Полезное:
Как сделать разговор полезным и приятным
Как сделать объемную звезду своими руками
Как сделать то, что делать не хочется?
Как сделать погремушку
Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами
Как сделать идею коммерческой
Как сделать хорошую растяжку ног?
Как сделать наш разум здоровым?
Как сделать, чтобы люди обманывали меньше
Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили?
Как сделать лучше себе и другим людям
Как сделать свидание интересным?
Категории:
АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника
|
Яҡында ғына танк моторы гөрөлдәй
Остап (ҡапыл маңлайына һуғып). Пардон! Танкистарға прибор ҡуйып биргәйнем, бер шөрөбө кеҫәмдә тороп ҡалған. Мин — хәҙер! (Автоматын, сумаҙанын алып йүгерә, листовка өҫтөнә ҡуйған флягаһы тороп ҡала). Ишмырҙа. Туҡта! Вәт Ғәләмәт! (Ситкә төкөрөп). Тфү, Ғәләмәт Ғәли әйтмешләй!
Остап киткән яҡта мылтыҡ шартлай. Ишмырҙа (автоматына йәбешеп). Остап! (Мылтыҡ атҡан яҡҡа йүгерә). Аҡланға ҡупшы хәрби кейемле ҡыҙ килеп сыға — күршеләге танкылар ғәскәренән дошман тылына разведкаға китергә йыйынған Сәлисә ул. Сәлисә (табын янында туҡталып). Вәт Ғәләмәт: табыны бар, ә хужаһы юҡ. Хатта флягаһының ауыҙы ла ябылмаған. Разведка күҙенән ҡарағанда, бында ике кеше булған. Ике кеше бер кешенән шөрләп тайҙымы? Икеле. Дөрөҫөрәге, миңә танытырға теләмәгәндәрҙер үҙҙәрен. Ни өсөндөр мылтыҡ та шартланы, етмәһә. Ҡойроҡтарына баҫырғамы? Юҡ, ярамай. Үҙеңдең махсус задание менән дошман тылына үтергә килгәнеңде, армия разведкаһы лейтенанты икәнлегеңде онотма, Сәлисә иптәш. Бында һинең йөҙөңдө лә мөмкин тиклем аҙ кеше күрергә тейеш... Бөгөн бында — лейтенант, ә иртәгә ҡоҙғондар ояһында — обер-лейтенант! (Табындағы фашист листовкаһын ҡулына ала). Был ни тағы? (Уҡый). “Штурмбанфюрер Сәлих әфәндә Хәмиди”?! (Йөрәген тотоп). Уй Аллаҡайым!.. һүрәте лә уныҡы... үҙенеке!.. (Ҡағыҙҙы усында йомарлап йүгерә). Уй Сәлихем!.. һинме Хәмиди?!. (Күҙҙән юғала).
Ағас араһында ыңғырашыу, һүгенеү. Ниндәйҙер бер ҡыҙыл әрмисте елкәһенән бөрөп, автомат тотҡан икенсе ҡулының беләгенә уның карабинын элеп, Ишмырҙа елтерәп килеп керә. Ҡыҙыл әрмис оҙон ҡара һаҡал ебәргән, бөтмөш ҡартҡа оҡшап бөкөрәйгән. Ул — Ишмырҙаның ауылдашы, баяғы Ғәләмәт Ғәли үҙе. Ишмырҙа уны танымай. Ғәли. Уй-уй, елкәмде умырҙың ғуй! Мин — обоз һалдаты, мин һеҙгә тылдан ҡорал килтерҙем, ебәрегеҙ мине, иптәш сержант! Ишмырҙа. һалдат түгел — самострел һин! Үҙ ҡулыңды үҙең атып, рейдтан янтайып ҡалырға самаланың, әҙәм аҡтығы! (һелкеп ырғыта). Ғәли. Иптәш сержант, мин үҙемде атманым. Арҡамдағы вещмешогымдан үрелеп икмәк алғансы ғына, яңылыш атылып китте. Ишмырҙа. Мөртәт! Үҙ ҡулыңа икмәк үтә атҡанһың! Дары эҙе ҡалмаҫ, врачтар белмәҫ, тинеңме?! Ғәли. Уй ҡулым, уй ҡулым... (Ҡулына иғтибар итеп, шаҡ ҡатып үҙ алдына). Вәт ғәләмәт, ниңә ҡаны сыҡмай һуң?.. Ишмырҙа. Шаҡшы! Хәҙер үҙеңде... ошонда уҡ... (Автоматын тоҫҡай). Теҙлән! Ғәли. Уй-уй иптәш сержант, атма, сержант, зинһар, ҡарт-ҡороно рәнйетмә! (Тубыҡлана, йөгөнөкләп килеп, Ишмырҙаның аяҡтарын ҡосаҡлай). Обозник мин — бабаймын! Зинһар, бөтөрмә мине! (Аптырап, үҙ алдына). Вәт Ғәләмәт, ниңә ҡулда яра юҡ?.. (Баш сайҡап). Булат балдаҡ һаҡлаған! Уй-уй, бармағым һыртҡа ҡарағанғуй!.. Ишмырҙа. Бармағың да тап үҙең һымаҡ икән! Ултыртайыҡ һыртлашты урынына. (Тегенең бармағынан тарта). Быуыны ғына сыҡҡан бит. Ғәли. Уй-уй, бармағым төҙәйҙеғуй... Бармағым... (Аҡырып). Ҡайҙа минең балдағым?! Ишмырҙа (юғары сөйөлгән ҡулында булат балдаҡ сатҡыланып нур сәсә). Бына ул, ауылыбыҙҙан урланған булат балдаҡ! Ҡараҡ! Был ҡап-ҡара һаҡалды ла берәүҙән урланыңмы?! (һаҡалынан тартып торғоҙа). Ғәли. Уй-уй, Ишмырҙа туғаным!.. Ишмырҙа (төкөрөп). Тфү, Ғәләмәт Ғәли! Ҡара һаҡалмы, тиһәм, ҡара эсле һин икәнһең, ҡәбәхәт! Йәнеңде алайым әли! Ғәли (турайып, бармаҡ янап). Шалишь, брат, алҡымыңдан кодекс алыр урап! (Ҡулын һоноп). Ҡайҙа самострел, ҡайҙа ҡан? Намыҫлы боецҡа яла яғаһың, дошман! Ишмырҙа. Бәй-бәй-бәй, кем дошман?!. Ғәли. Кем тип ни, әллә теге Сәлих дуҫыңдың фашистарға һатылыуын белмәйҙәр, тиһеңме? Үҙең дә уның артынан тайырға йыйындыңмы? Бир булат балдағымды! Ишмырҙа (Ғәлиҙе, елкәһенән бөрөп тотоп, карабинын муйынына элеп, арт һанына тибеп осора, Ғәли олаға). Бына һиңә булат балдаҡ! Осрашһаҡ, икенсе осаңа кирза табан мөһөрөнөң икенсеһен дә алырһың ҡабат!
Аҡрын ғына ут һүнә лә ҡабат ҡабына, аҡланда Сәлисә яңғыҙ үҫкән аҡҡайынды ҡосаҡлап илап тора. Date: 2015-07-23; view: 391; Нарушение авторских прав |