Полезное:
Как сделать разговор полезным и приятным
Как сделать объемную звезду своими руками
Как сделать то, что делать не хочется?
Как сделать погремушку
Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами
Как сделать идею коммерческой
Как сделать хорошую растяжку ног?
Как сделать наш разум здоровым?
Как сделать, чтобы люди обманывали меньше
Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили?
Как сделать лучше себе и другим людям
Как сделать свидание интересным?
Категории:
АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника
|
Унарсы ауылын нигеҘлӘҮселӘр шӘжӘрӘҺе
(Хәҙерге Ырымбур өлкәһе, Һарыҡташ районы, Жултый ауыл советы)
Мәғлүмәттәр XX быуат баштарында Бәкәтәр-Йәнсура (хәҙерге Ырымбур өлкәһе, Ҡыуандыҡ районы) ҡасабаһының аҡһаҡалы Рәхмәтуллин Мөҡим Бәҙретдин улы төҙөп ҡалдырған “Үҫәргән-Түңгәүер шәжәрәһе”нән, Рәсәй дәүләт администрацияһы төрлө йылдарҙа үткәргән “ревизские сказки”ҙарҙан һәм 1956, 1960 йылдарҙа Мәскүҙә нәшер ителгән “Материалы по истории Башкирской АССР” исемле документтар тупланмаларының IV һәм V томдарынан, шулай уҡ Сәнкем-Биктимер ауылы мәсетенең метрика кенәгәләренән алынды. Хәҙерге яҙмала ҡабул ителгән “бей” һүҙе шәжәрәләгесә “би” (мәҫәлән, Мөйтән-би) яҙылышында ҡалдырылды; волость – ылыҫ, губерния – гөбөрнә тип бирелә. Текстағы автор өҫтәлмәләре дүрткел йәйәләр эсенә һалынды. Билдәле булыуынса, Обь – Иртыш үҙәненән алып Ҡама – Иҙел үҙәненәсә, Төньяҡ Боҙло океандан (Ҡар диңгеҙенән – Карское море) Каспий (Үһәргән – Гурган) диңгеҙенәсә йәйрәп ятҡан ерҙәр бик боронғо замандарҙан уҡ башҡорт ырыуҙарының тәүтөйәге булған, ошо тәүтөйәктән бабалар мең-мең йылдар дауамында мифик Бүре һәм Болан (Һыйыр) юлбашсылығында изге Көн-Өфө (Ҡәнифә) һәм Ҡуңыр-Буға юлдары буйлап Евразия ҡитғаһының дүрт тарафына таралған, хатта Америка, Африка ҡитғаларына барып еткән. Изге Көн-Өфө юлындағы бабалар, әле әйткәнсә, үҙҙәренең юлбашсы-башбабаһы (дәдәме – тотемы) итеп бүре-этте (бүретте – бурятты) һанаған; ырым буйынса дәдәмдең ысын исем-атын әйтеү ҡәтғи тыйылғанлыҡтан, уны “аҙаштырып” Әби-ән-әс (бында Әби-ән -- Әбиҙән йәғни әпи-апабыҙ Көн-Ҡояштан тыуған, әс -- әсә мәғәнәһендә) -- Әби-Нәс тип йөрөткәндәр; ябай ғына әйткәндә, Көн-Әбиҙән (Ҡояш-Апанан) тыуған Әсә (Әсә-Бүре) була инде. Бара-тора “Нәс” тигәнебеҙ “нәсәб” (нәс-әби), “нос” (бүреттең еҫ тойғон осло танауы) төшөнсәләрен биргән. “Нос” тигәнебеҙ тағы “с” өнө “һ”-лашыу һөҙөмтәһендә “нос”тан ноһ – нох – нюх (урыҫса “еҫ тойоу”) – еҫкәп белеүсе тойғон-эт мәғәнәһендәге һүҙҙәребеҙ хасил булып, ахырҙа был дәдәмебеҙ донъялағы төп диндәрҙең Нух – Ной пәйғәмбәренә әүерелә. Ошоларғы бәйле, бүрет (бурят) дәдәмле ырыу-ҡәбиләләр ҡәүемен, дөйөмләштереп, Нухай – Нуғай (йәғни бүре-эткә табыныусы) тип атағандар; был атама Сыңғыҙ-хан бабабыҙ заманында уға буйһынған һәм ҡулға бүре-эт эйәләштереүҙе башҡорттарҙан күреп белгән монгол ҡәбиләһенең теленә “эт” мәғәнәһендә “нухай – нуғай” рәүешле барып кергән. (Ентеклерәк белергә теләгән уҡыусыға китап бар: Йыһат Солтанов. Башҡорт батшалары. Сыңғыҙ-хандан алып Урыҫ дәүләтенә ҡушылғанғаса. Өфө, 2007). Биреләсәк шәжәрәбеҙ кешеләре төйкләнгән тупраҡтың да тарихын ҡыҫҡаса белеү хәйерле. Урта быуаттар Башҡортостан хакимы Сәсле Дәрүиш-биҙән һуң дәүләтебеҙ идаралығы һәм биләмәләре уның ике ейәненә бүленеп, өлкәне Борнаҡ – Себер өлкәһендә (Себер ханлығының башланыуы), кесеһе Ядкәр (1533 йылда тыуған) Өфө өлкәһендә (Нуғай Урҙаһы) идара ҡыла. Бернисә йыл буйы килгән ҡоролоҡ-ҡытлыҡ арҡаһында ил ҡаҡшап, өҫтәүенә төньяҡлап урыҫ баҫҡынсылығы көсәйгәс, халыҡтың бер өлөшө 1546 йылда Ядкәр уҙаман етәкселегендә илдән ҡубынып, ул саҡтағы тыныс һәм йылы һаналған Ҡубан яҡтарына күсеп китә лә шундағы нуғай халҡына әүерелә. Тәүтөйәкте ташлап китергә риза булмаған башҡорттар (ҡаҙаҡтар уларҙы Себер ханлығындағы әстәк – остяк ҡәүеменең исеме менән истәк – иштәк тип атай) баяғы ҡанҡәрҙәштәренән бушанып ҡалған ерҙәр иҫәбенә биләмәләрен киңәйтеп, Үҫәргән батшалар шәжәрәһенең аҫыл заты Тәтегәс-би (1565 йылда вафат, Юрматы ырыуының бийе) етәкселегендәге берләшмә булараҡ йәшәй, ләкин дөйөм Башҡортостан бернисә өлөшкә бүленгән хәлдә тарҡаулыҡ осорон кисерә. Шул шарттарҙа 1557 йылда башҡорттарҙың дүрт ырыу биҙәре – Үҫәргәндән – Тәтегәс һәм уның улы Бикбау, Бөрйәндән – Иҫке (Иҫәкәй), Ҡыпсаҡтан Мышы улы Ҡараҡужаҡ, Тамъяндан Шәғәли Шаҡман уҙамандар үҙҙәренең ихтияры буйынса Урыҫ дәүләтенә ҡушылыуҙарын иғлан ҡыла һәм шул дәүләт администрацияһынан ергә аҫабалыҡ хоҡуҡтарын һәм биләмә-ер сиктәрен билдәләгән рәсми танытма-грамота ала. Шуға ярашлы Үҫәргән, Ҡыпсаҡ, Тамъян, Бөрйән ырыуҙарыныҡы итеп танылған ер-биләмәнең сиктәре түбәндәгесә (текст бөгөнгө телгә яраштырылды): «961 йыл ғәкрәбнең 2-че көнендә рус жәмәғәте Ҡазан шәһәрен басып алдылар. Шундан суң, башҡордлар дүрт ыруғындан вәкилләр: Үсәргәндән — Бикбау кенәз, Ҡыпчаҡдан — Мәшәүле Ҡаракөчөк кенәз, Бержәндән — Иске бей кенәз (икенче исеме Буранчы бей), Тамъяндан — Шығай Шаҡман кенәз рус кенәзенең чаҡырыуы буйынча Ҡазанға бардылар. Олуғ кенәз царь Васильевичҡа, тәбиғә вә рәғиәлек (буйһонмаҡҡа) ғарыз (яҙма рәүешле аңлатыу) итүб, ҡабул итеп, үз химаясына алғандан суң, ерләрен һәм сыуларын тигезләб үлчәб бирүб, ғарыз итдиләр. Былар һәр ҡайусына тарханлыҡ чины биреб, башҡордларға ерләрен ғәделләп тигезләб биреү, тигезләб бүлеү ҡайуның өчөн төлкө вә сусар ясағы түләделәр. Еремез түбәндәгечә бүленеб, Олуғ кенәзнең санатлары тәсдик итделәр. Әүәл Жайыҡ буйлап Үрге Жики Бузчык, Ҡызыл, Саҡмар сыуы, Эстәрле, Исәйле Үскәлек, Ике Һүрән — буларның башындан аяғынача, Саялмыш башындан Кер ауылының, Ташкичеүдән Ману йылғасындан Ялғыз өйәнкегәчә, Нуғай кичүе үтә Ер төбәкдән Үксез төбәккәчә, юлҡамы рәүешле Үткелендән, Ҡарағайдан, Керйыуардан, Ҡалмак башындан Сыуал тауынача, Саҡмар буйлаб Кейембирде түбәгенәчә, Таналыктың бөтөн буйы белә Жайыкның Буз тирәгенәчә, Яраҡлидан ҡара урман артсылы Ҡамышлауның Ҡуш Усағындан, Өйрөк Таудан Жим сыуынача — Үсәргән, Ҡыпчак, Тамъян, Бөржәннеңдер. Андан сахра тарафы: түбән чиге Сарайчыҡдан Өч Үзәннең сыу ағышы белән чиге Дүрт Килигәчә — Бөржәннең асаба ерләредер. Бу — башҡордларның мәшһүрәт белән тигезләп үлчәб бүленгән ерләредер. Бу Ҡазан шәһәренең кенәгәсенә теркәлмештер, һәм булар өчөн төлкө, сусар ясағы түләнмеш. Тарих 970 жөзәнең 29-ынчы көнөндә бу грамута ҡәғәзинең ахрына император Әғзәм хәзрәтләренең олуғ санатлары ҡул ҡуймыш: Бобров, Степан Белагушин, Степан Соколов, сәркәтиб Михаил Белинский». Күренеүенсә, Бөрйән ырыуының элекке аҫаба ер-биләмәләре хәҙерге Рәсәй Федерацияһының Куйбышев, Саратов өлкәләрендә һәм Ҡаҙағстанда тороп ҡалған (ҡалдыҡтары әлегәсә шул аҫаба ерҙәрендә донъя көтә). Боронғораҡ (Туҡтамыш-хан заманы) бөрйәндәрҙең уғата көньяҡтараҡ – Каспий диңгеҙе буйындағы Маңғышлаҡ ярымутрауында төйәкләнеүе тураһында ла ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бар (Әхмәтзәки Вәлиди Туған. Башҡорттарҙың тарихы. Өфө, 1994, 23-өнсө бит). Ә ҡыпсаҡтарҙың бер килкеһе был яҡтарға Килмәк-абыз Нурышов етәкселегендәге башҡорт ихтилалын баҫтырышырға батша ғәскәрҙәре сафында 1736 йылдың йәйендә хәҙерге Ырымбур арты далаларынан килеп төпләнеүе билдәле, ул хаҡта “Башҡорт ҡырылған урын” тигән хеҙмәтемдә йәки “Эскерһеҙҙең тормошо” тигән мемуарҙарымда ентеклерәк уҡырға мөмкин. Билдәле булыуынса, үҫәргәндәр ерендә Ырымбур ҡәлғәһен ҡорҙортмаҫ өсөн ҡубынған был ҡораллы күтәрелеште 1735 йылда көнбайыш Башҡортостанда Аҡай-батыр Күсемов башлап ебәрһә, Үҫәргәндә уны Килмәк-абыз Нурышов менән Алғышай-батыр Наҙаров (иртә үлгән шағирыбыҙ Рифҡәт Алғышаевтың бабаһы) етәкләй. Баш күтәреүселәрҙең һуғыш юлдары ҡанлы, ә юл осо ҡот осорғос фажиғәле. Ихтилалсыларҙы баҫтырыуҙа ҡырғынсы ғәсҡәр сафтарында батша яҡлы төрлө милләт вәкилдәре менән бергә баяғы ете йөҙ (700) башҡорт ҡыпсағы ла ҡатнаша. Ихтилал етәкселәренең береһе яҙып ҡалдырған тәүәрихтә был хаҡта асыҡ әйтелгән: “Ҡыпсаҡтар, үҙҙәренең урыҫтар яҡлы булыуынан маһайып, Хоҙай уларға тыныслыҡ һәм бәхет килтерҙе, тип һананы һәм тамъяндарға (күтәрелеште тамъяндар башлап ебәргән -- Килмәк-абыҙ тамъян ырыуынан. – Й.С.) ҡаршы көрәште. Тамъяндарҙан үс алырға теләп, Һаҡмарға (йәғни хәҙерге Һунарсы ауылы ултырған ергә. — Й.С.) барып еткән урыҫтар менән берләшеп, тамъяндарға ябырылды. Һуңғылары үҙҙәренә ҡотолор урын таба алманы... Улар (тамъяндар. — Й.С.), күсенергә теләп, ҡыпсаҡтарҙың тарафына (йәғни ҡыпсаҡтар менән үҫәргәндәр араһын сикләүсе Һаҡмар йылғаһы буйына – хәҙерге Һунарсы ауылы ултырған ергә. — Й.С.) килгәйне, ләкин көтмәгәндә ҡыпсаҡтарҙан булған һатлыҡ йәндәр Һаҡмарға килеүсе урыҫтарға хәбәр иткән улар хаҡында. Мосолмандар иһә бер ни ҙә белмәне. Һатлыҡ йәндәрҙең береһе... Ҡорбанай... мосолмандар йәшәгән урынды күрһәткән һәм урыҫтарҙы һуғыш хәйләһенә өйрәткән. Урыҫтар төндә үҙҙәренең туптарын килтерҙе лә иртәнсәк шуларҙан ата башланы. Бахыр башҡорттар, был атыуҙың ҡайҙан ҡупҡанлығын аңлай алмай, төрлө яҡҡа һибелеп ҡаса башланы; күп ҡатындар балаларын ҡосоп йылғаға ташланды...бәғзеләренең сабый балалары тирәк ботаҡтарына эленгән сәңгелдәктәрҙә ҡалды — бөтәһе лә шунда һәләк булды, сөнки әсәләре уларҙы үҙҙәре менән алырға өлгөрмәне. Яралылар ҙа йылғала һәләк булды. Был һуйышта Һаҙлыйылғала (хәҙерге Һунарсы ауылы аша аға. – Й.С.) мәйеттәрҙән күпер хасил булды. Ҡарттарҙы эт урынына таштар һәм күҫәктәр менән һуғып үлтерҙеләр, имсәк сабыйҙарын ҡылыстар менән тураҡланылар, гөманлы бисара ҡатындарҙың ҡорһаҡтарын ярҙылар, йәш-елкенсәкте мауығып үлтерҙеләр. Шәһиттәрҙең мәйеттәрен ҡарғалар суҡыны һәм төлкөләр кимерҙе. Ошо көндә лә унда ул кешеләрҙең һөйәктәрен табырға мөмкин... Күксә-тархандың ҡатынын — Сураҡайҙың әсәһен — әлһерәп бөткән ҡарсыҡты, урталай яра сабып, юлдың ике яғына быраҡтырҙылар. Тамъяндан Ҡорманғолдо, Аҡмайҙың улын, был фетнәле көндә урыҫтар ҡамаған; үҙенең һөйләүенсә, ул, ике янды бер юлы матҡып алып, керешен бөтөрә тартып, шуларҙан уң яҡлап — урыҫтарға, һул яҡлап мишәрҙәргә атып, үҙенә юл ярған. Бер мишәр уның артынан: «Ах, ни эшләнең һин, яуыз башҡорт?! Һеҙҙе аҫып бөтөрөргә тирәктәр ҙә етмәй бит!» — тип ҡысҡырып ҡалған... Һатлыҡ йәндәр көлдөләр һәм уларҙың ҡайғыһынан ҡыуандылар... Хатта шуға тиклем барып еттеләр: үҙ әтрәттәрен төҙөп, бахыр мосолмандарҙы ҙур тырышлыҡ менән ауланылар һәм уларҙы урыҫ ҡулдарына һаттылар... улар көслөк менән башҡорт ерҙәрендә ҡалды һәм бөгөн дә күп әле улар; башҡорт ауылдарында берәүҙе лә тере ҡалдырманылар”... Рәсәй хөкүмәтенең рәсми документтарында быларҙың барыһы дөрөҫләнә. 1736 йылдың 2 июнендә Ырымбур экспедицияһы башлығы И.К. Кирилов әбей батшаға кинәнесле хәбәрләй: «Ее императорскому величеству, самодержице всероссийской всеподданнейшее в Кабинет доношение. После всеподданнейших нижайшего раба репортов и отъезду отсюду генерала-лейтенанта и казанского губернатора Румянцева получил известие от майора Останкова, что яицкими казаками вступя от Сакмарска Нагайской дороги в Башкиры 19 мая, ушедших с Демы реки воров, на которых пришли внезапно, в горах между Ика и Сакмары рек, добита мужеска полу с 600, женска немалое число, причем получено лошадей, скота и пожитку довольно...». Шул Һүр. 1. Карталағы түңәрәк төртөклө пунктир -- Аҡһаҡтимер яуының юлы. Тәреле пунктир -- Кириловтың Ырымбур экспедицияһы юлы. Уҡлы һыҙыҡ -- батша ҡырғынсыларының Ҡасанҡый-Салаға (башҡорт яуының төбәгенә) уҙған юлы. 1. Сәнкем-Биктимер. 2. Ҡасанҡый-Сала -- батша ҡырғынсылары 1200 башҡортто ҡырған урын. 3. Ҡаҫмарт йылғаһының иҫке үҙәне. 4. Тәре-билдә -- Тирәкле йылғаһы янында Кирилов драгундары Килмәк-абыз яуы менән һуғышҡан урын. 5. Тәреле түңәрәк-билдә -- Аҡһаҡтимер һәм Туҡтамыш-хан ғәскәрҙәре бәрелешкән урын.
ҡырғында батша яҡлы (“доброжелательные башкирцы”) башҡорт ҡыпсаҡтарының да ете йөҙ (700) кешелек әтрәте ҡатнашлығын батшаға ентеклерәк итеп һуңғараҡ яҙылған хисапнапмәлә күрәбеҙ: “Майор Останков 2 сентября из Сакмары писал:...собравший он, майор, доброжелательных башкирцев з 700 же человек да яицких казаков с 300 человек, отправил на вора Алгишея по другую сторону реки Сакмары, о котором де есть известие, что кочует на реке Космарке и Оняку (дөрөҫө Эйек. – Й.С. [Материалы по истории Башкортостана, том VI, автор-составитель Н.Ф. Демидова. Уфа – 2002, №312, 475-енсе бит])”. Иғтибар итегеҙ: 1736 йылдың 19 майында хәҙерге Һунарсы ауылы урынлашҡан ерҙә 600 ир-ат һәм унан да кәм булмаған һанда (тимәк, тағы 600) ҡатын-ҡыҙ, бала-саға — бөтәһе 1200 кеше, көтмәгәндә баҫып алынып, бер юлы үлтерелгән, һәм был ҡанлы фажиғә тап ошо беҙҙең төбәктә — Эйек менән Һаҡмар аралығындағы минең бабалар ауылы Ҡасанҡый-Сала ерендә булған (ауыл тулыһынса яндырылған – Иҫке Ҡый тигән ерҙә өй урындары беленә)... Ә Ырымбур экспедицияһының 1736 йыл 30 июндә яҙылған икенсе бер документында: «Майор Останков с яицкими казаками после первой над ворами победы от 22 по 30 числа мая ходил по реку Яику, где воровских разорил и выжег 113 деревень, и с башкирцами, коих было 1000 человек, бились и побито больше двух сот...» — тип әйтелә. Тимәк, ауылыбыҙ Ҡасанҡый-Салала ҡырғынсылар тарафынан 1200 ир-аттың, ҡатын-ҡыҙҙың, бала-сағаның язалап үлтерелеүе һәм ауылыбыҙҙың яндырылып юҡ ителеүе 1736 йылдың иҫке стиль менән 22 майында булған, был иһә Себер юлы Балыҡсы ылыҫы Сейәнтусы ауылы фажиғәһенән кәм түгел. Айырма шунда ғына: Тәфтиләү менән бергә йөрөгән П.И. Рычковтың яҙма-шаһәҙәтнамәһе арҡаһында ғына Сейәнтусы тарихҡа керһә, Ҡасанҡый-Сала фажиғәһе тарихтан ситтә ҡалған. Был ҡанлы фажиғә урыны төбәгебеҙҙең һыҙмаһында (һүр. 1.) – тәре тамғаһы менән, ә Һаҡмарҙың һул ярынан ҡырғынсылар килгән юл уҡбашаҡлы һыҙыҡлап күрһәтелде. Ҡорбанай (йәки Ҡорбантай) тигән хыянатсы ҡырғынсыларҙы аҫтыртын үткәргән йәшерен юлды төртөклө пунктирҙар менән билдәләнек; шул кисеү һәм уның аръяғындағы төбәк хәҙер ҙә Ҡормантай төбәге тип атала. Хәҙерге Һунарсы ауылынан Сәнкем-Биктимергә табан Әселе үҙәкте сыҡҡас та, юлдың һул яғында һөргән ер эсендә (хәҙер инде һөрөлмәй — ауыл өйҙәре аҫтында ҡалып бара) эре-эре таштар менән буралған, арҡырыһы — биш, буйы ун метр самаһындағы оҙонса-түңәрәк (овальный) уба, ә уның ян-яҡтарында шулай уҡ таш бураулы бәләкәйерәк ике уба (ирҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар, бала-саға айырым-айырым өс ҡәбергә ерләнгән) бар ине — «Сәғир-Сағаид» зыяраты. Ҡайһы берәүҙәр уны, «Сағаид»ә һүҙен боҙоп әйтеп, «Сәғиҙә зыяраты» тип йөрөттө, шуға күрә унда, имеш, «атаһы менән ҡунаҡтан ҡайтып барышлайы юлда үлеп ҡалмыш Сәғиҙә тигән ҡыҙ күмелгән», тип һөйләне (бер юлы өс зыяратҡамы?!.). Әммә зыяраттың бабаларыбыҙ ҡушып ҡалдырған ғәрәпсә исемендәге «Сәғир» — «ғазап уты», ә «Сағаид» — «бейек урын, уба» тигән һүҙ икән. Фани донъяла уҡ ғазап утында янып-язаланып үлеүселәрҙең — изге шәһиттәребеҙҙең уба-зыяраты, тимәк... Мең дә ике йөҙ шәһит күмелгән был убаның эре-эре бура таштарын үткән быуаттың алтмышынсы йылдар уртаһында Хәмитов Миңнебай тигән кеше ташып алып, саҡ ҡына үрҙәрәк Әселе үҙәктең һул ярында өйөнөң нигеҙенә һалған, белекһеҙҙе берәү ҙә туҡтатмаған (башҡорт маңҡортҡа әүерелә -- ата-бабалар тарихын тойомламай). Шул йылдарҙа Һунарсы ауылы Әселе үҙәктең баяғы ҡанлы уң ярынаса ҙурайып китеп, шәһиттәрҙең изге зыяраттарына еткерә яҙып яңы йорттар төҙөлгән һәм улар, изге зыяраттар, бура таштарының урланып бөтөүе сәбәпле, ер менән тигеҙләнгән -- зыярат булыуынан туҡтаған. Ошо көндә ул урынды ауылдың бернисә ҡарты ғына (мәҫәлән, минең замандаштарым Сөйәрембәтев Фәсхетдин, Ҡыуатов Атауылла, Мостряков Алексей-Лүңке — ғүмерҙәре буйына шул зыяратты уратып үтеп ер һөргән тракторсылар) күрһәтеп бирә алыр ине (ул изге урынды 2003 йылдың июлендә ғаиләм менән ауылға ҡайтҡаныбыҙҙа баяғы уҙамандар менән берлектә урта тәңгәленә бүрәнә киҫкәһе һалып ваҡытлыса ғына билдәләп киткәйнек. Аҙаҡ 2008 йылда Фәсхетдин һәм Атауылла вафат булған тип ишеттем). Халҡыбыҙҙың ҡаны аҡҡан изге зыярат мотлаҡ тергеҙелергә һәм унда мәңгелек матәм һәйкәле ҡуйылырға тейешле, тип һанайым. Һаҙлыйылға буйындағы ҡанлы еңеүенән рухланған секунд-майор Б.Л. Останков үҙенең ҡырғын әтрәте менән май айының аҙаҡҡы аҙнаһында үҫәргән ерҙәре буйлап Һаҡмар менән Яйыҡ аралығынан үрләп китә лә 113 башҡорт ауылын яндырып, 200 башҡорттоң башына етеп ҡайта. Ошондай ҡырғын өҙлөкһөҙ ҡоторона. Секунд-майор Останковтың хисапнамәләре буйынса, 1737 йылдың август аҙаҡтарында ул Ағиҙел аръяғынаса дөрөп, Нөгөш, Мәләүез йылғалары буйындағы ихтилалсы башҡорттарҙың ҡанын ҡоя. Һөҙөмтәлә был ерҙәрҙең үҫәргәндәре йә ҡырылып, йә төрлө яҡҡа һибелеп бөтөп, бик һирәкләнеп ҡала, урындарына баяғы батша яҡлы ҡәүемдәр төйәкләнә (хәҙер һәр ауылда, тип әйтерлек, ҡатнаш йәшәйбеҙ). Һаҡмар һәм Ҡаҫмарт буйҙарындағы ауылдарҙы нигеҙләгән Үҫәргән башҡорттарының бер тармағы -- тарихи Солтанов – Боҫҡонов – Уралбаев (Аралбаев) фамилияларын биргән бабаларыбыҙ XII быуат баштарында (1200 йылда) уҡ ошо Ҡаҫмарт йылға тамағындағы Мөйтән-би ыҫтаны Ҡасанҡый-Салала (Урта Сәнкем тип тә йөрөтөлгән) донъя көтөп торғанлығы билдәле. Шул уҡ Үҫәргәндең икенсе бер тармағы -- хәҙерге Һунарсы (Үрге Сәнкем) ауылын нигеҙләгән Сунарчин, Тләүмбәтов, Сөйәрмбәтов, Мусаҡаев, Яугустин фамилиялары һәм Этбай (Үрге Ырыҫҡол), Ырыҫҡол, Солтанбай, Тирәкле ауылдарын нигеҙләүсе Этбаев, Ырыҫҡолов, Арыҫланов, Солтанбаев, Ярышев фамилияларының һәм, моғайын, Үҫәргән ырыуынан булмаған Биктимеров (Сәнкем-Биктимер ауылын нигеҙләүселәр), Баубаков, Байназаров фамилияларының бабалары, быуындан-быуынға тапшырылған риүәйәттәр буйынса, был төбәккә һуңыраҡ – баяғы бер ҡәүем башҡорт-нуғайҙарҙың 1546 йылда Ҡубанға күсенеп китеүе осоронда Нөгөш йылғаһы буйынан килеп төпләнгән булырға тейеш. Үҫәргәндәрҙең ул яҡтағы биләмәләре тураһында тарихи мәғлүмәттәр бар: мәҫәлән, 1787 йылдың 3 сентябрендә Нуғай юлы Сәнкем-Ҡыпсаҡ ылыҫы башҡорттарының Нөгөш йылғаһы буйындағы аҫаба ерҙәрен завод хужаһы Д.И. Пашковаға һатыуы тураһында килешеү ҡағыҙы бар; унда, башҡалар менән бергә, Һунарсы Тләүмбәтов (Елумбетов тип боҙоп яҙылған) Ишбулат Тләүмбәтов (Тляуф тип боҙоп яҙылған) ҡул ҡуйған (Материалы по истроии Башкирской АССР, V том, М., 1960, №220. – Артабан томдар ғына күрһәтелә). Тап беҙҙең төбәк үҫәргәндәрҙең исем-фамилиялары Тляумбет Явгостин (Сәнкем-Ҡыпсаҡ ылыҫы старшинаһы), Абдрак Явгостин, Калмаҡ Явгостин, Суярымбет Явгостин, Буляк Тляумбетов, Урускул Кайбулатов, Урускул Айтаков, Аблай Урускулов, Казянь Урускулов, Давлет Урускулов, Унгар Урускулов, Юлтимир Урускулов, Ибрай Урускулов, Сакир Урускулов, Урускул Елдашев, Исергап Аллабердин (сотник), Яруш Сулеймановтар (IV томдың беренсе киҫәгендә 1754-70 йылдар ҡыҫаһындағы документтар: №47,167,181,298,302,311) һәм Калкаман Бускунов, Исергап Бекбовов, Ильчугул Таймасовтар (V томдың 1770 йылғы №317 һәм 1791 йылғы №321 документтары) теркәлгән сәхифәләр бар. Инде төбәгебеҙ ауылдарының ҡыҫҡаса тарихына бер килке күҙ һалайыҡ. Әйтеп үтелеүенсә, хәҙерге ауылдарыбыҙҙың әсәһе Ҡасанҡый-Сала (Мөйтән-биҙең ҡасанҡы – ҡышлау ҡасабаһы) хәҙерге Һунарсы ауылынан түбәндәрәк Иҫке Ҡый (иҫке ауыл урыны) тигән ерҙә булған; унан саҡ ҡына түбәндәрәк – Ҡамышлыҡолаҡ күтеренең ситендәге тәбәнәк тауҙа – шул ауылдың зыяраты. Бабабыҙ Мөйтән-биҙең (“Башҡорт батшалары” тигән китабымдың тышлығында уның ҡытай рәссамы яһаған һүрәте бирелде) 1207 йылда Бөрйән бәге Темәсйәнде аҡ кейеҙҙә Сыңғыҙ-хан (император) итеп күтәрешкәнен һәм күп йылдар уның уң ҡулы булғанлығын (аҙаҡ дошманлашалар) беләбеҙ. Тимәк, урындағы халыҡ телендә уның “баш ҡалаһы” тип йөрөтөлгән Ҡасанҡый-Саланың йәшәү тарихын иң кәмендә 1200 йылдан башлап һанай алабыҙ. Баяғы 1735 йылдың 19 майындағы оло фажиғәлә был сала (село) ҡырғынсылар тарафынан тулыһынса яндырылғас, тере ҡалғандарҙың береһе Биктимер ҡарт тап шул 1735 йылда ауылды түбәндәрәк – Ҡаҫмарт йылғаһы Һаҡмарға ҡойған урында тергеҙеп, йорт һалып ултыра, тере ҡалған башҡа ауылдаштары ла бер-бер артлы шунда ултыраҡланғандан һуң, ауыл инде Биктимер (аҙаҡ Сәнкем-Биктимер) исемләнә. 1795 йылғы V ревизия буйынса, ундағы 40 ғаилә-йортта 124 ир-ат, 102 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. Был күрһәткестәр Солтанбайҙа (Һултамбайҙа) 24 һәм 42 – 50, Ырыҫҡолда 24 һәм 50 – 43, ә Һунарсыла 9 һәм 34 – 28 һандарында сағыла. Ҡыҙыҡһынғандар өсөн йәнә: Һунарсыла 1816 йылда 14 йорт, 44 ир-ат, 24 ҡатын-ҡыҙ; 1859 йылда 41, 96 – 90; 1866 йылда 35, 91 – 87. Солтанбайҙа 1816 йылда 5, 26 – 24; 1859 йылда 25, 66 --?; 1866 йылда 22, 53 – 42. Ырыҫҡолда 1816 йылда 22, 200 – 169; 1859 йылда 112, 311 – 304; 1866 йылда 102, 261 – 231. Сәнкем-Биктимерҙә 1816 йылда 21, 105 – 76; 1859 йылда 95, 230 – 207; 1866 йылда 99, 226 – 211. Заманында гөрләп ауылыбыҙ большевиктарҙың 70 йыллыҡ хакимиәте осоронда ҡороп юғалды. Инде Сәнкем-Биктимерҙән заманында яңы ауылдар бүленеп сығыуының сәбәбен ҡыҫҡаса аңлатайыҡ. XVIII быуат урталарында батша самодержавиеһы тарафынан башҡорттарҙың Урта Азияға юлын быуыр һәм уларҙы ауыҙлыҡлап тотор өсөн Башҡортостан көньяғы Самаранан алып Орскиғаса хәрби ҡәлғәләр (крепостар) менән уратып алына. Ҡәлғәләрҙең бер өлөшө Һаҡмар йылғаһының һул яры буйлап та ҡорола, ә уң яҡ яр буйы, башҡорттар менән рәсми килешеү нигеҙендә, башҡорттарҙың һис кем ҡағылышһыҙ аҫаба ерҙәре итеп таныла. Өфө янындағы Шишмә ҡасабаһынан килтерелеп Һаҡмарҙың һул яғында (хәҙерге Шишмә ауылы) урынлаштырылған Шишмә ландмилицияһы тигән ғәскәри төркөм кешеләренә (татарҙарға) бабаларыбыҙ йыл да, уң ярға сығып, Әселе йылғаһы тамағында бесән сабырға рөхсәт бирә. Әбей батшаның 1767 йыл 1 июнь указына ярашлы, 1768 йылда Һаҡмар буйы ҡәлғәләренә хәрби казак рәүешендә 1044 нуғай Ҡазандан килтерелеп, Водвиженка ҡәлғәһенә, Никитин һәм Жултый редуттарына, Ҡундрау биҫтәһенә бүлеп ултыртыла. Шунан һуң был нуғайҙарҙың Һаҡмар аша башҡорт ерҙәренә ҡул һуҙыуы йонсота башлай, был йылдан-йыл көсәйә. Шуға сик ҡуйыр өсөн, Сәнкем-Биктимер ауылы башҡорттарының бер өлөшө Һаҡмар түбәнендә Никитин нуғайҙары зыянлыҡлаған үҙ аҫаба ерҙәренә күсенеп, яңы ауыл нигеҙләй, уға ла Биктимер исеме бирелә. Хәҙер ул ауыл башҡорттары, балалары мәктәптә татарса уҡытылыу сәбәпле, татарға әүерелгән. VII (1816 йыл) һәм IX (1859 йыл) ревизия мәғлүмәттәре был Биктимерҙәрҙең икеһендә лә байтаҡ ҡына бер үк фамилияларҙың (мәҫәлән, биктимеровтар, сиреүбаевтар, алтынбаевтар, мәсәғутовтар) булыуын күрһәтә. Шуныһы ҡыҙыҡ: Алтын(бай) Сиреүбаев ике ауылда ла теркәлгән – икеһендә лә аҫаба ер биләмәләренә эйә булыу маҡсатынандыр, бәлки. Воздвиженка нуғайҙары һис бер тынғы бирмәгәс (улар хатта Әселе тамағын мишәрҙәргә 500 һумға һатып ебәрә), бабаларыбыҙ был ерҙәрен Ырымбур алпауыты Васильевка һатып ҡотола, ә Васильевтан поручик Петр Дмитриевич Крашенинников (атаҡлы яҙыусы Н.А.Крашенинниковтың ҡартатаһы, шундағы Петровское/Кершәнник ҡасабаһын нигеҙләүсе) һатып ала ла уның баяғы Әселе мишәрҙәрен үҙ биләмәләренән ҡыуҙыртыу өсөн күп йылдарға һуҙылған, аҙаҡ еңеүе менән осланған дәғүә-тартышы башлана. Ҡундрау нуғайҙарының баҫҡынынан ҡотолоу өсөн, Ырыҫҡол ауылы башҡорто Юлғотло шул тәңгәлдә утарланып ултыра һәм ул төбәк башҡорттары, балалары мәктәптә татарса уҡытылыу сәбәпле, татарға әүерелмеш Юлғотло (Утар) ауылына әйләнә. Башҡорттарҙың үҙ аҫаба ерҙәрен ҡурсалап ҡалыу өсөн өс тиҫтә йылға һуҙылған иң ҙур дәғүәле тартыш Ҡаҫмарт һыуының ике яғындағы оло байлыҡ -- Олобай сабынлығы өсөн була, ул эш батшаға барып етеп кенә башҡорттар файҙаһына хәл ителә; һәм Сәнкем-Биктимерҙән күснеүселәр тарафынан Һунарсы, Яңы-Ғафар (Яңауыл) ауылдарының нигеҙләнеүе лә тап шул Олобайға бәйле. Архив документтарынан Һунарсының башланыу йылын асыҡлайыҡ. Олобайҙы башҡорттар ҡулында һаҡлап ҡалыу өсөн яҙған ғаризаларында Ырымбур түрәләренән уҙып батшаға тиклем барып еткән уҙаман – хәҙерге Солтанов фамилиялыларҙың олатайҙарының береһе кенәздәрҙән тархан Боҫҡон Даянов (ҡағыҙҙарҙа Бускун Дуянов) ул. 1804 йылдың 28 майы менән тамғаланған ике ауыл ышаныҡтарының юлламаһы ла ҡыҙыҡлы, уға Сәнкем-Биктимерҙән Аҫылғужа Биктимеров, Абуталип Солтанморатов, Баубаҡ Байназаров, Бикйән Хоҙайназаров, Әлибай Биктимеров, Иҙелбай Сәғитов, Моҡанай Хәлилов, Ғайса Бикташев, Ишмөхәмәт Этйеймәсев, Ғүмәр Итчин уҙамандар, десятник Абдулла һәм бер килке ауылдаштар Баймөхәмәт, Ташбулат, Ҡотлогилде, кәсепсе Көбәк Ҡәҙербирҙин, ә Һунарсынан указлы мулла Өмөрҙаҡ Солтанморатов, кенәздәрҙән тархан Боҫҡон Дуянов, Һунарсы Тләүмбәтов (ауылды нигеҙләүсе), Илбул Ҡалмаҡов, Йәрмөхәмәт Ҡотлобаев, Айдарбәк Килдебаев, Килсембай Сөйәрембәтов, Әбйәлил Сунарчин уҙамандар ҡул ҡуйған. Жултый нуғайҙарының ышанығы Кидрали Азяпов тигән бәндә Ҡаҫмарт йылғаһының ике яғын башҡорттарҙан арындыртыуҙы һорап 1804 йылдың 10 июнендә Ырымбур генерал-гөбөрнәтере Г.С.Волконскийға атҡарған шикәйәтендә башҡорттарҙың унда тәүҙә утар булып ултырыуын, шунан һуң “самовольно” ауыл барлыҡҡа килеүен; нуғайҙарҙың был ерҙәргә дәғүәһе Ырымбур Земский Суды тарафынан 1782, 1785, 1802 йылдарҙа ҡаралып та, һаман нуғайҙар файҙаһына хәл ителмәүен яҙа. Тимәк, Олобай сабынлығындағы башҡорт Һунарсы Теләүембәт улының утары нуғайҙар Жултыйға күсеп килгән 1768 йыл һәм Судта беренсе дәғүә ҡаралған 1782 (йәмғеһе 14 йыл) араһында булған. Эҙләнгән урталыҡ һан 14:2=7 тип алып, Һунарсы утарының нигеҙләнеү йылын яҡынса билдәләйбеҙ: 1768+7=1775. Ләкин ул 1775-тең ҡанҡойошло бола заманы икәнен һәм 1795 йылда Һунарсы ауылында 9 өй генә булыуын иҫәпкә алып, ул туғыҙ өйҙөң һигеҙе иң кәмендә 5 йыл дауамында ырағандыр тип һанаһаҡ, 1790 йыл Һунарсы ауылының нигеҙләнеү йылы булып тора һымаҡ. Ләкин Һунарсы ауылы Ҡасанҡый-Саланың да, Сәнкем-Биктимерҙең дә туранан-тура дауамланышы икәнен ныҡ иҫтә тотоп, уның ысын тыуған йылын билдәләйбеҙ – Мөйтән-би үҙе нигеҙләгән 1200 йыл. Тимәк, ошо юлдар яҙылған 2010 йылда Һунарсыға 810 йәш тулды. Ләкин Һаҡмар аръяғы һөмһөҙҙәре һаман Олобайҙың арғы осонан баҫып кереп ыҙалағанлыҡтан, 1863 йылда Сәнкем-Биктимер һәм Һунарсы ауылдарының бер килке башҡорттары шул тәңгәлгә күсеп барып яңы ауыл нигеҙләй, беренсе булып нигеҙ һалған Һунарсы ауылы башҡорто Ғабдул-Ғафар (1812 йылда тыуған) Ғабдулсәләмов-Моратбаҡтыев (Моратов) уҙамандың исеменән ул ауыл рәсми ҡағыҙҙарҙа Ново-Гафарово тип яҙыла, ә ябай телдә Яңауыл тип йөрөтөлә (хәҙерге ваҡытта был ауылдың башҡорттары, балалары мәктәптә татарса уҡытылыу сәбәпле, тоташ татарға әүерелгән). Ҡыҫҡаһы, Һунарсы ауылының ысын тыуған йылы 1200. Һунарсы икенсе тыуған ауылым (сөнки Сәнкем-Биктимерҙең совет осоронда һирәкләнеп ҡалған һуңғы халҡы ла шунда күсенде) булғанлыҡтан, был ауылды нигеҙләгән ырыуҙашыбыҙ Һунарсы Тләүмбәт улының шәжәрәбеҙҙәге нәҫел бауын ҡәҙерле ауылдаштарым һәм башҡаларҙың иғтибарына еткереүҙе изге бурысым һананым. Әммә бер иҫкәртеү яһарға кәрәк: һуңғы йылдарҙа үҫәргәндәрҙең “Туҡсаба” тигән ырыу оранын яңылыштырып, “ораны Мөйтән” тип яҙыусылар күренә, бының сәбәбе, моғайын, Ҡыпсаҡ ырыуының да ораны шундай уҡ булыуҙан сәйерһенеү ғәләмәтеләр. Ләкин быға һис аптырарға ярамай, сөнки боронғо заманда ҡыпсаҡтарҙың үҫәргәндән саталанып сығыуы билдәле, шуға күрә уларҙа ла Үҫәргән ырыуының ораны һаҡланған. Шулай итеп, бисмилла:
Date: 2015-07-23; view: 572; Нарушение авторских прав |