Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Хаттар стилен (эпистоляр жанр) ҡулланыу





Хаттар стиле йөкмәткеһе, төҙөлөшө буйынса башҡа стилдәрҙән шаҡтай айырыла, үҙ аллы булған телмәр төрөнә эйә. Улар төрлө ҡатлам шәхестәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәрен, ысынбарлыҡ хаҡындағы тәҫьораттарын, тормош-көнкүреш мәсьәләләрен, көндәлектәрҙе, ҡотлауҙарҙы сағылдыра. Шуның менән уар башҡорт телендә үҙен айырым стиль барлыҡҡа килтергән. Аралашыуҙың бер төрө, сараһы булараҡ, хаттарҙың үҙҙәренә генә хас телмәр үҙенсәлектәре, алымдары эшләнгән.

Хаттарҙың түбәндәге төрҙәрен күрһәтергә була: эш тураһында, шәхси рәсми, шәхси хаттар. Шәхси хаттарҙың үҙҙәрен тағы бер нисә төргә бүлергә була: туғанлыҡ хаттары, дуҫлыҡ хаттары, мөхәббәт хаттары. Сағылдырылған маҡсатҡа ҡарап, хат белдереү (хәбәр итеү), ялыу, теләк, ҡотлау, ғәфү үтенеү, ҡайғы уртаҡлашыу, тыныслындарау, үтенес, кәңәш, тәҡдим, саҡырыу, рәхмәт хаты, килешеү, кире ҡағыу, фекер әйтеү, хуплау-хупламау һ.б. хаттар айырып йөрөтөлә. Һәр төрлө хат үҙенә генә хас нығынған телмәр стереотип менән характерлана. Ҡотлауҙар, ҡайғы уртаҡлашыуҙар, рәхмәт хаттары ҡулдан яҙыла. Хөрмәт, ҡәҙерле, яҡыным, иптәш кеүек эпитеттар адресаттың танышлыҡ кимәленә ҡарап ҡуйыла.

Хаттарҙың композицион бүлектәре үҙ эсенә башланышты, төп информатив өлөштө, тамамланышты ала. Хат төрөнә ҡарап, һәр бер бүлек үҙенең үҙенсәлеген тәшкил итә[32].

М. Бураҡаеваның “Һылыуҡай” документаль повесында һуғыш яланында йөрөгән ике йәш йөрәк Һылыу менән Тәүфиҡтың, уларҙың туғандарына, ата-әсәләренә һ.б. яҙышҡан хаттары әҫәрҙә ҙур урын алып тора. Повестағы хаттар хаҡында яҙыусы: “Хаттарҙың бөтәһе лә төп нөсхәнән. Фәҡәт рус телендә яҙылғандары ғына тәржемә ителде. Береһе лә үҙгәртелмәне,” (“Һылыуҡай”. 38-се бит) - ти.

Был әҫәрҙә барлыҡ хаттар ҙа шәхси хаттар төрөнә ҡарай. Мәҫәлән, Һылыу менән Тәүфиҡ өйләнешкәс, Тәүфиҡтең әсәһенән ошондай ҡотлау хаты килә: “Ҡәҙерлеләрем, улым һәм киленем! Һеҙҙе ихлас ҡотлайым. Бөтә туғандар ҙа минең ҡотлауға ҡушыла. Тыуған яҡ сәскәләрен һалам. Уны минең ҡотлауым һәм ғүмерегеҙ сәскә кеүек матур булһын тигән теләгем тип ҡабул ҡылығыҙ, йән киҫәккәйҙәрем. Беҙ бик шатландыҡ. Килендең дә, үҙеңдең дә фотоңды һал, Тәүфиҡ. Бына бит, әле берегеҙ өсөн ут йота инем, хәҙер икәүегеҙ өсөн борсолам инде. Һау булығыҙ. Тиҙерәк еңеү менән әйләнеп ҡайтығыҙ. Һеҙҙең әсәйегеҙ. 15 август 1942 йыл” (“Һылыуҡай”. 38-се бит).

Артабан, был әҫәрҙә, беҙ, Һылыу менән Тәүфиҡтың яҙышҡан мөхәббәт хаҡтарын уҡый алабыҙ. Миҫалға Тәүфиҡтың хатын килтерәйек: “Һауғынамы, Һылыуҡайым! 13-ндә, йәки кисә, көнө буйы күңел ни эшләптер шат булды. уға берәй ҡыуаныс булыр һымаҡ ине һәм күңел мине алдаманы. Кистән яҡшылап мунса индем. Бында зенитчиктар төҙөгән. Мине үҙҙәрен ҡарарға саҡырҙылар ҙа йыуындырып ебәрҙеләр. Зерә лә һәйбәт булды. Инде шатланыуымдың сиге юҡ, тиһәм, бер сиге ҡалған икән. 14-ндә иртән һинән хат һәм ҙур посылка бирҙеләр. Былары, ысынлап та, шатлыҡ ине. Һинән хат алмағанға егерме көндәр бар, ә үҙем дүртенсене яҙғайным. Нисек рәхмәт әйтергә лә белмәйем, гөлкәйем. Әйберҙәрҙең бөтәһе лә (шешә лә) тапшырылды. Һинең сәләмәтлегең нисауа булыуға тағы ла шатмын. Үҙеңде бер күреп һөйләшһәм, икенсе булыр ине. Бөгөн һеҙ Вальковоға күсергә тейеш тиҙәр. Хаҡ булһа, беҙгә 4 километр булаһығыҙ. Унда мин осоп барып етермен...” (“Һылыуҡай”. 108-се бит).

Хаттар стилен, яҙыусының башҡа әҫәрҙәрендә лә осратабыҙ. Әммә “Һылыуҡай”ҙағы кеүек бик йыш түгел. Мәҫәлән, М. Бураҡаева “Ҡапҡа бағанаһы” хикәйәһендә алыҫ Себер тарафтарында эшләп йөрөгән Хәсән менән һеңлеһенең яҙышҡан хаттарын автор диалог формаһында бирә: “... Ни эшләйһең һин унда, абзый? Ниндәй маҡсат менән йәшәйһең ул яҡтарҙа? Ни эшләп ҡайтмайһың?” “... Эшләйем, һылыу. Ҡайтып та ни бар ауылда? Мин хәҙер күп аҡсаға өйрәнгәнмен. Аҙға күнегә алмам... Туйыңа ҡайттым. Бөтә туйға йыйылған тиклемде бер үҙем һалдым... Ана шундай аҡсаға күнегеп киткәнмен. Унан һуң, һылыу, кем тип ҡайтайым хәҙер? Атай-әсәй күптән инде гүр эйәһе... һинең үҙ ғаиләң” (“Ҡапҡа бағанаһы”. 135-се бит). Күреүебеҙсә, автор бында башланышты һәм тамамланышты алып тормай, ә төп информатив өлөштө генә алып, уҡыусыға был хаттар аша нимә еткерергә кәрәклеген төшөндөрә. Был, ысынлап та, оҫта ҡулланылған алым. Тағы ла, шуны иҫтә тоторға кәрәк, М. Бураҡаеваның әҫәрҙәрендә ҡулланылған хаттар буш һүҙ һөйләүгә генә ҡайтып ҡалмай, уларҙы ниндәйҙер кимәлдә шартлы билдә булараҡ та ҡулланып, геройҙарының яҙмышына ҙур йоғонто яһай.

 

Date: 2015-10-18; view: 1651; Нарушение авторских прав; Помощь в написании работы --> СЮДА...



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.006 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию