Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Ир-ат, ҡатын-ҡыҙ бер-береһенә уҡталып ҡосаҡлашалар





Урал. Бына был булыр алыш... баш һалыш.

Сафура (үкереп илай). Уй хәсрәтле башҡайым, уй зарлы мендәркәйем!.. Ап-аҡ яҫтыҡтарға кемде һалырмын, көмөшөмдәй ниндәй көмөш табырмын?.. Ишмырҙаау, ҡайҙа олаҡтың, мәлғүн?! (АҒаслыҡҡа уҡтала).

Сәлисә. Берҙән-берем, ғәзиз йәрем иҫән ҡалһын, Илаһым.

Бөтә сәхнә. А-а-ай!..

 

Егеттәр, ҡыҙҙар.

 

Ил ғәме ауыр бигерәк,

Күтәрергә иң кәрәк.

Айырылышыу минуттары

Етә, буғай, иртәрәк.

Аҡтирәк — күктирәк,

Йөрәктәр яна көйрәп.

Һөйә биреп, һөймәй ҡалыу

Ҡыйын икән бигерәк...

 

Сәлисә.

 

Гитлер яуы ябырыла —

Ватан ут, яраларҙа.

Ҡауышырға яҙмағандыр

Беҙгә тиҙ араларҙа.

 

Бөтә сәхнә. А-а-а-й!..

Урал (сафҡа теҙелгән, китергә йыйынған ир-атҡа). Урал батыр тоҡомдары, ғәзиздәрем, Ватан өсөн изге яуҙа Еңеп ҡайтып ҡыуандырығыҙ йөҙ йәшәр бабайығыҙҙы! Берлинға барып етеп, дәжжал ояһын туҙҙырығыҙ, ҡара ҡурғаш пүлгә ҡойған ил нәфрәтен Гитлерҙың ҡара йөрәгенә атығыҙ!

Күмәк тауыш. Амин! Ошо булһын антыбыҙ!

 

Ир-ат аҡрын ғына ҡуҙғала, оҙатыусылар эйәрә. Ағас араһынан Ишмырҙа, ҡаҙмендәрен ҡултыҡлаған Сафура атлығып сыға.

Сафура. Ышанығым, тим, Ышанығым!.. Үҙеңде өҙөлөп-өҙөлөп һөйөүемә, мәңге онотмаҫыма ышанаһыңмы?

Ишмырҙа. Ышанам, ышанам.

Сафура. Әгәр ҙә, тим, минең хаҡта ғәйбәт ишеттерһәләр, Сафураң һине онотҡан икән, тиһәләр, шуға ышанырһыңмы?

Ишмырҙа (ҡул һелтәп). Ышанырмын, ышанырмын. (Китеүселәргә барып ҡушыла).

Сафура. Ышанма, ышанма! Ышаныҡ Ишмырҙа булһаң да быға ышанма!

Бөтә сәхнә. А-а-а-й!..

 

Танауын трактор майы ҡарайтҡан Ким, хәле бөтөп, йүгереп килеп етә.

Ким. Туҡтағы-ы-ыҙ, мин дә китеүселәрҙән! (Атаһы артынан тағылып, башҡалар ыңғайына маршҡа баҫып бара).

Сафура. Ки-и-им! Значогым! Сәсрәп кенә китмәгере, сәсрәп кенә китмәгере! Атайыңдан элек үҙең тығырға булдыңмы ни башыңды тамуҡ утына?! (Сафтан һөйрәп алып, түбәләй-түбәләй, кирегә елтерәтә, Киме шарылдап илай).

Бөтә сәхнә. А-а-ай!..

 

Сәхнә төбөндә ҡанлы ялҡын ҡабына, болоттар аҡтарыла, халыҡ һыҡтап хушлаша. Китеүселәр, сәхнә буйынан йырлап уҙып, сәхнә артындағы ҡанлы ялҡын ҡосағына ағыла. Башҡорт халыҡ йыры “Ерән ҡашҡа” күмәк тауыштан һыҙыла. Урал ҡарт, Сәлисә баҫҡан урындарында ҡатып тора.

Ыҙҙар.

 

Иҫән генә йөрөп һау ҡайтығыҙ,

Китәһегеҙ, китәһегеҙ инде лә ҡуҙғалып.

 







Date: 2015-07-23; view: 391; Нарушение авторских прав



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.007 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию