Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Алтынсы сәхнә





 

Рейдҡа инер алдынан Белосклеватый – Лысый утарҙары араһындағы фронт һыҙығы, Башҡорт дивизияһы штабы. Дивизия командиры, өҫтөл артында ултырып, картаға билдәләр һала.

Шайморатов, Ҡадиров, Фондеранцев, Хәбиров, Миңлеғолов, Ғайсаров.

 

Ҡадиров (керә, шыҡайып, хәрбиҙәрсә тәбрикләй, Шайморатов өҫтәл артынан сығып сәләмде ала). Иптәш полковник, дивизия штабының парткомиссия рәйесе, дивизия политбүлек башлығы урынбаҫары капитан Ҡадиров – бойороуығыҙ буйынса килеп еттем.

Шайморатов. Вольно. Беләһегеҙ, алда – ифрат яуаплы бурыс, дошман тылына тәрән рейдҡа керәбеҙ. Һәр беребеҙ икеләтә, өсләтә ауыр йөк күтәрәсәк, ә һеҙгә -- бигерәк тә. Сөнки батальон комиссары Нәзиров дивизияға өҫтәлмә көстәр юлларға ҡайтып китте, генерал Мехлис тарафынан беҙгә ебәрелгән политбүлек башлығы майор Тац ҡаш менән күҙ араһында һыуға батҡан балталай ғәйеп булды. Так что, Ҡадиров, һеҙгә шул вазифаларҙың йәмғеһен бер юлы йөкмәргә тура килә. (Усы менән тегенең яурын башына шапылдатып). Ничего, иң баштарығыҙ ҡаты, күтәрерһегеҙ.

Ҡадиров. Үтәйем, иптәш полковник.

Шайморатов. Ултырығыҙ. (Ултырышалар). Дивизияның рухи-сәйәси хәле?

Ҡадиров. Как положено – саҡма саҡһаң ут сығырға тора, иптәш полковник. Һәр береһе ҡылыс ҡайрай, көбәк таҙарта, өйҙәренә хат яҙа. Ҡурай моңо һыҙҙыртып та ебәрәләр.

Шайморатов. Ҡурайҙы ҡайҙан алдығыҙ? Һәм ниндәй моң һуҙалар?

Ҡадиров. Красный Яр янындағы аэродромдың көлөн күккә осорғас, фашист самолеттарының ифрат файҙаһы тейҙе – алюмин көпшәләренән ҡурай яһап, “Урал” көйөн тартабыҙ.

Шайморатов. “Урал”!.. (Баянын үрелеп алып, шул көйҙө яңғырата ла гармунды кире ҡуя, “Уйыл”ды йырлай). Ҡурайсылар ҡурай, ай, уйнамай/Башҡорт ҡурайҙары булмаһа… Их, үҙебеҙҙең ҡурайҡайға етмәй шул… Кеме иң шәп ҡурайсы?

Ҡадиров. Капитан Миңлеғоловтың разведка взводы командиры лейтенант Мирза Ғайсаров… Йәнсура районы егете. Иң шәп ҡурай ҙа үҫәргәндәр ерендә -- Йәнсура менән Хәйбуллала үҫә бит.

Шайморатов. Нәзировҡа хат яҙығыҙ: бер ҡосаҡ ҡурай алып ҡайтһын.

Ҡадиров. Үҙе лә яҡшы белә ул быны, иптәш полковник. Хәйбулла башҡорто бит.

Шайморатов. Ә шулай ҙа һуғышсылар зарланамы, нимә тип?

Ҡадиров. Уныһын йәшермәйем: Олатай беләме икән, боеприпас шомотор, карабин һәм автоматҡа берәр комплект ҡына патрон, шуның менән керәбеҙме инде һуғышҡа, тиҙәр…

Шайморатов. Тороп ҡалған дивизия обоздары килеп етергә тейеш. Етмәһә, фашистарҙан тартып алып үҙҙәренә атырбыҙ – шулай тип тынысландыр.

Ҡадиров. Тыңлайым. (Тороп). Китергә рөхсәтме?

Шайморатов. Барығыҙ. (Картаға эйелә).

 

Фондеранцев инә, аяғөҫтө тороп һөйләшәләр.


 

Фондераранцев (хәрбиҙәрсә тәбрикләп). Иптәш полковник…

Шайморатов. Ҡыҫҡаса, подполковник, ҡыҫҡаса!

Фондеранцев. Сталинград, Тацински алыштарынан һуң, үҙегеҙ беләһегеҙ, дивизия составы утыҙ процентҡа ҡалды. Һеҙҙең приказ буйынса, Захаров һәм Иҙрисов полктарының ҡалдыҡтары минең полкка уҡмаштырылып, йыйылма полк төҙөлдө һәм ул тулы дивизия исеменән хәрби бурыс үтәргә әҙер. Әммә күңелде ҡыра: ниңә фронт беҙҙе үҙенең үгәй балаһы итеп ҡарай? Күрше ике дивизия йөҙ процентҡа еткереп тулыландырылды, ә беҙҙең өлөшкә -- ноль бөтөн ноль.

Шайморатов. Георгий Ефимович, икебеҙ тиң атылған ҡарт бүреләр, быны аңларға тейеш. Башҡа һорауҙарығыҙ бармы?

Фондеранцев. Юҡ. Аңлашыла.

Шайморатов. Алдағы бурыс һеҙгә мәғлүм. Ошо мәлдә уң флангыла беренсе армия частәре ҡаты бәрелешә -- фашист фронтынан беҙҙең өсөн ярыҡ асырға тейеш. Әҙерлекте көсәйтергә!

Фондеранцев. Тыңлайым. (Китә).

 

Миңлеғолов менән Ғайсаров инә, хәрбиҙәрсә тәбрикләйҙәр.

 

Миңлеғолов. Дивизияның разведка башлығы капитан Миңлеғолов.

Ғайсаров. Разведка взводы командиры лейтенәнт Ғайсаров.

Шайморатов. Әһә, лейтенант Ғайсаров… беләм, беләм… Иптәш капитан, фашист позицияларын һәрмәп ҡаранығыҙмы?

Миңлеғолов. Ҡараныҡ, иптәш полковник, фриц себен үткеһеҙ кәртәләгән.

Шайморатов. Лейтенант?

Миңлеғолов (лейтенантҡа). Рөхсәт, һөйләп бир.

Ғайсаров. Ғәфү итегеҙ, иптәш полковник, фриц та әҙәм балаһы, уның да себен үткеһеҙ тигән кәртәләрендә, әҙәм балаһы ғына түгел, ат үтмәле ярыҡтар бар, бына (ҡағыҙ сығарып бирә), һыҙғалаштырып килтерҙем.

Шайморатов (ҡағыҙҙы күҙҙән кисереп). Яҡшы. Юлығыҙҙа булығыҙ. (Тегеләр сыға, корпус командующийы Борисов, уны оҙатыусы Ҡадиров керә).

Шайморатов (хәрбиҙәрсә тәбрикләп). Иптәш генерал-майор…

Борисов (ҡул һелтәп). Кәрәкмәй, Минигалей Миназович. Как дела?


Шайморатов. Беҙ әҙер, Михаил Дмитриевич.

Борисов. Шикләнмәйем. Башҡорт дивизияһы, һәр саҡтағылай, корпус башында головной булып керә.

Шайморатов. “Ҡапҡа” асылдымы?

Борисов. Үкенескә ҡаршы, беренсе армия частәре ҡапыл бынан алынып, Ворошиловград эргәһенә ташланды. Буденный ул “ҡапҡа”ны үҙебеҙгә асырға ҡуша. Шул приказ буйынса, ике дивизия һөжүмгә күсте, ләкин, дошман ҡаршылығын һындыра алмай, кире сигенергә мәжбүр. Приказываю вам немедленно поднять дивизию и проравать вражеский фронт! Бөтә корпус һеҙгә эйәреп керә, мин үҙем – һеҙҙең менән!

Шайморатов. Тыңлайым иптәш командующий. (Борисов китә).

Ҡадиров. Әллә яҙмыш, әллә яңылыш, тигәндәй, был юлы ла гел алдан, головная булып барабыҙ…

Шайморатов. Тимәк, ышаныслы. Беҙ – башҡорттар! По коням!

 

Оран тышта шаңдаулана: “По ко-о-ням!”

 

 







Date: 2015-07-23; view: 393; Нарушение авторских прав



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.011 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию