Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Сығарылыш эшенең маҡсаты һәм бурыстары





Сығарылыш эшенең маҡсаты М. Бураҡаева ижадының стилистик үҙенсәлектәре мәсьәләләрен яҡтыртыу.

Сығарылыш эшенең маҡсаты түбәнге бурыстарҙы билдәләне:

1) Мәрйәм Бураҡаеваның нәфис әҙәбиәте стиленең ҡайһы бер үҙенсәлектәрен сағылдырыу;

2) Мәрйәм Бураҡаева ижадында публицистик стилен өйрәнеү.

3) М. Бураҡаева ижадында ғилми, рәсми эш ҡағыҙҙары, хаттар стилен өйрәнеү, миҫалдар табыу.

4) Башҡорт теле дәрестәрендә стилистиканы уҡытыу буйынса методиканы ҡарау һәм М. Бураҡаева ижады буйынса дәрес өлгөһө тәҡдим итеү.

Сығарылыш эшенең объекты һәм предметы. Ғилми эштең объекты – Мәрйәм Бураҡаева ижадында стилистик күренештәрҙе тикшереү. Ғилми эштең предметы – Мәрйәм Бурҡаеваның проза әҫәрҙәрендә, публицистикаһында, фәнни стилендә, рәсми эш ҡағыҙҙары, эпистоляр жанрҙарын тикшереү.

Проблеманың өйрәнеү кимәле: башҡорт тел ғилемендә стилистика сағыштырмаса яҡшы тикшерелгән. Ғ.Ғ. Сәйетбатталовтың “Башҡорт теле” томдарында, В.Ш. Псәнчиндың хеҙмәттәрендә, Н. Сәлимовтың публицистик стиль тураһында “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналдарында баҫылған мәҡәләләрендә стилистика тураһында табырға була.

Сығарылыш эшенең яңылығы. Был хеҙмәттә М. Бураҡаева ижадының стилистика үҙенсәлектәре беренсе тапҡыр яҡтыртыла.

Сығарылыш эшенең теоретик һәм методологик нигеҙе Ғ.Ғ. Сәйетбатталовтың, В.Ш. Псәнчиндың, Н. Сәлимов кеүек тикшеренеүселәрҙең хеҙмәттәре тора.

Тикшеренеүҙә ҡулланылған методтар. Сығарылыш эшендә сағыштырма-тасуири, структур анализ, функциональ-семантик методтары ҡулланылды.

Сығарылыш эшенең теоретик һәм практик әһәмиәте уның актуаллеге һәм яңылығы менән билдәләнә. Был материал башҡорт тел ғилемендә стилистиканы өйрәнеүҙә, хәҙерге башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса махсус курстарҙа һәм семинарҙарҙа ҡулланылыш таба.

Сығарылыш эшенең апробацияһы. Тема буйынса махсус семинарҙа, “Йәшлек. Прогресс. Фән.” фәнни фестивалендә (Стәрлетамаҡ, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы, 31 март – 11 апрель, 2015 йыл) секция ултырышында сығыш яһалды.

Сығарылыш эшенең структураһы. Сығарылыш эше инештән, өс бүлектән, йомғаҡлауҙан һәм ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән тора.

 

БЕРЕНСЕ БҮЛЕК. Мәрйәм Бураҡаеваның нәфис әҙәбиәте стиленең ҡайһы бер үҙенсәлектәре

2.6. Стилистика тураһында дөйөм төшөнсә

Стилистика - уй-фекерҙе сағылдырыу, тасуирлау саралары системаһын өйрәнеүсе фән. Тәүҙә “стиль” һүҙе боронғо гректар менән римляндарҙа яҙыу ҡоралын аңлатҡан. Тора-бара был һүҙҙең мәғәнәһе үҙгәргән һәм киңәйгән. Ваҡыттар үтеү менән, айырым бер эпоханың, билдәле бер тарихи осорҙоң, сәнғәт мәктәбенең стиле хаҡында һөйләй башлағандар. XVIII – XIX быуаттарҙа “стиль” һүҙе күберәк әҙәбиәткә ҡарата ҡулланылған. Ул, бер яҡтан, художестволы ижадтың үҙенсәлеген күрһәтеү өсөн хеҙмәт итһә, икенсе яҡтан, билдәле бер яҙыусының яҙыу манераһын белдерә. Ғөмүмән, 1917 йылға тиклем стилистика әҙәбиәт фәненең, бигерәк тә поэтиканың, бер бүлеге итеп ҡаралған.

Башҡорт әҙәби теле – был телдә һөйләшеүсе халыҡ өсөн уртаҡ хазина һәм яҙыусылар, ғалимдар тарафынан эшкәртелгән, шымартылған, камиллаштырылған тел ул. Н. А. Баксаков билдәләүенсә, хәҙерге башҡорт әҙәби теле ныҡ үҫешкән милли тел һанала. Башҡорт телендә ваҡытлы матбуғат, ижтимағи-сәйәси, фәнни һәм матур әҙәбиәт баҫылып сығып тора[4].

Башҡорт әҙәби теле, шул халыҡтың рухи ихтияждарын ҡәнәғәтләндереп, уның ижтимағи тормошонда кеше эшмәкәрлегенең теге йәки был сфераһы менән тығыҙ бәйләнгән.

Һөйләгән йәки яҙған ваҡытта кеше, билдәле фекерҙең ҡайҙа, ҡасан, ниндәй маҡсатта әйтелеүенә (яҙылыуына), кемгә төбәлгән булыуына ҡарап, һүҙҙәрҙе һәм һөйләмдәрҙе һайлап файҙалана.

Тел сараларын шул рәүешле билдәле маҡсатҡа һәм аралашыу мөмкинлегенә ярашлы итеп һайлау, уларҙы телмәрҙә төрлө мәғәнә һәм хис-тойғо биҙәктәре биреп ҡулланыу телдең тарихи үҫешендә обьектив формалашҡан һәм үҫкән, айырым система рәүешендә йөрөтөлгән стиль төрҙәрен барлыҡҡа килтерә. Уларҙы лингвистика функциональ стилдәр тип йөрөтәләр.

Хәҙерге башҡорт әҙәби телендә йәнле һөйләү, фәнни, рәсми, публицистик һәм художестволы стилдәр булыуын билдәләйҙәр[5].

Стилдәре классификациялағанда, ҡайһы бер дөйөм моменттарға иғтибарҙы бүлергә мөмкин.

Беренсенән, бөтә стилдәрҙең дә нигеҙендә дөйөм ҡулланылышлы лексика, әҙәби телдә ҡабул ителгән грамматик нормалар ята. Бер стиль дә әҙәби тел нормаларынан, уларҙың сиктәренән аша сығып китмәй, ә шул телдәге һүҙҙәрҙе, фонетик, фразеологик, синтаксис, орфоэпик, орфографик һәм пунктуацион сараларҙы файҙалана.

Икенсенән, һөйләү телмәре стиленә билдәле тыңлаусының булыуы шарт. Һөйләүсе менән тыңлаусы (йәки аралашыусылар) араһында үҙ-ара тығыҙ бәйләнеш булғанлыҡтан, ул күп осраҡта диалогик телмәрҙә, ә ҡәтғи стилдәр – монологик телмәрҙә файҙаланыла, йәғни йәнле һөйләү стиле һөйләү формаһында, ә ҡәтғи стилдәр – яҙыу формаһында ҡулланыла[6].

Өсөнсөнән, тойғоло булыу-булмау яғынан да стилдәр араһында оҡшаш һәм айырмалы һыҙаттар бар. Һөйләү телмәре, публицистик һәм художестволы стилдәр эмоциональ-экспрессив элементтарға бик бай, ә ҡәтғи стилдәрҙә эмоциональ-экспрессив моменттар бик күҙгә ташланып бармай, бында информация битараф рәүештә хәбәр ителә.

Аҙаҡ килеп, шуны ла әйтергә кәрәк: стилдәрҙе бүлеп тороусы сиктәр ҙә тотороҡло түгел. “Стилдәрҙең бөтәһенә лә дөйөм булған тел саралары менән бер рәттән, билдәле бер стилдең үҙенсәлекле элементтары башҡа стилдәрҙә специфик характерҙа ҡулланыла алалар[7]”.

Башҡорт әҙәби теленең функциональ стилдәре түбәндәгеләр менән характерлана.

Йәнле һөйләү телмәре стиле:

1) Ҡулланыу дәирәһе: таныш кешеләрҙең үҙ-ара ирекле әңгәмәһе, фекер алышыуы.

2) Телмәрҙең маҡсаты – аралашыу.

3) Стиль һыҙаттары: тел сараларын һайлауҙа һәм ҡулланыуҙа сағыштырмаса иреклелек, хис-тойғоларҙың асыҡ сағылыу.

4) Тел саралары: дөйөм ҡулланлышлы һәм хис-тойғо лексикаһы, кәм һөйләмдәр, өндәш һүҙҙәр, тура телмәр һ. б.

Фәнни стиль:

1) Ҡулланыу даирәһе: фәнни хеҙмәттәр, фәнни темаларға сығыш яһау, дәреслектәр.

2) Маҡсаты – предмет, күренештәр тураһында хәбәр итеү, фәнни нигеҙләүҙәрҙе иҫбатлау.

3) Стиль һыҙаттары: телмәр дөйөм-абстракт характерҙа, логик эҙмә-эҙлелекте төҙөлә, иҫбатлауҙар килтерелә.

4) Тел саралары: фәнни терминдар, ҡушма конструкциялар, исем ҡылымдар, сәбәп-һөҙөмтә теркәүестәре һ. б.

Рәсми стиль:

1) Ҡулланыу даирәһе: төрлө документтар, эш ҡағыҙҙары, инструкциялар.

2) Маҡсаты – бөтә кеше өсөн практик әһәмиәте булған мәғлүмәттәр, күрһәтмәләр биреү.

3) Стиль һыҙаттыра: тойғоһоҙ, рәсми телмәр, йыйнаҡлыҡ.

4) Тел саралары: рәсми-китап һүҙҙәре, телмәр ҡалыптары (ҡарар ҡабул итеү, урман полосалары, эре мөгөҙлө малдар һ. б.); тарҡау хәбәр һөйләмдәр, сәбәп-һөҙөмтә теркәүестәре, тейешлек модаллеге һ. б.

Публицистик стиль:

1) Ҡулланыу даирәһе: гәзит-журнал мәҡәләләре, митингылар, йыйылыштарҙа сығыштар.

2) Маҡсаты – уҡыусыларға, тыңлаусыларға тәҫьир итеү, билдәле ҡараш тәрбиәләү.

3) Стиль һыҙаттары: тойғоло телмәр, саҡырыу, юғары патетика һ. б.

4) Тел саралары: эмоциональ-экспрессив һәм ижтимағи-сәйәси лексика; тойғоло һорау һәм өндәү һөйләмдәр; ҡабатлауҙар, телмәр ҡалыптары (аҡ халатлы кешеләр, прилавка эшселәре, һуғыш суҡмарҙары һ. б.); антитеза, параллелизм һ. б.

Тағы ла публицистик стильдең лексикаһы тураһында Н. Сәлимов ошоларҙы әйтә: “Публицистик стилдә лексик-семантик хаталарҙы төҙәтеү, фекерҙе белдереүҙең отошло вариантын һайлап алыу ҙур әһәмиәткә эйә[8]. Уйнап һөйләһәң дә, уйлап һөйлә, тигән мәҡәл публицистикала айырыуса актуаль яңғырай. Телмәрҙә яңылыш йәки урынһыҙ ҡулланылған бер һүҙ әйтеләһе фекерҙе юҡҡа сығарыу ғына түгел, бәлки бөтә сығыштың, әҫәрҙең бәҫен төшөрөргә мөмкин[9]”.

Күркәм (художестволы) стиль:

1) Ҡулланыу даирәһе: әҙәби әҫәрҙәр.

2) Маҡсаты – тормош күренештәрен образлы һүрәтләү, кешеләргә эмоциональ-эстетик йоғонто яһау.

3) Стиль һыҙаттары: конкретлыҡ, образлылыҡ, тойғоло булыу.

4) Тел саралары: конкрет йөкмәткеле һәм күсерелгән мәғәнәле һүҙҙәр: хис-тойғо лексикаһы; тойғоло хәбәр, өндәү, һорау һөйләмдәр, тиң киҫәкле конструциялар[10] һ. б.

Date: 2015-10-18; view: 2340; Нарушение авторских прав; Помощь в написании работы --> СЮДА...



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.006 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию