нимә? Әйтеп бөтөрөгөҙ!

Мехлис. Башҡорттоң һеҙ танауын ҡаната һуҡтығыҙ, ләкин, атайҙарса башынан һыйпап, автономия бирҙегеҙ…

Сталин. Сөнки беҙ, большевиктар, һынмаҫ булат ҡоросолай һығылмалылыҡҡа эйә. Шул компромисс арҡаһында Колчактың муйынын һындырҙыҡ, Юденичтың елкәһенә ҡундырҙыҡ. Федератив ҡоролошҡа барыуыбыҙ ваҡытлы сара ине. Икенсе йылында уҡ беҙ ул эренле шырауҙы тәнебеҙҙән һурып ала башланыҡ.

Мехлис. Тик боҙоҡ ҡан аҙаҡҡаса таҙартылмайынса ҡалды, башҡаларға таралды… Шуны Гитлер фашизмы кинәнеп файҙалана… Недобиток аҡ генерал Краснов бына нимә ти (ҡағыҙҙан уҡый): “Здравствуй, фюрер, в Великой Германии, а мы казаки на тихом Дону. Казаки! Помните, Вы не русские, вы казаки, самостоятельный народ. Русские враждебны Вам. Москва всегда была врагом казаков, давила их и эксплуатировала. Теперь настало время, когда мы, казаки, можем создать свою независимую от Москвы жизнь. Русских необходимо запереть в рамки старого Московского княжества, откуда началось продвижение московского империализма. Да поможет Господь немецкому оружию и Гитлеру!”.


Сталин (трубкаһын шырпы утынан тоҡандырып, йыш-йыш һурып). Бына быныһында, Мехлис, һин прав. Казактарҙы, ысынлап та, недобиток көйөнсә ҡалдырғанбыҙ.

Мехлис. Уларҙан тыш… Башҡорт дивизияһы… хәүефләндерә мине.

Сталин. Юҡҡа башың ҡатмаһын. Уның командиры итеп Шайморатовты ҡуйҙыҡ. Ышаныслы.

Мехлис. Ғәфү итегеҙ, Власов та ифрат ышаныслы ине… Шайморатов иһә уның Ҡытайҙағы однокашнигы.

Сталин. Шайморатов Ҡытайҙа Мао Цзедундың Ҡыҙыл Армияһын төҙөнө һәм уны көрәшкә әйҙәне. Беҙ уны Кремль полкының командиры итеп ҡуйҙыҡ. Шайморатов һуғыштың беренсе көндәрендә үк үҙе теләп фронтҡа китте, Мәскәү яны алыштарында генерал Доватор корпусында батырлыҡтар күрһәтеп орден алды.

Мехлис. Власов та орденлы батыр ине. Бөтә гәзиттәребеҙҙә “Мәскәүҙе ҡотҡарып ҡалыусы” тип данланыҡ. Ә хәҙер ҡайҙа йөрөй?

Сталин. Уныһы икенсе мәсьәлә. Шайморатов иптәшкә был ҡағылмай.

Мехлис. Шикләнәм. Ниңә генерал Доватор һәм полковниктары үлде лә, полковник Шайморатов иҫән ҡалды?

Сталин. Ну ты даешь, товарищ Мехлис! Алайһа ниңә Ҡырым кампанияһында генерал Козлов һәм башҡалар үлде, ә Мехлис имен ҡайтты? (Мехлистың теле тотлоға). Бына шулай, иптәш Мехлис. Етди ғәйепләрҙән элек ҡайҙа һинең төплө дәлил, ҡайҙа яланғас факттар?!

Мехлис. Воронеж фронтында шул Башҡорт дивизияһы гәзите минең мәҡәләләге “Сталинская стратегия” тигәнемде “Сталинская трагедия” тип ташҡа баҫып сығарҙы.

Сталин. Һе!

Мехлис. Гәзиттең баш редакторы, Ҡарнаев тигән әҙәм аҡтығы, мин штабҡа саҡыртҡас, үҙ-үҙенә ҡул һалды.

Сталин. Һе! Үлмәйенсә штабыңа килеп етһә, ни эшләтер инең икән?

Мехлис. Шунда уҡ атып йығыр инем негодяйҙы.

Сталин (тауышы йомшарып). Өфө гәзитенең әрпеш бер редакторы ла, “Сталинград” урынына “Сталин гад” тигән художество ебәреп, Үҙәк Комитетҡа килеп баш орҙо, тигәйнеләр.

Мехлис. Сәсрәттегеҙме башын?

Сталин. Иҫән сағыңда башыңды алып олаҡ, тип өгөтләп, күтенә тибергә ҡуштым.

Мехлис. Ә зерә. Мин булһам… үҙ ҡулым менән…

Сталин (баш сайҡап). Ну и ну!.. нисәүҙең башына еттең?

Мехлис. Һанаманым, иптәш Сталин. Барыһы ла халыҡ дошманы ине.

Сталин. Афарин! (Уйланып, Мехлис яурынына ҡулын һалып). Мин йыртмағанда ла – йыртҡысым, мин йоҡлағанда ла уяу күләгәм бит һин…

Мехлис. Уяуҙарҙан уяумын!

Сталин (төрөпкә менән төртөп). Күләгәмә боҫмай ғына әйт әле: Поскребышев биргән теге… ҡағыҙ ярпыһын ҡайҙа иттең?

Мехлис. Мин уны төтөнһөҙ яндырып көл яһаным, еҫе-ҡоҫо сыҡмаҫлыҡ итеп.

Сталин (күҙҙәрен аҡайтып). Ну?!

Мехлис. Грузия Фәндәр академияһы президентын төнгө татлы йоҡоһонан уятып, фамилияның бик боронғо грузин телендә аслан нимә аңлатҡанын йәһәт төпсөрләтеп алдым.

Сталин. Һәм?

Мехлис. Бик боронғо грузин телендә “джуга” – русса “сталь” икәне кире ҡаҡҡыһыҙ раҫланды. Йәғни сталь – Сталин…

Сталин. Дөп-дөрөҫ. (Төрөпкәһен ишек яғына төртөп). Барығыҙ. Көньяҡ-Көнбайыш фронтта ла ҡорос ҡатылығы һаҡлап, тере күләгәм булып, дүрт күҙ менән аңдығыҙ.

Мехлис. Тыңлайым. Һеҙҙең юлда йәнем фиҙа, Иосиф Виссарионович! (Китә).

Сталин (сыңғырҙаҡ төймәгә баҫып). Александр Николаевич, керһендәр, башларға ваҡыт.

Поскребышев (ишек ҡыҫығынан тасай түбәһе ялтырай). Тыңлайым.

 

Хәрбиҙәр төркөмө эркелә.

 

 







Date: 2015-07-23; view: 341; Нарушение авторских прав



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.019 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию