Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Артабанғы эҙләнеүҙәргә ерлек





Был бүлектә эҙәрмәндәр ҡарамағына авторҙың ике тоҫмаллауы бирелә (сәмлейәндәр архивтарҙа төбөнә туҙ ҡуйһын өсөн).

1. Салауат Юлаевтың ҡырғынсылар әсир итеп алып киткән икенсе улы Аҡбулаттың эҙҙәренә төшөү мөмкинлеге бар: ул Аҡбулат хәҙерге билдәле ҡурайсы Ишморат Илбәковтың бабаһы булыуы бик ихтимал. Сөнки уларҙың быуындан-быуынға бирелә килгән ғаилә легендаһы буйынса, хәҙерге Хәйбулла районына ҡараған үҫәргән башҡорттарының батша хәҙрәттәренә итәғәтле (ихтилалда ҡатнашмаған) бер старшинаһына, ихтилал баҫтырылғас, Ырымбур гөбөрнәтере бер әсир малайҙы аҫыраулыҡҡа тапшыра; артабан уны бөтә ил-йорт бағып үҫтергәнлектән, фамилияһын Илбаҡов тип яҙҙырталар, исемен Мырҙа тип атайҙар (үҫәргән башҡорттарында мырҙа -- “бей [кенәз] улы” мәғәнәһендә: тимәк, яу башлығы Салауат бей-кенәздең улы). Шул Мырҙа нәҫеленең шәжәрәһе ҡурайсы И. Илбәковта бар.

2. Икенсе тоҫмалдың төп-ерлеге (сығанаҡтар):

а) Башкирские шежере (филологические исследования и публикации), Уфа -- 1985, 69 -- 70-енсе биттәр. Юлайҙың Салауаттан өлкәнерәк тағы ике улы күрһәтелә: Раҡай, Сөләймән.

б) “Ағиҙел” журналы, 1978, №6, 120 -- 122-нсе биттәр, “Туғыҙ ауыл Тырнаҡлы” аймағы шәжәрәһе. Тырнаҡлы аймағына ингән ауылдар: Лағыр (боронғо исеме Васҡын), Шәрәк, Иҫке Мөхәммәт, Ибрай (Ураҙгилде), Яңы Мөхәммәт (Торамороно), Яуын, Юныс (Әпҡәҙир), Сәғир (Сутыш), Әнйәк (Йәнгилде).

3. Южноуральский археографический сборник, выпуск 2. Уфа -- 1976, 287-нсе бит. 1841 йылдың 18 октябрендә урыҫ телендә атҡарылған документтағы №11-енсе Башҡорт кантоны ауылдарының исемлегендә № 16 булып теркәлгән аҫаба башҡорт ауылы: Амекеева, м.п. число 13, женского 20; Булярской волости, землею владение имеют собственную, башкирцы, живут постоянно в своих селениях.

4. Населенные пункты Башкортостана, часть I. Уфимская губерния, 1877, 290-ынсы бит, №1875. Анякова, деревня при речке бызимянной, число жителей м.п. 278, ж.п. 254, тептяры. Шул уҡ ауыл кешеләре әүәлерәк 1859 йылғы ревизия (дело 753, лист 555) буйынса башҡорттар, типтәрҙәр тип теркәлгән.

Шул уҡ китаптағы 303-өнсө бит, №2015. Анякова, деревня при речке Каширке, число жителей м.п. 90, ж.п. 95. Баяғы уҡ ревизия делоһы, листы буйынса типтәрҙәр йәшәй (аҫаба башҡорттар күрһәтелмәй).

5. Уралдағы Тырнаҡлы аймағы башҡорттарының (шул иҫәптән Юлай Аҙналиндың) ырыу тамғаһы булып тора бына был саталы V (һәнәк) – Минтимер Шәймиев шәжәрәһендә лә шулай.

Ошоларға таянып тоҫмаллайыҡ: Юлай улы Сөләймән тәүҙә үҙҙәренең аймағындағы Әнйәк ауылында йәшәгән һәм ҡасандыр, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында (ә бәлки, 1735 йылғы Аҡай -- Килмәк-абыз яуын баҫтырыуҙа ҡатнашҡандыр ҙа үлтерелгән баш күтәреүселәрҙең ерҙәренән өлөш алғандыр батшанан (шундай тәртип хөкөм һөргән). Йәки үҙе 1840 йылғы Ҡараһаҡал яуында болғанып, яу баҫтырылғас Миңзәлә яғына ҡасҡандыр? Сөнки Сөләймән тигән башҡорт 1740 йылдың февраль айында шул уҡ Тырнаҡлы аймағы Муса ауылында ғәскәрләнеп торған Ҡараһаҡалдың яҡын яраны итеп күрһәтелә (Материалы по истории Башкирской АССР, ч. I. М. -- Л., 1936). Һәр хәлдә ғәмәл тоҫмалға тап килә: башҡорт Юлай улы Сөләймән Миңзәләнән Бөрө ҡалаһына табан 37-нсе саҡрымда исемһеҙ йылға буйына барып төйәкләнә һәм шул яңы ауылға Уралдағы йәшәп киткән ауылының исемен (Әнйәк, урыҫса яҙыуҙарҙа Аняк) килтереп ҡуша һәм ул ауыл тора-бара һәр төрлө (башҡорт, татар, мишәр) типтәрҙәр иҫәбенән ҙурая ла, шулар өҫтөнлөк алып, ауылдағыларҙың бөтәһе лә рәсми ҡағыҙҙа типтәргә әүерелә. Бер килке халыҡ ауылдан бүленеп сығып, Каширка йылғаһы буйына ерегә, был яңы ауыл да Әнйәк тип атала (бәлки, Яңы Әнйәк йөрөтөлгәндер?)...

Ошо урында тоҫмалыбыҙҙы саҡ ҡына үҙгәртәбеҙ, сөнки Ҡазан авторҙарының тикшеренеүендә: “Тарихчылар Әнәк авылына XVIII гасыр башында нигез салынуын әйтәләр. Таһир Кәримов, мәсәлән, 1747 елда авылда яшәүчеләр исемлегендә Исай Әнәков дигән кешенең булуын яза. 1762 елда, өченче ревизия чорында ул инде вафат булган. Димәк, Әнәк карттан башланган бу авыл” (“Ғасырлар авазы” журналы 2002 ¾), тип әйтелә, -- шулайҙыр. Инде килеп сыға: Уралдағы Әнйәк ауылын нигеҙләгән Әнйәк уҙаман (йәки уның улы Усай Әнйәков) яҙмыш елдәре тарафынан Миңзәлә өйәҙенә илтеп ташланып, яңы ерҙә яңы Әнйәк ауылын башлап ебәргән, ә Юлай улы Сөләймән тигән бөркөтөбөҙ ана шул әҙер ояға килеп ҡунған…

Ауыл халҡының милләт күрһәткесе, Рәсәйҙәге ҡәҙимгесә, башҡорттан татар яһау йүнәлешендә үҙгәргән: 1841 йылғы хисапнамәлә ул тоташ башҡорт булһа, 1859 йылғы ревизияла башҡорттар, типтәрҙәр тип күрһәтелә, ә 1877 йылғы хисапнамәлә иһә башкөлләй типтәргә әйләндерелеп, тоталитар совет хакимияты осоронда бөтә Миңзәлә өйәҙе халҡы татар итеп яҙыла...

Төптәнерәк тикшереү талап ителә: өҫтәрәк шәжәрәләр бүлегендә телгә алынған Ҡамышлы ауылы уҙаманы Баязит Киләйев (1795 йыл март ревизияһы буйынса 1744 йылда тыуған) татар ғалимы (Ҡазан) Таһир Тимерғазим улы Кәримов төҙөгән шәжәрәләге Баязит түгелме икән? Асылда ул, моғайын, дәүләт енәйәтселәре (ворҙар) итеп ләғнәтләнмеш Юлай фамилияһынан (ғәҙәттә атай, ҡартатай, бабай исемдәрен фамилия итеп йөрөткәндәр) икәнлеген йәшереп, “Юлаев”ты яҡын мәғәнәүи яңғырашлы “Киләйев”кә үҙгәртеүе ихтимал. Йәнә килеп, ғүмерлеккә һөрөлгән Салауаттың бәхетһеҙ ҡатыны Гөлбәзерҙе ҡатын итеп алыуында ла (башҡорт йолаһы) ғиллә бар. Әгәр шулай икән, беҙҙең тоҫмал баяғы Т.Т. Кәримов төҙөгән “Минтимер Шәймиев шәжәрәсе”нә бер кес кенә төҙәтеү аша тап килә, ә төҙәтеү бына нимәнән ғибәрәт: әйтелгән шәжәрәлә Юлай -- Минтимер араһы (8 быуын) 200 йыл тәшкил итә; ҡабул ҡылынған тәртип буйынса һәр быуынға 25 йыл һалһаҡ, был дөрөҫ (25х8=200). Әммә тәүге икенсе һәм өсөнсө быуындың урындары алмашынғандыр кеүек (шәжәрәләрҙә бындай хәл булыусан); әгәр уларҙы тейешле үҙ урындарына ҡуйһаҡ, барыһы ла ҡалыпҡа ултыра, йәғни: Аҙналин Юлай (1722 й. тыуған) -- Баязит (1744 й. тыуған) -- Сөләймән (1770 й. тыуған) һәм артабан Т.Т. Кәримов төҙөгән теҙем ялғанып дауамлана: башҡорт Аҙналы улы Юлай -- Баязит -- Сөләймән -- Шаһиморат -- Шәмсимөхәммәт -- Вәлимөхәммәт -- Шәймөхәммәт -- Шәйшәрип -- Минтимер... Ә шулай ҙа был тәңгәлдә ҡайһы бер шәхестәрҙең шәжәрә быуындарындағы урындары менән бергә йәштәре лә, туғанлыҡ мөнәсәбәттәре лә буталыуы, мәҫәлән, Сөләймән тигән уҙаманыбыҙ, Юлайҙың улы булмайынса, ә бер туған ағаһы булыуы ла ихтимал.

Башҡорттарҙан татар яһау осоронда Миңзәлә өйәҙе башҡорттарының ысын милләтен дә, ырыуын да, ырыу тамғаларын да оноттортҡандар, әммә-ләкин Әнйәк ауылындағы Юлай-баба нәҫеле кешеләре үҙҙәренең Уралдағы Тырнаҡлы аймағы башҡорттарының саталы V (һәнәк) тамғаһын, татар тарихсылары танығанса, быуындан-быуынға юғалтмай һаҡлап килгән.

6.09.2003.

 

 

Date: 2015-07-23; view: 550; Нарушение авторских прав; Помощь в написании работы --> СЮДА...



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.005 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию