Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Ыҙыл бәйле. Расписка бирмәне. хәрби комиссар





Ғәли. Ә?! То есть как? Почему хәрби комиссар?

Ҡыҙыл бәйле. То есть так. Потому хәрби комиссар. Ул, Ҡыҙыл Армияға яҡшы аттар әҙерләп биргәне өсөн, Сәлихтең ҡулын ҡаты ҡыҫты, ҡайнар рәхмәтен белдерҙе. Үҙең килеп шәп иттең, тине. РККА-ға бөгөндән, бик ашығыс, немец телен яҡшы белгән һинең кеүек аҫыл егеттәр кәрәк, ҡәҙерле иптәш Сәлих Таңатаров, тине. Хәҙер үк киске поезға ултыраһың да — аллюр туп-тура Мәскәүгә, махсус мәктәпкә, тине. Тирмәнсебеҙ немец бабайҙан өйрәнеп, фашист телен һыу кеүек эсә ине бит.

Ғәли (баш сайҡап). Не может быть! Ылғый дошман козняһы! Ниңә тура ОГПУ капитаны ғәскәровҡа илтмәнегеҙ ҡағыҙҙы?

Ҡыҙыл бәйле. Капитан Ғәскәров ул ҡағыҙыңды уҡып та торманы, уҫал һүгенеп, күҙ алдыбыҙҙа йыртып ташланы. Ул ғына ла етмәһә, өҫтөнә төкөрөп, аяҡтары менән тапаны. Әгәр ҙә иптәш Ғәли Ғәлич ошо эҫе мәлендә үк добровольно фронтҡа китмәһә, — каюк! — уға урын Магаданда, тине. Шунан һуң, Сәлихтең арҡаһынан һөйөп, көллөбөҙҙө баяғы хәрби комиссарға ебәрҙе.

Ғәли. Клевета! Обман!

Ҡыҙыл бәйле. һуғыш ваҡытында обманларға... башыбыҙ түгел болван.

Күмәк тауыш:

— Ә?!

— һуғыш?!

— Кем менән һуғыш?!

Ғәли. Отставить! Вражеская пропаганда өсөн, беләһеңме, Уголовный кодекста нисәнсе статья?!

Ҡыҙыл бәйле. Ышанмаһаң, (ҡуйынынан оло конверт сығарып тоттора) бына ҡара — эсе тулы повестка. Беҙ ҙә үҙ повесткаларыбыҙҙы алдыҡ. (Башын баҫып сығып китә. Ҡатын-ҡыҙ, бала-саға сыулап илай).

Ғәли (конверттан ус яҫыһындай ҡағыҙҙы алып уҡығас, байтаҡ ҡына тын ҡалып, тамағы ҡарлығып, халыҡҡа иғлан ҡыла). Иптәштәр! Совет иленең арыҫлан йөрәклеләре, тыңлағыҙ! Юғарынан телефонограмма килде, бына ул. (Уҡый). ”1941 йылдың 22 июнендә, иртәнге сәғәт дүрттә, Гитлер Германияһы ғәскәрҙәре, һуғыш иғлан итмәйенсә, мәкерле рәүештә беҙҙең дәүләт сиктәренә һөжүм ҡылды, тыныс ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы утҡа тотто... Яуыз фашизмға ҡаршы совет халҡының Ватан һуғышы башланды”...

Халыҡ. А-а-ай... (Сәхнә ҡатып ҡала).

Ғәли. Повесткаларҙы таратып алығыҙ ҙа ошонда уҡ теҙелегеҙ, иптәштәр. (Повесткалар ҡулдан-ҡулға тарала). Ә мин үҙем... үҙем... (күкрәк һуғып) добровольно китәм тура фронтҡа! Ура! (Халыҡ өнһөҙ).

Ким (тамаҡ ярып). Ур-ра-а-а! (Дәртләнеп ырғандай — вәкил тирәһендә “самокат” яһап әйләнә. Көлөшөү). Мин дә доброволь китәм!

Сафура. Сеү, тамағыңа таш тормағыры!

 







Date: 2015-07-23; view: 328; Нарушение авторских прав



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.009 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию