Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Эмоционаллек һәм экспрессивлыҡ категорияһы сараларының М. Бураҡаева әҫәрҙәрендә ҡулланылышы





Артабан, Мәрйәм Бураҡаеваның әҫәрҙәренән алынған тел һәм стиль үҙенсәлектәрен билдәләүсе стилистик күренеш – эмоционаллек һәм экспресивлыҡ категорияһы сараларының киң ҡулланылыуында күренә. Телдең бындай саралары романда тел үҙенсәлеген билдәләй. Был осраҡта яҙыусы ыңғай һәм кире персонаждарҙы психологик ҡылыҡһырлау ниәтенән эмотив лексемаларҙы, ҡылымдарҙың модаль формаларын, риторик өндөү һәм риторик һорау һөйләмдәрҙе киң файҙалана. Мәҫәлән, М. Бураҡаева, геройҙарының уйланыуҙарын, ҡыуаныуҙарын, ҡайғыларын һ. б. тойғоларын ошо риторик өндәү һәм һорау һөйләмдәр аша сағылдыра: Мускулдары тимер сыммы ни! Салғыһын һелтәгән саҡта уйнап торор ине! “Ай ҡояштан нурҙар ала” хикәйәһендә Ғәйшә Нурлығаязынан һоҡланыуын бер-бер артлы ҡулланылған риторик өндәүҙәр менән белдерә, артабан да ҡатындың һөйөклөһөнә булған һоҡланыуҙары бер-бер артлы бирелгән риторик өндәүҙәр менән һүрәтләнә: Ана, һинең атлап китеүҙәрең! Шул уҡ һын! Шул уҡ атлау! Йәки Ғәйшәгә һөйгәне янында булғанда тәбиғәт тә мөхәбәтлерәк булып күренә: Күпме хыялланды ул ҡош тауыштарына уянырға! Һандуғастар сутылдап уятты бит! “Йәнтөйәк” повесында ҡаланан яңы ауылға йәшәргә тип ҡайтҡан Иншар Ғәзизович бер-бер артлы риторик һорауҙар-өндәүҙәр менән ауылдаштары өсөн әсенеп уйлана: Шулай моңһоҙ, йоҡомһораған халыҡмы? Әллә етеш йәшәүҙән бер ни менән дә ҡыҙыҡһынмаймы? Кем ул? Ниндәйерәк ауыл халҡы? Күңеленә ҡалайтып юл табырға? Халыҡ етәксе кешегә ҡул һуҙып тормаһа, нисек етәкләмәк кәрәк? М. Бураҡаеваеның “Һөйгән йәр ул бер була” хикәйәһендә яҙыусы Рәмзилә исемле йәш ҡыҙҙың тәүге мөхәббәтенән алданыуы тураһында уйлан йөрәге “әрней”: Ә тәүге мөхәббәт хаҡына кеше ни эшләмәҫ! Ә ир кеше бит ҡырҡ йәштә! Ул бит саф баланың ниндәй утҡа ташлағанын белгән! Ни эшләп аңлатмаған? Ни эшләп сафлыҡҡа ҡул һуҙған? Ни эшләп ҡыҙ баланың тойғоларын, бәхетен, намыҫын, ниһайәт, ғүмерен уйламаған? Шулай, уйлай, һеңлеһен уйлап әсенә Рәмзиләнең апаһы Тәнзиләнең күңеле. Ысынлап та, әҫәрҙәге төп герой Әмир йүнһеҙ кеше, ул – ҡатынына хыянат итә, йәш ҡыҙ бала Рәмзиләне алдай.

Шулай итеп, М. Бураҡаева әҫәрҙәрендә эмоционаллек һәм экспрессивлыҡ категорияһы саралары күп һәм урынлы ҡулланыла.

М. Бураҡаеваның әҫәренә дөйөм күҙәтеүҙәр һәм халыҡ ижадына тартым ҡайһы бер үҙенсәлектәр ҡулланылышы

Мәрйәм Бураҡаеваның ижадының төп үҙенсәлеге – ауыл тормошо. Ауыл тормошоноң үткәне, бөгөнгөһө һәм (күпселек осраҡта) килсәге өсөн борослоуҙар: Ауыл шуның өсөн ауылдыр ул, Шәриф Хәмитович, һәр хужаның үҙ йорто, үҙ ихатаһы була. Үҙ ҡапҡаһы, үҙ һуҡмағы тигәндәй. Улар үҙенсә генә төҙөлә, үҙенсә генә биҙәлә. Әммә халыҡты бер маҡсат, бер ҡараш, бер ынтылыш берләштерә. Шулай йәшәй ауыл. Бына ни өсөн уртаҡ тамырҙан таралған кеүек боронғо ауылдарҙы ммөкин тиклем һаҡларға кәрәк. Бындай ауылдарҙа аҡыл өйрәнер, һабаҡҡ алыр кешеләр, ғаиләләр ҙә, ғибрәт өлгө күрһәткәндәр ҙә йәшәй. Тәрбиә, тыуған тупраҡҡа һөйөү, игенселек, умартасылыҡ һәм башҡа шундай эш оҫталығына өйрәтеүҙең үҙенсәлекле ысулдары. Университет. Традиция. Быуындан быуынға һаҡлана, күсә килә, камиллаша бара (М. Бураҡаева, “Йәнтөйәк”).

Шулай уҡ, яҙыусының ҡатын-ҡыҙ булараҡ, матурлыҡты үҙенсә күрә белеүе лә мөһим. Ул “Йәнтөйәк” повесында Зәйеттең атай булараҡ һөйөклө кәләше Хәмдиәнең ете төн уртаһында сәңгелдәккә эйелеп бала бағыуын, уның йөҙөнә төшкән ай нурҙары уны илаһи бер күренеш итеп “танытыуында” ҡатын-ҡыҙ яҙыусының роле бик ҙур.

Ә геройҙарын “ҡунаҡ саҡыртҡанда” нисек итеп өҫтәл “әҙерләтә” һуң: Ошо гәлсәр һауыттарығыҙға ҡамышлы күл фоны яһайбыҙ. Балыҡты тотош көйө һары майҙа ҡыҙҙырып, үткер бысаҡ менән генә һиҙҙермәй генә өлөштәргә бүлгеләп, ҡабат беркетеп һалабыҙ. Бөтөн һымаҡ ята ул. Тирә-яғына ҡыҙҙырылған картуф, йәшел ҡыяр, лимон теҙеп сығып, ике-өс урынға йомортҡанан томбойоҡ сәскәһе яһап ултыртабыҙ ҙа, йәшел һуғанды ҡамыш һымаҡ итеп ҡыҫтырып сығабыҙ. Гәлсәр люстранан ләгсәр вазаларға төшкән нурҙар йәйғор төҫө бирә... (М. Бураҡаева, “Йәнтөйәк”).

Башҡорт халыҡ ижады стиле теге йәки был халыҡтың ауыҙ-тел ижадының үҙенсәлегенә тығыҙ бәйләнгән. Фольклорҙың халыҡ көнкүрешенә, ғөрөф-ғәҙәтенә, психологияһына, тарихынан туранан-тура мөнәсәбәте бар. Халыҡ ижады стиле йәнле һөйләү стиленә, телдең һүҙлек составына һәм грамматик төҙөлөшөнә таяна. Башҡорт фольклорында мәҡәл, әйтем, йыр, әкиәт, эпос, ҡобайыр, легенда, бәйет, сеңләү стилдәрен айырып йөрөтәбеҙ. Был жанрҙарҙың һәммәһе өсөн дә туған телебеҙҙең һүҙ байлығы менән грамматик төҙөлөшө уртаҡ, шуға ла ауыҙ-тел ижадының бөтә төрҙәре лә халыҡҡа еңел аңлашыла.

