Полезное:
Как сделать разговор полезным и приятным
Как сделать объемную звезду своими руками
Как сделать то, что делать не хочется?
Как сделать погремушку
Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами
Как сделать идею коммерческой
Как сделать хорошую растяжку ног?
Как сделать наш разум здоровым?
Как сделать, чтобы люди обманывали меньше
Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили?
Как сделать лучше себе и другим людям
Как сделать свидание интересным?
Категории:
АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника
|
Залда Вальтер, Шмультке
Вальтер. Генерал, инде миңә үҙ хәжәтемде башҡарырға рөхсәтме? (Араҡы ҡойоп эсә, ҡаба). Бәлки, генералым, һеҙ ҙә (генералдың ҡорһағына төртөп) ундағы боролош йыланығыҙҙың муйынын борорһоғоҙ? Бер стакан водкаға бер ус аш тоҙо һалып. Эс киткәндә рустың иң шәп сараһы.
Вальтер араҡы һалып бирә, генерал эсә. Вальтер. һут, генерал. (Ике бокалға ҡоя, береһен генералға бирә). Быныһы ла иш янына ҡуш булыр, Сәлих әфәнде әйтмешләй. Рус водкаһы ул ҡөҙрәтле — ҡаҡшап ҡойолорға торған теште лә, эсте лә баҫа бер юлы. Салют! Фюрерҙың теш һәм эс һаулығына!
Икеһе бер юлы “һайль һитлер!” тип тәбрикләп эсә. Йырлап, төрлө ишаралар яһап бейейҙәр.
Шмультке.
Беҙ шәп немец, беҙ арий —
Вальтер.
Ҡурҡмайбыҙ, ҡурҡмайбыҙ!
Шмультке.
Беҙ алдан да, беҙ арттан да
Вальтер.
Юртмайбыҙ, юртмайбыҙ!
Шмультке.
Беҙ уртанан, беҙ уртанан
Вальтер.
Барабыҙ, барабыҙ.
Шмультке.
Шуға баш та, аяҡ та һау —
Вальтер. Ҡарағыҙ, ҡарағыҙ!
Шмультке.
Мине көтә банкыла бер
Вальтер.
Миллион, миллион!
Шмультке.
Вальтер башы иҫән ҡайтһа, —
Вальтер.
Юлың йүн, юлың йүн! (Бармағын башына төртөп). Минең башты,
Шмультке (бармағын башына төртөп).
Минең башты
Икеһе бергә.
Һаҡлайыҡ, һаҡлайыҡ! Булат балдаҡ алҡымынан Таяйыҡ, таяйыҡ!
Музыка тына, был икәү табынға өңөлә. Тап шул мәлдә стеналағы “фюрер” портреты баштүбән әйләнеп китә лә доңғорлап иҙәнгә ниҙер төшә — күҙҙәре аҡайған был икәүгә табан сәйер “булат балдаҡ” — билгә ҡуйып әйләндермәле спорт балдағы тәгәрләп килә. Шашынған фашистар, баштарын ҡаплап, иҙәнгә ауа. Шмультке. Ой! Майор, большевистик булат балдаҡ! Вальтер. Ахтунг! Партизан булат балдаҡ! Икеһе бергә. Диверсия!
Диван артына шыуышып йәшенәләр, сәхнә тын ҡала; шул тынлыҡты емереп, сылт-сылт секунд һуғыуҙары ишетелә. Ишектәрҙең береһенән залға Сәлих йүгереп инә, ялт-йолт ҡарана. Сәлих. һе! Шайтаным дөбөрҙәйме, тиһәм... пионерҙарҙың спорт балдағы икән. Шуныһының шуныһына тиклем сыҙай алмай һикерә! (Балдаҡты алып сығып китә). Date: 2015-07-23; view: 408; Нарушение авторских прав |