Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Урал күренә





 

Урал (ҡатындың башынан һыйпап).

 

Илама ла балдыҙ, ай, илама,

Ҡайғы-хәсрәт илгә юрама.

Ир-егеттәр яуҙа еңеп ҡайтыр,

Бәхет таңы атыр Уралда.

 

Сафура. Бөгөн төндә, йылҡыларҙы бер урынға тупланым да, тау башынан аръяҡтағы тимер юл уттарына ҡарап ултырҙым. Әллә нисәмә поезд һыҙғырып үтте. Әллә шуларҙың береһенә эләгеп, Ишмырҙам ҡайтып төшкәнме икән, тим, бөгөн... Уф, сығып бара йөрәгем... (Ашығып йүнәлә).

Урал (ултыра, ныҡышып салғы сүкей. Туҡтай). Етте, минең дә бар йөрәгем...

 

Яҡында йыр һыҙыла — Сәлисә бейек яр башында аръяҡҡа ҡарап тора.

Сәлисә.

 

Иртән тороп һыуға барһам,

Килә Саҡ, Суҡ тауышы.

Саҡ, Суҡ тауышы түгел ул,

Беҙҙең йөрәк ҡағышы:

Са-а-аҡ!

Су-у-уҡ!

Са-а-аҡ!

Су-у-уҡ!

Ҡара төндө ярып сыҡ!.. (Йыр өҙөлә, пауза).

 

Көтә-ә-әм, тауыш бир миңә, шаңда-а-ау!

 

Аҡмар аръяғынан алыҫ шаңдау Яңғырай: бик алыҫтан, ләкин айырым-асыҡ Сәлих тауышы килә.

Сәлих.

 

Са-а-аҡ!

Су-у-уҡ!

Са-а-аҡ!

Су-у-уҡ!

Ҡара төндө ярып сыҡ!

Булат балдаҡ — бөгөн һалдат,

Мөхәббәткә юл асыҡ.

 

Сәлисә (ҡулдарын һоноп). Йәнем, Сәлихем!

Урал (ырғып тороп). Ейәнсәрем, ниһәйәт, һин уның исемен атаның! Ҡайтҡаныңдан биреле тәүбашлап әйттең!

Сәлисә (илай-илай, ҡартатаһының ҡосағына ташлана). Ҡарттайым, бәғерем, онота алмайым уны!.. һис ышана алмайым!.. Ҡарттайым, бәғерем, һин шуға ышанаһыңмы? Уның һатлыҡйән булыуына ышанаһыңмы?

Урал. Һинең йөрәгеңә ышанам, ейәнсәрем.

Сәлисә. Рәхмәт һиңә, ҡарттайым.

Урал (ейәнсәрен башынан һыйпап). Өмөт итеп көтәйек, ейәнсәрем. Донъя ғәжәп матур ул, яҡты ул. Хатта дегеттәй ҡара төндәрҙә лә ғәжәп яҡты донъябыҙ. Йөҙҙән уҙған ҡартатайың үҙе әйтә һиңә быны.

 

Китәләр. Мопра, Ким, Оксана, Сафура күренә.

Мопра. Ташланам, сөмәкәйгә ташланам!

Ким. Мин дә упҡынға осам!

Сафура. Балаҡайҙарым, харап булмағыҙ!

Оксана. Атайҙарығыҙ ҡайтҡансы ғына түҙегеҙ!

Мопра. Түҙмәйбеҙ! Атайҙарҙың әллә кемгә бирергә лә әллә кемде алырға, тигән нәҙерен танымайбыҙ!

Ким. Саҡ менән Суҡ ҡоштарылай, икебеҙ ике яҡта юҡҡа сығабыҙ!

 

Ким һәм Мопра икеһе ике яҡҡа ташлана.

Сафура. Уй Оксанам, әхирәткәйем, Хоҙайға арҡаланып, ҡушабыҙ ҙа ҡуябыҙмы әллә ғәзиз значоктарыбыҙҙы? Һәләк була бит бәпескәйҙәребеҙ!

Оксана. Әхирәткәйем... (Ҡосаҡлашып илашалар).

 

Ике яҡта ҡыуаныслы ауаздар — балалар һәм атайҙарҙың ҡосаҡлашып күрешеүе.


Мопра. Ой, атайым!

Остап. Һаумы, ҡыҙ ғынам, зәңгәр күҙ генәм!

Ишмырҙа (икенсе яҡта). Улым! ңур үҫтеңме, улым!

Ким. Атай!

 

Ике фронтовик ике яҡтан бер-береһенә шаҡ ҡатып ҡарап торалар ҙа йыйыныһы бер юлы бер-береһенә ҡаршы йүгерәләр: Остап менән Мопра, Ишмырҙа менән Ким, Оксана менән Сафура.

Остап. Үҙең әйткән Саҡ менән Суҡ ҡоштарылай, икебеҙ ике яҡтан ҡайтып төшкәнбеҙ икән, әй. Бар ул, бар Хоҙай бабай! Ғаиләләр ҙә бер ерҙә, бөтәбеҙ ҙә иҫән-һау.

Ишмырҙа. Рейдҡа керер алдынан ғына осрашҡайныҡ бит һуңғы тапҡыр...

Остап (Оксанаһын ҡосаҡлап). Ошо була инде ғәзиз йән дуҫым һәм буласаҡ ҡәҙерле ҡоҙабыҙ.

Ким, Мопра. Ур-ра! Беҙ ҙә ҡолаҡ тешләштек!

Сафура. Өнөммө, төшөммө?.. Ишмырҙам, Ышанығым! Ниңә шатырлатып ҡаты ҡыҫмайһың? Билкәйемде өҙөлдөргәнсе...

Ишмырҙа. һыңар ҡул ғынам шул... алтыным... (һыңар ҡулы юҡ уның).

Сафура. А-а-ай!..

Остап. Ҡоҙа, ҡарасы ҡоҙағыйыңды.

Сафура (иҫенә килеп). Сват, падажди, ул әле мине лә ҡарап бөткәнт еҡ бит.

Оксана (суҡынып). Шөкөр, Хоҙай үҙе хәл ҡылды!.. Ҡоҙағый, ҡоҙа, был минутта беҙҙән дә бәхетлерәк кешеләр бармы икән донъяла?!

 







Date: 2015-07-23; view: 333; Нарушение авторских прав



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.007 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию