Полезное:
Как сделать разговор полезным и приятным
Как сделать объемную звезду своими руками
Как сделать то, что делать не хочется?
Как сделать погремушку
Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами
Как сделать идею коммерческой
Как сделать хорошую растяжку ног?
Как сделать наш разум здоровым?
Как сделать, чтобы люди обманывали меньше
Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили?
Как сделать лучше себе и другим людям
Как сделать свидание интересным?
Категории:
АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника
|
Етенсе сәхнә
Фронт штабы. Сталин, Ватутин, Буденный, Мехлис, Лелюшенко. Тәүҙә -- Ватутин ғына, уның телефондан Кремлдәге Сталин менән һөйләшеүе барьер аша күрһәтелә.
Ватутин. Тыңлайым, иптәш Сталин, фронт командующийы Ватутин телефонда. Сталин. Һеҙ, Ватутин иптәш, штабта йәбешеп ултырып, әүҙемлекте юяһығыҙ түгелме? Мехлис үҙе фронтты йөрөп сыҡҡан, “Скачок” һеҙҙә “Сморчок” хәлендә икән. Ворошиловград тупһаһында ыштан төбөнә ебәреп сүкәйгәнһегеҙ, атлы корпус дошман тылына кермәгән – маршал Буденный нимә ҡарай? Ватутин. Атлы корпус дошман тылына ярып керә башланы, маршал Буденный шәхсән үҙе шул ерҙә, иптәш Сталин. Сталин. Ниңә Ворошиловградты штурмлап алмайһығыҙ? Ватутин. Унда ҡанлы һуғыш бара… Сталин. Һеҙ нимә, ҡандан ҡурҡаһығыҙмы? Ватутин. Манштейнға өҫтәлмә көс – СС “Рейх” танкылар дивизияһы килтерелгән, беҙҙә танкылар етешмәй. Сталин. Боецтарығыҙ ҡулында гранаталар, яндырығыс шешәләр бармы? Әллә һеҙгә өйрәтергә кәрәкме? Ватутин. Ворошиловград алыныр, иптәш Сталин. Сталин. Фронттың теге ҡанатында Поповтың танкылар армияһы ниңә йоҡлай? Ватутин. СС “Адольф Гитлер” танкылар армияһына ҡаршы Поповтың йөҙ ҡырҡ танкыһы ғына ҡалды, улары ла тырым-тыраҡай, яғыулыҡтары етешмәй. Туплап алырға ваҡыт һорай. Сталин. Ниндәй ваҡыт?! Адольф Гитлерҙың күләгәһе ҡотоғоҙҙо осорҙомо? Немедленно һөжүмгә! (Трубканы ташлап юғала). Ватутин. Тыңлайым, иптәш Сталин. (Үҙалдына). Ах Мехлис, Мехлис… Попов армияһын үлем ҡосағына тапшырыу…
Лелюшенко керә.
Ватутин. Иптәш Сталиндың “Гел Алға” тип маҡтаған, һә тигәнсе Ворошиловградты алырға ебәргән батыр генералымы һеҙ? Ниңә һаман бер урында тапанаһығыҙ? Лелюшенко. Боеприпас бөттө, иптәш командующий. Ә фашистар өҙлөкһөҙ ут яуҙыра, баш ҡалҡытырға бирмәй. Дебальцевонан уларға яңынан-яңы резервтар килә. Ватутин. Һеҙҙең өсөн иптәш Сталин бойорорға тейешме? Тылығыҙҙы тегендә торғоҙоп ҡалдырып, фәләнсәгеҙҙе ҡалҡытып йүгерҙегеҙме? Лелюшенко. Виноват, алға ҡарай бергә-бергә йүгерҙек, иптәш командующий. Артты ҡарамағанбыҙ… Атлы корпустың шығырым тулы тылдары беренсе булып килеп етте – боеприпас тейәлгән обоздар…
Буденный керә.
Буденный. Атлы корпус ике километр киңлек юл ярып, дошман тылына үтеп-керә башланы. Дивизиялар кеше һаны йәһәтенән – ҡырҡ биш процент, ат һаны йәһәтенән – утыҙ биш процент, артиллерия һәм миномет йәһәтенән ҡырҡ процент ҡына комплектлаштырылған, боеприпас фәҡәт полк ылауҙарында. Килеп еткән обоздарҙы кисекмәҫтән корпусҡа йүнәлтергә! Ватутин. Отставить! (Лелюшенкоға). Генерал, обоздарҙы Ворошиловград участкаһына ташларға! Лелюшенко. Тыңлайым. (Ашығып сыға). Буденный. Иптәш командующий, фашист танкыларына ҡаршы ҡылыс менән ебәрәбеҙме корпусты!..
Мехлис инә.
Мехлис. Юл буйында дүрт “катюша” сылғау киптереп ултыра, бирегеҙ корпусҡа шуларҙы! Буденный. Лев Захарович, атырға яҫауы ҡалмаған ҡыҫыр көбәктәрҙең унда, дошман тылында, нимәгә кәрәге бар? Мехлис. Ҡиәфәттәре менән генә лә боецтарҙың рухын күтәреп йөрөрҙәр. Күтәренке рух – иң ҡурҡыныслы ҡорал! Әле генә тура сымдан ошо хаҡта Иосиф Виссарионович менән һөйләштем. Ватутин (ҡул һелтәп). Оҙатығыҙ тағып ҡойроҡтарына! Яҫауҙарын, килеп еткәс тә, һауанан осорторбоҙ.
Date: 2015-07-23; view: 304; Нарушение авторских прав |