Полезное:
Как сделать разговор полезным и приятным
Как сделать объемную звезду своими руками
Как сделать то, что делать не хочется?
Как сделать погремушку
Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами
Как сделать идею коммерческой
Как сделать хорошую растяжку ног?
Как сделать наш разум здоровым?
Как сделать, чтобы люди обманывали меньше
Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили?
Как сделать лучше себе и другим людям
Как сделать свидание интересным?
Категории:
АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника
|
Сөнсө сәхнә
Сталин, Берия, Василевский, Буденный, Ватутин, Лелюшенко.
Сталин. Һаумыһығыҙ, рәхим итеп урынлашығыҙ. Инеүселәр. Һаумыһығыҙ, иптәш Сталин (оҙон өҫтәл тирәләй ултырышалар). Сталин. Үҙегеҙгә мәғлүм булыуынса, Сталинградтан һуң ғәскәрҙәребеҙ, көнбайышҡа табан һөжүмде көсәйтеп, бер туҡтауһыҙ алға ынтылды, туғандаш Украина сиктәренә барып еттек. Инде Донбасс тәңгәлендә удар яһап, Украинаны азат итеү, СССР-ҙың әүәлге дәүләт сиктәренә сығыу бурысы тора. Юғары командование Ставкаһы ошо 1943 йылдың 20 ғинуарында “Скачок” тигән шартлы исемдәге һөжүм операцияһы планын раҫланы. Быны бойомға ашырыу Көньяҡ-Көнбайыш фронтҡа ышанып тапшырыла. Иптәш Василевский, ҡыҫҡаса аңлатығыҙ. Василевский (күрһәткес таяҡ тотоп, карта алдына баҫа). Ҡыҫҡаса алғанда, бурыс һәм уның үтәлеше ошондай: Көньяҡ-Көнбайыш фронт армиялары (командующий иптәш Ватутин), Покровск, Старобельск, Краматорск, Артемовск ҡалалары һуҙымындағы линияла дошманға емергес удар яһап, Сталино, Волноваха, Мариуполь йүнәлешендә туҡтауһыҙ дөрөргә; бер үк ваҡытта Каменскиҙан көньяҡ-көнбайыштараҡ Сталино йүнәлешендә көслө һөжүмгә күсергә, дошмандың Донбаста һәм Ростов янында өйөрләнгән тулайым төркөмөн, көнбайышҡа сигенеү юлын киҫеп, уратып алып юҡ итергә тейеш. Операцияның етенсе көнөндә Мариуполде алырға һәм һөҙөмтәлә Запорожье -- Днепропетровск районындағы Днепр кисеүҙәрен ҡулға төшөрөргә. Сталин. Бурыс аңлашыла. Лениндың “бөгөн башлаһаҡ – иртә, ә иртәгә һуң буласаҡ” тигән ҡанатлы һүҙҙәрен иҫтә тотоп, тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға! Берия. Сталинградта томшоғо ҡанап иҫәнгерәгән дошман иҫ йыймаҫы элек. Сталин. Иптәш Ватутин, фекерегеҙ? Фронт шуға әҙерме? Ватутин. Иптәш Сталин, был һорауға бер генә яуап булырға мөмкин: һеҙҙең әмер буйынса беҙ ут һәм һыу кисергә әҙер. Тик шуныһы, һөжүмде тәғәйен ҡасан, ҡайһы сәғәттә башлау мәсьәләһе… Сталин. Уныһы үҙ ваҡытында иҫкәртелер. Көстәр нисбәте ниндәй? Ватутин. Дошман яҡтыҡы үҙегеҙгә билдәле – Донбастан ҡолаҡ ҡаҡмаҫ өсөн оло йоҙроҡ йомарлаған. Беҙҙең яҡта: 6-сы, 1-се гвардия, 3-сө гвардия армиялары; 5-се танкылар армияһы, 17-се һауа армияһы. Быларҙан тыш, дүрт танкылар корпусынан, ике айырым танкылар бригадаһынан һәм өс уҡсы дивизиянан хасил хәрәкәтсән төркөм. Йәғни йәмғеһе 29 уҡсы дивизия; йәнә ике уҡсы, бер саңғысы-уҡсы һәм өс танкылар бригадаһы; туғыҙ танкылар, бер механикалаштырылған һәм бер кавалерия корпустары һәм бер танкылар полкы. Берия. Оһо, иптәш Ватутиндың йоҙроғо ла йомшаҡ түгел! Ватутин. Ләкин, әле генә әйткәнемсә, ваҡыт факторы… Сталинградтан һуң ылдарыбыҙ 400 километр артта тороп ҡалды, шәхси состав, аҙыҡ-түлек, заманса техника, ҡорал һәм боеприпас йәһәтенән үтә ҡытлыҡ кисерәбеҙ. Уҡсы дивизияларҙың шәхси составы – 60-70%-ҡа, атлы корпустыҡы хатта 30-40%-ҡа ҡалған. Һөжүмгә күсерҙән элек шуларҙы тулыландырыу мотлаҡ. Сталин. Василевский иптәш, быныһы һеҙгә ҡағыла: тулыландырыу күпмегә һуҙыласаҡ? Василевский. Билдәләнгән срокка өлгөрәсәкбеҙ, иптәш Сталин. Берия. Так что, Ватутин иптәш, тимерҙе ҡыҙыуында һуҡ! Сталин. 3-сө гвардия армияһы командующийын тыңлайыҡ. Лелюшенко иптәш теләһә ниндәй шарттарҙа ла алға бара, “Гел Алға” тигән хөрмәтле ләҡәп тә алды, буғай. Лелюшенко. Иптәш Сталин, бер нәмәгә лә ҡарамай, һеҙ һыҙған еңеүле юлдан Донбасты ла алырбыҙ, Днепрҙы ла кисербеҙ – беҙҙең көс тә, дәрт-дарман да етерлек. Минең гвардиясылар һынатмаҫ. Сталин. Беренсе бурыс – Донбастың алтын асҡысы Ворошиловградты алыу. Семен Михайлович, 1919 йылда һеҙҙең Атлы армия аҡтар тылына тәрән рейд яһап Дебальцевола тимер юлдарын киҫкәс, Луганск усыбыҙға бешкән татлы алмалай өҙөлөп төшкәйне. Генерал Лелюшенко армияһы составындағы 8-се атлы корпус һеҙҙең данлы рейдты ҡабатлай ала. Нисек уйлайһығыҙ? Буденный. Һм… Бер үк йылғаға ике тапҡыр кереп булмай бит, Иосиф Виссарионович. Сталин. Ә беҙ, большевиктар, кәрәк саҡта өс тапҡыр ҙа керәбеҙ. Кемдән-кемдән, ә Кавалерия командующийынан көтмәгәйнем бындай һүҙҙе. Берия. Буденный иптәштән барыһын көтөргә була. (Ҡағыҙ сығарып). Бына уның фронттарға ебәргән бер приказы: “Не допускать использование кавалерийских корпусов для самостоятельного прорыва укрепленных рубежей и захвата населенных пунктов”… Быны нисек аңларға? Буденный. Быны ошолай аңларға: хәҙер 1919 йыл түгел, атлыларҙы ерҙән дә, күктән дә себен урынына ҡырып һалалар. Егерме ике корпустан һигеҙе генә ҡалды, улары ла ярым-ярты. Зенит пушкалары юҡ, авиация ярҙамға килмәй. Воронеж, Сталинград янында данланған Башҡорт атлы дивизияһы Дон далаларында бомбалар аҫтында ҡалып, бер көн эсендә мең баш атын, меңгә яҡын кешеһен юғалтты, ошо көндә тейешле алты мең урынына мең һигеҙ йөҙ генә ҡылыс иҫәптә. Корпустың башҡа дивизияларында ла шул уҡ хәл. Декрет буйынса корпусҡа зенит артдивизионы, 128 танк, 44 бронемашина, хатта гвардия минометтары (“катюша”лар) беркетелергә тейеш, ләкин үтәлмәй… Ватутин. Семен Михайлович, барыһын да күҙ уңында тотабыҙ, генерал Лелюшенкоға күрһәтмә бирелгән. Лелюшенко. Армияға беркетелгән 8-се атлы корпус үҙ бурысын намыҫлы үтәп сығыр. Сталин. Һорауҙар юҡмы? Мәсьәлә сиселде, таралышырға мөмкин… иптәш Бериянан башҡалары (икеһе генә ҡала).
Дүртенсе сәхнә
Сталин, Берия.
Сталин. Лаврентий, нимә был? (Ҡыҙыл папканан алып өҫтәлгә ҡағыҙ ырғыта). Берия (ҡулына алмай ғына күҙ йүгертеп). Андрей Андреевич Власовтың писулькаһы. Сталин. Писулька?! (Ҡағыҙҙан ҡысҡырып уҡый). “Я видел, что растаптывается все русское, что на руководящие посты в Красной Армии выдвигались подхалимы, люди, которым не были дороги интересы русского народа. СИСТЕМА КОМИССАРОВ РАЗЛАГАЛА КРАСНУЮ АРМИЮ. БЕЗОТВЕТСТВЕННОСТЬ, СЛЕЖКА, ШПИОНАЖ ДЕЛАЛИ КОМАНДИРА ИГРУШКОЙ В РУКАХ ПАРТИЙНЫХ ЧИНОВНИКОВ В ГРАЖДАНСКОМ КОСТЮМЕ ИЛИ В ВОЕННОЙ ФОРМЕ … Нерешительное, РАЗВРАЩЕННОЕ КОМИССАРСКИМ КОНТРОЛЕМ и растерявшееся Управление фронтом привело Красную армию к ряду тяжелых поражений”… Ошомо “писулька”? (Ҡағыҙҙы кире ырғыта). Берия. Иосиф Виссарионович… Сталин. Тилебәрән ашағанмы был Власов?! Ошо буламы стратегик разведчик?! Бөтә эштәребеҙҙең бәҫен ебәрҙе! Берия. Иосиф Виссарионович, Ҡыҙыл Армияға ҡағылышлы билдәле хаталарыбыҙ тураһында Геббельс белгәнде генә әтмәләй бит ул. Ләкин Андрей Андреевич тәмле пилюлягә ҡушып үҙенекен йотторта, тыңлағыҙ (ҡағыҙҙы алып уҡый): “В последние месяцы СТАЛИН, ВИДЯ, что РУССКИЙ НАРОД НЕ ЖЕЛАЕТ БОРОТЬСЯ ЗА ЧУЖДЫЕ ЕМУ ИНТЕРНАЦИОНАЛЬНЫЕ ЗАДАЧИ большевизма, ВНЕШНЕ ИЗМЕНИЛ ПОЛИТИКУ В ОТНОШЕНИИ РУССКИХ. ОН УНИЧТОЖИЛ ИНСТИТУТ КОМИССАРОВ, ОН ПОПЫТАЛСЯ ЗАКЛЮЧИТЬ СОЮЗ С ПРОДАЖНЫМИ РУКОВОДИТЕЛЯМИ ПРЕСЛЕДОВАВШЕЙСЯ ПРЕЖДЕ ЦЕРКВИ, ОН ПЫТАЕТСЯ ВОССТАНОВИТЬ ТРАДИЦИИ СТАРОЙ АРМИИ. Чтобы заставить Русский народ проливать кровь за чужие интересы, СТАЛИН ВСПОМИНАЕТ ВЕЛИКИЕ ИМЕНА АЛЕКСАНДРА НЕВСКОГО, КУТУЗОВА, СУВОРОВА, МИНИНА И ПОЖАРСКОГО. Он хочет уверить, что борется за Родину, за Отечество, за Россию”. Текстың төп йөкмәткеһенә иғтибар итәйек! Был текста Геббельстың елгә осор кәбәктәре араһына беҙҙең тос бөртөктәр төрөлгән, улар күҙгә бәрелә! Йәғни барлыҡ хаталарыбыҙҙың иптәш Сталин тарафынан тиҙ үк төҙәтелеүен, иптәш Сталин арымай-талмай Тыуған ил өсөн, Рәсәй өсөн, совет Ватаны өсөн дәһшәтле алыштың башында тороуын гитлерсылар ҡоллоғона дусар ҡылынған ябай халыҡҡа, эзоп теле менән генә булһа ла, йәненә үткәҙеп аңлата. Һәм иғтибар итегеҙ: Гитлер фашизмын яҡлау тураһында ярты ауыҙ һүҙ ҙә юҡ, Германия халҡы менән берләшергә саҡыра, ә был иһә һеҙҙең бөтә донъяға аһәңле яңғыраған: “Гитлерҙар килә лә китә, ә герман халҡы, Германия ҡала!” – тигән ҡанатлы һүҙҙәрҙе ҡабатлау түгелме ни? Тик икебеҙ генә белгән стратегик резидентыбыҙ Власов унда, фашизмдың ояһында, һеҙ үҙегеҙ билдәләгән төп маҡсатҡа өлгәшһә, фельдмаршал фон Бок беҙгә ҡаршы йүнәлтергә тырышып төҙөй башлаған, “Рус Азатлыҡ Армияһы” тип аталған батальондар һәм дивизиялар, Иосиф Виссарионович, һеҙҙең зирәк контроль аҫтында буласаҡ! Сталин. Власов үҙе контрольдән сыҡмағайы! (Ҡағыҙҙы алып ҡысҡырып уҡый). “Ни Сталин, ни большевизм не борются за Россию. Только в рядах антибольшевистского движения создается действительно наша Родина. Дело русских, их долг – борьба против Сталина, за мир, за новую Россию”. Лаврентий, былары ла иптәш Сталиндың ҡанатлы һүҙҙәреме?! Берия. Гитлерҙың кәшкәй танауына әфйүн төтөнө ебәреү был, иптәш Сталин, тап үҙегеҙ ҡушҡанса… Буржуаз Ҡытайҙың Гоминдан лидеры Чан Кайшиҙы, уның ҡатыны Сун Мейлинды ла Власовтың ошондай уҡ әфйүне тылсымланы, ҡытай халҡын япондарға ҡаршы көрәшкә күтәрҙе. Андрей Андреевич Чан Кайшиҙың үҙ ҡулынан “Алтын Аждаһа” орденын тағып ҡайтты. Һеҙҙең үҙегеҙҙең ҡулдан Ленин орденын алды. Һеҙ үҙегеҙ теләп уны фронт аша көнбайышҡа ебәрҙегеҙ, теләгән бер ысул менән Гитлерҙың йылы ҡуйынына йылан булып үрмәләргә ҡуштығыҙ, Отечество файҙаһына сикләнмәгән пропаганда хоҡуғы бирҙегеҙ… Сталин. Лаврентий, көдәлек эштә күңелеңдең ҡорғаҡһыуы күренә. Әммә стратегик разведка тормошонда ла шиғриәткә урын барлығын оноторға ярамай. Берия (ҡаушабыраҡ). Мәҫәлән, иптәш Сталин? Сталин. Владимир Маяковскийҙы беләһеңме, мәҫәлән? Берия. А как же! “Владимир Маяковский – был и остается великим поэтом советской эпохи”, -- был һеҙең ҡанатлы алтын һүҙҙәр, иптәш Сталин. Сталин (Маяковский поэмаһынан өҙөк). “Мы говорим – Ленин, подразумеваем, – партия,/мы говорим – партия, подразумеваем – Ленин”. Дөрөҫмө? Берия. Дөп-дөрөҫ! Әммә бөгөн ул яңыса яңғырарға тейештер: “Мы говорим – Сталин, подразумеваем, – Отечество,/мы говорим – Отечество, подразумеваем – Сталин”. Сталин. Похвально! Сталин һәм Отечество – айырылғыһыҙ бер үк төшөнсә икәнлеген Берлиндағы стратегик резидентың да танауындағы киртек кеүек яҡшы белергә тейеш, Лаврентий! (Төрөпкәһенән бер быуа төтөн борлатып алғас). Михоэльс мәсьәләһен яҡшылап уйлап ҡара. Беҙ уға театр булдырҙыҡ, Советтар Союзының халыҡ артисы исемен бирҙек, ә ул һаман сионизм тирмәненә һыу ҡоя. Берия. Был мәсьәлә күҙ уңынан ысҡынмай, Иосиф Виссарионович. Хәҙергә йөрөп торһон, антифашист комитетын арыу гына етәкләй. Һуғыш бөткәс тә… Сталин. Әммә ҡайһы бер мәсьәләләрҙә һуғыш бөтөүен көтөргә һис ярамай. Ниңә Кавказ, Ҡырым, Волга буйы нацмендары Гитлер лагерында ҡотороноп болғана? Берия. Ундай халыҡтарҙы, территориялары азат ителгәс тә үк, Себергә, йәки башҡа урындарға тулайым һөрөргә тәҡдим итәм. Сталин. Ҡарарбыҙ. Башҡорт дивизияһына айырым иғтибар кәрәк… хәстәрләгеҙ. Берия. Хәстәрләйбеҙ, иптәш Сталин. Хәрби Совет ағзаһы Мехлис менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Сығырға мөмкинме? Сталин. Туҡтағыҙ. Иптәш Мехлис Грузия Фәндәр академияһының архиважный ҡаҙанышы тураһында хәбәр итте, ә һин шуны белмәйһең. Берия. Беләм, иптәш Сталин, тура Һеҙгә ҡағылышлы. “Джуга” мәсьәләһе. Сталин. Яңылышаһың, Лаврентий, бөтә совет халҡына, бөйөк ленинсы идеологиябыҙға туранан-тура ҡағылышлы! Берия. Эйе, архиважный мәсьәлә, дөп-дөрөҫ сиселешле. Сталин (уйланып). Шул дөп-дөрөҫ сиселеште тәьмин иткән аҡыл эйәһе академикка Ленин ордены бирербеҙ, ә һин уның… (төрөпкәһен быҫҡытҡылап алғас) Хоҙай Тәғәлә ожмахына күсеүен тәьмин итерһең. Берия. Аңлашылды, иптәш Сталин.
Date: 2015-07-23; view: 365; Нарушение авторских прав |