Полезное:
Как сделать разговор полезным и приятным
Как сделать объемную звезду своими руками
Как сделать то, что делать не хочется?
Как сделать погремушку
Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами
Как сделать идею коммерческой
Как сделать хорошую растяжку ног?
Как сделать наш разум здоровым?
Как сделать, чтобы люди обманывали меньше
Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили?
Как сделать лучше себе и другим людям
Как сделать свидание интересным?
Категории:
АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника
|
Ишек шаҡыла ла, орден-миҙалдар тағылған яҫы күкрәген киреп, Вилким керә
Вилким. Ҡорҙаш, рөхсәтме? Муллахмәт. Бәй, һиңә лә рөхсәт булмаһа… Хай-хай, ҡалайҙарың шанлы шалтырай, ҡорҙаш! Байрам-фәләнмелер, тиһәм… Вилким (түшенә ҡарап алып). Байрам, тиһәң дә ярай. Сталинградта еңеүебеҙ көнө айҡанлы Хәрби дан музейына саҡырғайнылар. Йәш быуынға ысын хәрби батырлыҡтың ни икәнен төшөндөрттөм. Муллахмәт. Сталинградта булманыҡ таһа, ҡорҙаш, тыш яҡлап һуғыштыҡ. Беҙ-әҙиптәр араһынан берҙән-бер Ғәйнан Әмири ул Сталинградтың уртаһында, тап ут ҡаҙанында ҡайнаусы. Вилким (ишетергә теләмәй). Дошман пүләһе тишеп үтеп ҡайнар ҡаным һеңгән комсомол билетымды иң күренекле урынға изге реликвия итеп һалғандар. Ауыҙҙарын арандай асып, шаҡ-ҡатып тыңланылар. “Советтар Союзы Геройы” бирергә кәрәк олатайға, тиҙәр… Муллахмәт. Һе-һе, зерә шаҡ-ҡатырғыс шул, пүлә тишкәнеңде әйтәм. Минең һәм бәғзе берәүҙәрҙең яҡшы белеүенсә, остоҡтай ғына граната ярсығы үтәгәйне ул эште. Вилким. Ҡхым-ҡхым… (үртәлеп тамаҡ ҡыра). Муллахмәт. Госпиталдән дә аҙна-ун көн эсендә сығып киттең. Вилким. Ялған! Клевета! Муллахмәт. Ниңә көсәнәһең? (Ҡорҙашының түшендәгеләргә ишаралап). Алдап-йолдап алғандарың етмәйме? Вилким. Күрәм: һинең эс ныҡ көтөрҙәй… башҡаларҙың батырлығынан сыса яҙғансы көнләшеп. Юҡҡамы ни үҙеңде саҡырмайҙар. Муллахмәт. Һинең изге реликвияңды ҡарарғамы? Вилким. Хәрби дан музейыбыҙ бушҡыуыҡ өрә, ҡайһы бер экспонаттары яһалма, тип сафсата таратҡанһын. Муллахмәт. Комсомол билетың реликвия, әлбиттә, ләкин легендаһы -- ылғый бушҡыуыҡ. Вилким. Һаташаһың, ҡорҙашҡай. Һинең фәстереүҙәреңдең хәтәр психоз икәнлеген ил белә. Муллахмәт. Кем ул ил? Вилким. Мәҫәлән, үҙең белгән “смерш” капитаны, ялан госпитале комиссары, фронт гәзитенең яуаплы редакторы. Муллахмәт. Беләм мин дә уларҙы! Вилким. Бөйөк атайыбыҙ иптәш Сталин тураһындағы ылғый оторо антипатриотик һүҙҙәрең, зәкивәлидовсылыҡ рухы менән ағыуланған зарарлы шиғырҙарың үҙ ваҡытында уҡ тейешле тәңгәлгә теркәлгән. Муллахмәт. Эйе шул, тап ана шул зарарлыларымды кем үҙеңдең китабы итеп сығарып маҡталды? Вилким. Мин уларҙы ныҡ таҙарттым, шуныһына рәхмәт әйт. Әгәр минең пак исем ҡурсамаһа, ҡулъяҙмаңды утҡа яҡмаһам, башың китәсәк ине. Муллахмәт. Китһә-китһен ине лә! Обкомыңда, КГБ-ла мине ҡара исемлеккә теркәтеп, ғүмерем буйына яҙған беремде йота торҙоң.. Негр итеп ҡулландың мине. Вилким. Хе-хе-хе! Ысын негрҙар, беләһеңме, дуҫҡайым, Америкала ни хәлдә? Сүп һауыттарынан ҡаты-ҡото соҡсоноп туҡланалар, ҡатырғы-картон түшәп, гәзит ҡатлап ябынып, һалҡын асфальттә ҡуналар. Ә һинең – ҡалала йылы фатирың, далала – дачаң, бынамын тигән ғаиләң бар – барыһы минең арҡала. Тағы ни кәрәк һиңә? Муллахмәт. Тапалған намыҫым кәрәк. Бурһытылған ҡыйыулығым кәрәк! Вилким. Һуңлап уяндың, брат. Муллахмәт. Себеш тибергә яҫҡынған ҡомһоҙ ҡоҙғондай, темеҫкенеп керҙеңме? (Алдындағы ҡағыҙ өйөмөнә усын һалып). Инде быныһын тәтетмәҫ, тип ҡурҡаһыңмы? Вилким. Ҡурҡмайым, ҡорҙаш, ҡурҡмайым. Һин үҙең ҡурҡырға тейеш: сулаҡ ҡулың, алдан йөрөгән ҡара һаҡалың менән ҡайҙа барырһың да ғаиләңде нисек аҫырарһың, балаларыңдың өҫтөн бөтәйтерһең? Урыҫ туғандар әйтмешләй, осаң араһын ҡыҙыл әтәс суҡыһа, тәкәбберлегең осоп, майлаған ҡайышҡа әйләнерһең. Ә мин һине рәнйетмәйем – алған гонорарҙарымдан өлөшөңә көмөшөң аҡмаһа ла тамып тора. Ниңә күҙҙәрең аҡайҙы, дөрөҫ түгелме әллә? Муллахмәт. Дөрөҫ. Вилким. Бәс, шулайғас? Муллахмәт (ҡағыҙ өйөмөн этәреп). Һуңғы нөктәһен ҡуйҙым, һоғон быныһын да. Вилким. Быныһы тороп торһон, мөһимерәктәре бар. Йәғни ҙә ки фәлсәфәүи фекер йөрөтөп ҡарайыҡ: икебеҙ ҙә һуғыш ветерандары, бер төптән егелгәнбеҙ, бер табаҡтан ашайбыҙ (ҡәҙеремде белмәһәң дә). Тимәк, тормош арбабыҙ түңкәрелмәҫкә тейеш. Бының өсөн тик берҙәм һулыш алыу, бер-беребеҙҙе тотанаҡлау файҙалы. Һуңғы сиккәсә. Муллахмәт. Йәғни? Вилким. Белеүемсә, үҙебеҙҙең яугир “Красная Звезда” гәзите килмәй һиңә? Муллахмәт. Килмәй. Вилким. Ҡыҙғаныс. Ә мин алдырам, ғүмерем буйына алдырам. Һуңғы һанын әйтәйем, һинең менән минең тормош арбаһына ҡағылышлы зерә лә мөһим хәбәрнамә бар унда. Мә, ҡыҙыл кәләм менән билдәләнгәненә иғтибарыңды йүнәлт (бирә). Муллахмәт (гәзиткә күҙ йүгертеп). Һе! Вилким. Нимәһе “һе”? Муллахмәт. Баяғы бер серек балыҡ башы: ут яуҙырыусы амбразураға күкрәге менән ҡапланған ҡыйыу хәрби корреспондент Вилким Иваныч… Ха-ха-ха! Вилким. Һаман эсең көтөрҙәйме? Муллахмәт. Көтөрҙәмәй – сытырҙай. Вилким. Сытырҙаһа (гәзиткә бармағын төртөп), бына был тәңгәлен уҡы: фронт гәзитендә эҫе мәлендә үк яҙылған… Муллахмәт. Үҙең хеҙмәт иткән гәзит ине шул. Вилким (иғтибарһыҙ). Мәҡәләгә абруйлы автор ҡул ҡуйған. Муллахмәт. Беләм, беләм. Вилким. Белгәс, ниңә отораяһың? Быныһы (яҙыулы бер бит ҡағыҙ һона) – бөгөнгөһө, үҙеңә яҡшы мәғлүм күренеклеләрҙән-күренекле әһелдәребеҙҙең Мәскәүгә юллаунамәһе. Ышанам, һин уларҙың теләгенә ҡушылып ҡул ҡуйырһың. Муллахмәт. Һе! Ҡушылмайым! Вилким. Үҙ башыңа ҡарышаһың, ҡорҙашҡай! Муллахмәт. СССР Юғары Советы Президиумынан һиңә Советтар Союзы Геройы исемен юлларға ҡулым бармай. Вилким. Һин, тинтәкйән, башыңды шыр-хыялыйлыҡҡа һабыштырып, булған хәлде булманы тип тизырға итәһеңме? Муллахмәт. Итәм! Сөнки ул хәл булманы. Вилким. Хәтерлә, иҫәүән: икебеҙ тиң күкрәктән яраланып, ялан госпиталендә бергә аунаныҡ. Муллахмәт. Быныһы хаҡ. Әммә һинең күкрәгеңдең һум итен генә үҙебеҙҙең граната ярсығы сыйып киткәйне, аҙна-ун көн эсендә бөтәште. Вилким. Клевета! Дошман ҡотҡоһо! Муллахмәт. Үҙеңдән булһа ла оял! Алғы һыҙыҡҡа килгәнеңдә капитан Стреляев менән хәмер һемереп, иҫке немец окобына граната ташлап уйнағаныңда яраландың, ярсығын хирург Ганна Михайловна үҙе алып ташланы. Вилким. Пулемет пүләһе ине! Муллахмәт. Ярар, шулай ҙа булһын, ти. Ләкин мин ҡул ҡуя алмайым. Вилким. Сумасшедший һин, факттарҙы йә бутап, йә онотоп бөткәнһең! (Ҡағыҙҙарын тырнап алып, асыулы сығып китә). Муллахмәт (яурындарын ҡосаҡлап, арылы-биреле йөрөнә). Эй замана, ысынлап та аҡылдан яҙаммы мин? Барыһы ла бөгөнгөләй күҙ алдымда, күҙ алдымда…
Икенсе сәхнә Арлы ялан. Пулеметтар тыҡылдай, йәҙрәләр шартлап ярыла. Командирҙың: “За родину! За Сталина!” тигән оранына берҙәм “ура!” ялғанып, рота һөжүмгә күтәрелә. Ҡарҙы йырып дошман амбразураһына ҡаршы шыуышыусы ике яугир: алдан – Муллахмәт Ҡолахмәтов, арттаныраҡ – Степан Бондаренко. Бер мәлгә туҡталалар. Муллахмәт (боролоп ҡарап). Тырмашаһыңмы, Степка? Степан. Тырышам, тырмашам. Муллахмәт. Тын алырға ла бирмәй, зараза! Степан. Рота лып-ятты. Муллахмәт. Беҙҙең бурыс – томшоғон тонсоҡтороу. Степан. Граната ҡалманы. Муллахмәт (шинелен һалып бөкләп). Бына бының менән… Улай-былай була ҡалһа… һин эшен бөтөрөрһөң. Степан. Аңланым, һаҡлаһын Хоҙай. Муллахмәт. Эйе, Хоҙай.
Артабан шыуышалар. Пулемет бер мәлгә тынған арала Муллахмәт, ҡалҡына биреп, шинелен һонған килеш уҡталған ыңғайҙа пулемет ут яуҙырып, амбразураға күкрәге менән ҡаплана. Ҡапыл тынлыҡта көслө “ура!” яңғырай – ротаның атакаға күтәрелеүе. Бер-ике фашистың доттан сығып ҡасыуы күҙгә салына. Степан, атлығып, Муллахмәттең ҡанлы кәүҙәһен ала. Степан. Дуҫым, дуҫҡайым… (һулҡылдай). Пульсе бар! Тиҙерәк, тиҙерәк! (Яҫы аҡ бинт менән яралының күкрәген гимнастеркаһы тышынан урата). Түҙ, бәғерем, түҙ!
Өсөнсө сәхнә Date: 2015-07-23; view: 446; Нарушение авторских прав |