Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Ялан госпитале – яралылар, аҡ халатлылар. Клеенканан ҡанлы алъяпҡыс бәйләгән Ганна инә





Ганна (шәфҡәт туташына). Ҡаты яралы иҫенә килдеме?

Шәфҡәт туташы. Күҙҙәрен асты.

Ганна. Молодец, ысын баһадир икән! Шуныһы шәп – пүләһе үтә сыҡҡан.

Шәфҡәт туташы. Етмәһә, Степка, тип таптырта.

Ганна. Степан Бондаренко, уның однокашнигы. Һуғыш ҡырынан килтергәйне.

 

Тышта ығы-зығы, өндәшеү: “Ганна Михайловна, гәзиттән килгәндәр – яралы янына керергә ныҡыша!”

Ганна (палатканың ишек япмаһын ҡайырып). Шауламағыҙ! Ни йомош?

Корреспондент. Иптәш военврач, Александр Матросов подвигын ҡабатлаған геройҙы күрергә рөхсәт итегеҙ!

Ганна. Шым! Ярамай!

Кореспондент. Бер кәлимә-һүҙе генә кәрәк!

Ганна. Ярамай, тинем бит.

Кореспондент. Бөйөк иптәш Сталинға бәйле һүҙ! Аңланығыҙмы?

Ганна (уйланып). Бөйөк иптәш Сталинға бәйле булғас, үтегеҙ. Ике минутҡа ғына.

Кореспондент. Рәхмәт! (Һаҡ баҫып, яралыға яҡынлай). Сәләм, герой! Подвигың хаҡында гәзиткә яҙырға килдем. Һөйлә, нисек булды?

Муллахмәт. Шинель ябып тонсоҡторорға иткәйнем дә… боҙға табаным тайып, яңылыш ҡаплана төштөм…

Кореспондент (Ганнаға әйләнеп ҡарап). Һаташа… (Яралыға) Яңылыш түгел, юҡ! “За Сталина!” – тип оранлағанһың, сөнки бөйөк иптәш Сталинды уйлап ҡанатланғанһың. Шулаймы?

Муллахмәт. Иптәш Сталин иҫемә төшмәне… артта рота баш ҡалҡыта алмайынса ята ине… шуларҙы ғына уйланым.

Кореспондент. Һаташа! На сто процентов һаташа!

Ганна. Етте, сығығыҙ!

 

 

Дүртенсе сәхнә

 

Шул уҡ палата. Бер-нисә көн үткән, Муллахмәттең хәле шөйлә яҡшырған. Эргәһендә Ганна, аҡ халат бөркәнгән капитан Стреляев, күкрәге аҡ бинтланған еңел яралы Вилким.

Стреляев. Приветствую, солдат. Надеюсь, мине таныйһыңдыр?

Муллахмәт. Капитан Стреляев, “смерш”тан.

Стреляев. Гәзиткә биргән интервьюң эҙенән килдем.

Муллахмәт. Мин интервью бирмәнем.

Стреляев. Әлбиттә, гәзиттә сыҡманы ул, туҡтаттыҡ. Ләкин (ҡыр сөмкәһен туҡылдатып) әйткәндәрең бына бында теркәлгән. Бөйөк атайыбыҙ иптәш Сталин тураһында нимә тип ысҡындырҙың?

Муллахмәт. Мин ни бары, ул мәлдә иптәш Сталинды уйларға форсат булманы, пулемет тыҡылдап тора ине, тип кенә әйттем.

Стреляев. Насар, бик насар. Ауыҙыңдан ни сыҡҡанын бөтә палата ишеткән, быны үҙеңдең милләттәшең Вилким Иваныч та дөрөҫләй.

Вилким. Эйе, дөрөҫләйем. Бөйөктәрҙән-бөйөк иптәш Сталиныбыҙ тураһында хилаф һүҙҙәр һөйләнең. Яҙмышың ҡыл осонда тора, ҡорҙаш.

Стреляев. Әйткәндәй, бөтә рота партияла, комсомолда ағза булып тороуынан, изге билеттарын түш карманында тойоуҙарынан бәхетле ялҡынланып: “За Сталина!” – тип дәһшәтле һөжүмгә барғанда ниңә йөрәк тәңгәлеңдә комсомол билетың юҡ ине?

Муллахмәт. Окружениенан сыҡҡанда политрукка тапшырырға ҡушҡайнылар… политрук та, минең комсомол билеты ла сыҡманы…


Стреляев. Ә бына Вилким Иванычтыҡы сыҡҡан.

Муллахмәт. Ул бит рейдта, окружениела булманы… рейдҡа ингән саҡта редакцияһы менән тылда ҡалды.

Стреляев (тыңламай). Нәҡ йөрәге тәңгәлендә дошман пүләһенән тишелеп ҡанаған.

Ганна. Ярсыҡтан.

Стреляев. Иптәш военврач, факттарҙы боҙмағыҙ! Үҙегеҙҙең скальпелдән башҡаларын “смерш”ҡа ҡалдырығыҙ! (Ганна китә) Бына шулай. (Муллахмәткә). Ул котелда башҡалар ятып ҡалған, ә һин сыҡҡанһың. Быныһының да эҙенә төшөргә кәрәк. Шуларың фашлана ҡалһа, үҙеңә -- каюк, ә һин хеҙмәт иткән частҡа юйылмаҫлыҡ ҡара позор буласаҡ. Усек, һалдат?

Муллахмәт. Усек.

Стреляев. Тимәк, танауыңа яҡшы итеп киртеп ҡуй: һине окоптан сыҡҡаныңда снаряд ярсығы яраланы, ә фашист амбразураһына ташланған герой-военкор -- гвардия капитаны Вилким Иваныч Киреев ине. Тап уның йөрәге эргәһенән фашист пүләһе үтте. Усек?

Муллахмәт. Да… усек.

Стреляев. Так что, төҙәл, һалдат (Вилким менән эйәртенешеп китәләр).

 

ШАРШАУ







Date: 2015-07-23; view: 375; Нарушение авторских прав



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.007 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию