Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






М. Бураҡаева ижадында ҡулланылған диалектизмдар





Диалектология – тел белеменең айырым бер тармағы. Ул билдәле бер телдең диалекттарын һәм һөйләштәрен, йәғни халыҡтың йәнле һөйләү телен өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Диалектология термины грек телендәге диалектос (dialectos) – “һөйләш” һәм (логос) logos – “фән”, “тәғлимәт” тигән һүҙҙәрҙән алынған.

Диалекттар һәм һөйләштәр – тарихи күренеш. Улар асылда башҡорт ырыу ҡәбиләләренең теле булған, заманалар уҙыу менән ғәйәт ҡатмарлы үҫеш һәм үҙгәреш кисергәндәр. Дөйөм халыҡ теле барлыҡ диалекттарҙы,һөйләштәрҙе һәм һөйләшсәләрҙе үҙ эсенә ала. Телдең диалекттар системаһында шулай уҡ һөйләштәр төркөмө тигән төшөнсә лә бар. Һөйләштәр төркөмө ниндәй ҙә булһа үҙенсәлектәре менән бер-береһенә яҡын торған бер нисә һөйләште берләштерә. Башҡорт теленең диалекттар системаһында айырым һөйләштәр ошондай төркөмдәрҙе барлыҡҡа килтерә: төньяҡ-көнсығыш һөйләштәр төркөмө (арғаяш, салйоғот, әй һәм мейәс һөйләштәре), көньяҡ-көнсығыш төркөм (ҡыҙыл һәм эйек-һаҡмар һөйләштәре)[14].

Сығышы менән Ейәнсура районынан булған яҙыусы – Мәрйәм Бураҡаеваның һөйләше Эйек-Һаҡмар (йәки төп көньяҡ) һөйләшенә ҡарай. Эйек-һаҡмар һөйләше көньяҡ диалект составында төп һөйләш булып тора. Башҡорт һөйләштәре араһында ул иң ҙур территорияны биләүе һәм һөйләшсәләрҙең күп булыуы менән айырылып тора. Һөйләш Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе, Йылайыр, Хәйбулла, Күгәрсен, Мәләүез, Ишимбай, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш райондарында, Баймаҡ һәм Бөрйән райондарының көньяғында, Ырымбур (Ҡыуандыҡ, Гай, Төйлөгән, Һарыҡташ, Александровка, Красногвардейск, Новосергиевка райондары) өлкәһендә Һамар (Оло Черниговка һәм Оло Глушица райондары) һәм Һарытау (Перелюб һәм Пугачев райондары) өлкәләрендә йәшәгән (“яңылар” йәки “сәҙеләр” тип йөрөтөлгән) башҡорттарҙың йәнле һөйләү телен үҙ эсенә ала. Был һөйләшкә бөрйән, үҫәргән, түңгәүер (дүңгәүер), юрматы, тамъян һ. б. башҡорт ҡәбиләләре ҡарай.

Беҙ, үҙебеҙҙең эшебеҙҙә, ошо эйек-һаҡмар һөйләшенә ҡағылышлы лексик үҙенсәлектәр таптыҡ. Сөнки Ейәнсура районы, Иҫәнғол ауылы ҡыҙы – Мәрйәм Бураҡаева ла (башҡа яҙыусылар кеүек үк) әҙәби әҫәрҙерен яҙған саҡта үҙ һөйләше үҙенсәлектәрен – диалогтарға индереп ебәрә:

Бүкән (арғаяш, дим, төньяҡ-көнбайыш, урта, урта урал, һаҡмар) – артһыҙ ултырғыс (табуретка). – Нишләп тупһаға ултыраһың? Бына бит бүкән бар, - тип, Ғәйшә күн менән көпләнгән бүкәнгә күрһәтте (М. Бураҡаева, “Ай ҡояштан нурҙар ала”).

Һылыу (ҡыҙыл, урта, эйек-һаҡмар) – ҡарындаш (младшая сестра) йәки үҙеңдән кесе ҡатын-ҡыҙҙарға өндәшеү һүҙе (слово обращения к женщинам младше себя). Рәмзилә – берҙән-бер һылыуы уның (М. Бураҡаева, “Һөйгән йәр ул бер була”).

Утйаҡҡыс, утйаҡыс, утйағыс (эйек-һаҡмар) – йәйге аш өйө (летняя кухня). Шәмсиә, ҡапыл аңына килгәндәй, йүгереп утъяҡҡысҡа инеп китте. Шәмсиә, ирен ҡапҡаға тиклем оҙатты ла кире утяҡҡысына инәйем тигәйне, урталағы ел ҡапҡаһына һөйәлеп торған Ғирфанды күреп ҡалды (М. Бураҡаева, “Көҙгө ысыҡ”).

Был диалекттан тыш “Һылыуҡай” документаль повесында тағы ла икенсе диалект – Дим буйы башҡорттарының һөйләше ҡулланыла: Ҫеҙ барып етерҫегеҙ ҙә ул, - тине Дим һөйләше менән бер егет. Ә мин? Ун ҫигеҙ йәштән ҫанҫыҙ булып ят инде... (М. Бураҡаева, “Һылыуҡай”).

Шулай итеп, Мәрйәм Бураҡаева үҙенең әҫәрҙәрендә, урындағы халыҡтың диалект үҙенсәлектәрен дә ҡуллана. Сөнки бөтөн әҙәби әҫәрҙә лә тиерлек яҙыусының йәшәгән урынынан алынған йәнле телмәрҙе ҡулланыу әҫәрҙе уҡымлы ғына итә.

Беренсе бүлектә, беҙ, М.Бураҡаеваның нәфис әҙәбиәте стиленең ҡайһы бер үҙенсәлектәрен ҡараныҡ һәм морфологияның (исем һүҙ төркөмөнөң) стилистик үҙенсәлектәрен, тел-һүрәтләү сараларының ҡулланылышын, лексик үҙенсәлектәрен, эмоционаллек һәм экспрессивлыҡ категорияһы сараларын, М. Бураҡаеваның әҫәренә дөйөм күҙәтеүҙәр һәм халыҡ ижадына тартым ҡайһы бер үҙенсәлектәр ҡулланылышын, М. Бураҡаева ижадында ҡулланылған диалектизмдарҙы ҡарап, миҫалдар килтерҙек.

 

ИКЕНСЕ БҮЛЕК. Мәрйәм Бураҡаева ижадында төрлө стилдәрҙең ҡулланылышы

2.1. Мәрйәм Бураҡаеваның публицистикаһын өйрәнеү

Бүтəн стилдəрҙəге кеүек, публицистик стилдең нигеҙендə билдəле бер телдең төп һүҙлек фонды менəн грамматик төҙөлөшө ята. Əйтəйек, башҡорт телендə сыға торған газета, журналдарҙың теле башҡорт теленең төп һүҙлек фонды менəн грамматик төҙөлөшөнə таяна, ə инде рус телендəге газета, журналдарҙың теле рус теленең төп һүҙлек фонды менəн “патриотизм, интернационализм, съезд, конференция, союз, совет, конгресс” һымаҡ һүҙҙəр башҡорт теле өсөн дə, рус теле өсөн дə уртаҡ һанала, сөнки бындай интернациональ һүҙҙəрҙең ҡулланылыу сфераһы сиклəнмəгəн тиерлек.

Бынан тыш, газета, журналдарҙа халыҡ мəҡəлдəре менəн əйтемдəре лə урын ала. Фразеологик əйтемдəрҙəн публицистик стилдə “Кем эшлəй, шул ашай; кем эшлəмəй, шул ашамай”, “Атаһы улы өсөн, улы атаһы өсөн яуап бирмəй”, “Урожайҙы ваҡытында йыйнап алдыңмы – оттоң, йыйнап алыуҙа һуңға ҡалдыңмы - отторҙоң” кеүек афоризмдар хас. Бындай тапҡыр һүҙҙəр, фразеологизмдар тормош тарафынан тыуҙырылып тора.

Ысынлап та, һүҙ – тел берәмеге. Тел иһә, аралашыу, фекер алышыу ҡоралы булараҡ, һөйләүсенең матди һәм социаль мөхиткә мөнәсәбәтен асыҡлай. Тел хәбәр итеү, нимәнелер билдәләү (констатациялау) өсөн генә түгел, бәлки, тыңлаусыны, уҡыусыны инандырыу, өндәү, рухландырыу өсөн дә хеҙмәт итә[15].

Һүҙҙәр стилистик тәбиғәте буйынса төрлөсә була. Берәүҙәре, башлыса, йәнле һөйләүҙә, икенселәре – рәсми стилдә, өсөнсөләре ғилми телмәрҙә ҡулланыла.

Һүҙҙең теге йәки был стилгә ҡарауы уның семантик характерына бәйле. Мәҫәлән, теория, модуль, концепция кеүек һүҙҙәр нигеҙҙә ғилми стилдә, эшкинмәгән, элғыуар – йәнле һөйләү стилендә, мөрәжәғәт, ғариза, үтенес ише һүҙҙәр рәсми йәки кәнсәләр стилендә файҙаланыла. Ижтимағи-сәйәси йөкмәткеле һүҙҙәр иһә күпселек публицистик стилдә ҡулланыла. Мәҫәлән: Ватан, һуғыш, реформа, Дума, съезд, президент, инфляция һ. б.

Һүҙҙең конкрет телмәрҙә һәм төрлө функциональ стилдәрҙә дөрөҫ ҡулланылышын лексик стилистика өйрәнә. И. Б. Голуб билдәләүенсә, “лексик стилистиканың төп өйрәнеү обьекты – һүҙҙең контекста урынлы файҙаланыу-файҙаланмауын билдәләү”[16].

Лексик-семантик күҙлектән ҡарағанда, һүҙ – бик ҡатмарлы күренеш. Уның эске мәғәнәһен дә, тышҡы формаһын да асыҡлауы еңел түгел. Ә был бурыс һөйләүсе өсөн дә, яҙыусы өсөн дә бик мөһим һәм кәрәкле. Телмәрҙә һәм яҙыуҙа бер һүҙ ҙә айырым йәшәмәй – һәр һүҙ, образ, тел-һүрәтләү саралары менән тығыҙ бәйләнешкә инеп, автор фекерен белдереүҙә үҙ функцияһын үтәй.

Һүҙҙәрҙе телмәрҙә урынһыҙ ҡулланыу лексик-стилистик етешһеҙлектәрҙе генә түгел, логик хаталарҙы ла тыуҙыра. Шуға ла төрлө стилситик биҙәкле һүҙҙәрҙең телмәрҙә ҡулланыуына стилистик баһаны аныҡ тексты, билдәле функциональ стилде күҙҙә тотоп ҡына биреп була. Сөнки бер телмәрҙә кәрәкле һүҙҙәр икенсеһендә урынһыҙ булыуы мөмкин.

Публицистик стилдә лексик-семантик хаталарҙы төҙәтеү, фекерҙе белдереүҙең отошло вариантын һайлап алыу ҙур әһәмиәткә эйә[17]. Уйнап һөйләһәң дә, уйлап һөйлә, тигән мәҡәл публицистик стилдә айырыуса актуаль яңғырай. Телмәрҙә яңылыш йәки урынһыҙ ҡулланылған бер һүҙ әйтеләһе фекерҙе юҡҡа сығарыу ғына түгел, бәлки бөтә сығыштың, әҫәрҙең бәҫен төшөрөргә мөмкин[18].

Һүрәтләү саралары булара, эпиттеттар башлыса халыҡ ижады һәм нәфис әҙәбиәт стилдәрендә күп ҡулланыла. Әммә уларҙы публицистик әҫәрҙәрҙә лә йыш осратырға мөмкин.

Эпиттетар тасуир ителә торған предмет, күренеш, хәл-ваҡиғаларҙың образлылығын йәки уҡыусы зиһененә тәьҫирен арттырыуҙа ҙур роль уйнай[19]. Миҫалдар: Ә кисен өй мөрйәләренән яңы бешкән икмәк, ҡурмас еҫтәренең аңҡып китеүе Фәүзиә өсөн иң бәхетле мәл булғандыр (М. Бураҡаева, “Башҡортостан” гәзите).

Эпитет – тел биҙәкәтренең шаҡтай ҡатмарлы төрө. Ул ҡайһы берҙә үҙенең эске мәғәнәһенә сағыштырыу һәм метафораны ла “йәшерә” ала[20].

Публицистик стилдә яңғыҙ эпитеттар (көслө, аҡыллы, гүзәл, бөйөк): - Диҡҡәт Насретдинович, мин һеҙҙе һәләтле ғалим булараҡ бик ихтирам итәм (М. Бураҡаева, “Башҡортостан” гәзите), тиң киҫәктәр рәүешендә килгән эппитеттар: Бер районда ауыл Советы депутаты, биология, география уҡытыусыһы картуфлығынан колорадо ҡуңыҙын йыйып алып, йылғаға түгә икән (М. Бураҡаева, “Башҡортостан” гәзите) һәм йәйенке эпиттетар: Ул саҡта аспирант, аҙаҡ филология фәндәре докторы Дамир Вәлиев менән “Урал батыр” эпсындағы фәлсәфәүи ҡараштар тураһында фекер алыша торғайнылар (М. Бураҡаева, “Башҡортостан” гәзите) берҙәй әүҙем ҡуллана.

Башҡорт әҙәби теленең публицистик стилендә һынлы картина тыуҙырырға булышлыҡ итеүсе эпиттетар ныҡлы урын алған һәм былар М. Бураҡаеваның публицистикаһында ла бар. Улар телмәрҙе һутлы һәм һығылмалы, матур яңғырашлы итә. Шул арҡала һөйләүселә – илһам, тыңлаусыла һөйләнгән картинаға ыңғай баһа, һоҡланыу тыуа[21].

Шулай уҡ, метафораны ла публицистик телмәрҙә йыш осратырға мөмкин: азатлыҡ ҡояшы, тормош нурҙары, утлы бәрелеш, таш йөрәк, Рәсәй ҡапҡаһы һ. б.

Л.И. Темофеев билдәләүенсә, метафора төрлө күренештәрҙәге характерлы билдәләрҙе синтезлаштырып, йыйып, ҡыҫҡа итеп сағылдыра[22]. Метафора – ул шул уҡ сағыштырыу тиергә лә була, ләкин ҡыҫҡа йәки йәшертен сағыштырыу. Мәҫәлән: Киреһенсә, битәрләү, теңкәгә тейеү, йыйылыштарҙы тикшереү, “аҡылға ултыртыу” өсөн һылтау эҙләп йөрөгән ғәмһеҙҙәргә “ем” генә булды (М. Бураҡаева, “Башҡортостан” гәзите).

Метафоралар публицистик стилдә, ғәҙәттә, баһа биреү сараһы булараҡ ҡулланып, баһалау эффектын тыуҙыра һәм күп ваҡыт ижтимағи-сәйәси, социаль яңғырашҡа эйә була.

Һүрәтләү сараһы булараҡ, метафора рәсми, фәнни һәм ябай телмәр стилдәрендә әҙ ҡулланыла. Ә бына публицистик стилдә, матур әҙәбиәт стиле менән бер ҡатар, уны файҙаланыу артҡандан-арта бара[23]: Илдә үҙаллылыҡ елдәре иҫеп, зыялыларыбыҙҙың исеме халыҡҡа кире ҡайта башлағас, Зәки Вәлидиҙең 100 йыллығын билдәләү тураһындағы башланғысты “Урал” башҡорт халыҡ үҙәгенең “Юрматы” филиалы күтәреп сыҡты (М. Бураҡаева, “Башҡортостан” гәзите).

Тағы ла метафоралар тексҡа, телмәргә публицистик рух, күтәренке пафос йәки кире тойғо өҫтәй, уй-фекерҙе тыңлаусыға, уҡыусыға образлы, сағыу төҫтә еткерергә ярҙам итә. Публицистик стилдә уларҙың стилистик-экспрессив әһәмиәте бик ҙур. Метафоралар ярҙамында автор теге йәки был күренешкә үҙ мөнәсәбәтен асыҡтан-асыҡ белдерә ала: Байтаҡ ваҡыт һәр сәй табынының, һәр һүҙҙең, һәр йылы ҡараштың һуңғыһы булып ҡуйыуынан һағайып йәшәйҙәр ине (М. Бураҡаева, “Башҡортостан” гәзите), башҡалары кире баһа биреү: Уполномоченныйҙарҙан йонсоған рәйес район кимәлендәге пленумда телмәр менән сығыш яһағанда, “күҙле бүкәндәрҙең” бер нәмәгә лә кәрәкмәгәнен, бушҡа ваҡыттарын әрәм итеүҙәрен әйтеп ысҡындыра (М. Бураҡаева, “Башҡортостан” гәзите).

Шулай итеп, метафора – публицистик стилдең иң үтемлеһе, иң кәрәкле һүрәтләү сараларының береһе. Улар ярҙамында автор, оратор уй-фекерен кешенең аңына ғына түгел, уның йөрәгенә, күңеленә, эске хистәренә үтеп инерлек дәрәжәлә еткереү мөмкинлегенә эйә.

Мəғлүм булыуынса, оҡшатыу-сағыштырыу идеяһы халыҡ ижады стиле менəн художестволы стилдə бик йыш сағылдырыла. Был – тəбиғи, сөнки оҡшатыу-сағыштырыуһыҙ художестволы образ тыуҙырыу бөтөнлəй мөмкин түгел. Тəү ҡарауҙа был һүрəтлəү сараһы ижтимағи-сəйəси əҙəбиəткə əйлəнмəгəн, уға хас түгел һымаҡ. Шулай ҙа публицистик əҫəрҙəрҙе тел, стиль ғынан ентеклəп тикшерһəк, оҡшатыу-сағыштырыуҙың урын алыуын асыҡ күрəбеҙ.

Дөйөм алғанда, төрки телдәрҙә сағыштырыуҙар тейешле кимәлдә өйрәнелмәгән әле. Башҡорт телендә сағыштырыуҙарҙы стилистик планда тикшереүгә Ж.Ғ. Кейекбаев, Ғ.Ғ. Сәйетбатталов, В.Ш. Псәнчин һәм башҡалар бер ни тиклем өлөш индерҙе.

Сағыштырыу теге йәки был күренешкә яҙыусы бирергә теләгән мәғәнә нескәлеген өҫтәй[24]. Ул “предмет һәм күренештәрҙе типә-тиң ҡуймай, әммә эффектлылыҡты арттырыу өсөн береһендәге характерлы билдәне икенсеһендә сағылдыра ала”[25].

Ғөмүмән, сағыштырыу – публицистик стилдең мөһим бер үҙенсәлеген билдәләүсе һүрәтләү сараһы. Отошло стилистик алым булараҡ, публицистар уны, беренсе сиратта, уй-фекерҙе уҡыусыға, тыңлаусыға еткереүҙең экспрессив-йоғонто яһау рәүешендә ҡуллана. Сағыштырыуҙар ярҙамында әйтергә теләгән фекерҙе йыйнаҡ, үтемле, образлы итеп күҙ алдына килтереү мөмкинлеген тыуҙырырға була.

Был һүрәтләү сараһының масштаблығы өсөн яҙыусының аң-даирәһе киң булыу шарт[26]. Сағыштырыу өсөн матди донъянан обьекттар һайлағанда үҙ тирә-йүнең, яҡын-йыраҡ ара һәм бик йыраҡтағы предметтарҙың характерлы билдәләрен белеү мөһим. Яҙыусының донъяны танып белеү үҙенсәлегенең бер өлөшө шуға бәйләнгән дә.

Стилистик-экспрессив ҡеүәһе көслө булған образлы сағыштырыуҙар публицистик әҫәрҙәрҙең йоғонто яһау мөмкинлеген бермә-бер арттыра:

1) Текста халыҡ телендә әүҙем ҡулланылған әҙер формалар урын ала: Әммә бер саҡ, һыуға сарсауҙан япраҡтары шиңә башлаған гөлгә һыу һипкәс ҡапыл баш ҡалҡытып ебәргән һымаҡ, Рәшиҙә лә үҙен ҡулға алды – йәшәреп, матурланып, йәшәүгә дәрте артып китте (“Мин рухи үлемемде еңдем...” 30-сы бит).

2) Халыҡ телендәге формалар үҙгәртеп ҡулланыла: Ул “түбәһе күккә тейгәндәй, аяҡтары ергә теймәй осоп барғандай” йөрөнө (“Мин һине, бәхетлелер, тип уйлағайным...” 210-сы бит).

3) Стилистик маҡсаттан сығып, автор үҙе сағыштырыуҙар яһай: “Әммә маяғыбыҙ, трактор быялаһындағы яҡтылыҡ һымаҡ, ялған булдымы, беҙҙе юлдан яҙҙырған малай кеүектәр күбәйеп киттеме – был маҡсатыбыҙға өлгәшә алманыҡ” (“Өмөт шәме”. 28-се бит).

4) Мәҡәлә-әйтемдәр сағыштырыу рәүешендә ҡулланыла: Минең киленем булыр, һинең күңелең булыр, тигәндәй, әйҙә олоғайған һунарсыға – кинәнес, туҡтауһыҙ юл йөрөгән һиңә тыныс булһын (“Мин һине, бәхетлелер, тип уйлағайным...” 210-сы бит).

Публицистик стилдә абстракт һәм конкрет сағыштырыуҙар берҙәй әүҙем ҡулланыла. Абстракт сағыштырыу ғәҙәттә төп килештәге исем һәм кеүек, һымаҡ, шикелле, төҫлө синонимик бәйләүестәр булып ҡылымы менән йә булмаһа –дай/-дәй, -ҙай/-ҙәй, -лай/-ләй, -тай/-тәй аффикслы һүҙҙәр ярҙамында белдерелә. Мәҫәлән: Тағы ишәктәй йөкмәнеп ҡайтып бара (“Мин һине, бәхетлелер, тип уйлағайным...” 206-сы бит). Әммә был гүзәллек хыял һымаҡ ине (“Бәхет алһыу нурлы таң һымаҡ...” 225-се бит). Мин Ибрайҙан киткән саҡта ут кеүек инем (“Әсәйем”. 48-се бит).

Абстракт сағыштырыу идеяһы эйә менән хәбәр араһында ла белдерелә. Был айырыуса мәҡәл-әйтемдәрҙә, ҡанатлы һүҙҙәрҙә асыҡ сағылыш таба: Өләсәйемдең: “Бер йыл тартай һимерә, бер йыл бүҙәнә” йәки “Аумаҫ ҡалпаҡ кеймәгәнһең, һин дә ауырһың” тигән һәм башҡа бик күп мәҡәлдәрен иҫтә тота инем (“Аумаҫ ҡалпаҡ кеймәгәнһең...” 36-сы бит).

Аналитик сағыштырыуҙарҙағы синонимик бәйләүестәрҙе, контексҡа ҡарап, бер-береһе урынына ла ҡулланып була: Хәҙер ҡолаҡ ишетмәй, күҙ насар күрә, арҡан һымаҡ ишелеп торған толомдар юҡ (“Әсәйем”. 48-се бит). Был һөйләмдәге һымаҡ бәйләүесе урынына кеүек бәйләүесен еңел генә ҡулланып була.

Йыйып әйткәндә, сағыштырыу, нәфис һүҙ сәнғәтенең стилистик-экспрессив сараһы булараҡ, публицистик стилдә лә йыш ҡулланыла. Йәнле һәм йәнһеҙ предметтарҙы үҙ-ара сағыштырып, автор хәл-ваҡиғаларҙың образлығына ирешә һәм ошо юл менән уҡыусыларҙың аңына һәм тойғоһона тәҫьир итә.

Публицистик стилдә фразеологик берәмектәр образлылыҡҡа ирешеү, әҙ һүҙ менән күп мәғәнә аңлатыу, йәнле картина тыуҙырыу өсөн ҡулланыла. Икенсе төрлө әйткәндә, фразеологик берәмектәр телмәрҙе экспрессив йәһәттән көсәйтеү өсөн хеҙмәт итә. Был иһә публицистик текстың, сығыштың аң-зиһенгә тәҫьир итеү ҡеүәһен бермә-бер арттыра.

Фразеологик берәмектәрҙең күбеһенең мәғәнәһен бер һүҙ менән биреп була, йәғни фразеологик берәмектәр һүҙҙең айырым мәғәнәһенә синоним булып килә: кәкре ҡайынға терәтеү – алдау, ҡот осоу – ҡурҡыу, кәрәген биреү – туҡмау һ.б.: Әсәй ҙә йәл, ул да хаҡлы һымаҡ, сөнки атайҙың ғаиләгә күңеле һүрелгән – әсәй был хаҡта минут һайын тылҡып, балаларының “күҙен асып” тора (“Ғаилә ҡото – ҡатын-әсәйҙә”. 311-се бит). Рухи донъяһының һайыға барыуы бер көн килеп бәкәлгә һуғыр, һәм беҙ үҙебеҙҙе милләт булараҡ һаҡлап ҡалыу сараһы ла таба алмайбыҙ (“Мин һине, бәхетлелер, тип уйлағайным...” 215-се бит). – Мәктәп уҡыусылары менән бергә Диҡҡәтте һуңғы юлға оҙатырға барҙым (“Моң”. 231-се бит). Тәүге һөйләмдәге фразеологик берәмекте әйтеп, күрһәтеп, икенсеһендәген – әҙәйә, өсөнсөһөндәгеһен күмергә тигән һүҙҙәр менән алмаштырып була.

Шуныһы характерлы: фразеологик берәмектәр публицистик стилде халыҡтың йәнле һөйләү стиленә яҡынайта төшә: - Мин уны елкәнән ҡағып төшөрҙөм, - тине Фатима Абдулловна (“Аҡыл”. 266-сы бит). Аҙаҡ терһәген тешләр кимәлгә етеп үкенәлер әле (“Аҡыл”. 278-се бит). Йәштәре үтеп, күҙле бүкән һымаҡ бер ни аңламай ултырған балаларҙы йәлләй ине ул (“Әсәйем”. 52-се бит). Был һөйләмдәрҙәге “ҡыуҙым” мәғәнәһенә эйә булған “ елкәнән ҡағып төшөрөү ”, “үкенеү” мәғәнәһендәге – “терһәк тешләү”, “аңышһыҙ” – “күҙле бүкән” фразеологик берәмектәре ябай һөйләү стилендә лә бик иркен ҡулланыла.

Ғөмүмән, халыҡ телендә киң файҙаланылған фразеологик берәмектәр, ижтимағи сәйәси мәғәнәгә эйә булып, публицистик фразеологияны байытыу сығанағына әйләнә. Миҫалдар: Йылан аяғы киҫкән бит ул. Комиссия йөрөгән саҡта, ҡолаҡҡа өрөп китеүсе булды (“Аҡыл”. 271-се бит).

Халыҡтың аҡылын, донъяға ҡарашын, йәғни философияһын, шулай уҡ булмышын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырған фразеологик берәмектәр, боронғо замандарҙа уҡ барлыҡҡа килеп, ябай һөйләү телмәренән әкренләп яҙма телгә күсә.

Сәсәндәр һәм публицистар сығыштарында, әҫәрҙәрҙең ҡалыплашҡан фразеологизмдарҙы ҡулланыу менән бер рәттән, үҙҙәре лә төрлө стилистик маҡсатта әйтемдәр, мәҡәлдәр, афоризмдар ижад итә. Миҫалдар: Күл тәрән булһа ла, ала ҡаҙҙың түшенән, ти халыҡ (“Аҡыл”. 271-се бит).

Тарихи, революцион ваҡиғалар, ижтимағи-сәйәси тормоштағы киҫкен үҙгәрештәр телдә заманса фразеологик берәмектәрҙең барлыҡҡа килеүенә этәргес яһай. Әйтәйек, М. Бураҡаеваның “Арғымаҡ” әҙәби-публицистик әҫәрҙәр китабында бик күп осратырға була: “Шәхесен күтәргән халыҡ үҙен күтәрә”, “Атай – арҡа һөйәге”, “Ямғыр – ер ырыҫы, яҡшы бала – ир ырыҫы” кеүек ҡанатлы һүҙҙәре, заман шаңдауы булып, бөгөн дә актуаль яңғырай.

Уҡыусының, тыңлаусының иғтибарын йәлеп итеү, уны ҡыҙыҡһындырыу, аҡыл-зиһененә тәҫьир итеү өсөн автор тел хазинаһынан иң баҙыҡ, иң үтемле һүҙҙәрҙе һайлап алырға тырыша. Ҡоро телмәр кешелә хис-тойғо тыуҙырмай. Шуға күрә лә автор фәҡәт публицистик стилгә генә хас терминдарҙы, эмоциональ-экспрессив һүҙҙәрҙе, сағыу һүҙбәйләнештәрҙе, фразеологик берәмектәрҙе һәм синоним, антоним, метафора, сағыштырыу кеүек һүрәтләү сараларын ҡулланып ҡына, үҙ алдына ҡуйған маҡсатына ирешә ала[27].

Н. Сәлимов менән В.Ш. Псәнчин да “килешә”: “Дөйөм алғанда, гәзит публицистикаһы үҙенең сағыу һәм ялҡынлы булыуы менән айырылып тора, унда тос мәғәнәле тел берәмектәре, экспрессив-модаль мәғәнә биреүсе формалар файҙаланыусан, тағы ла мәҡәләләрҙә китапса телмәр менән йәнле һөйләүҙең бер-береһенә үтеп инеүҙәре осрай, ундай алым стилистик иркенлеккә, теге йәки был күренеште сағылдырыу сараларын төрләндереүгә, йыйнаҡлыҡҡа, асыҡлыҡҡа, еңел аңлауға килтерә[28].

Мәрйәм Бураҡаева публицистикала бөгөнгө көндә лә әүҙем эшләгән журналистарҙың береһе. Уның әленән-әле һәр йәштәге уҡыусы өсөн фәһемле, уҡымлы мәҡәләләре баҫылып тора.

 

Date: 2015-10-18; view: 1569; Нарушение авторских прав; Помощь в написании работы --> СЮДА...



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.006 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию