Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Морфологияның (исем һүҙ төркөмөнөң) стилистик үҙенсәлектәре





Исемдәрҙең төп лексик-грамматик мәғәнәһе итеп предметлыҡты белдереү иҫәпләнә. Предметлыҡ тигәндә йәнле һәм йәнһеҙ предметтарҙың атамалары, кешеләр, абстракт төшөнсәләрҙең атамаһы: кеше, бүре, мәктәп, икмәк, дәфтәр, ҡәләм, китап булыу менән бергә төрлө күренештәрҙең, тороштоң: ел-дауыл, һалҡынлыҡ, яуызлыҡ, йәшлек; юҡлыҡ, мөхәббәт, яҙмыш, яҙыу һ. б.; төрлө һөнәр: гармунсы, һунарсы, врач, офицер, хат ташыусы, ашнаҡсы, фермер, инженер һ. б.; иҫәп-хисап атамалары булып йөрөйҙәр: унлыҡ, иллелек, йөҙлөк һ. б.күҙ уңында тотола. Кем? Нимә? Һорауҙарына яуап бирәләр.

Грамматик категорияларҙан исемдәргә һан (күплек), эйәлек, хәбәрлек, килеш, субьектив баһа категориялары хас.

Яһалышы буйынса исемдәр тамыр, яһалма, ҡушма, парлы, ҡыҫҡартылған ҡушма исемдәргә бүленәләр. Исемдәрҙең яһалышында йышыраҡ -сы/-се, -лыҡ/-лек, -ма/-мә, -даш/-дәш, -ыс/-ес аффикстары ҡулланыла.

Исемдәр һөйләмдә бөтә синтаксик функцияларҙы ла (эйә, хәбәр, аныҡлаусы, тултырыусы, хәл) үтәп йөрөй алалар. Үҙенең лексик-грамматик йөкмәткеһенә ярашлы, был һүҙ төркөмө, башлыса, эйә һәм тултырыусы вазифаларын башҡара.

Уртаҡлыҡ исемдәр бер төрлө предметтарҙың, шәхестәрҙең (кешеләрҙең), предметлыҡтың төшөнсәһен белдергән билдәләрҙең, хәл-ваҡиғаларҙың дөйөм атамаһы рәүешендә ҡабул ителә. Әйтәйек, йылға, эт һүҙҙәре ысынбарлыҡтағы бөтә йылғаларҙың (ҙур, бәләкәй, тәрән, мул һыулы һ.б.), мәҫәлән: Йылға буйҙарында үҫкән әрем, еләк, шалфей, тимьян, сейә сәскәләренән шифалы еҫ аңҡый (М. Бураҡаева, “Дала моңо”); эттәрҙең (ҡарт, көсөк, арлан, кәнтәй, пародлы, һунар һ.б.) атамаһы булып күҙҙалланырға мөмкин.

Яңғыҙлыҡ исемдәр, киреһенсә, конкрет предметты, обьектты, кешене, ниндәйҙер тәбиғәт күренештәре исемен башҡалаларынан айырып йөрөтөү маҡсатында килә. Яңғыҙлыҡ исемдәр кешенең исем-фамилияларын М. Бураҡаева үҙенең әҫәрҙәрендә: Лев Николаевич Толстой һөйләүе буйынса үҙенә таныш булмаған Кәрәлек буйҙарын, ни өсөндөр күңеленә бик-бик яҡын иткән халыҡты шулай күҙалланы Вера, графиня Вера Сергеевна Толстая (М. Бураҡаева, “Дала моңо”); йорт хайуандары ҡушаматтарын (Аҡтырнаҡ, Бөйрәкәй, Турыҡай), ер-һыу һәм административ-территориаль бүленеш: Минең Һамарҙа башҡорттарым бар ине, аталы-уллы, фарсы көйҙәренә тартым көйҙәр йырлай торғайнылар (М. Бураҡаева, “Дала моңо”), Данлыҡлы Ырымбур шәлдәре – башҡорт ҡатындары бәйләгән дебет шәл бит инде. Күбеһе шул Ырымбурға алып бара (М. Бураҡаева, “Йәнтөйәк”); ваҡытлы матбуғат, нәфис әҙәбиәт, сәнғәт әҫәрҙәре, төрлө командалар атамаларынан: Һылыу дивизияның “Ҡыҙыл атлылар” газетаһына мәҡәлә яҙырға тейеш ине. “Бала ҡарға” йырының легендаһында һүрәтләнгән ҡатындан башларға ла “Йәнтүрә хикәйәһе” ндә туҡтарға. (М. Бураҡаева, “Һылыуҡай”) һ. б. үҙ эсенә ала. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙең ҡулланылышы, шулай уҡ, әҙәби әҫәрҙә лә йыш һәм яҙыусының (йәки әҫәрҙә барған геройҙың) тыуған яғына, йәшәгән мөхитенә ҡағылышлы ла булырға мөмкин. Мәҫәлән, Һин тыуып үҫкән ауылды – Ҡыйғыны, тулҡын-тулҡын сәстәреңде йыуып үҫтергән Ҡарайылғаны күргем килә, Һылыуҡай, гөлөм, зәңгәр күҙем. (М. Бураҡаева, “Һылыуҡай”). Тәбиғәтте һаҡлау буйынса комиссия председателе – Йәнтөйәктән ферма мөдире, һауынсы ҡыҙ кеше булды байтаҡ йылдар (М. Бураҡаева, “Йәнтөйәк”).

Әҫәрҙәрҙә, шулай уҡ, йорт хайуандарының, кейек-януарҙарҙың ҡушаматтары лы яңғыҙлыҡ исем менән бирелә: Һәм көнө еткәс Аҡтырнаҡ һәр ҡайһыһы ҡуш йоҙроҡ ҙурлығындай өс көсөк килтерҙе... (Ә. Әминев “Бүре балалары”).

Күплек аффиксын ҡабул иткән яңғыҙлыҡ исемдәр мәғәнәһе менән уртаҡлыҡ исемдәргә ҡарай:. Бик һағындым әле, Һылыу, Өфөнөкөләрҙе лә, Ҡазандыҡаларҙы ла (М. Бураҡаева, “Һылыуҡай”). [11]

Исемдәрҙең билдәлелек һәм билдәһеҙлек категорияларына килгәндә, был категория, ҡағиҙә булараҡ, тел ғилемендә логик категориялар рәтендә ҡарала. Билдәлелек-билдәһеҙлек төшөнсәһенең, артиклдәр менән белдереүсе роман-герман телдәренән айырмалы рәүештә, төрки телдәрҙә, шул иҫәптән башҡорт телендә лә, уның үҙенә генә хас грамматик формалары, махсус морфологик күрһәткестәре юҡ.

Башҡорт телендә билдәлелек һәм билдәһеҙлекте күрһәтеү өсөн, башлыса, лексик (күрһәтеү һәм билдәһеҙлек алмаштары) һәм грамматик (бүтән грамматик категорияларҙың формалары) саралар ҡулланыла.

Лексик саралар рәтендә билдәһеҙлек мәғәнәһен биреүсе бер һүҙе айырылып тора: коридорҙан бер кеше(кем икәне билдәһеҙ) китеп бара; бер ағай (кем икәне билдәһеҙ) алып ҡайтырға булды; бер ваҡыт (ҡасан икәне билдәһеҙ) карауатымдан осоп төштөм, һабан туйында бер ат (ниндәй ат икәнлеге әлегә билдәһеҙ) менән мине лә сабыштырырға уйлайҙар һ. б.

Берәй һүҙе лә ошо уҡ мәғәнәлә ҡулланыла: берәй ваҡыт (ҡасан да булһа) һиндә мине иҫеңә төшөрөрһөң; берәй яңылығың (ниндәй ҙә булһа) бар инеме әллә; берәй е рҙә (ҡайҙалыр) аҙашып, илап ултыралыр һ. б.

Билдәһеҙлек алмаштары (кемдер, ниҙер, ҡасандыр, ниндәйҙер, ҡайһылыр, ҡайҙалыр, нимәлер һ. б. ), мәғәнәләренә ярашлы, шулай уҡ төрлө шәхестәрҙең, предметтарҙың, ваҡиғаларҙың башҡарылыу ваҡытының йәки урынының билдәһеҙлегенә баҫым яһайҙар: Бер аҙҙан уны ниндәйҙер ҡыштырлау һиҫкәндереп ебәрҙе. Улар тағы ла ниҙер һөйләшә-һөйләшә бер-нисә семтем генә тәмәкене бүлешеп һурып ҡалды; Һылыу машиналар туҡтатырға китте. Һылыу, Тәүфиҡтың йөҙөнә ҡарап, тағы ниҙер булғанлығын, әйтергә теле әйләнмәгәнлеген тойҙо. (М. Бураҡаева, “Һылыуҡай”).

Күрһәтеү алмаштары (ошо, был, теге, шул, бынау һ. б. ), киреһенсә, билдәлелек күрһәткесе булып йөрөйҙәр: Ауыр тынлыҡтан һуң хатта ошо тауыш та еңеллек өҫтәне Һылыуға, ләкин шунда уҡ ҡурҡыу алды. Мин, Һылыуым, был юлы айырым ҡыуыш ҡороп торманым инде. Бер ҡарауға йыртып ҡына ырғытылған кеүек таушалып бөткән таушалып бөткән ҡағыҙ киҫәге ошо минутта Һылыуға шул тиклем ҙур шатлыҡ килтерҙе, уның өсөн ошонан да ҡәҙерлерәк нәмә юҡ ине (М. Бураҡаева, “Һылыуҡай”).

Күплек аффикстары –лар/-ләр, -дар/-дәр, -ҙар /-ҙәр, -тар/-тәр, башлыса,билдәһеҙлек төшөнсәһен бирәләр: әсәләр, ултырғыстар, бәпәйҙәр. Әммә берлек һанда тороусы исемдәрҙең дә, күплек мәғәнәһен белдереп, билдәһеҙлекте күрһәтеүе мөмкин. Әсәйҙәр, киләсәк хаҡына (М. Бураҡаева, “Һылыуҡай”). Салбарҙарын үтекләп, аяҡ кейемдәрен ялтыратып, ап-аҡ күлдәк кейеп, галстук тағып килде (М. Бураҡаева, “Йәнтөйәк”).

Эйәлек категорияһының 1-се һәм 2-се зат формаларына билдәлелек төшөнсәһе хас булһа, 3-сө затҡа билдәһеҙлек мәғәнәһе яҡыныраҡ: китабым (китаптың минеке икәнлеге беленә), күлдәгең (күлдәктең һинеке икәнлеге беленә), сумкаһы (сумканың кемдеке икәнлеген аныҡ ҡына билдәләп булмай) һ. б.

Билдәлелек һәм билдәһеҙлек мәғәнәһе айырыуса килеш категорияһы менән тығыҙ бәйле: эйәлек, төбәү һәм төшөм килештәрҙең билдәле һәм билдәһеҙ формалары булыуы – быға асыҡ дәлил. Атап үтелгән килештәрҙең билдәле формалары тыңлаусыға йәки уҡыусыға яҡшы таныш булған конкрет кешеләр, объекттар, эш-хәлдәр хаҡында бәйән итә, ә билдәһеҙ формаларында был күҙәтелмәй, ниндәйҙер дөйөмләштереү һиҙелә: өләсәйҙең тәрбиәһе – өләсәй тәрбиәһе, китапты уҡыным – китап уҡыным.

Башҡорт телендә, башҡа күпселек төрки телдәрҙәге кеүек үк, һан категорияһы берлек һәм күплек формаларында тороусы исемдәрҙе һәм исемләшкән һүҙҙәрҙе белдерә.

Берлек формаһының махсус грамматик күрһәткесе юҡ, ул морфологик саралар ярҙамында бирелмәй. Берлек мәғәнәһе тик контекста ғына билдәләнә. Күплек аффиксы ҡушылмаған һәр һүҙ берлек формаһында тора, тип әйтеү дөрөҫ түгел. Мәҫәлән, кәнфит һүҙе контекстҡа ҡарап “бер кәнфит” төшөнсәһен биргән кеүек, “күп кәнфиттәр” мәғәнәһендә лә ҡулланыла ала: Лилиә кәнфит ашап ултыра. Өҫтәлгә күп итеп кәнфит һәм башҡа бик күп тәм-томдар өйөлгән.

Берлек һанын билдәләүсе лексик сара итеп ниндәйҙер кимәлдә бер һүҙен күрһәтергә була: Бер генә йотом һыуы ла һыуһынды ҡандыра торғайны (М. Бураҡаева, “Көҙгө ысыҡ”). Һылыу бер быуа илап алғас, шул тиклем тынысланды, йоҡоға талыуын үҙе лә һиҙмәне (М. Бураҡаева, “Һылыуҡай”). Әммә был осраҡта бер һүҙенең күп функциялы икәнлеген дә хәтерҙән сығарырға ярамай: беренсенән, ул берлек һанының махсус күрһәткесе булып йөрөй ала; икенсенән, башҡа һан төркөмсәләре менән бер рәттән, төп һан сифатында сығыш яһарға мөмкин; өсөнсөнән, уны билдәһеҙлек күрһәткесе итеп тә ҡабул итәләр.

Күплек формаһы предметтарҙың, заттарҙың берҙән артыҡ булыуын күрһәтә. Башҡорт телендә, ҡағиҙә булараҡ, күплек һанының ике төрөн айырып йөрөтәләр: индивидуаль күплек һәм коллектив күплек.

Индивидуаль күплек бер үк билдә буйынса берләшкән бер иш предметтарҙың йыйылмаһын аңлата: кешеләр, үҫентеләр, йәнлектәр: Йондоҙҙар кем өсөн ҡабына ла, сәскәләр кем өсөн уяна һуң, ҡыҙҙар! (М. Бураҡаева, “Көҙгө ысыҡ”). Таштар ҙа, кәртәләр ҙә юҡ (М. Бураҡаева, “Көҙгө ысыҡ”). Быны күреү менән, Ғайсарҙың ҡолағында таныш бер моң сыңлап үткәндәй, күңелен торналар киткән саҡтағы моңһоулыҡ биләп алғандай, нимәлер көтмәгәндә зиһенен тарҡатып ебәргәндәй булды (М. Бураҡаева, “Йәнтөйәк”). Әммә беҙҙең ҡайһы бер етәкселәребеҙ был эшкә эйәрсән мәсьәлә тип ҡарайҙар, иң һуңғыһы, үтәлмәһә лә ярай торған планға ҡуялар: быуаларҙа, йылғаларҙа, күлдәрҙә балыҡ үрсетеүгә ҡырҡа ҡаршы киләләр, шул уҡ ваҡытта береһе лә йылға балығынан баш тартмай (М. Бураҡаева, “Йәнтөйәк”).

Коллектив күплек билдәһе яғынан айырылған төрлө шәхестәрҙең бер төркөмгә ойошоуын күрһәтә: Ҡунаҡтар бер юлы ғынайыйылышты ла инеп тә урынлашты. Шәмсиә килгәндә, ҡыҙҙар быҙауҙарын ашатып, яланға ҡыуалар ине (М. Бураҡаева, “Көҙгө ысыҡ”). Уны һәр саҡ ҡара күк төҫтәге махсус кейемдә күреп өйрәнгән ауылдаштарының күҙенә тиҙ эленде был үҙгәреш; осратҡандар сәйерһенеберәк ҡарап ҡалдылар (М. Бураҡаева, “Йәнтөйәк”). Венгрҙар, үҙҙәренең бәләкәй генә илдәрендә балыҡ үрсетеп, хатат сит илдәргә лә сығарып һаталар. Ә япондар һәр уңайлы һәм уңайһыҙ урынды быуа өсөн файҙалана (М. Бураҡаева, “Йәнтөйәк”).

Хәҙерге башҡорт әҙәбиттеленең яҙма телендә исемдәрҙең грамматик һан төшөнсәһен биреү өсөн бер нисә фонетик варианттан торған күплек аффикстары бар. Исемдәр ниндәй өнгә ҡарап түбәндәгесә килә:

1. -лар, -ләр – һуҙынҡы өндәргә бөткән исемдәр өсөн: кешеләр һ. б.

2. -тар, -тәр – һаңғырау тартынҡыларғы һәм үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә яңғыраулы б, д, г, в тартынҡыларына бөткән исемдәр өсөн, мәҫәлән: штаб-тар, склад-тар, флаг-тар; дөрөҫ әйтелеше: штап-тар, склад-тар, флак-тар һ. б.

3. –дар, -дәр – сонор л, м, н, ң өндәренә бөткән исемдәр өсөн;

4. ҙар, -ҙәр – р, й, ҙ һәм ярым тартынҡы у, ү (уы, үе) өндәренә һәм үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә и өнөнә бөткән һүҙҙәр өсөн, мәҫәлән: ҡыр-ҙар, бейәләй-ҙәр, ҡаҙ-ҙар; коньки-ҙар, Ғәли-ҙәр, такси-ҙар һ. б.[12]

Күплек аффиксы ҡушылған абстракт исемдәр конкрет предмет мәғәнәһен алалар: Башҡорттоң оҙон көйҙәрен, бөгөлөштәрен тулҡынландырып-тулҡынландырып, үҙәгеңдең әллә ҡайһы ерҙәренә үтеп, йөрәгеңдәге үҙеңдән дә йәшергән серҙәреңде аҡтарып сығарып һулҡылдатып ҡуя ине уның йыры (М. Бураҡаева, “Көҙгө ысыҡ”). Ҡәйнәһенең хатын уҡығас, ҡайғылары яңырҙы (М. Бураҡаева, “Һылыуҡай”).

Яңғыҙлыҡ исемдәргә (кеше исемдәренә, фамилияларына һ. б.), туғанлыҡ терминдарына күплек аффиксы ялғанғанда, һүҙ барған шәхес (зат) һәм уның әйләнә-тирәһендәгеләр бер бөтөн (ғаилә, дуҫтар, яҡындар һ. б.) булып күҙ алдына баҫа: Туғандарымдан, ауылымдан, ер-һыуымдан айырылып нимә таптым? (М. Бураҡаева, “Көҙгө ысыҡ”).

Административ берәмек атамаларына ҡушылған күплек аффиксы ошо тирәлә йәшәгән кешеләр төркөмөн аңлата: Йәки Һылыу Ҡыйғылар менән осраша. (М. Бураҡаева, “Һылыуҡай”).

Ә парлы һүҙҙәр үҙҙәренең тәбиғәте буйынса йыйылма күплекте аңлаталар: Шәмсиә иртәгәһен иренә ашарға ҡуйҙы ла йорт эштәренә тотондо: һыйырын көтөүгә ҡыуҙы, быҙауын ашатырға ебәрҙе, ҡош-ҡортон ҡараны, әсетергә ҡуйған ҡамырын баҫты, мейесенә утын әҙерләп һалды лафермаға йүгерҙе (М. Бураҡаева, “Көҙгө ысыҡ”).

Парлы исемдәргә күплек аффиксы ҡушылған хәлдә төрлө предметтарҙың, кешеләрҙең, күренештәрҙең һ. б. берләшмәһе күҙ уңында тотола: гәзит-журналдар, ата-әсәләр; Ҡайны-ҡәйнәһе киленде бик яратты (М. Бураҡаева, “Көҙгө ысыҡ”). Аҙыҡ-түлек резервтарын файҙаланырға һәр саҡ әҙербеҙ, депутат иптәштәр (М. Бураҡаева, “Йәнтөйәк”).

Күплек һанының лексик ысулы һүҙҙең үҙенең мәғәнәһендә (семантикаһында) күплек идеяһы ятыуына баҫым яһай, был айырыуса йыйыу, абстракт мәғәнәләге исемдәргә ҡағыла: аҡса, икмәк: Өй беренсә тиерлек кемдән – икмәк, кемдән – картуф, тоҙланған йәшелсә-маҙар йыйып алды ла кире ашыҡты (М. Бураҡаева, “Һылыуҡай”).

Күплек формаларының лексик ысул менән яһалыуы шунан ғибәрәт: һаналыусы объекттарҙың (предметтарҙың, заттарҙың, күренештәрҙең һ. б.) алдына иҫәпте күрһәтеүсе һүҙҙәр (төп, сама, бүлем һандары, күләм-дәрәжә рәүештәре, билдәһеҙлек алмаштары) ҡуйыла: ун кеше, егерме-егерме биш ҡыҙ, алтышар студент, күп халыҡ, әллә күпме себештәр: Уның күкрәгендә I дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, бик күп миҙалдар балҡый. Ә Һылыу йөҙҙән ашыу яралы менән ҡалырға машина табып, уларҙы оҙатып бөткәс кенә, үҙ эскадронын ҡыуып етергә тейеш ине (М. Бураҡаева, “Һылыуҡай”). Ғайсар өҫтәлгә мул итеп күстәнәстәр һалды (М. Бураҡаева, “Йәнтөйәк”).

Башҡорт телендә, башҡа төрки телдәрҙәге кеүек үк, тик күплектә генә ҡулланыусы исемдәр юҡ. Ҡағиҙә булараҡ, түбәндәге лексик-семантик төркөмсәләргә ҡараған исемдәргә күплек аффиксы ялғанмай:

а) һөнәр, шөғөл, хужалыҡ тармаҡтары атамаларына: урмансылыҡ, игенселек, ҡортсолоҡ, балыҡсылыҡ һ. б.: Зәйеттең олатаһы Бәхтейәр ҡарт ғүмер-ғүмергә балыҡсы булды (М. Бураҡаева, “Йәнтөйәк”);

б) йәмғиәт ҡоролошоноң баҫҡыстары атамалары булып йөрөгән фашизм, капитализм, социализм, коммунизм һ. б. тибындағы исемдәргә: Коммунист кешенең һүҙе менән эше айырылғыһыҙ берҙәм булырға тейеш... (М. Бураҡаева, “Йәнтөйәк”). Бығаса тәбиғәткә ҡарата бындай аяуһыҙ ҡараш сит илдәрҙә генә, аҡса, килем, табыш артынан ҡыуыусы капиталистарҙа ғына тигән фекер менән йәшәй ине һәм паркта йөрөгән саҡтарында ырғытылған быяла ватыҡтарына, сүп-сарға, һындырылған ағас ботаҡтарына йәне әрней ине (М. Бураҡаева, “Йәнтөйәк”).

Ысынбарлыҡтағы төрлө материалдарҙың, объекттарҙың, шыйыҡлыҡтарҙың, металдарҙың һ. б. атамалары булып йөрөгән исемдәр ҙә берлек йәки күплек формаларын ҡабул итмәй. Уларға күплек аффиксы ҡушылған осраҡта түбәндәге модаль мәғәнәләр күҙәтелә:[13]

а) теге йәки был әйберҙең бер нисә төрө, сорты: Итле аш, май, шәкәр өҙөлмәй (М. Бураҡаева, “Һылыуҡай”);

б) теге йәки был нәмәнең күп, ҙур күләмдә булыуы: Зәйет, ҡапҡаһына бик һалды ла, мотоциклы багына бензин ҡойҙо, шунан иртә генә барып ауыҙарҙы тейәп алырға ла, ярай, ни эшләйһең, тотоп бирермен бер ун килограмм, тип уйлап, йоҡларға ятҡайны, әллә ниндәй бер тойғо күңелен болоҡһотоп ебәрҙе (М. Бураҡаева, “Йәнтөйәк”);

Ымһыныуҡайҙарым бушҡа булған.

Уң аяғым өҙөк, балаҡ буш (М. Бураҡаева, “Һылыуҡай”);

в) билдәле бер нәмәнең ҙур арауыҡҡа таралыуы: Булды бит минең бәхетле минуттарым (М. Бураҡаева, “Һылыуҡай”);

г) теге йәки был әйберҙең ниндәй материалдан эшләнеүе: Башҡорт ҡатын-ҡыҙының өҫ кейемдәрен баҡыр тәңкәләр менән биҙәйҙәр (“Бәйләнештә”, “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы”).

Date: 2015-10-18; view: 2481; Нарушение авторских прав; Помощь в написании работы --> СЮДА...



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.006 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию