Полезное:
Как сделать разговор полезным и приятным
Как сделать объемную звезду своими руками
Как сделать то, что делать не хочется?
Как сделать погремушку
Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами
Как сделать идею коммерческой
Как сделать хорошую растяжку ног?
Как сделать наш разум здоровым?
Как сделать, чтобы люди обманывали меньше
Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили?
Как сделать лучше себе и другим людям
Как сделать свидание интересным?
Категории:
АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника
|
Бөтәһе бергә
Беҙ — ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар, Кәләш һәм кейәүкәйҙәр. Бәхетлеләр ғүмеркәйҙе Заяға үткәрмәйҙәр. Алыҫтарға аҙаштыҡ, Яҡындарҙа табыштыҡ. Башҡалар ҙа, башҡалар ҙа Беҙҙең һымаҡ ҡауышһын. (Йырлап-бейеп сәхнәнән таралалар).
Ыҫтан яғынан халыҡ ҡубына —аҡланға уларҙы Ғәли үҙе әйҙәп килә. Ғәли. Граждандар, өйөрөлөгөҙ майҙанға! Фронтовик-геройҙар исеменән... Сәлисә. һин үҙ исемеңдән һөйлә. Тауыштар: — Вәт “герой”! Миҙал урынына значок тағып ҡайтҡан! — Ҡыҙыл Йондоҙ орденлы Сәлисә апай һөйләһен! — Ғәли Ғәлич, лутсы шуны әйт беҙгә: илдең булат балдағын ҡайҙа иттең? Ғәли. Во-первых, булат балдаҡ тураһында һүҙ алда. Во-вторых, һайыҫҡан Сафура баҫһын алға. Сафура. Йә, баҫтым. Ғәли (Сафураға ғына). Танауыңа киртелгәнде онотма. Мин тамаҡ ҡырғас та шыҡырығыңды ялға. Тауыш. Фронтовик, һөйлә фронт хәлдәрен! Ғәли (күҙенең ҡара япмаһына бармағын тоҫҡалдырып). Күрәһегеҙме бынауы ҡанлы яраны? (Түшенә төртөп). Күрәһегеҙме бынауы боевой награданы? (Күкрәк һуғып). Утты-һыуҙы кистек беҙ!
Халыҡ ҡул саба. Ғәли. Йәнебеҙҙе аяманыҡ ил өсөн! Ҡаныбыҙҙы ҡойҙоҡ! Ә шул ваҡытта һеҙҙең ҡай бер, хәбәрһеҙ юғалды, тигән “ҡаһарман”дарығыҙ, беләһегеҙме, унда нимә эшләне? Тауыш. Нимә эшләне? Ғәли. Үҙ күләгәләренән үҙҙәре өркөп, ҡулдарын бына былай итеп күтәреп, фашистарға әсир төштө икеһе. Тауыш. Кем улар?! Ғәли. Сәлих менән Ишмырҙа — бына кем!
Пауза. Сәлисә. Алдай! Ышанмағыҙ! Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: бына бынауы тауҙар, һыуҙар, аҡтирәктәр-күктирәктәр иленең яугирҙәре һатлыҡйән буламы һуң? Юҡ, булмай! Бар тәбиғәт шаңдауы. Булмааай! Урал. Ишетәһегеҙме, ер-һыу-күктәребеҙ, Ҡояш һәм Айҙарыбыҙ нимә ти беҙгә? Ышанмайбыҙ! Ғәли (Сафураға тамаҡ ҡырып). Ышанмаһағыҙ, ана тора дәлиле. һайрап ебәр әле, иптәш Сафура! Сафура. Йәмәғәт! Был йөҙө ҡара бәндә мине, үҙе бүре ҡыуып яндырып үлтергән аҫау айғыр өсөн, төрмәлә башыңды серетәм, тоҡомоңдо ҡоротам, тип ҡурҡытты. Сәлих менән Ишмырҙамды фашистарға әсир төшөргә алдан уҡ һүҙ ҡуйыштылар, тип яла яғырға ҡушты.
Шау-шоу. Ғәли. Граждандар, дөрөҫ шыҡырыҡламай — Һайыҫҡан аҡылдан яҙған! Урал. Һин үҙең ул — алъйотҡа ҡалған! Сафура. Ышанмағыҙ яуызға! Ғәли (күҙҙәрен аҡайтып). Беләһеңме, хәҙер абышҡаң ҡайҙа?! Сафура. Улмы? Ул әле йылы өйөмдә, йомшаҡ ҡаҙмендәремдә. Ишмырҙа-а-ау, бер күренеп китһәңсе!
Date: 2015-07-23; view: 332; Нарушение авторских прав |