Полезное:
Как сделать разговор полезным и приятным
Как сделать объемную звезду своими руками
Как сделать то, что делать не хочется?
Как сделать погремушку
Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами
Как сделать идею коммерческой
Как сделать хорошую растяжку ног?
Как сделать наш разум здоровым?
Как сделать, чтобы люди обманывали меньше
Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили?
Как сделать лучше себе и другим людям
Как сделать свидание интересным?
Категории:
АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника
|
Ргән-Түңгәүер шәжәрәһенең Һунарсы бауы
Ырыуы – Үҫәргән. Ағасы – Миләш. Ҡошо – Торна. Ораны – Туҡсаба. Тамғаһы – Аҡа-Ай+Әсә-Көн>Ҡаяс-Көн>Ҡояшҡан (Ҡойошҡан): . Оран һәм тамға атамаларыбыҙҙың килеп сығышы (этимологияһы): ТУҠСАБА: Ат-Аҡ (Ата-Аға)+Әс-Аба (Әсә-Апа йәки Аҫаба)= 1. Атаҡ – Таҡ – Тау (йәки Ир-Ер); 2. Әсаба – Әсә-Сауа (Һыу-Һауа) йәғни боронғо “төрөк-бөтөн” бабаларыбыҙ изгеләштереп табынған Ер һәм Һыу (Ер-Һыу) ул. “Төрөк” (тороҡ) атамаһы – Тороҡ-атау (Тора-тау) иленең (йәғни Башҡортостандың) кешеһе тигән һүҙ. Изге Тора-тау (боронғоса Тороҡ-атау) Башҡортостан Республикаһының хәҙерге Ишембай районында урынлашҡан. ҠОЙОШҠАН: Аҡ-Ай (Аға-Ай)+Әс-Көн (Әсә-Көн)= шул уҡ боронғо “төрөк-бөтөн” бабаларыбыҙ изгеләштереп табынған Ай һәм Көн (Ай-Көн) ул. Иҫкәртмә: ошо Күк есемдәренең икеһенең дә Урта Донъялағы (Евразия ҡитғаһындағы) мифик енес күрһәткестәре (Ай – ата, Көн -- әсә) улар орбиталары буйынса Өҫкө Донъяға (Африка ҡитғаһына) һәм Аҫҡы Донъяға (Америка ҡитғаһына) уҙған саҡта ҡапма-ҡаршы (Ай -- әсә, Көн – ата булып) үҙгәргән. Тимәк, хәҙерге үҫәргәндәр – боронғо Орхон – Селенга ядкәрташтарындағы ырын (рун) яҙыуҙарында тәүәрихләнеп данланған, Айға һәм Көнгә, Ергә һәм Һыуға табынған “төрөк-бөтөн” халҡының туранан-тура тоҡомо, вариҫтары.
Шәжәрә (Туҡсабанан башланған өҙөгө): [1. Туҡсаба]. – 2. Мөйтән-би Туҡсаба улы. – 3. Шаҡмалы-би Мөйтән улы. – 4. Бүрекәй-би Шаҡмалы улы. – 5. Һеркә-би Бүрекәй улы. – 6. Манғут-би Һеркә улы. – 7. Урал-би Манғут улы. – 8. Арбан-би Урал улы. – 9. Тимерҡабыҡ-би Арбан улы (өҫтәлгән: “Бораҡ-хан заманында йәшәгән” йәғни 1422-27 йылдарҙа). – 10. Һарыбаш-би Тимерҡабыҡ улы. – 11. Һырыш-би Һарыбаш улы (өҫтәлгән: “Ҡасим-хан заманында йәшәгән”). – 12. Ябынсы-яҫауыл Һырыш улы (өҫтәлгән:”Ябынсы бабабыҙ батшаға хеҙмәт итеп, яҫауыллыҡ хәрби дәрәжәһе алған”). – 13. Үҫәргән Ябынсы улы (өҫтәлгән: “Кесе улы”). – 14. Сөйәлғужа Үҫәргән улы. – 15. Мусаҡай Сөйәлғужа улы [Мусаҡаевтар фамилияһы]. – 16. Яукүсте (Күскенсе) Мусаҡай улы [Яугүстиндар фамилияһы]. – 17. Иҫәнбирҙе Яукүсте улы [Иҫәнбирҙе улы Болаҡ батырҙан яҙыусы Йыһат Солтановты биргән нәҫел бауы дауамлана]. – 18. Таймас-би (кенәз) Иҫәнбирҙе улы, уның улдары: А. Тләүмбәт Таймас улы Яугүстин (Сәнкем-Ҡыпсаҡ ылыҫы старшинаһы [1754 йылдың 6 июнендәге рәсми ҡағыҙға ҡул ҡуйған -- Тләүмбәтовтар фамилияһы]), уның улы Һунарсы Тләүмбәт улы Тләүмбәтов [Һунарсы ауылын нигеҙләгән инсан, 1787 йылдың 3 сентябрендәге һәм 1804 йылдың 28 майындағы рәсми ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйған – Сунарчиндар фамилияһы]. Уның улдары: I. Ғәбделяйыҡ Һунарсы улы Сунарчин, 1757 йылда тыуған, уның улы Лот, 1794 йылда тыуған; II. Ғәбделйәлил Һунарсы улы Сунарчин (йорт сотнигы), 1762 йылда тыуған. Уның улдары: 1) Сәйфулла Ғәбделйәлил улы, 1796 йылда тыуған; 2) Мөхәммәтҡолой Ғәбделйәлил улы, 1805 йылда тыуған, уның улдары: * Ғатаулла Мөхәммәтҡолой улы, 1830 йылда тыуған, уның улы Сөләймән, 1853 йылда үлгән; 3) Ғәйнулла Ғәбделйәлил улы, 1813 йылда тыуған, уның нәҫеле: * Асатулла Ғәйнулла улы, 1840 йылда тыуған (1860 йылда Себергә һөрөлгән), уның улы Ғиззәтулла Асатулла улы, 1857 йылда тыуған; 4) Мөхәммәтҡунафиә Ғәбделйәлил улы, 1822 йылда тыуған, уның улдары: а) Мөхәммәтсафа Мөхәммәтҡунафиә улы, 1847 йылда тыуған, уның нәҫеле: * Хөснулла Мөхәммәтсафа улы Сунарчин, 1898 йылда тыуған, уның балалары: ** Мәзит Хөснулла улы Сунарчин; ** Сафия Хөснулла ҡыҙы Сунарчина-Байназарова; ** Наилә Хөснулла ҡыҙы Сунарчина-Байназарова; б) Мөхәммәтхан Мөхәммәтҡунафиә улы Сунарчин, 1855 йылда тыуған һәм йәнә: б) Ғәлиулла Мөхәммәтҡунафиә улы Сунарчин, 1893 йылда тыуған, 1920 йылда иҫән; в) Идрис Мөхәммәтҡунафиә улы Сунарчин, 1878 йылда тыуған; г) Ерйеҫ Мөхәммәтҡунафиә улы Сунарчин, 1880 йылда тыуған; д) Фәйзулла Мөхәммәтҡунафиә улы Сунарчин, 1890 йылда тыуған, уның балалары: * Хаматулла Фәйзулла улы Сунарчин, 1924-42; * Фатҡулла Фәйзулла улы Сунарчин; * Фәррәх Фәйзулла улы Сунарчин; * Маһира Фәйзулла ҡыҙы Сунарчина; е) Баймөхәммәт Мөхәммәтҡунафиә улы Сунарчин, 1895 йылда тыуған, уның нәҫеле: * Рамаҙан Баймөхәммәт улы Сунарчин, 1924 йылда тыуған, уның улы Йосоп Сунарчин; * Фирҙәүес Баймөхәммәт ҡыҙы Сунарчина-Иҡсанова, уның улы Таһир Иҡсанов. III. Ғәбделрәхим Һунарсы улы Сунарчин, 1771 йылда тыуған, уның нәҫеле: 1) Ишмөхәммәт Ғәбделрәхим улы, 1796 йылда тыуған, уның улы Хөснетдин -- указлы мәзин, 1823 йылда тыуған; 2) Шәрәфетдин Ғәбделрәхим улы, 1813 йылда тыуған; 3) Мөхәммәтсәхи Ғәбделрәхим улы, 1805 йылда тыуған. IV. Ғәбделрафиҡ Һунарсы улы Сунарчин, 1775 йылда тыуған, уның нәҫеле: 1. Мерәҫ Ғәбделрафиҡ улы Мусаҡаев, 1793 йылда тыуған, уның нәҫеле: а) Ғәбделвәли Мерәҫ улы Мусаҡаев, 1822 йылда тыуған, уның улы Идрис, 1855 йылда үлгән; б) Ғәбделғәлим Мерәҫ улы Мусаҡаев, 1824 йылда тыуған, уның улдары: * Мөхәммәтсәлим Ғәбделғәлим улы, 1853 йылда тыуған; * Мөхәммәткәрим Ғәбделғәлим улы, 1856 йылда тыуған; в) Мөхәммәтшәриф Мерәҫ улы Мусаҡаев, 1827 йылда тыуған; г) Шәрәфетдин Мерәҫ улы Мусаҡаев, 1832 йылда тыуған, уның улы Мөхәммәтәмин, 1859 йылда үлгән; д) Хисаметдин Мерәҫ улы Мусаҡаев, 1837 йылда тыуған, уның улы Низаметдин Хисаметдин улы Мусаҡаев, 1902 йылда тыуған, уның нәҫеле (Мусаҡаевтар): * Сания Низаметдин ҡыҙы Мусаҡаева-Аҡманова; * Роза Низаметдин ҡыҙы; * Робес Низаметдин улы, 1941 йылда тыуған; * Илдар Низаметдин улы, 1945 йылда тыуған; * Шәриф Низаметдин улы, 1950 йылда тыуған. е) Сәләхетдин Мерәҫ улы, 1871 йылда тыуған, уның улы Зәйнетдин Сәләхетдин улы Мусаҡаев, 1910 йылда тыуған, уның улдары (Мусаҡаевтар): * Зәйнәғәбдин Зәйнетдин улы, 1925 йылда тыуған; * Ғәпсәләм Зәйнетдин улы, 1931 йылда тыуған; * Ғәлимйән Зәйнетдин улы, 1947 йылда тыуған. ж) Ҡунаҡҡужа Мерәҫ улы Мусаҡаев, 1881 йылда тыуған, уның балаһы Ғәйникамал Ҡунаҡҡужа ҡыҙы Мусаҡаева-Байназарова; з) Толомғужа Мерәҫ улы Мусаҡаев, 1885 йылда тыуған, уның нәҫеле (Мусаҡаевтар): * Дәүләткирәй Толомғужа улы, 1924-43; * Әлимә Толомғужа ҡыҙы; * Рауил Толомғужа улы, 1935 йылда тыуған, уның нәҫеле (Мусаҡаевтар): ** Рәмил Рауил улы, 1960 йылда тыуған, уның улдары: *** Тимур Рәмил улы, 1984 йылда тыуған; *** Руслан Рәмил улы, 1988 йылда тыуған; ** Радик Рауил улы, 1964 йылда тыуған, уның улы Марат Радик улы, 1988 йылда тыуған. 2. Мөхәммәтғәли Ғәбделрафиҡ улы Мусаҡаев, 1805 йылда тыуған; 3. Әхмәтйән Ғәбделрафиҡ улы Тләүмбәтов, 1820 йылда тыуған, уның улдары: * Мөхәммәтсадиҡ Әхмәтйән улы, 1849 йылда тыуған; * Мөхәммәтлатиф Әхмәтйән улы, 1852 йылда тыуған; * Абзалалетдин Әхмәтйән улы, 1861 йылда үлгән. 4. Мөхәммәтша Ғәбделрафиҡ улы Тләүмбәтов, 1809-1853, уның улы Хәлиулла Мөхәммәтша улы, 1848 йылда тыуған. V. Ғәбделнасир Һунарсы улы Тләүмбәтов, уның улы Фәйзулла Ғәбделнасир улы Тләүмбәтов, 1795-1852. VI. Динмөхәммәт Һунарсы улы Сунарчин, уның улы Шаһиәхмәт, 1836 йылда тыуған. Таймас-биҙең икенсе улына күсәбеҙ: Б. Сөйәрмбәт Таймас улы Яугүстин [1754 йылдың 6 июнендәге рәсми ҡағыҙға ҡул ҡуйған -- Сөйәрмбәтовтар фамилияһы], уның улдары: 1) Килсебай Сөйәрмбәт улы Сөйәрмбәтов, 1753 йылда тыуған, уның балаһы Баһауетдин Килсебай улы, уның улы Фәхретдин Баһауетдин улы, 1872 йылда тыуған, уның улдары (Сөйәрмбәтовтар): * Ҡолмөхәммәт Фәхретдин улы, 1904-43, уның балалары (Сөйәрмбәтовтар): ** Фәсхетдин Ҡолмөхәммәт улы, 1930 йылда тыуған; ** Шәмсинур Ҡолмөхәммәт ҡыҙы, 1932 йылда тыуған; ** Ғилминур Ҡолмөхәммәт ҡыҙы; ** Маһинур Ҡолмөхәммәт ҡыҙы; ** Алмира Ҡолмөхәммәт ҡыҙы. * Нәбиулла Фәхретдин улы Сөйәрмбәтов, 1924-43. Ошо урында үҙемдән остоҡ хәтирә: бер туғандар Ҡолмөхәммәт менән Нәбиулла һуғышта үлеп ҡалды. Һуғыш йылдары аслығында Ҡолмөхәммәттең биш балалы тол ҡатыны Ғәйнекамал еңгәй, балаларын астан үлтермәҫ өсөн, ырҙында эшләп йөрөгәнендә кеҫәһенә һалып алған ҡушус бойҙай менән тотолоп, биш йылға хөкөм ителеп, уны Тоҙтүбә төрмәһенә алып киттеләр, фронтовиктың биш балаһы ҡартәсәләре Мәхмүзә инәй ҡулында ҡалды... “Таң нурҙары” тигән повесым шул ваҡиғаларға нигеҙләнгән. Шәжәрәне дауам ҡылайыҡ: 2) Ялсыйән Сөйәрмбәт улы Сөйәрмбәтов, 1785 йылда тыуған; 3) Хөсәйен Сөйәрмбәт улы Сөйәрмбәтов, 1787 йылда тыуған; 4) Беләр Сөйәрмбәт улы Сөйәрмбәтов, 1794 йылда тыуған; 5) Йосоп Сөйәрмбәт улы Сөйәрмбәтов, 1801 йылда тыуған; 6) Әйүп Сөйәрмбәт улы Сөйәрмбәтов, 1804 йылда тыуған; 7) Сәйет Сөйәрмбәт улы Сөйәрмбәтов, 1805 йылда тыуған. 8) Абзан Сөйәрмбәт улы Сөйәрмбәтов [Абзан ауылын нигеҙләүсе?], уның улы Ғәбделсәлләм Абзан улы, 1784 йылда тыуған, уның улы Ғәбделманнан Ғәбделсәлләм улы, 1805 йылда тыуған... Шәжәрә бауҙарының бөгөнгәсә еткерелмәгәндәрен уларҙың тоҡомдары үҙҙәре тикшереп ялғай алыр. Ә Солтановтар шәжәрәһенең алтмыш ете быуынын элегерәк төпсөнөп төҙөгәнмен. 26.01.2010
Инде ғәзизә ҡартәсәкәйем (атайымдың әсәһе) Бибилатифа Ямалитдин ҡыҙы Әбдрәшитованы тыуҙырған Мишәр ырыуының Сәнкем-Биктимер ауылы мишәрҙәре шәжәрәһен төҙөрҙән алда, уларҙың ауылыбыҙға күсеп килеү тарихын һәм шул осорҙағы уларға ла бәйле көсөргәнешле ауыл ваҡиғаларын ҡыҫҡасараҡ бәйән ҡылыу фарыздыр.
Date: 2015-07-23; view: 587; Нарушение авторских прав |