Полезное:
Как сделать разговор полезным и приятным
Как сделать объемную звезду своими руками
Как сделать то, что делать не хочется?
Как сделать погремушку
Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами
Как сделать идею коммерческой
Как сделать хорошую растяжку ног?
Как сделать наш разум здоровым?
Как сделать, чтобы люди обманывали меньше
Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили?
Как сделать лучше себе и другим людям
Как сделать свидание интересным?
Категории:
АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника
|
Сәлисә
Баҙар барҙым, алма алдым, Алмалары һау микән. Сәлих йәнем, Сәлих бәғерем, Йөрәк өҙгөс яу икән. Аҡтирәк — күктирәк, Йөрәктәр яна көйрәп. Бер күрергә зар булыуы Ауыр икән бигерәк. Күптән инде хәбәрең юҡ, Был хәбәрең хаҡ микән? Булат балдаҡ — һиңә ят зат, Ә һин уға ят микән?.. Аҡтирәк — күктирәк, Йөрәктәр яна көйрәп. Саҡ, Суҡ һымаҡ тилмереүҙәр Ҡыйын икән бигерәк.
Сәхнә ҡабат аҡрын ғына ҡараңғылыҡҡа сума.
Бишенсе күренеш
Төн, күктә тулы Ай йөҙә. Урмандағы элекке пионер лагеры (бина маңлайында “Пионерлагерь “Луч” тигән яҙыуы һаҡланған), ә хәҙер фашистарҙың, яңы төҙөлә башлаған “мосолман легионы” штабы. Ишек башында ярым Ай һүрәтле йәшел флаг һәм булат балдаҡ символын аңлатҡан аҡ бутал түңәрәк элеүле. Немецсә һәм ғәрәп яҙыулы башҡортса белдереү: “Булат балдаҡ” исемле мосолман легионы”. Асыҡ тәҙрәнән күренгән иркен залда ярты стенаны иңләгән “фюрер” портреты. Тамашасы ҡаршыһында бинаның бик күп эске һәм тышҡы ишектәрҙән ғибәрәт ҙур залы, тышҡы ишек алды, ихатаны уратҡан оторо тимер сыбыҡлы бейек ҡойма. Пулемет вышкалары. Бер ситтәрәк айырым ҡарауыл бинаһы. Ихата төпкөлөндәрәк ҡойма буйын бейек әрем баҫҡан, шул тарафҡа “йәйәүле” һуҡмаҡтар һуҙылған. Ул яҡ, моғайын, батшалар һәм генералдар ҙа йәйәүләп бармалы мөйөш. “Мосолман легионы”н ойоштороусы генерал Шмультке, уның адъютанты майор Валтер, “легион”дың фашист ғәскәри кейемендәге командиры Сәлих тышҡы ишек алдында баҫып тора. Генерал “легион” эштәрен тикшерә килгән, улар бында, моғайын, яҡшы ғына һыйланып алған. Генералдың яңағы аҡ яулыҡ менән бәйләнгән — теше һыҙлай. Киске тәбиғәт менән хозурланыу һиҙелә. Генерал Шмультке портфелен ҡулынан ысҡындырмай йөрөтә — унда йәшерен ҡағыҙҙар. Шмультке. Йәшел әләм, ярым Ай... Ләкин йылтыр дүңгәләге ни бысағыма? Вальтер. “Булат балдаҡ” ул, генерал... Азиаттар хөрәфәте. Сәлих (үҙ алдына һыҙланып). Булат балдаҡ... Булат балдаҡ... Вальтер. Хөрәфәти булат балдаҡ, имеш, азиаттар илен, таралтмай, бер ҡорға туплап һаҡлай, ә дошманды үҙенең утлы божораһы эсенә уратып юҡ итә. Тупһаларына иҫке-моҫҡо ат дағаһы ла ҡаҙаҡлай азиаттар. Шмультке. Ҡырағай ил, ҡырағай ҡәбиләләр... Вермахт майоры Вальтер дөрөҫ һөйләйме, Селих Хәмиди әфәнде? Сәлих (һынын ҡатырып). Дөп-дөрөҫ, генерал әфәде. һайль һитлер! Шмультке, Вальтер. һайль һитлер! Вальтер. Хөрәфәттәрен дә рейхҡа хеҙмәт иттертә белергә кәрәк, генерал. Рейх ҡоросонан сүкелгән булат балдаҡ божораһына ҡорланып тупланһын да азиаттар, вермахттың дәһшәтле ҡоралы ярҙамында большевиктарҙы булат балдаҡтай уратып алып, быуып дөмөктөрһөндәр. Сәлих. Ур-ра! һайль Һитлер! Шмультке, Вальтер. һайль һитлер! Шмультке. Быныһы ла хөрәфәт ҡалдығымы — ваҡытынан элек “ура!” һөрәнләү. (Төртөп күрһәтеп). Ошо хәйерһеҙ ерҙе ҡаплаған ике метр ҡалынлыҡ ҡара тупраҡтан алып анау Айға тиклем арала бөтә нәмә ҡараңғы, ҡырағай. һеҙ шул хаҡта яҡшы беләһегеҙме, Сәлих әфәнде? Сәлих. Бик яҡшы беләм, генерал әфәнде. (Тап генерал торған тәңгәлгә төртөп күрһәтеп). Ошо ерҙән алып анау Айға тиклем беҙ бөтәбеҙ ҙә ҡырағай. Шмультке. Бая беҙҙе һыйлаған бифштекс та, минеңсә, ҡырағайлыҡтан уҙмаған. Эстә полк оркестры уйнағандай боларта. Сәлих. Генерал әфәнде, француз коньягылыр ул. Шмультке. Йәл, уларҙың икеһенән дә әлегә допрос алып булмай. (Сәлихкә төбәлеп). Бәлки, был допросты һеҙҙән башларға кәрәктер? Вальтер. Генерал, Сәлих әфәнде һеҙҙең өсөн шундайын ныҡ тырышты. Килеүебеҙгә махсус һимерткән алты айлыҡ сусҡа һуйҙы, уны вермахттың һыналған шеф-повары Ганс Кохтан бешертеп-әҙерләттерҙе. (Ҡойма яғына төртөп күрһәтеп). Ә һыйҙан һуң йәйәүләп бараҡай урынды, үҙегеҙ өсөн персональный эшләтеп, һуҡмағына ҡом һиптертеп ҡуйҙы. Сәлих. Генерал әфәнде, һеҙҙең өсөн унда бөтә уңайлыҡтар бар. (Ситкә боролоп). һаҫы көҙәндәр! Сей һурпаны яҡшы әҙерләттем мин! Ҡорһағығыҙ көтөрҙәй башлаһын әле! Шеф-повары Ганс Кох булһа ла, ярҙамсыһы үҙебеҙҙең Брыкалов Иван бит. Вальтер. Нимә? Сәлих. Шеф-повар Ганс Кохты әйтәм, ысын арий, ысын ашнаҡсы икән. Бер кемде лә яҡын ебәрмәй, баштан алып ахырынаса ашты үҙе әҙерләне. Шмультке. Вальтер, иҫәпкә ал. Шеф-повар Ганс Кохҡа веромахттың тимер тәреһен тағырға ваҡыт. Вальтер. Тыңлайым, генерал. Шмультке. Ә шулай ҙа бында... (ҡорһағын тотоп) ниндәйҙер йылан борғолана. Вальтер. Йылан башына урыҫ водкаһын ҡойорға кәрәктер, тим, генерал. Шмультке. Вальтер! Ысын арий өсөн һәр нәмәнең үҙ хәйерле сәғәте бар. (Эсен тотоп). Ой! Вальтер. Бәлки, рәхим итеп, Сәлих әфәнде үҙе ҡаҙҙыртҡан баяғы гүзәл бәҙрәфхананың ҡыҙыл таҫмаһын киҫерһегеҙ, генерал, хи-хи! Шмультке. һеҙ бер ҡасан да ысын немец була алманығыҙ, Вальтер. Ысын немец һәр нәмәнең үҙ сәғәте, үҙ минуты, үҙ секунды һуғыуын көтә. Ул һәр эшен ярты секундҡа иртәрәк тә, ярты секундҡа һуңыраҡ та түгел, ә бермә-бер үҙ секундында башҡара. һеҙҙең тамырҙарығыҙҙа ысын арий ҡаны түгел, ә Мюнхендәге атайығыҙҙың һаҫы һыраханаларында һатыла торған шыйыҡ һыра заты тибә. Вальтер. Но-но, генерал! Атайымдың шул һыраханаларында Еңелмәҫ фюрер Адольф һитлер партияһының рухы сынығып сыҡҡанын онотмайыҡ. Шмультке. һайль һитлер! Вальтер, Сәлих. һайль һитлер! Шмультке., яңы тәртип һәр нәмәне минутында, секундында үтәүҙе талап итә. Өйрәтегеҙ, Вальтер, Сәлих әфәдегә, яңы тәртип ҡанунын. (Бер ситкәрәк китеп, вата-емерә “Катюша” көйөнә һыҙғыра). Вальтер. Үтәйем, генерал! Сәлих әфәнде, юғары цивилизациялы илдәрҙә был деликатный мәсьәләгә нисегерәк ҡарайҙар, беләһегеҙме? Генералға тәғәйенләнгән деликатный ишек төбөндә ғәййәр пост торорға тейеш. Автоматлы һалдат. АҢлашыламы? Сәлих. Аңлашыла, майор әфәндем. Тик минең легионда, үҙегеҙгә мәғлүм, әле булһа үҙемдән башҡа берәү ҙә юҡ бит әле. Уҙем торайыммы? Вальтер. Бындай тайярлығығыҙҙы генерал тейешле баһалар. Әммә рейхҡа һеҙҙең тиҙерәк мосолман легионы төҙөп биреүегеҙ мотлаҡ. Посҡа ысын вермахт һалдаты торор. Ә һеҙгә бер көтөү мосолман әсирҙәрен ҡыуып килтерербеҙ. Исемлектәре әҙер. Вермахт һағы аҫтында ошо лагерҙа уларҙы өйрәтеп, большевиктарға ҡаршы яуға алып инерһегеҙ. Яҡшы һуғышһағыҙ, шеф-повар Ганс Кох кеүек, рейхтың тимер тәреһенә ирешерһегеҙ. Ишек башығыҙҙа ла бынауы ҡырағай әләм түгел, ә вермахттың свастикалы флагы эленеп торор. Ә хәҙер... ҡалған ҡалъя менән шнапсты хәстәрләгеҙ. Сәлих. Ҡалғанын бит генералдың ҡарауылы ҡайыҙланы. Вальтер. Сәлих әфәнде!.. Сәлих. Үтәйем, майор әфәндем. (Китә). Шмультке (тағы ҡорһағын тотоп). Ҡыйын миңә, Вальтер. Вальтер. Аңлайым, генерал. Мәскәү янында рустарҙан арт һанығыҙға алғандан һуң ифрат ҡыйын булып китте шул. Шмультке. Молчать! Кемдең арт һанына? Вальтер. Бер һеҙҙең генә түгел, генерал, икебеҙҙең дә. Ҡыҙыл Армия бөтәбеҙҙең дә арт яҡҡа шәп иттереп типте. Шмультке. Вальтер, беләһегеҙме, әгәр ошонда һеҙҙең урында башҡа бер-берәү булһа, ни эшләр инем мин хәҙер? Вальтер. Беләм, генерал. Кобурағыҙҙан парабеллумығыҙҙы һурып алыр инегеҙ ҙә бөтә обойманы ошонда (маңлайына күрһәтә) бытлыҡтырыр инегеҙ. Ләкин һеҙ хәҙер уны эшләй алмайһығыҙ. Сөнки был баш һеҙҙең өсөн ҡиммәтле — миллион марка тора. Ә ул миллион, беләһегеҙ, миллионер атайымдың бойомонда. Был баш юғалһа, тимәк, генерал фон Шмульткенең Швейцария банкыһындағы шул ҡыштырлап торған бер миллион рейхсмаркаһы юҡҡа сыға. Шмультке. Ләкин минең нерваларҙың да сиге бар, Вальтер. Вальтер. Ҡурҡмағыҙ, генерал, әгәр ошо рус фронтынан иҫән-аман табан тайҙырһаҡ, нерваларҙы шау алтындан ҡуйҙыртырбыҙ. Минең һыра короле атайҙың алтындары етерлек. Шмультке. Яҙыҡ аңланығыҙ, Вальтер. Мине хәҙер бөтөнләй икенсе нәмә борсой.
Парад аҙымы менән шаҡ-шоҡ баҫып автоматлы ҡарауыл башлығы һәм һалдат үтә, “генерал һуҡмағы”на пост ҡуйыла. Вальтер. Нимә ул, генерал? Шмультке. Бына ошо беҙ “ҡырағай” тип атаған, 1941 йылдың 22 июнендә үҙебеҙ блицкриг яһап баҫып кергән хәйерһеҙ ер ул, Вальтер ҡәҙерлем. Вальтер. Да-а-а. Был ҡырағай ер үҙенең шпигы менән водкаһы өсөн үтә ҡиммәт хаҡ ала. Фюрер әйткән балсыҡ аяҡлы рус колосы ниңә ҡоламай һаман?.. Шмультке. Тимәк, аяҡтары ла, башы ла башҡа заттан булып сыға. Вальтер. Уларҙың танкылары көслө, “катюша”лары бар. Шмультке. Ой!.. (Яңағын тота). Бында мәсьәлә ҡоралда ғына түгел, Вальтер. Ҡорал эргәһендә уларҙа беҙгә мәғлүм булмаған тағы ла бер серле ҡөҙрәт бар. Вальтер. Ах, шуны белергә ине! Шмультке. Бына шунда тора ла шул мәсьәлә. Вальтер. һеҙ әйткән был ҡырағай илдең барлыҡ милләттәре болғанып баш күтәрер, бер-береһен суҡмар менән иҫәнгерәтә һуғып тарҡалыр, рустар яңғыҙ ҡанһырап тороп ҡалырға тейеш ине. Әммә улар һаман бергә уҡмаша, шанлы арий һөйәктәре онтала. Беҙҙең башҡа ҡайҙан килеп сыҡты был аңлайышһыҙ ил? Шмультке. Ил түгел был, Вальтер, (ишек башына төртөп күрһәтеп) ысынлап та һынмаҫ булат балдаҡ!.. Ҡайһылай ғына ябырылһаҡ та, булат балдаҡҡа бәрелеп теш ҡыйрала. Ни эшләрбеҙ, аҙаҡ килеп, булат балдаҡ үҙебеҙҙе, божоралап, уратып-ҡамап алһа? Рейхтың үҙен божораһында быуһа шул булат балдаҡ?!. Вальтер. Атайым һуҡҡан баяғы алтын божора беҙҙе яуыз булат божоранан ҡотҡарыр, генералым, әгәр хәйерле сәғәттә йоҡлап ҡалмаһаҡ. Шмультке. Вальтер! Ниңә ҡалтырайһығыҙ? Вальтер. Өшөй башланым, буғай, генерал. Ҡара Торна һаҙлығынан зәһәр ел өрә. Шмультке (хәйләкәр бармаҡ янап). Алдашмағыҙ, ҡурҡаһығыҙ. Вальтер. Уныһы ла булһа булыр, генерал. Кисә генә шул Ҡара Торна һаҙлығынан был яҡҡа гөпөлдәтте. Майор фон Гельмут батальонынан көл генә борҡоп ҡалды. Шмультке. Тимәк, авиаразведка мәғлүмәттәре дөрөҫ: Ҡара Торна һаҙлығында рустарҙың, яңы оборона линияһы. Был, Вальтер, беләһегеҙме, нимә хаҡында һөйләй? Вальтер. Мәскәү янында ла тәүҙә линия төҙөлгәйне. Шунда бер заман “катюша”лары... Шмультке (яңағын баҫып). Ой катьюша! Ой тешем! Вальтер, аспирин! Иҫемә төшөрмәгеҙ! Вальтер (аспирин бирә). Генерал, ғәфү итегеҙ, рәхим итегеҙ! Беҙҙең шанлы һалдаттарыбыҙҙың һөйәген онтаған ул яуыз рус ҡатынының исемен башҡаса иҫләмәм, телгә алмам. Исеме лә ҡәһәрле бит суҡынғандың: “катю”... Шмультке. Ой! Вальтер. Беҙҙең тештәрҙе ҡоя.
Пауза. Шмультке (ҡорһағын баҫып). Был сәғәттә мине ҡурҡытҡан нәмә — минең эсемдә, Вальтер. һеҙҙеке лә эсегеҙҙә. Вальтер. Уныһына ышанам. Шмультке. Ләкин беҙгә ысын немец булып ҡалырға кәрәк, Вальтер. Ысын немец һәр нәмәнең секунды һуҡҡансы түҙә. Вальтер (ҡорһағын тотоп). һеҙҙеңсә, ул ҡасан һуғырға тейеш? Шмультке. Был мәсьәләлә һәр бер ысын немецтың үҙ изге секунды бар. Ой! (Ҡорһағын тотоп бөгөлә). Вальтер. Улайһа, минең изге секундтың тап һуҡҡан мәле, генерал. Шмультке. Майор, ҡайҙа ашығаһығыҙ? Вальтер. Генерал, баяғынан ҡалған бифштекс менән водканың тағы ла бер рәхәтен күрәйек, тим. Шмультке. Майн һо-о-от, мин һеҙҙе аңламайым! (Бөгөлөп төшә). Майор, минең эс бора! Вальтер. Генерал, мин дә һеҙҙе аңламайым. Эсегеҙ борһа, әнә персональ юлығыҙ, почетлы ҡарауылығыҙ. Өп-өр-, яңы бәҙрәф, тим. Шмультке. Вальтер, һеҙ бер ваҡытта ла ысын арий була алмаҫһығыҙ. (Турайып). Тик мин һеҙҙе кисерәм. Атайығыҙ хаҡына! Мин һеҙгә ысын арий түҙемлеген күрһәтәм.
Ишекте ҡаты ябып, залға үтәләр, ишек башындағы “булат балдаҡ”, доңғорҙап, сөйҙән ысҡынып төшә. “һайль һитлер!” тип, залдағы Гитлер портретын тәбрикләйҙәр. Сәлих, башҡа ишектән тышҡа йүгереп сығып, аунап ятҡан “булат балдаҡ”ты күтәрә. Сәлих. Их... мәсхәрәле кәмит уйнау ялҡытты, хатта ялған булат балдаҡ ишараты ла күтәрә алмай быны! Ә мин күтәрәм... (“Балдаҡ”ты, Айлы әләм туҡымаһын бөрөштөртөп, уның һабына кейҙерә). Бына шулай. Сабыр бул, разведчик Сәлих, түҙергә күп ҡалманы! Оҙаҡламай был сөйҙә лә үҙебеҙҙең ураҡ-сүкешле ҡыҙыл байрағыбыҙ елберләр! (Башҡа ишектән бинаға инеп китә).
Date: 2015-07-23; view: 395; Нарушение авторских прав |