Полезное:
Как сделать разговор полезным и приятным
Как сделать объемную звезду своими руками
Как сделать то, что делать не хочется?
Как сделать погремушку
Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами
Как сделать идею коммерческой
Как сделать хорошую растяжку ног?
Как сделать наш разум здоровым?
Как сделать, чтобы люди обманывали меньше
Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили?
Как сделать лучше себе и другим людям
Как сделать свидание интересным?
Категории:
АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника
|
Сөнсө һалдат менән дә шул уҡ хәл
Ишмырҙа. Былайһа, бер юлы бер взвод “тел” алып ҡайтам икән штабҡа!
Сәхнә барышында был ваҡиға һаман уйнала тора, һөҙөмтәлә бөтә ҡарауыл командаһы бәҙрәфтә “һеңеп” ҡала. Бер үк ваҡытта — йәнәшәле рәүештә — залдағы табын янында ҡабат пәйҙә булған генерал менән майор күренеше лә дауамлана.
Шмультке (араҡынан күңеллеләнә төшөп). Беләһегеҙме, Вальтер, мин һеҙҙе был рус тамуғынан ҡайһылай ҡурсалайым? Вальтер. Бер миллион маркағыҙҙы ҡурсалағандай. Шмультке. Ә һеҙ шуның ҡәҙерен белмәйһегеҙ. Генералығыҙҙы иркәләмәйһегеҙ. (Майорҙың бөйөрөнә төртә). Вальтер. Хи-хи... Генералым, урыҫ водкаһы артынан аслан нимә теләгәнегеҙҙе яҡшы беләм мин! Анауы бүлмәләрҙең береһенде сюрприз көтә һеҙҙе, үҙем ойошторҙом. Бынамын тигән тәтәй ҡош! һеҙҙе ысын арий яһаған тап ошо изге сәғәткәсә алтын ситлектә бикләп тоторға, коньяк менән аҡрын ғына ҡыҙҙыра торорға ҡуштым мин уны шеф-повар Ганс Кохҡа. Хатта Сәлих әфәнде лә белмәне. Шмультке (ҡорһағын тотоп). Түҙеп булмай, ой Вальтер... Вальтер. Айн момент! (Төпкө ишектәрҙең береһенә йүнәлә).
Генерал һыҙланып торғанда, оҙон күлдәкле һәм ярайһы уҡ ҡыҙмасаланмыш бер һылыуҙы етәкләп, Вальтер килә; ул һылыу —Сәлисә.
Шмультке. Майн һоот, бына был сюрприз! (Осҡолоҡ тота). Вальтер. Генерал, таныш булығыҙ, легионға үҙе теләп яҙылған беренсе мосолман һылыу — Сәлисә туташ була был. Шмультке. Документ! Вальтер. Генерал, обер-лейтенант Сәлисә туташтың империя канцелярияһынан бирелгән аусвайсында рейхcкомиссар Кубенең үҙ ҡултамғаһы бар! Ул беҙгә ғәййәр легионды нығытырға ебәрелгән. Сәлисә. Генералым, һеҙҙең менән танышыуға бик шатмын! Шмультке (Сәлисәнең ҡулын үбә). һут, һут! Беҙгә йәнегеҙ һәм... тәнегеҙ менән бирелеп хеҙмәт итерһегеҙ, тип уйлайым. Сәлисә. О генерал, һеҙҙең өсөн... Шмультке (ҡыҙға рюмка тоттора). Танышыу хөрмәтенә, Сәлисә туташ. Сәлисә (эсеп, рюмканы ырғыта). О! (Генералдың муйынына һарыла, үрелеп үбергә итә). Генерал, ҡасан мине батыр яҡташым Сәлих әфәнде Хәмиди менән таныштыраһығыҙ? Шмультке. О Сәлисә туташ, һеҙ мине рәнйетәһегеҙ! Тәүҙә икәү ныҡлап танышайыҡсы. Сәлисә. О генерал! Шмультке. Майор, Сәлисә туташты ана тегендә — минең бүлмәгә керетеп урынлаштырығыҙ. Беҙ уның менән төрлө донъя хәлдәрен һөйләшербеҙ. Сәлисә (“һауа аша үбеү” оҙатып хушлаша). Эм-м-мү, генерал! Шмультке. Эм-м-мү, туташ!
Date: 2015-07-23; view: 353; Нарушение авторских прав |