Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Артҡапҡанан Алкаш Ғәләүи керә. Байрас мылтыҡты йәшерә





 

Ғәләүи (ҡах-ҡох йүткерә). “Ич” та “мич”, “тыч” та “сыч” – түрәләрҙең “предок”тары эсеп-сысып йәшәгәндәр, тиерһең.

Ивис. Һинең һымаҡмы, Алкаш? Фу, самогон еҫе аңҡый.

Ғәләүи. Үҙеңдән һарҡый, “тыч-сыч”! Нишләп мин алкаш булайым?

Байрас. Миләш тирергә сыҡтыңмы, олатай?

Ғәләүи. Эйе лә, әбейемдең ҡан баҫымын төшөртөргә.

Ивис. Беләбеҙ. Первачыңа төнәтеп, коньяк, тиеп һатырға. Тауыҡ буғы ҡушып эшләһәң, көслөрәк булыр ине.

Ғәләүи (тумбытыуға иғтибар итмәй). Болан балаһы гиҙә гелән ошонда… Бахыр инәһен бынауының ҡәһәр һуҡҡыр атаһы “ыч” атты бит.

Ивис. Законная лицензия менән ул!

Ғәләүи. Утыҙ етенсе йылда шундай законная лицензия менән минең һикһән йәшлек атайымды аттылар… милләтсе, зәкивәлидовсы, тип.

Ивис. Тап шундай булғандыр ҙа!

Ғәләүи. Ошо ҡойма тирәһен таҡырлаған, бисара. Мал балаһы бит – ашаған еренә ылыға.

Ивис. Эйе, һинең һаҫы апараңа түгел.

Ғәләүи. Бахыр әсәһенә алмашҡа иҫән-һау ғына үҫһен инде. Болан балаһы, тимен.

Байрас. Үҫер, олатай, үҫер.

Ғәләүи. Һин шулай тиһең дә бит… (Ивисҡа төбәп). Атаһынан күреп уҡ урынына буҡ юнғандар ҙа бар был донъяла (китә).

Ивис (төкөрөп). Черт пьяный! Дуҫҡай, башы осона көбәгеңдән гөрһөлдәтәйек берҙе, ыштан төбөнә шыр-ебәрһен.

Байрпас. Ярамай, болан балаһы ҡурҡыр.

 

Мунсаға инеп китәләр. Өйҙән ҡулына оло хужалыҡ сөмкәһе тотҡан Гүзәлиә, тағылып Наҙлиә сыға.

 

Наҙлиә. Әсәй, туҡтасы, ут ҡаптымы әллә?

Гүзәлиә. Ҡапты шул, көндөкөн-көнгә ҡаба. Ыйыҡлатылған бейәләй, көндөкөн-көнгә дөкәндән-дөкәнгә морон төртөп, һеҙҙең туймаҫ тамаҡтарҙы туйҙырырға кәрәк тәһә.

Наҙлиә. Байрасыңды йүгерт, һуң.

Гүзәлиә. Йүгерҙе, ти. Шөғөлөнән йолма, ти бит атаҡайы.

Наҙлиә. Үҙе тәпәйләһен, алайһа.

Гүзәлиә. Кем?

Наҙлиә. Атаҡай, һуң.

Гүзәлиә. Пөш-ш-ш, әйттең һүҙ. Ҡуҙғатырһың ул тутыҡҡан тәрене! Яҙа ла һыҙа, яҙа ла һыҙа, ә әжеренә -- һуҡыр тин. Көткән донъяһын ҡара: дүрт сутыйҙа ергә сүккән серек өй ҙә лепәшкән ҡара мунса, эт инеп һеймәҫлек бәҙрәф… Ыстырам!

Наҙлиә (әсәһен ҡосаҡлап). Әсәкәйем, илама! Үҙем барып киләйем!

Гүзәлиә. Бәпескәйем, әхирәттәрең көтә. Бар-бар! (Ҡыҙының артынан текләп ҡала). И бала-бала, үҙем, ти бит әле ул. Әсәһенең һәр тин өсөн ҡалтыранып йәшәгәнен белмәй шул… (Китә).

 

Өй эсендәге Муллахмәт тәҙрәнән “йылт!” итеп ҡарай ҙа юғала. Шул арала ҡурай моңо һыҙылып, “Илсе Ғайса” йыры ағыла тышҡа:

 

Аҙаштырған болан балаһылай,

Яңғыҙ башым ситтә интегәм.

Көндәрен дә төнөн йөрәгем яна,

Аңлар икән мине кемгенәм…

 







Date: 2015-07-23; view: 383; Нарушение авторских прав



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.006 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию