Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






М. Бураҡаева прозаһында тел-һүрәтләү сараларының ҡулланылышы, лексик үҙенсәлектәре





Яҙыусы ижад итеү процесында йәнле образ тыуҙырыу өсөн туған тел хазинаһындағы тел-һүрәтләү сараларын уңышлы ҡуллана, шулай уҡ персонаждарҙың теленә ныҡ иғтибар итә.

Һүҙҙе сағыштырыуҙан башлайыҡ. Сағыштырыу – халыҡтың йәнле һөйләү телендә лә, халыҡ ижады ҡомартҡыларында ла киң таралған сара. Сағыштырыуҙарҙы яһалышы яғынан синтетик, аналитик төрҙәргә бүлеп ҡарарға мөмкин.

Аналитик сағыштырыуҙар һымаҡ, шикелле, төҫлө, кеүек послелогтарынаналына. Йәшәрә барған һымаҡ тойолаһың миңә, һылыуланып киттең. Ҡуҙғалһа – һирпелеп китер ҙә юҡҡа сығыр һымаҡ булды бөтәһе лә. Сәскәнән сәскәгә осоп йөрөр күбәләк кеүек – шуға талмайҙыр ҡанатҡайҙары, ҡанат осҡайҙарында шатлығы гүзәллек булып елпейҙер. Талдан талға ҡунып һайрар һандуғас та бәхетлелер минең һымаҡ – шуға моңлолор тауышҡайы, күңелкәйенә һыймай, йыр булып ағылалыр. (М. Бураҡаева, “Көҙгө ысыҡ”). Аҫау айғыр һымаҡ йөрөгән ирҙәре лә, тамағы бесәнгә туймай ҡапҡанан-ҡапҡаға элмәңләп йөрөгән һыйыр һымаҡ, әрһеҙ бисәләрҙе лә яратманы ул Миңзаман да. Ҡалалағы бажаһы һымаҡ арбап торған ҡарашлы, мыҡты буй-һынлы бер кеше булһа ҡайҙа ла һуң? (М. Бураҡаева, “Атайымдың улы булмағас”). Кейәүгә сығыу, үҙеңде ғаиләгә бәйләү был дандан мәхрүм ҡалдырыр кеүек тойолдо. Һиңә әйткәйнем дә баһа: ҡала тормошо – минең өсөн ҡағыҙ сәскә һымаҡ. Таң атып килгәндәге кеүек, был яҡҡа ҡараһаң, ҡояш батып барғандағы һымаҡ (М. Бураҡаева, “Ай ҡояштан нурҙар ала”). Шуға ла, ире үлгәс, оҙаҡ уйлап торманы, күтәреп һуғып тигән һымаҡ, әсәһенең бикле торған өйөнә ҡайтты ла инде. Әле ләау алырға барғанда күреп ҡалырына ымһынып ҡыуана ине, бәләкәй бала һымаҡ. (М. Бураҡаева, “Йәнтөйәк”).

Синтетик сағыштырыуҙар: -дай, -дәй, –лай, -ләй,-тай, -тәй, -ҙай, -ҙәй ялғауҙары менән яһала. Бер аҙға ғына тыуған яҡтарына ҡайтып әйләнгәндәй тойҙолар һуғышсылар үҙҙәрен. Пулеметтарҙы елкәгә һалып тигәндәй сығаралар бит егеттәр. Ошо һүҙ, ошо бер һүҙҙән ҡанат үҫеп сыҡҡандай булды. Әллә нимә бөтөн тәнен ауырттырып үткәндәй, сикәһе буйлап ҡан йүгергәндәй тойолдо (М. Бураҡаева, “Һылыуҡай”). Ә шулай ҙа көҙҙөң бар моңһоулығын, төҫөн үҙендә сағылдырып, гәүһәрҙәй балҡып төрлө төҫтәр менән күҙ яуын алып йым-йым килә, тирә-йүнгә үҙенсә генә күркәмлек өҫтәй ине көҙгө ысыҡ. Шәмсиә, уға һирпелеп кенә ҡараны ла, йөрәгенән һурып сығарғандай, тәрән көрһөнөү менән... Шәмсиә, ҡапыл аңына килгәндәй, йүгереп утъяҡысҡа инеп китте. Ауыл бөткәс, бөтөнләй етемһерәп ҡалғандай тойғайным үҙемде. Уныһы ауыҙын асып, ҡарт өләсәһе әйткән һүҙҙе йоторҙай булып, тыңлап киләлер, мейеһенә һеңдерә баралыр (М. Бураҡаева, “Йәнтөйәк”).

Мәрйәм Бураҡаеваның повесть-хикәйәләрендә теркәүесле һәм теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр, шулай уҡ эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр ҙә ҡулланыла:

Авторҙың романында ихтимал, әлбиттә, ысынлап та, әйтерһең дә, тимәк кеүек һүҙҙәр менән бер рәттән бүтән инеш һүҙҙәр менән эш итеүен күҙәтәбеҙ. Ысынлап та, Кусимовҡа ни яғы менәндер оҡшаған да ине Кәлимулла. Ысынлап та, ҡола яланда йәшеренеп ҡалырлыҡ һис тә урын юҡ. Ысынлап та, уның һанаулы ғына минуттары йәки сәғәттәре ҡалғайны (М. Бураҡаева, “Һылыуҡай”). Ысынлап та, ир ҡулы кәрәк ине әйберҙәрен урынлаштырырға. Саф, ихлас күңелле Гөлзәминә, ысынлап та, бик яҡын серҙәше булды Ғәйшәнең. Әйтерһең дә, өҫтөнә нимә кейгәнен онотҡайны. Әлбиттә, тауҙар араһында ятҡан Байғужа ирен фанданго бейеп йөрөүсе испан егете менән сағыштырып булмай (М. Бураҡаева, “Ай ҡояштан нурҙар ала”). Уныһы, ысынлап та, ғәйепле кешеләй, йомшаҡ ҡына баҫып килеп ингән. Тимәк, тәбиғәтте машина менән ҡуян ҡыуыусы инженерҙарҙан, йылғаға тиҙәк ауҙартыусы хужалыҡ етәкселәренән, уларҙы ҡурсалаусы, ҡайһы саҡта “ҡунаҡ һыйлау” тигән һылтау һәм аҡланыу менән кинәнгән етәкселәрҙән һаҡланырға тейешбеҙ. Әйтерһең, кәмәнән ике яҡҡа таралып киткән тулҡындар иң элек уның йөрәгенә килеп бәрелде: берсә һуҙып йырлағыһы, берсә таҡмаҡлағыһы килде. (М. Бураҡаева, “Йәнтөйәк”).

Мәрйәм Бураҡаева үҙенең сәсмә әҫәрҙәрендә антоним, синоним һүҙҙәрҙе лә иркен ҡуллана:

Иртә лә генә томан, кис тә томан,

Был томанҡайҙарға ни булған...

Малайҙар, эй, таҫмаларҙы ҡыҙыҡайҙар алһын, тип, һемәйҙеләр М. Бураҡаева, “Ҡорҙаштар”). Көнләштермәйһең дә, әрләнмәйһең дә, бер һыҙыра ғына йәшәйһең. – Ҡарасәле, ауыл өйөн дә ҡаласа йыйыштырып була икән дә! – тип һоҡланды Рәхилә. Уттарын да һин ҡабыҙҙың, һыуҙарын да һип үҙең, тип әйтермен Ай ҡояштан нурҙар ала... (М. Бураҡаева, “Ай ҡояштан нурҙар ала”). Синонимдарҙан: Һөйкөмлө, алсаҡ, һәр ваҡыт көләс йөҙлө, ярҙамсыл булғанға ауылдың бер йәме кеүек күрә торғайнылар уны (М. Бураҡаева, “Ҡорҙаштар”) .Эй, һөйләй китһәң сәхнә йондоҙо, сәхнә ғорурлығы, бейеүселәр араһында “йөҙөк ҡашы” тип йөрөтөлгән Ғәйшәнең тормошо бер ҡарауҙа фәҡәт уңыштарҙан, үҫештән, еңеүҙәрҙән, дандан торҙо. Ай ҡояштан нурҙар ала... (М. Бураҡаева, “Ай ҡояштан нурҙар ала”).

Date: 2015-10-18; view: 1684; Нарушение авторских прав; Помощь в написании работы --> СЮДА...



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.006 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию