Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






БОЛАН БАЛАҺЫ





Драма 3 шаршауҙа

Авторҙан. Үткән быуаттың етмешенсе йылдарында “Аҡтирәк – Күктирәк”, “Сөйөмбикә-һылыу”, “Ил Инәһе”, “Болан балаһы”, “Арҡайым”, “Башҡорттар” тигән пьесаларымды ижад итергә ниәтләндем. Тәүге икеһе яҙылып та, бер ҡайҙа ла үтмәгәс, ҡалғандары йә уйланылғын, йә башланған да ташланған хәлендә йөрәгемдә төйөрләнеп йөрөгәйне, һикһән йәшем тулыр көндәрҙә ошоноһон осларға насип булды. Сәхнәгә менмәһә лә, әҙәби әҫәр кимәлендә ҡыҙыҡһыныу уятыр, тип уйлайым.

 

Ҡатнашалар:

1. Муллахмәт Ҡолахмәт улы Ҡоләхмәтов – танылмаған өҙип, һуғыш ветераны.

2. Гүзәлиә -- Муллахмәттең ҡатыны.

3. Байрас,

4. Наҙлиә -- уларҙың улы менән ҡыҙы, үҫмерҙәр.

5. Вилким Иваныч Киреев – танылған әҙип, партия эшмәкәре, һуғыш ветераны, Муллахмәттең ҡорҙаш уткүршеһе.

6. Тамара – Вилкимдың ҡатыны.

7. Ивис,

8. Вилор – уларҙың улы менән ҡыҙы, үҫмерҙәр.

9. Ганна Михайловна – украин милләтле һуғыш ветераны, элекке военврач.

10. Стреляев – һуғышта махсус бүлек “смерш” (“смерть шпионам”) капитаны.

11. Степан Бондаренко – һуғышта һалдат шағир, Муллахмәттең хеҙмәттәше.

12. Шәфҡәт туташы.

13. Хәрби корреспондент.

14. Егерь.

15. Милиционер.

16. Алкаш Ғәләүи.

17. Санитар.

18. Типтереүсе йәш-үҫмерҙәр төркөмө.

Ваҡиғалар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫән, эшсән осорҙа бара. Шаршау асылыр алдынан залға тылсымлы ҡурай моңо – “Илсе Ғайса” көйө ағыла.

 

 

БЕРЕНСЕ ШАРШАУ

Муллахмәттең ҡышҡы урманға терәлгән дүрт сутыйлыҡ ябай ғына “дача”һы: мүкләнгән шифер ҡыйыҡлы иҫке бүрәнә өй, толь ябыулы лепәшкән мунса, ағас рәшәткә (штакетник) менән кәртәләнгән артҡы планда артҡапҡа, суҡайған таҡта бәҙрәф. Уң яҡтағы Вилким-уткүршеләрҙең урман майҙанын өңөп алған оло ихатаһы ҡара тимер рәшәткәле ҡойма менән уратылған, мунса янында күршеләргә инеп-сығып йөрөмәле ишек бар. Ҡойма аша ялтыр ҡалай түбәле мөһәбәт йорт, зиннәтле мунса, семәрле беседка һ.б. йыһазлы ҡоролмалар күренә.

Гүзәлиә (мунсанан атлығып сыға). Сәсрәп китмәгере малай, элеп ҡуйған миндектәремде тәләфләп бөтөргән бит – мунса яҡһам нишләрмен, йәнә Алкаш Ғәләүигә ялбараһы ҡала инде. Иҫерек баш, тиһәң дә, иҫе дөрөҫ кәнәлйәнең – һәр бәйләме өсөн ат хаҡы һорай, нисек итеп аҡса еткермәк кәрәк! Ир тигәнең (уткүрше яҡҡа ымлап) анауыныҡы һымаҡ көрәп алғыс булһасы!

 

Date: 2015-07-23; view: 488; Нарушение авторских прав; Помощь в написании работы --> СЮДА...



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.005 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию