Полезное:
Как сделать разговор полезным и приятным
Как сделать объемную звезду своими руками
Как сделать то, что делать не хочется?
Как сделать погремушку
Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами
Как сделать идею коммерческой
Как сделать хорошую растяжку ног?
Как сделать наш разум здоровым?
Как сделать, чтобы люди обманывали меньше
Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили?
Как сделать лучше себе и другим людям
Как сделать свидание интересным?
Категории:
АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника
|
СӨЙӨМБИКӘ һЫЛЫУ
Тарихи драма-хроника Шаршауҙа, 13 сәхнә һәм эпилогта Башҡортостандың уҙ ирке менән Рәсәйгә Ушылыуының 450 йыллығына арнайым. Атнашалар (бөтәһе лә реаль ваҡиғаларҙағы тарихи реаль шәхестәр): Йософ — башҡорт (нуғай) иленең көньяҡ яртыһының йәғни Бәләкәй урҙаның мырҙаһы, аҙаҡтан кенәз. Һылыубикә — Йософтоң ҡатыны. Сөйөмбикә — Йософтоң ҡыҙы, тәүҙә 14 йәштә. Юныс — Йософтоң өлкән улы, Аҡтүбә ҡалаһы мырҙаһы. Йәнсура батыр — азаматтар башлығы, тәүҙә 16 йәштә. Үҫәргән — Йософтоң Мәскәүгә йөрөмтәл илсеһе. Исмәғил — Ҙур урҙа кенәзе, Йософтоң бер туған ағаһы. Тимер — Исмәғилдең Мскәүгә йөрөмтәл илсеһе. Йәнғәли — Ҡасим ханы Шәйехғәлиҙең аҡылға бер төрлөрәк бер туған ҡустыһы, Ҡазан ханы, тәүҙә 27 йәштә. Сафагәрәй — Ҡазан ханы. Ҡушаҡ — Сафагәрәйҙең, һуңынан Сөйөмбикәнең хан гвардияһы башлығы. Мурали бәк } Сөйөмбикәне Яуыз Иванға һатҡан Ҡазан Хоҙайғол уғлан} олуғтарының етәкселәре. Ҡолшәриф — Ҡазандың баш муллаһы. Бойорған Сәйет — Ҡазан ханлығының баш муллаһы. Елена (шәүлә) — Мәскәү бөйөк кенәзе мәрхүм Василийҙың мәрхүмә ҡатыны, Яуыз Ивандың әсәһе. Иван (Яуыз Иван) — Рәсәй батшаһы, 21 йәштә. Макарий —митрополит. Адашев — Яуыз Ивандың ышаныслыһы. Ҡазан, Әстерхан ханлыҡтарын яулап алыу буйынса дипломатик эштәрҙе башҡарыусы, Ҡазан ҡәлғәһен шартлатыуҙа инженер эштәре башлығы. Петр Серебряный — кенәз, татарса яҡшы белә. Кадыш Кудинов — Мәскәүҙең Бәләкәй урҙалағы илсеһе. Вәкил — Төркиә вәкиле, ғәмәлдә башҡорттарҙы урыҫ дәүләтенә (Мәскәүгә) ҡаршы аяҡландыртыусы шпион. Әбей — Сөйөмбикәнең тәрбиәсеһе. Бабай — Йәнғәлиҙең тәрбиәсеһе.
Бер үк артист 2-3 ролде уйнай ала. БЕРЕНСЕ ШАРШАУ 1-енсе сәхнә Сәхнә төбөндә дата: 1532 йыл. Яйыҡ йылғаһына һул яҡлап ҡойған Урта Бүртә йылғаһы тамағында уның уң ярында (хәҙерге Ырымбур өлкәһенә ҡарай) тәбиғәттең иң хозур бер төбәге. Биналары ҡыҙыл кирбестән төҙөлгән Кесе һарайсыҡ ҡаласығы һыҙатлана — Йософ мырҙа йәйләүе. Мырҙа һарайы эргәһендә нәҙек манаралы мәсет. Йәмле июнь айы, яйыҡтың ҡусҡыллыҡҡа күмелгән яр буйҙары. Аръяҡта — үркәс-үркәс тауҙар, таҫмаланып офоҡҡа тартылған юл. һыҙылып таң атып килә, һандуғастар өҙҙөрөп һайрай. Композитор Найыл Ғәлиевтың Шәриф Бикҡол шиғырына яҙған «Оҙата кил» («һайра-һайра, һандуғасым...») йыры Венер Килмөхәмәтов башҡарыуында тирбәлеп Яңғырай. Алыҫтарға бағып кемделер көткән, һандуғастар моңонан ныҡ болоҡһоған яңғыҙ ҡыҙ һыны. Сөйөмбикә. Уф Аллаҡай ғынам, ошондалыр, ахырыһы, һинең аҫыл ожмахың! Былбылдарын ғына тыңла: «Ожмах! Ожмах! Ожмах!» — тип сутылдайҙар бит... Ысындыр ҙа был. Сөнки ете ер, ете диңгеҙ аръяғынан килеп киткән мосафирҙар ҙа, бит, тыуған Башҡортостанымды, ҡитғабыҙҙың ожмахы, тип таныйҙар. Их, һандуғаслы гүзәл Башҡортостаным! Ошо йәшемдә генә лә арҡыс-торҡос күп буйланым һине мин. Көньяҡтың эҫе-көйҙөргөс самум елдәре өтөп торған Үҫәргән диңгеҙенән алып (уны «Аҡ-әсә-би» — Каспий диңгеҙе тип тә йөрөтәләр) һалҡын-туңдырғыс ҡар буранлы Төньяҡ боҙло диңгеҙгәсә, Иҙел ярҙарынан алып Иртыш ярҙарынаса бөтә Башҡортостанымды ҡыҙырырға яҙҙы миңә Хаҡ Тәғәлә. Сөнки ҡайҙа ғына барма — бөтә Урал буйҙары үҙебеҙҙеке. Төньяҡлап Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим һыуҙары бергә килеп тоташҡан тошта, бөтә ҡалаларыбыҙҙың әсәһе булған изге Көн-Өфө ҡалаһында, ошо Бөтә Башҡортостанымдың кенәзе, атайымдың бер туған ағаһы Исмәғил олатам бойороп ултыра семәрле алтын тәхеттә. Көн-Өфөнөң дүрт яғынан дүрт яҡҡа киткән дүрт юл осонда ла Исмәғил кенәздең мырҙалары — беҙҙең туғандарыбыҙ ил тотоп тора. Көнсығышта Иртышҡа ҡойған Тубыл һыуы тамағындағы Эбер-Себер ҡалаһында ла хан тәхетендә — үҙемдең Мамай-Нор-Ҡасим ағайым. Көнбайышта Ағиҙел тамағында — Айсыуаҡ олатайым. Ә иң алыҫ көньяҡтағы яйыҡҡа ҡойған Саған йылға тамағында — үҙемдең Йософ атаҡайымдың ҡышлауы. һәм артабан Иҙел тамағы Әстерхан ханлығының ханы ла үҙебеҙҙеке — боронғо Юрматы ырыуы ханы Әлмөхәмәттең «Бала-ҡарға» йырауында йырланып данланған Һалсы хан тигән улының тоҡомдары...
Көн яҡтыра төшә, йылға аръяғындағы тауҙар араһына тартылған юл асығыраҡ төҫмөрләнә. Сөйөмбикә (ҡулын маңлайына ҡуйып). Ә шулай ҙа яйығымдан ҡала йәнемә иң яҡын йылға — анауы Дөйәтау артындағы Һаҡмар-һыу. Шуның уң ярындағы Бәкәтәр ҡасабаһы. Хәйер, Бәкәтәрҙе һуңғы заманда Йәнсура батырымдың исеме менән Йәнсура тип тә йөрөтәләр. Бөтә тирә-йүнгә данланған Йәнсурамдың ауылы булғанға күрәлер. Бынан утыҙ ғына саҡрым, иртәнге сәйҙән төшкөһөнәсә ат өҫтөндә елдереп барып етерлек. Йәнсура батырымдың утлы һулышы, бейек Аҙанташҡа баҫып йырлаған моңло тауышы ошонда уҡ ишетелеп торғандай... Ләкин... ләкин... осоп барып ҡосағына ташланырҙай сара юҡ... Сөнки атайым ҙур инсан — Бәләкәй урҙаның кенәзгә торошло мырҙаһы, ә Йәнсурам, батыр тигән исеме илгә данланһа ла, Бикбау кенәздең бүләһе Түлебай бейҙең азамат улы ғына. Ә атайым... тел төбөнән тиртеүенсә, мине фәҡәт хан кейәүгә бирергә йыйына... (Аҡ ҡайынды ҡосаҡлап, һандуғас һайрауына иҫереп баҫып тора). Юҡ, мин барыбер үҙемдекен итәсәкмен, Йәнсурама йәбешеп булһа ла сығасаҡмын! Эйе, сығасаҡмын! (Уйланып). Бөгөн була йәйләүебеҙҙә оло һабантуй — бөтә тирә-яҡ ғәләмдән эркеләсәктәр бында. Йәнсурам да бына-бына килеп етергә тейеш. (Аръяҡҡа тоҫҡалып, ике усын ауыҙына торбаландыртып). Йәнсура-а-ам, бәғерем, ниңә оҙаҡ көттөрәһең, илдән алда килмәйһең? һағынып та һарғайып бөттөм инде. (Йырлай). Яйыҡ буйҡайҙары туғай-туғай, Туғайында һайрай бер турғай. Иртәләрен һайрай, кисен ҡарғай — Һарғайып та үлһен, ти, буғай...
Date: 2015-07-23; view: 383; Нарушение авторских прав |