Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Илми стиль үҙенсәлектәре





Ғилми йəки фəнни стилдең нигеҙендə теге йəки был телдең төп һүҙлек фонды менəн грамматик төҙөлөшө ята. “Ғилми стилдə, - ти проф. А.Ф.Ефремов, махсус терминологик лексика билдəлəүсе ролде уйнай”[29]. Тимəк, был стилдə һəр бер фəнгə хас булған һүҙҙəр менəн терминдар өҫтөнлөк итə. Əйтəйек, физика фəнендə “электр, атом, молекула, индукция, генератор, ток, резонанс, энергия, микроскоп, телескоп” кеүек һүҙҙəр; математика билдəлəүсе мөһим компонент итеп иҫəплəйбеҙ. Ғилми стилдең йəнə бер үҙенсəлеге шунан тора: фəнни хеҙмəттəрҙə һөйлəмдəр ике составлы йыйнаҡ йəки тарҡау була, уларҙа һүҙҙəрҙең ҡəҙимге тəртибе һаҡлана, инверсия бик һирəк осрай, бер составлы атама һөйлəмдəр ҡулланылмай тиерлек. Тағы ғилми əҙəбиəттə авторҙың мөнəсəбəтен белдереүсе “ахыры, буғай, бəлкем, бынан тыш, моғайын, тимəк, шулай итеп, ғөмүмəн, əйтəйек, əлбиттə, минеңсə, беҙҙеңсə” инеш һүҙҙəре ҙур ғына урын билəй. Был инеш һүҙҙәрҙе М. Бураҡаеваның “Тормош һабаҡтары” дәреслектәрендә йыш осратыға була. Миҫалдар: Тимәк, айырым кешеләрҙең генә түгел, ә бер милләт кешеләренә хас булған милли холоҡтоң барлығын фәндең төрлө өлкәһендә тикшеренүҙәр алып барыусы ғалимдар ҙа таный. Күреүегеҙсә, милли холоҡ тормоштоң төрлө осраҡтарында төрлөсә сағылыш таба ("Тормаш һабаҡтары": юғары класс уҡыусылары өсөн эстетик тәрбиә биреү буйынса ҡулланма / М. С. Бураҡаева. - Өфө: Китап, 2011. – 118-се бит). Тик уларҙы саманан тыш йыш ҡулланып, “паразит” һүҙҙəргə əүерелеүҙəренə юл ҡуйырға ярамай. Һүҙ ыңғайында шуны ла əйтергə кəрəк: ҡайһы бер ғалимдар фəнни терминдарҙы үҙҙəренең мəҡəлə, хеҙмəттəренə тыңҡыслап тултырырға тырыша, һөҙөмтəлə бындай ғилми əҙəбиəтте аңлауы бик ҡыйынлаша. Бер төркөм фəн кешелəре “ғилми эште фəҡəт юғары белемле белгестəр генə аңлай алырға тейеш” тигəн хата ҡарашта тора. Бындай фекерҙе тик үҙенең “ғалимлығына” ғашиҡ булған бəндəлəрҙең генə яҡлауы мөмкин. Ысын ғалимдың бөйөклөгө – уның ябайлығында! Ломоносов, Дарвин, Менделеев, Тимирязев, Павлов кеүек ғалимдарҙың фəнни хеҙмəттəреҙ юғары белемле кешелəр генə түгел, ə мəктəп уҡыусалыра ла яҡшы аңлай. Үрҙә һанап үтелгән ғалимдарҙың рәтенә М. Бураҡаеваның ғилми хеҙмәттәрен дә индерергә була. М. Бураҡаева ғалимә булараҡ ижад ителгән дәреслектәре һәр кем өсөн асыҡ, аңлайышлы.

В.Ш. Псәнчин: “...Фәнни телмәрҙең фразеологияһы ла үҙенсәлекле. Унда идиомалар, мәҡәлдәр, әйтемдәр, тапҡыр һүҙҙәр киң таралмаған,”[30] – тиһә лә, М. Бураҡаеваның “Тормош һабаҡтары” дәреслектәрендә идиомалар, мәҡәлдәр, әйтемдәрҙе йыш осратабыҙ. Күпселек, хатта ғалимә ошо үрҙә һаналып киткән башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадына бәйләнгән халыҡ ынйыларына таянып ижад итә. Миҫалдар: Аҡыллы тигәнең маҡтана башлаһа, тинтәк тип иҫәплә. Аҡыллының аҡылы йөрәгендә, тиленеке – телендә. Кәперенеү күркәгә килешә. Айға үрелгән – нурға күмелгән. Булмаҫтайҙы буйлатма һ.б. ("Тормаш һабаҡтары": юғары класс уҡыусылары өсөн эстетик тәрбиә биреү буйынса ҡулланма / М. С. Бураҡаева. - Өфө: Китап, 2011. – 76-77-се биттәр).

Фәнни әҙәбиттә күпселек тасуирлауҙарҙа хәбәр һөйкәлешенең хәҙерге заман, төшөм йүнәлешенең хәҙерге заман ҡылымдары йыш файҙаланыла. Ул шуның менән аңлатыла: ундай формалағы ҡылым предметтың даими үҙенсәлеген (фәнни закондарҙы, ҡағиҙәләрҙе, законлылыҡтарҙы) белдерә; ул төр ҡылымдар шулай уҡ тикшеренеү барышын, иҫбатлауҙы һ.б. һүрәтләгәндә лә файҙаланыла. Миҫал: Өфө авиация-техник университетында кешенең биояланы ҡеүәтен һәм уның энергетик үҙәген иҫәпләп сығара торған прибор уйлап тапҡандар. Уның ярҙамында картограмма төҙөп, кешенең холоҡ-фиғелен билдәләп була. Был иһә медиктар өсөн бик ҡиммәтле мәғлүмәт бирә – уның буйынса сирҙең характерын билдәләргә мөмкин. Биояланда ҡалҡып торған өлөш кеше организмында ниндәйҙер сир барлыҡҡа килеүен аңғартһа, батыңҡы өлөшө шеш барлығын күрһәтә ("Тормаш һабаҡтары": юғары класс уҡыусылары өсөн эстетик тәрбиә биреү буйынса ҡулланма / М. С. Бураҡаева. - Өфө: Китап, 2011. – 116-сы бит).

Əгəр художестволы хеҙмəттəрҙə диалог менəн тура телмəр киң урын билəһə, фəнни хеҙмəттəрҙə беҙ уларҙы бөтөнлəй күрмəйбеҙ, сөнки бында персонаждар юҡ, һəм бөтə ғилми китап башынан аҙағына тиклем бер автор тарафынан яҙыла, шунлыҡтан ул монографик əҫəр тип йөрөтөлə. Йыйып əйткəндə, ғилми стилдең нигеҙендə теге йəки был телдең төп һүҙлек фонды менəн грамматик төҙөлөшө ята, был стилдə махсус фəнни терминдар өҫтөнлөк итə, берəй фактты, процесты, күренеште аңлатыусы, дəлиллəүсе, раҫлаусы, иҫбат итеүсе ике составлы ябай һөйлəмдəр менəн аналитик теҙмə һəм эйəртеүле ҡушма синтаксик конструкциялар киң файҙаланыла, улар ғилми стилдең үҙенсəлеген билдəлəй; əгəр художестволы стилдə диалект һəм һөйлəш һүҙҙəре урын алһа, был стилдə диалектизмдар бөтөнлəй ҡулланылмай, сөнки бында əҙəби тел нормаларын эҙмə-эҙ һаҡлау талап ителə.

 

Date: 2015-10-18; view: 748; Нарушение авторских прав; Помощь в написании работы --> СЮДА...



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.005 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию