Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Йыһат Солтановты биргән бау





 

1. Ишек. —

2. Күриң. —

3. Фаридун. —

4. Түрәҡан (Тура-хан) Фәҡфәдәр. —

5. Ҡаф. —

6. Круз.(Ҡорос, Һарт иленең батшаһы, Геродоттағы Крез: б.э. тиклем 560 — 546[49]). —

7. Ҡавәб. —

8. Бәширмин. —

9. Сам Сиуар. —

10. Ҙал Ҙаман. —

11. Бәһлеүән Рөстәм. —

12. Манжуһр (Манжур). —

13. Нәвҙар. —

14. Пузар. —

15. Ҙаб. —

16. Ғиҡбад. —

17. Кииксарув (Мидия батшаһы, Геродоттағы Киаксар: б.э. тиклем 625 — 585). —

18. Аҡҡар Әййүб. —

19. Кәштә. —

20. Әсфәндиәр. —

21. Баһуман. —

22. Драб бин Баһуман (Баһуман шам[50]... «улы юҡтан әҙәм алып тәрбиә ҡылып, Көннур ҡыҙын уға бирҙе; һыуҙан табылғаны өсөн Драб тип исем ҡуйҙы; үҙенән һуң шам булды; Искәндәр Юнан[51] унан тыуҙы, тиҙәр». — 35-енсе бит. Беҙҙең өсөн бында Драб батшаның — Александр Македонскийҙың атаһы Филиптың — бәпес сағында «һыуҙан табып алыныуы» тураһындағы риүәйәт бик фәһемле — был хәл уның ысын-ысындан үҫәргәндәр бабаһы булыуын күрһәтә, сөнки үҫәргәндәрҙең легендар бабалары Үҫәргән (Саргон) да, Көн-би ҙә, Муса [Моисей] ҙа, Жик-Мәргән дә ана шулай «һыуҙан табып алынған»дар. Үҫәргән әсәләре иһә «мин ҡайҙан сыҡтым?» тип ҡыҙыҡһынып төпсөнөүсе бала-сағаларына әлегәсә, «бәпес сағыңда һыуҙан табып алып ҡайттым», тип аңлата). —

23. Сасун (Үҫәргән ырыуының Сәсән нәҫелле батшаларҙың бабаһы йәғни Тура [Тора] таулы Туран иленең [Башҡортостандың] шанлы батшаһы Бәк-Сәсән ул, б.э. II быуатында йәшәгән. Сәсән тоҡомдары [сасанидтар] б.э. III — VII быуаттары һуҙымында тәхеттә ултырғандар, улар дәүләте хәҙерге Төрөкмәнстан, Афғанстан, Иран, Әрмәнстан, Грузия, Әзербайжан ерҙәрен иңләгән һәм ғәрәптәр яулап алғанға тиклем йәшәгән. Тулыраҡ мәғлүмәтте «Хәтерхитаб»ымдың икенсе томының «Бөйөк Ҡошан» тигән бүлегендә бирҙем). —

24. Бабсаҡ (Папак) [«Бабсаҡ менән Күсәк» тигән эпосыбыҙҙың бер геройы]. —

25. Артыш-ир (Ардашир, 224 — 240 йылдарҙа батша; «Бүре-Өфө-Өй»өн[Парфияны] һәм «Бүре-Әсә» [Фарсы] илен һ.б. яулап алып, үҙенең тәүтөйәге булған Туран иленә [Башҡортостанға] ҡаршы тороусы Иран илен [йәғни «Ир илен»] нигеҙләгән [хәҙерге Иран дәүләтселлегенә нигеҙ һалыусы]. «Үҫәргән тәүәрихе»ндә әйтелә: «Ардашир утыҙ йыл шам булды, фарсы вә ғаҡ вә лаш илдәре уның ҡулы аҫтында ине»... — 35-енсе бит). —

26. Шабур (339 — 372 йылдар. «Шам Шабур утыҙ йыл шам булды». — 35-енсе бит). —

27. Фируз (Пероз, 459 — 484 й.й.). —

28. Ҡыуат (Кубад, 488 — 496 һәм 499 — 531 й.й. «Шам Кубад 23 йыл шам булды, Фирдәүси хөкөмөнөң заманында ине». — 39-ынсы бит. Ошо Ҡыуат батшаның бер улы Нуширван ғәҙел [Хосров I, 531 — 579] тигән батшанан — беҙҙең нәҫелдәге Баба Төкләҫ-би тармағы, ә икенсе улы «...иау...н»дан [шәжәрәлә уҡып булмай] — бабабыҙ Сыңғыҙ-ханды тыуҙырған тармаҡ саталанған). —

29. Нуширван Ғәҙел (Хосров I, 531 — 579 й.й. «Нуширван... 20 йыл шам булды, уның шаһлыҡ ҡыры: Төркөстандың мәшриғенән Һиндостан мәғрибенәсә уның хөкөмөндә булды». — 39-ынсы бит). -

30. Бируз (Хосров II, 628 йылда үлгән). —

31. Шырау-ир (был осорҙа Бируздан ҡалмыш тәхет өсөн ҡанлы тартыштар булып, 628 — 632 йылдар араһында тәхеттә бер-бер артлы ун батша алмашына. Йездегирд III [632 — 652 й.й.] тигән берәү тәхетте биләп алғас, Сәсәндәр нәҫеленән булған был Шырау-ир үҙенең алыҫ бабаһы Бәк-Сәсәндең тыуған еренә — Туран иле Башҡортостанға ҡасып ҡайтып, сал Көн-Өфө [Тура] йәки хәҙерге Өфө ҡалаһындағы ата-баба тәхетенә ултыра: бының тап шулай икәнлеген Шырау-ирҙең бүләренең шәжәрәләге Туран Дархан тигән батшалыҡ ләҡәбе дәлилләй. Күрәһегеҙ, Шырау-ирҙең Дары исемле данлы бүләһе ошо Туран [Башҡортостан] дәүләтенең баш ҡалаһы Өфө тәхетендә нығынған һәм Туран-Дархан [Дары-хан] батша ләҡәбен алған, шунан һуң уның батшалыҡ итеүсе нәҫелдәре лә быуындан-быуынға «дары-хан» — тархан ләҡәбен йөрөтөп, башҡорттоң тархандар [хакимлыҡ итеүселәр] ҡатламы барлыҡҡа килгән. Туран Дары-хандың ҡартҡартатаһы Өфөгә ҡайтҡан баяғы 632 йыл менән Туран Дары-хан араһында әҙәмиҙәрҙең ике быуын ғүмере — 50 [25+25=50] ятҡанлыҡтан, Тура Дары-хан бабабыҙ Өфө тәхетенә яҡынса 682 [632+50=682] йылда ултырған булырға тейеш). —

32. Шәһриәр. —

33. Ардашир. —

34. Туран Дархан (баяғы Туран Дары-хан, йәғни Туран иленең Дары исемле ханы, тигән һүҙ; уның тәхете, әйтеп үтеүебеҙсә, Көн-Өфө — Тура ҡуш ҡалаһында, йәғни хәҙерге Өфөлә). —

35. Жәзир Жир. —

36. Әбү Алсаҡ («Алсаҡ-ир бер заман Баратурз Дархандың ҡалаларын яулап алды, ҙур ил яһаны. Ғайәт шөҡәтле һәм Искәндәр сафиуллаға тиң хан ине». — 58-енсе бит). —

37. Солтан Ғоҫман. (Хәҙерге Төркиә дәүләтен нигеҙләүсе, ғоҫманлы төрөк солтандарының бабаһы. Ә беҙ иһә уның солтан Жәләлитдин бауынан киләбеҙ). —

38. Солтан Жәләлитдин. —

39. Әҙеһәм. —

40. Баба Төкләҫ-бей.

41. Трә (Тура) бин Баба Төкләҫ (Тура-хан, XII быуат. Был Тура-хандың ҡәбер кәшәнәһе уның баш ҡалаһы булған хәҙерге Өфөнән алыҫ түгел Шишмә районының Түбәнге Тирмә ауылы эргәһендә һаҡланған әлегәсә, архитектор-белгестәр уның ҡоролошон ысынлап та XI — XII быуаттарға ҡарата. — Б.Г. Калимуллин. Башкирское народное зодчество. Уфа, 1978; 114-енсе бит. Боронғо башҡорт тәүәрихсеһе Ҡыҙрас Муллаҡаевтан заманында атаҡлы П.И. Рычков [Топография Оренбургской губернии, Уфа — 1999; 372 — 373-өнсө биттәр] һорашып яҙып алғанса, «хан Тура бин Баба Төкләҫ оҙонлоғо ун саҡрымға һуҙылмыш бөйөк Өфө ҡалаһының аҙаҡҡы ханы булған». Мәсетле районы Һөләймән ауылында табылған Әйле ырыу шәжәрәһендә Боронғо Башҡортостан 9 ханлыҡҡа бүленгәнлеге, һәр бүлемдә кем хан булып торғанлығы күрһәтелеп, «1-енсе. Өфи ҡәлғәсен, Дим тамағын Тирәй хан биләде», — тип әйтелгән, йәғни «Тирәй» тигәне — Тора-хан. — Башкирские шежере. Филологические исследования и публикации. Уфа — 1985, 67-нсе бит). —

42. Ҡаҙансы. —

43. Туҡсаба («Иҙел — Яйыҡ араһында хөкөм һөргән... Туҡсаба хан заманында Буйат-бей — бей ине». — 54, 62-нсе биттәр). —

44. Муйтән-бей («Ҡасыр»). —

45. Шаҡмалы-бей Муйтән [«Ҡасыр»] улы. (Рашид-ад-дин тарихында ул, уның дошмандары татар-монголдар ләҡәпләгәнсә, Ҡасыр улы [Качир-улэ] тип бирелгән; 1237 йылдың йәйендә татар-монголдарға ҡаршы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе; Үҫәргән ихтилалсыларынан Баҫман [Бачман] менән бер осорҙа көрәшкән, аҙаҡ ҡулға алынып, язалап үлтерелгән. Был хаҡта Рашид-ад-диндың тәүәрихендә: «Сығышы ҡыпсаҡ халҡынан — Оло Бүрелек [Үҫәргәндең Баш-Бүре араһы. — Й.С.] ҡәбиләһенән булған Баҫманды [Бачманды], ундағы иң оятһыҙ әмирҙәрҙең береһен, һәм Әсәләр [Бүре-Әсәләр йәғни Үҫәргән. — Й.С.] ҡәбиләһенән Ҡасыр[52] улын [Качир-улэ] икеһен әсир итеп алдылар...». Әлхасил, Рашид-ад-дин яҙған был «Ҡасыр улы» — Муйтән-бейҙең улы Шаҡмал тип раҫларға таяныс бар. Муйтән-бей, билдәле булыуынса, Каспий диңгеҙе аша хәҙерге Иран тупрағына ҡасып китерҙән алда хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ районы Жултый ауыл советына ҡараған Һунарсы һәм Сәнкем-Биктимер ауылдары араһындағы һәм шул ике ауылды тыуҙырыусы Ҡасанҡый-Сала [хәҙерге «Иҫке Ҡый»] ҡасабаһында йәшеренеп йәшәгән; уны эҙәрлекләүсе татар-монгол әтрәтен хәҙерге Ергәйеш ауылында һағалаусы башҡорт ғәскәре, Ҡасанҡый-Сала [«Иҫке Ҡый»] яғына үткәрмәй, Эйек тамағы тарафына бороп ебәргән. Муйтән-бей, Ҡасанҡый-Саланан көньяҡтараҡ хәҙерге Алабайтал ауылы янындағы Яйыҡ кисеүенән ашып, Каспий диңгеҙе ярындағы Түләнкөн [хәҙерге Тулений остров янындағы Рыбачий] ҡалаһына килә һәм, карапҡа тейәлеп, Каспий аръяғына [хәҙерге Иранға] аша, шунан тороп илбаҫар татар-монголдарға ҡаршы көрәште ойоштора. Уның улы Шаҡмал, Ҡасанҡый-Сала [«Иҫке Ҡый»] ҡасабаһында ҡалып, татар-монгол илбаҫарҙарына ҡаршы Башҡортостандағы ҡораллы көрәште етәкләй. Муйтән-бей үҙе хан булып, уның улы Шаҡмал солтан [принц] булғанлыҡтан, Ҡасанҡый-Салала уны Шаҡмал-Солтан йәки Солтан тип кенә лә йөрөтәләр, һәм унан ҡалған тоҡомдарҙы ла, беҙҙең ғаилә риүәйәттәре буйынса, Солтандар [урыҫ документтарында — Солтановтар ] тип атайҙар. Шул рәүешле шул төбәктә Солтановтар фамилияһы барлыҡҡа килә, ә был иһә ошо юлдарҙың авторының да мөҡәддәс фамилияһы). —

46. Бүрекәй-бей (Бүзәк-бей йәғни Бөжәк[53]-бей) Шаҡмалы улы йәки ләҡәбе буйынса Муйнәйтмәҫ-бей. (Сыңғыҙ тоҡомдары хакимлыҡ ҡылған хәтәр заманда был бабабыҙ, моғайын, үҙенең Муй [Муйтән-бей] ейәне икәнлеген йәшереп йөрөгәндер; шуға ла уға «Муйнәйтмәҫ» йәғни Муйҙы әйтмәҫ ләҡәбе бирелеп, икенсе исеме рәүешле нығынып ҡалғандыр. Аҙаҡ килеп, беҙҙең нәҫел кешеләренең ҡайһы берҙәре ана шуны фамилия итеп алып, «Муйнәйтмәсов» булып йөрөгәндәр). —

47. Һеркә-бей (Жерүкә-бей). —

48. Манғут-бей Һеркә улы. —

49. Урал-бей (Аралбай) Манғут улы[54]. —

50. Арбан-бей Урал улы. —

51. Тимерҡабыҡ-бей Арбан улы. («Бораҡ-хан заманы». — Ү.Т.Ш[55]). —

52. Һарыбаш-бей Тимерҡабыҡ улы. («Жанбәк-хан заманы» — Сим — Яйыҡ йылғалары араһын биләгән). —

53. Һырыш-бей Һарыбаш улы. («Ҡасим-хан заманы»). —

54. Ябынсы Яҫауыл Һырыш улы (Иван III Васильевич — «Сабаталы батша» заманында [1440 — 1505 й.й.] йәшәгән, Литваны яулауҙа шул батшаға хеҙмәт итеп, «Яҫауыл» дәрәжәһен алған. 1552 йылда ғәскәр төркөмө башында Ҡазанды һаҡлап Яуыз Иван ғәскәрҙәренә ҡаршы ҡаһармандарса һуғыша. Ябынсы Яҫауыл үҙенең замандашы — Сыңғыҙ-хан нәҫеле Даян-ҡағандың Миңдекәй тигән, Үҫәргәндең Сураш араһынан булған еңгәй-ҡатынынан тыуған ҡыҙына өйләнеп, был икәүҙән бабабыҙ Үҫәргән Ябынсы улы тыуған булырға тейеш, шуға күрә лә минең ғәзиз бабаларҙың бер килкеһе Даянов [Дуянов] фамилияһын алған). —

55. Үҫәргән Ябынсы улы (кесе улы). —

56. Сөйәлғужа Үҫәргән улы. —

57. Мусҡа Сөйәлғужа улы. («Ҡуҙаш Ҡунаҡ таифәһенең атаһы»). —

58. Күскенсе Мусҡа улы. —

59. Иҫәнбирҙе Күскенсе улы. —

60. Болаҡбай-батыр Иҫәнбирҙе улы. Ошо урында Болаҡбай бабабыҙ тураһында аңлатма биреү урынлы (шәжәрәбеҙҙәге унан да боронғораҡ быуын Болаҡ баба менән бутамаҫ өсөн). Сөнки «Ағиҙел» журналының 1993/9 һанында ырыуҙашым Рәшит Насиров уҙаман мәғлүм ҡылған Үҫәргән шәжәрәһе тураһындағы хәбәрҙә: «Үҫәргән олатайыбыҙҙың ике улы булған. Беренсеһе (өлкәне) Болаҡ, икенсеһе Таймаҫ исемле», — тигәне буталыбыраҡ киткән. Беренсенән, иң теүәлдәрҙең береһе һаналған Үҫәргән-Түңгәүер шәжәрәһендә (Ү.Т.Ш.) Үҫәргән бабаның өс улы күрһәтелеп, Болаҡ менән Таймаҫ иһә Үҫәргән бабанан һуңғы бишенсе быуындағы Иҫәнбирҙе улдары булып тора. Икенсенән, Болаҡ бабабыҙ «сабаталы[56] Һары Кривой Иван заманында йәшәгән, әммә уландары булмаған шул», — тигәне лә, заманаһы дөрөҫ әйтелһә лә, бабабыҙ Болаҡбай батыр менән уның бер туғаны Таймаҫ осорона тура килмәй (улар 18-енсе быуаттың беренсе яртыһында йәшәгән); бында шәжәрәләргә хас саҡ ҡына аймылыш бар, сөнки ошо әйтелгәндәр ысынлап та урыҫ илендә Иван III Васильевич (1440 — 1505) һәм Яуыз Иван IV (1530 — 1584) батшалыҡ иткән һәм беҙҙең баба Болаҡ батырҙан ете быуын элгәреге Болаҡ Һырыш-бей улы менән уның бер туғаны Ябынсы Яҫауыл баба заманаһында булған. Шәжәрәлә Болаҡ Һырыш-бей улынан, ысынлап та, нәҫел күрһәтелмәгән.

Шулай итеп, шәжәрәмдәге ошо 60-ынсы быуын бабам Болаҡбай-батыр Иҫәнбирҙе улының шәжәрәләге 61-енсе быуынды тәшкил иткән уландары (туғыҙ ул) бына кемдәр:

I. Этйеймәҫ (йәки Эттеймәҫ, бер ниндәй ҙә этлектәргә бирешмәҫ, тигән исем);

II. Боҫҡон Даянов[57] (Дуянов); тархан, кенәз дәрәжәләрендә йөрөй (1748 й. тыуған);

III. Юламан;

IV. Әбделмәмбәт (1789);

V. Ҡотлогилде Муйнәйтмәҫов (1770), яҫауыл. Фамилияға әүерелгән «Муйнәйтмәҫ» — Муйтәндең нәҫеле икәнлеген әйтмәҫ, мәғәнәһендәге ләҡәп; Муйтән-бей тоҡомдары илбаҫар татар-монголдарҙан эҙәрлекләнгәнлектән, шуларҙы аймылыш ҡылмаҡ өсөн, Муйтән улы Шаҡмалының («Ҡасыр улы»ның) улын шулай йөрөткәндәрҙер. Һуңынан, күренеүенсә, бабаларым уны фамилия итеп ала башлаған; 1763 йылдың 25 июнендә бер төркөм Нуғай юлы башҡорттарының Ырымбур гөбөрнәтере Д.В. Волковҡа яҙған хатына Йомаҡай Муйнәйтмәҫов та ҡул ҡуйған, урыҫса текста был «Муаитмасов» тип боҙоп яҙылған. (Материалы по истории Башкирской АССР, IV, часть вторая. М. — 1956; 45-енсе бит).

VI. Аҡкилде (1773);

VII. Муса (1809? — дата яңылыштырылған);

VIII. Ҡәҙербирҙе.

IX. Айбаш.

Тимәк, Болаҡбай-батыр бабабыҙҙың нисәмәлер ҡатындарынан туғыҙ улан тыуып үҫкән.

Инде тәүҙә шуларҙың араһынан шәжәрәләге 60-ынсы быуын Болаҡбай бабанан һуңғы — ошо юлдарҙың авторы Йыһат Солтановты ла үҙ эсенә алған быуындарҙы 61-енсенән алып туранан-тура теҙәйек:

61. (IV). Әбделмәмбәт Болаҡбай улы. —

62. Әйүп Әбделмәмбәтов (1792), урядник. —

63. Мөхәммәтсадиҡ Әйүп улы Солтанов[58] (1846 — 1909). —

64. Әҙеһәм Мөхәммәтсадиҡ улы Солтанов (1895 — 1936). —

65. Йыһат Әҙеһәм улы Солтанов (1932, ошо юлдарҙың авторы). —

66. Сабит Йыһат улы Солтанов (1960). —

67. Наилә Сабит ҡыҙы (1990) һәм Диләрә Сабит ҡыҙы (2000) Солтановалар.

Тимәк, үҙемдең 67 быуын шәжәрәмде барланым.

Инде Болаҡбай-батырҙың һәр туғыҙ улының нәҫелдәрен айырым-айырым һәм өҫтәге сират һандары буйынса барлап теркәйек:

I. Этйеймәҫ йәки Эттеймәҫ тип тә әйткәндәр (бер ниндәй ҙә этлектәргә бирешмәҫ, тигән исем). Уның нәҫеле:

1. Ишемтәй Этйеймәҫев (1754). Ишемтәй нәҫеле:

а) Шәмситдин Ишемтәйев (1802);

б) Хәмиҙулла Ишемтәйев (1805);

в) Һибәтулла Ишемтәйев (1817);

г) Хисамитдин Ишемтәйев (?), уның улы Йәләлитдин Этйеймәҫев (1830), Йәләлитдин улы Солтангәрәй (1847);

2. Ишәй Этйеймәҫев (1759), уның нәҫеле:

а) Хәсән (1789);

б) Хәмитдин (1795);

в) Сиреүбай Ишәйев-Этйеймәҫев (1807). Был исем ер-һыуҙарыбыҙға береккән: Сәнкем-Биктимерҙән, Ҡаҫмартты кисеп, Селек Мужигы (Ново-Николаевка) утарына барған юлда «Сиреүбай-ҡараҡ ҡасып ятҡан» тәрән (Ҡаҫмарттың иҫке үҙәне) Сиреүбай соҡоро бар.

Сиреүбай нәҫелдәре: Сиразитдин (1799), Дәүләтбай (1814), Кинйәғол (1812); Кинйәғол улдары: Мырҙағол Кинйәғолов (1836), Ырыҫланғол Кинйәғолов (1839), был мырҙабыҙ «әхләҡһеҙлеге арҡаһында» 1863 йыл генерал-гөбөрнәтер фарманы буйынса Себергә һөрөлгән; Хәйрулла Кинйәғолов (1842);

3. Сәйфитдин Этйеймәҫев (1819), уның нәҫеле:

а) Бесәнсе (1836), Бесәнсе улдары: Ғарифйән Сәйфитдинов (1918 — 1919 йылдарҙа ҡыҙыл гвардиясы, 1920 — 1937 йылдарҙа БашЦИК-та эшләй, репрессияланған), Хәмәтйән Сәйфитдинов;

4. Ҡускилде Этйеймәҫев (1791);

5. Байгилде Этйеймәҫев (1764), Байгилде улдары: Динмөхәммәт (1805), Мөхәммәтғәли (1813).

II. Боҫҡон Даянов (1748), тыумыштан уҡ («природный») тархан һәм кенәз дәрәжәләрендә. Уның нәҫеле:

1. Әлмөхәммәт Боҫҡонов (1775), йорт старшинаһы. Уның нәҫеле:

а) Дилмөхәммәт Әлмөхәммәтов (1813), указлы мулла;

б) Мостафа Әлмөхәммәтов (1814), уның нәҫеле:

*Хамбал (1845), имам хатиб, Хамбал улы Сәлмән Солтанов (1908);

*Ибраһим (1855);

в) Ғәбделҡадир Әлмөхәммәтов (1817), уның нәҫеле:

*Мөхәммәтсадри Солтанов (1847 — 1914);

*Мөхәммәтсадиҡ Солтанов, уның улы Мөхәммәткәрим (1882), уның улы Ғәбделрәхим (1909);

*Мөхәммәтхарис Ғәбделҡадир улы Солтанов (1850);

*Ғәбделмәзин Солтанов, уның улы Сәлмән (1883);

*Ғәбделғәзиз Солтанов (1855), уның нәҫеле:

Ноғоман (1880 — 1899),

Ғилман (1906 — 1908),

Вилдан (1909),

Ғәбделрахман (1915 — 1916),

Суфиян Солтанов, уның улы Сәлимйән Солтанов, Сәлимйән улы Ырыҫлан (Руслан) Солтанов;

г) Ҡотлоәхмәт Әлмөхәммәтов, уның нәҫеле:

*Бикмөхәммәт (1837),

*Ниязмөхәммәт (1844);

д) Шаһиәхмәт Әлмөхәммәтов (1821), уның улы Шаһимәрҙән (1852);

2. Ноғоман Боҫҡонов-Солтанов (1797), уның нәҫеле:

а) Мортаза (1819), Мортаза улы Ағзам (1848);

б) Нурмөхәммәт Солтанов (1831), уның улы Ғәбделсәлим Солтанов (1860 — 1908);

3. Юлмөхәммәт Боҫҡон улы Болаҡбаев[59]-Солтанов (1801), уның улы Мөхәммәтлатиф (1831). Мөхәммәтлатифты Лотош ҡарт тип атап йөрөткәндәр; алтын алам тип, ауыл осондағы Әүлиә (Урмәмбәт-кенәз) зиратын ҡутарғанында ауыҙы ҡыйшайған;

4. Мөхәммәтжан Боҫҡон улы (1791), указлы мулла.

III. Юламан. Уның нәҫеле:

1. Ҡотбул Юламанов (1754), Ҡотбул нәҫеле:

а) Сәлих;

б) Исмәғил;

в) Исламғол Ҡотбулов-Солтанов (1809), Исламғол улдары:

*Кәлимулла (1834),

*Заһиҙулла (1853),

*Ғәлиулла (1856),

*Хәлилулла Солтанов (1858 — 1915), уның улдары:

Сәлимулла Солтанов (1918 — 1919 йылдарҙа ҡыҙыл гвардиясы. 1919 й. башҡорт аҡ армияһының ҡыҙылдар яғына сығыу мәсьәләһе буйынса Темәстә йыйылған Хәрби йыйын делегаты),

Ямалитдин Солтанов (1899),

Сәлихулла Солтанов (1904 — 1905).

IV. Әбделмәмбәт, уның нәҫеле:

1. Теләүғол Әбделмәмбәтов (1789), Теләүғол улы Мөхәммәтхәсән Теләүғолов (1819). Был Мөхәммәтхәсән — Лотош ҡарт менән бергә алтын көҫәп баяғы Әүлиә зиратын ҡутарғандарында күҙе салшайған Хәсән ҡарт була инде;

2. Әйүп Әбделмәмбәтов (1792), урядник; уның нәҫеле:

а) Баһауитдин Әйүп улы Солтанов (1819), ауыл старостаһы. Уның түшенә тағаҡай «Староста деревни» тип яҙылған ҡалай билдәһе беҙҙә 60-ынсы йылдарғаса һаҡлана ине,

б) Мөхәммәтсәлим (1841),

в) Мөхәммәтсадиҡ Әйүп улы Солтанов (1844 — 1909. Ошо юлдарҙың авторының ғәзиз ҡартатайы), Мөхәммәтсадиҡ нәҫеле:

*Мөхәммәткәрим Солтанов,

*Әҙеһәм Солтанов (1895 — 1936), Әҙеһәм улы:

Йыһат Солтанов (1932), Йыһат улы:

Сабит Солтанов (1960), Сабит ҡыҙҙары:

Наилә Солтанова (1980),

Диләрә Солтанова (2000).

V. Ҡотлогилде Муйнәйтмәҫев (1770), яҫауыл.

VI. Аҡкилде (1773. Ҡотлогилде Муйнәйтмәҫев менән бер туған). Аҡкилденең нәҫеле:

1. Баһауитдин (1803), — Ҡаҫмарт йылғаһының ятыуына батып үлә: Сәнкем-Биктимер ауылында «Баһау батҡан» ятыуы бар ине;

2. Ҡунаҡбай Аралбаев (1790) — беҙҙең Үҫәргән батшалар шәжәрәһендәге алыҫ бабабыҙ Уралбай//Аралбай исемен фамилия итеп алған; уның нәҫеле:

а) Мөхәммәтғәли Ҡунаҡбаев-Солтанов[60] (1801), уның улдары:

*Тимерғәли (1837),

*Йыһанша (1845);

3. Ҡунаҡҡужа Аралбаев (1812), уның нәҫеле:

а) Мөхәммәтша Ҡунаҡҡужин-Аралбаев (1832), уның улы:

*Ишмөхәммәт Аралбаев (1898);

б) Ғәлиәхмәт (1838), уның нәҫеле:

*Хужахмәт (1884 — 1899),

*Шаһиәхмәт, уның улы:

Хикмәтулла Аралбаев (1896 — 1942, совет хакимиәтенең дошманы рәүешендә ҡулға алынып, атып үлтерелә), уның улдары:

Салауат Аралбаев,

Рафиҡ Аралбаев.

*Һиҙиәтулла Ғәлиәхмәт улы Аралбаев (1905 й. үлә);

*Мотиғулла Аралбаев (1909),

*Сәғиҙулла Аралбаев (1912 — 1914);

в) Ниязмөхәммәт (1840);

г) Дәүләтша (1845), уның нәҫеле:

*Илморат Аралбаев (1899 — 1899),

*Вәлиша Аралбаев (1902),

*Йыһанша Аралбаев (1900);

д) Әхмәтша (1848), уның нәҫеле:

*Сәхәбитдин Аралбаев (1905), уның улы:

Алмас Аралбаев;

*Ишбулды Әхмәтша улы Аралбаев (1898);

е) Вәлиәхмәт, уның улдары:

*Нуриәхмәт Аралбаев (1910),

*Сәмиғулла (1912);

4. Билал Аҡкилде улы Солтанов (1813), уның нәҫеле:

а) Шаһимөхәммәт (1836);

б) Мөхәммәтзариф (1846);

в) Ғәбиҙулла Солтанов (1853), уның нәҫеленән:

*Бибисадиҡа Ғәбиҙулла ҡыҙы Солтанова (1896 — 1977, Өфө — мосолман зиратында) — Йыһат Солтановтың ғәзизә әсәһе;

*Һибәтулла Солтанов (1909 — 1943), уның нәҫеле:

Фәрит (1935),

Ринат (1938 — 1941), Фәрит улдары:

Ринат Солтанов,

Рифҡәт Солтанов;

*Хәбибулла Солтанов (1910 — 1941).

5. Ҡолмөхәммәт Муйнәйтмәҫев-Солтанов (1814), уның нәҫеле:

а) Динмөхәммәт (1843 — 1852).

VII. Муса, уның нәҫеле:

1. Ильяс, уның нәҫеле:

а) Шамалмәт (1861 — 1920 й. иҫән) — Яңы Ғафар (Яңауыл) ауылында татарға әүерелгән;

б) Мәрҙән (1875 — 1920 й. иҫән) — Яңы Ғафар (Яңауыл) ауылында татарға әүерелгән;

в) Ишмөхәммәт, уның улы:

*Шаһимөхәммәт (1885 — 1920 й. иҫән) — Яңы Ғафар (Яңауыл) ауылында татарға әүерелгән;

г) Шаһиәхмәт, уның улы:

*Ғәбдрәхим (1890 — 1920 й. иҫән) — Яңы Ғафар (Яңауыл) ауылында татарға әүерелгән.

2. Сәғитдин Мусаев, уның нәҫеле:

а) Камалитдин Сәғитдинов-Мусаев (1809), уның улы:

*Мифтахитдин (1833);

3. Баһауитдин Сәғитдинов-Мусин (1813), уның нәҫеле:

а) Әхмәтйән (1840), уның улдары:

*Хисамитдин Мусаев (1877 — 1920 й. иҫән) — Яңы Ғафар (Яңауыл) ауылында татарға әүерелгән;

*Фәхритдин Мусаев (1885 — 1920 й. иҫән) — Яңы Ғафар (Яңауыл) ауылында татарға әүерелгән;

б) Мифтахитдин (1853);

4. Сәлихйән (1840), уның нәҫеле:

а) Әхмәтша Мусаев (1860 — 1920 й. иҫән) — Яңы Ғафар (Яңауыл) ауылында татарға әүерелгән;

б) Ғабдулла Мусаев (1902 — 1920 й. иҫән) — Яңы Ғафар (Яңауыл) ауылында татарға әүерелгән, уның улы:

*Юныс (1903);

5. Ғарифйән (1846);

6. Махийән, уның нәҫеле:

а) Абдулла (1894 — 1920 й. иҫән) — Яңы Ғафар (Яңауыл) ауылында татарға әүерелгән. Уның улы:

*Юныс (1903 — 1920 й. иҫән) — Яңы Ғафар (Яңауыл) ауылында татарға әүерелгән.

7. Хисамитдин, уның нәҫеле:

а) Ямалитдин (1845), уның улдары:

*Минғазитдин Мусаев (1882 — 1920 й. иҫән) — Яңы Ғафар (Яңауыл) ауылында татарға әүерелгән;

*Зиннәтулла Мусаев (1920 й. иҫән) — Яңы Ғафар (Яңауыл) ауылнда татарға әүерелгән;

*Бәҙритдин Мусаев (1885 — 1920 й. иҫән) — Яңы Ғафар (Яңауыл) ауылында башҡорт килеш;

*Хәмзә Мусаев (1895 — 1941) — Яңы Ғафар (Яңауыл) ауылында башҡорт килеш, ҡыҙыл гвардиясы. 30-ынсы йылдарҙа ул — Өфөлә комвуз ректоры, 1937 йылда репрессиялана, 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була;

8. Тазитдин Мусаев, уның нәҫеле:

а) Дауыт Тазитдинов-Мусаев (1806), уның нәҫеле:

*Мөхәммәтғәли, уның улы:

Фазыл Мусаев (1920 й. иҫән, Яңы Ғафарҙа) — милләте яҙылмаған;

*Мөхәммәтхәсән (1833), уның улдары:

Мотиғулла Тазитдинов (1920 й. иҫән) — Яңы Ғафар (Яңауыл) ауылында татарға әүерелгән,

Ниғмәтулла Тазитдинов (1920 й. иҫән) — Яңы Ғафар (Яңауыл) ауылында татарға әүерелгән;

*Йософ (1841), уның улы:

Закир Тазитдинов (1920 й. иҫән) — Яңы Ғафар (Яңауыл) ауылында татарға әүерелгән;

б) Рәхмәтулла Тазитдинов-Мусаев, уның улы:

*Ибәтулла (1920 й. иҫән) — Яңы Ғафар (Яңауыл) ауылында, милләте яҙылмаған.

VIII. Ҡәҙербирҙе, уның нәҫеле:

1. Көбәк, уның нәҫеле:

а) Аҡмырҙа Көбәков (1783);

б) Ғәбделмәзит Көбәков (1819), уның улдары:

*Собханғол (1854 — 1856),

*Умырҙаҡ (1859);

в) Ғәбделфаиз Көбәков (1823);

2. Балыҡ (1797);

3. Ҡанмырҙа Солтанов (1786), уның нәҫеле:

а) Лоҡман, уның улы:

*Бикмырҙа Солтанов, уның улы:

Шиһабитдин Бикмырҙа улы Солтанов (1840), уның улы:

Хисамитдин Солтанов (1890), уның улы:

Ким Солтанов (1933), уның улдары:

Динис Солтанов,

Хәким Солтанов;

йәнә лә шул уҡ Шиһабитдин улдары:

Солтанғәли Солтанов (1905 — 1905),

Байрамғол Солтанов (1906),

Ғүмәр Солтанов (1909),

Камалитдин Солтанов (1912);

*Йәнмырҙа Бикмырҙа улы Солтанов, уның улдары:

Әхмәтйән Солтанов (1908),

Афзалитдин Солтанов (1916),

Язаритдин Солтанов (1924 — 1943);

4. Йомағужа, уның нәҫеле:

а) Алтай Йомағужин (1788);

б) Булдай Йомағужин-Солтанов (1793);

в) Иркәбай (1811);

г) Аҡмөхәммәт (1813).

IX. Айбаш, уның нәҫеле:

1. Бикҡужа Айбашев (1773);

2. Аҡҡужа Айбашев (1778), уның улы:

а) Йомағол Аҡҡужин-Солтанов (1817 — 1854);

3. Аҡбирҙе Айбашев (1782), уның нәҫеле:

а) Ғибәҙәт Аҡбирҙин-Солтанов (1820);

б) Шәрәфитдин Аҡбирҙин (1828), уның улдары:

*Сәләхитдин (1859 — 1859);

*Ямалитдин Солтанов, уның улы:

Камалитдин Солтанов, уның улдары:

Язаритдин Солтанов (1894 — 1899);

Зәйналитдин Солтанов (1900 — 1910);

Йәләлитдин Солтанов (1904);

Шәрәфитдин Солтанов (1912);

Фәрхәлитдин Солтанов (1915);

Ғаязитдин Солтанов (1924?), уның улдары:

Шәрәфитдин Солтанов,

Сәләхитдин Солтанов,

Йәләлитдин Солтанов;

4. Аҡбура Айбашев (1784);

5. Байҡашҡа Айбашев (1786).

 

 

Бер юлы кенәз һәм тархан дәрәжәләренә эйә булмыш Боҫҡон бабабыҙ, Үҫәргән батшалар тоҡомо (кенәз, тархан) булыуы менән бергә, Сыңғыҙ-хан — Даян-ҡаған бабаларыбыҙ нәҫеленән дә икәнлеген белдертеп, Бөрйән ырыуының бөйөгө Сыңғыҙ-хандың туранан-тура нәҫеле — 16-нсы быуатта Яуынсы Яҫауыл бабам менән бер осорҙа йәшәгән һәм, моғайын, Яуынсы Яҫауылға хәләл ефетлеккә ҡыҙын биргән туранан-тура икенсе яҡ бабаһының – Сыңғыҙ-хан нәҫеле Даян-ҡағандың исемен үҙенә фамилия (Даянов йәки Дуянов) итеп алғанлығын әйткәйнем. Даян-ҡағандың Үҫәргәндәргә кейәүгә сыҡҡан шул мөхтәрәмә ҡыҙы тап минең дә алыҫ оләсәйем булғанлыҡтан:

 

 

Date: 2015-07-23; view: 415; Нарушение авторских прав; Помощь в написании работы --> СЮДА...



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.007 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию