Полезное:
Как сделать разговор полезным и приятным
Как сделать объемную звезду своими руками
Как сделать то, что делать не хочется?
Как сделать погремушку
Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами
Как сделать идею коммерческой
Как сделать хорошую растяжку ног?
Как сделать наш разум здоровым?
Как сделать, чтобы люди обманывали меньше
Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили?
Как сделать лучше себе и другим людям
Как сделать свидание интересным?
Категории:
АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника
|
Сәлих⇐ ПредыдущаяСтр 63 из 63
Суғым минең — һин генә, Ҡулҡайыңды бир генә.
Сәлисә. Ҡурҡам, күҙҙәремде асып ҡарарға ҡурҡам... Төшөм осор ҙа китер, фәҡәт йөрәк һыҙлауым тороп ҡалыр... (Күҙҙәре йомоҡ килеш яҡынлай).
Йәнем ята усымда — Ил(е)тәмен Сағыма.
Сәлих булат балдаҡты үҙ бармағынан һалып, Сәлисәнең бармағына кейҙерә. Сәлих.
Йәнем — булат балдағым — Булһын Суғым ҡулында.
Егеттәр, ҡыҙҙар.
Ҡауыштырҙы төн оҙон, Бергә булырға яҙһын.
Сәлисә (күҙен асып ҡарап, тетрәнеүҙән аһылдап). А-а-аһ!..Булат балдаҡ! Йәнем, Сәлихем, ысынлап та һинме был?! Сәлих. Мин, күҙ нурым, мин, һөйөклөм! (Ҡосаҡлашалар).
Егеттәр, ҡыҙҙар.
Булат балдаҡ ҡайтты урап — Ил намыҫы аҡ ҡалһын.
Уйын тарала, халыҡ был икәүҙе һырып ала. Сәлисә. Сағым, һағынысым, ҡайҙарҙан ҡайттың ҡыйғырлап, ниңә һалып бирҙең булат балдаҡты? Сәлих (Сәлисәнең маңлайынан үбеп). һин Суғымды көйҙөргән ут эсенән ҡайттым ҡыйғырлап, ысын ҡаһарман ҡулына күсһен, тинем, был булат балдаҡ. Сәлисә (усындағы булат балдаҡты балҡытып). Минең ысын ҡаһарманым фәҡәт һин, һин! Ал һин булат балдаҡты!
Ағас артында йөҙө йәмерәйгән Ғәли күренә.
Ғәли (пистолетын тоҫҡап). Врешь, стерва! Алһын туғыҙ грамлы ҡара ҡурғашты! (Ата). Сәлих. Аһ... Суғым... (Йығыла). Сәлисә (һөйгәненең күкрәгенә ҡапланып). А-а-ай!.. Кем атты?! Ни булды һиңә, Сағым?! Сәлих. Бәхил бул... Суғым... күреп тә туйманым үҙеңде... мин... киттем... (Йән бирә). Сәлисә (үкһеп). Китмә, йәнем, китмә, китмә!.. (Тубыҡланып ултыра).
Беҙ ултыртҡан тирәктәрҙең Аралары тар икән. Йөрәктәргә ҡан һауҙыртҡан — Йәшләй һөйгән йәр икән. Аҡтирәк — күктирәк, Йөрәктәр яна көйрәп. Аллаҡайым, ҡауышыуҙы Ҡыҫҡа иттең бигерәк.
Ғәли. Стерррва, ҡауыштырайым бер юлы! (Ата). Сәлисә. Аһ... (Йығылып йән бирә). Ғәли (йүгереп сыға). Боже мой, ни эшләнем?!. һөйөклөмдө үлтерҙем... (Илап). Капут, унһыҙ йәшәү юҡ миңә... (Пистолет көбәген маңлайына терәп). Ә был һуңғы пуляны... юҡ, атмайым! (Пистолетын быраҡтыра). Булат балдаҡты алам! (Сәлисәнең ҡулынан балдаҡты йола). Донъя ҡараңғылана. Булат балдаҡ, Ғәли ҡулынан сирғылып, күккә олғаша ҡапыл; Ғәли, булат балдаҡ сәсрәткән утлы сатҡыларҙан янып, яман аҡырып, юҡҡа сыға. Майҙанда Ким хасил була.
Ким (күккә ҡулдарын һоноп). Кешелә-ә-әр! Кешелә-ә-әр! Булат балдаҡ олғаша!
Тирә-яҡтан халыҡ ябырыла, ҡулдарын юғары һоноп ялбара.
Күмәк һөрән. Булат балда-а-аҡ! Булат балда-а-аҡ! Булат балда-а-аҡ!
Булат балдаҡ, күктең төбөнә етеп, түп-түңәрәк Ҡояшҡа әүерелә, донъяға нурын сәсә.
Булат балдаҡ. Эй һеҙ, белекһеҙ бәндәләрем! Ишетегеҙ, һеҙгә аҡтыҡҡы һүҙем!.. Көндөң ҡаты булат сатҡыһы инем, ергә төшөрөлгән булат балдаҡ инем. Ҡабат күккә олғаштым, үҙегеҙҙт еғарынан мәңге бағыр Ҡояшмын. Башҡортлоғон һатмаған, телен тешләп йотмаған, намыҫын таплатмаған һәр бәндәмә юғарынан булат нурымды ҡойормон, илдең күҙгә күренмәгән, йөрәгендә йөрөгән булат балдағы булырмын. Башығыҙҙы күтәрегеҙ юғары, — түбәгеҙҙә Булат балдаҡ урайы!
Date: 2015-07-23; view: 336; Нарушение авторских прав |