Шул уҡ ваҡытта һәр бер жанрҙың үҙенә генә хас үҙенсәлектәре булған кеүек үк, М. Бураҡаева үҙенең әҫәрҙәрендә мәҡәлдәр һәм әйтемдәр ҙә бик күп ҡулланыла, борон-борондан килгән халыҡ аҡылы-ынйыларын бик оҫта һәм йәпле ҡуллана. Ҡатын уңғанын усаҡтан, ир уңғанын бысаҡтан беләләр, ти Ләйсәндең әсәһе. Ат яфаһын һабан белә тиҙәр, Шәүрә Сәғитовна. Егәрле аяғына ҡарап юрғанын һуҙыр, ялҡау юрғанына ҡарап аяғын һуҙыр, ти өләсәйем. Ҡунаҡ саҡырғанда баланға киткән үҙе, тигән кеүек була ул. “Баҫыр алда аяҡ аҫтыңды, һүҙ әйтер алда ни әйтереңде абайла,” – ти әсәһе йыш ҡына. Хәрәкәттә – бәрәкәт, балаларға ла аҙмы-күпме эш кәрәк. “Киленем үҙе уңған – ул таба, үҙе күркәм – ҡыҙ таба,” – тип ҡыуанып йөрөнө лә Зәлифә, килене өлгөрә алмаҫтай булғас, Зәйетте үҙ тәрбиәһенә алды. Тик... “маҡтаған килен туйҙа эш боҙа” тигәндәй, яр аҫтынна яу сығып, һис уйламаған Ғиззәт боҙа яҙған эште. Ат аҙғыны тайға эйәрер, тип... Яманға тарыма, тарыһаң, арыма, тигәндәр. Үтә лә иркә бала аҡылға еңелерәк була ул, тигәндәренә ышанмай торғайным... Ашаған ҡотолған, ялаған тотолған, тип, бер йылы ферма мөдирен, икенсе йылы, бухгалтер ярҙамсыһын эштән бушаттылар. (М. Бураҡаева, “Йәнтөйәк”). Әсәһе: “Ҡаш менән алдыра алмаһа, эш менән алдырыр,” – тип, эшкә өйрәтте лә, эшкә өйрәтте. (М. Бураҡаева, “Көҙгө ысыҡ”). – Ит ашаһаң, тешкә керә, ашамаһаң, төшкә керә, тигәндәй, ҡартайғс ни тештәр һирәгәйҙе, - тип, Нурлығаяз кеҫәһенән шырпы ҡабы сығарып, бер бөртөгөн алды ла май бысағы менән осламаҡсы булды (М. Бураҡаева, “Ай ҡояштын нурҙар ала”). – Кимне, кимне, һыйыр тулаһа, аттан яман, тигәнде лә иҫенә төшөргөләп өшкөтөп тә ҡуяһың, - тип өҫтәп ебәрҙе Рәмзиә. Хәсрәт йотоу – ут йотоу, ти халыҡ. Серен йәшергән – сирен йәшергән (М. Бураҡаева, “Ҡорама юрған”). Атым юҡ урамда, ҡайғым юҡ буранда. Әйтәм, яҡшыға ят булмай, тип ҡабатларға ярата торғайны өләсәһе, күҙҙәренә йәш алып (М. Бураҡаева, “Нурия”). Башҡа ауылдарҙың яндырылғанын күрһә лә “кешенеке итәктә, үҙеңдеке үҙәктә” тигәндәй булғайны (М. Бураҡаева, “Киҫәкбикә”). Баланың бармағы ауыртһа, әсәнең йөрәге һыҙлай, тиҙәр. Себендең үлер ваҡыты етһә, мороно үткерләнә, ти. (М. Бураҡаева, “Һылыуҡай”). “Кәкре уҡ тура осормай. Сәпкә тейҙергең килһә, уҡтың тураһын ат,” – ти торғайны кейәүенә. Ҡулды ҡул йыуа, ике ҡул битте йыуа. Аҡһаҡ таяғын һөйләгәндә, ҡаран аҡса һөйләр, тигәндәй, башҡа нәмә тураһында сер бүлешеп булманы (М. Бураҡаева, “Ҡара алтынлы көмөш беләҙек”).

Date: 2015-10-18; view: 797; Нарушение авторских прав; Помощь в написании работы --> СЮДА...



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.006 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию