Полезное:
Как сделать разговор полезным и приятным
Как сделать объемную звезду своими руками
Как сделать то, что делать не хочется?
Как сделать погремушку
Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами
Как сделать идею коммерческой
Как сделать хорошую растяжку ног?
Как сделать наш разум здоровым?
Как сделать, чтобы люди обманывали меньше
Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили?
Как сделать лучше себе и другим людям
Как сделать свидание интересным?
Категории:
АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника
|
Беренсе сәхнә
Сталиндың эш бүлмәһе, стенала оло карта. Сталин, Поскребышев. Юлбашсының ихтыяры: һөйләшкәндә бер үк кешегә “һеҙ” тип тә, “һин” тип тә өндәшә ала.
Поскребышев (ҡыҙыл папка тотоп инә). Иптәш Сталин, ултырышҡа саҡыртылғандар килеп етте. Сталин (төрөпкәһенән төтөн боролдатып). Ни яңылыҡтар? Поскребышев. Береһе – үҙегеҙгә мәғлүм хыянатсы генерал-лейтенант Власовтың… Сталин (ҡырыҫ бүлдереп). Генерал-лейтенант Поскребышев… хәрби званиеғыҙ буйынса ул һеҙҙең коллегамы әле?.. Поскребышев (ҡаушап). Ҡх… ҡхым… Сталин. Әллә, тим (төрөпкәһен тегенең күкрәгенә төртөп), хыянатсылыҡ буйынса ла коллегалармы икән? Поскребышев. Иптәш Сталин, зинһар… мине яҡшы беләһегеҙ! Сталин. Беләм, беләм, тыныслан. Поскребышев. Шул Власовтың штабында әтмәләнеп, дошман матбуғатында баҫып таратырға тәғәйенләнгән бысраҡ опус. “Ни өсөн мин большевизм менән көрәш юлына баҫтым?” тип атала. Судоплатов каналынан. Сталин. Һе! Икенсеһе? Поскребышев (ныҡ уңайһыҙланып). Икенсеһен, иптәш Сталин, әйтергә телем бармай, шәхсән һеҙгә ҡағылышлы… Власов Ҡытайҙа сағында беҙҙең эшкә ылыктырған Чан Кайши ҡатыны Сун Мейлиндан. Сталин. Сун Мейлинға ышанырға ярай. Эш ниҙә? Поскребышев. Мин партияның Өфө губкомында эшләгәндә шундағы башҡорттарҙың бер ғәҙәте бар ине: бер-береһенең ырыуын, ата-бабаһын төпсөнөп, үҙҙәре әйтмешләй, энәһенән ебенәсә тикшерәләр. Икенсе фронт астыртыуҙы тиҙләтергә өгөт-нәсихәтсе итеп Нью-Йоркка ебәрелгән Михоэльс та хәс шулар кеүек… Сталин. СССР Антифашист комитеты рәйесе Михоэльсме? Поскребышев. Тап үҙе. Йыуан ҡорһаҡтар араһында ауыҙына ни килһә шуны лығырҙаған… Сталин. Ҡыҫҡараҡ! Поскребышев. Йыйын йәһүд банкирҙар клубында, СССР-ға ярҙамдарын арттырырға кәрәклеген дәлилләп, имеш, Иосиф Виссарионовичтың үҙенең дә, атаһының да исемдәре йәһүдсә, сөнки ул үҙебеҙҙең йәһүд, Джугашвили тигән ата-баба фамилияһындағы “джуга” ла – боронғо грузин телендә “йәһүд”, ә “швили” – “улы” тигән һүҙ, тип сафсата һатҡан… Сталин (төрөпкәһенән ярһыулы һура-һура, тура өргән төтөнөнән ярҙамсыһын сәсәтеп). Ҡасан килде был ғәйбәт? Поскребышев. Бынан бер аҙна элек. Сталин. Ниңә тотҡарланың? Тағы кемгә һайраның?! Поскребышев. Тартындым… үҙегеҙҙең ышаныслығыҙ Мехлисҡа ғына… Сталин. Ахмаҡбаш! (Поскребышевты, елкәһенән бөрөп алып, танауын өҫтәлгә төйә). Бына һиңә, бына һиңә! Итексе малайы! Поскребышев (танауы ҡанаған килеш ҡалҡынып шыңшый). Итексе малайынан ишетәм, иптәш Сталин! Сталин. Һе! Бәхетең, икебеҙ тиң итексе малайы икән шул. (Салфетка ҡағыҙы ырғыта). Һөрт танауыңды! Поскребышев (иламһырап). Мин бит һеҙҙең өсөн… иптәш Сталин… Сталин. Ғәфү ит, Александр Николаевич. Ҡалдыр папканы. Поскребышев. Рәхмәт, рәхмәт, Иосиф Виссарионович! Сталин. Мехлис инһен. Поскребышев. Тыңлайым (китә).
Date: 2015-07-23; view: 371; Нарушение авторских прав |