Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Дүртеһе лә тубыҡлана, дүртеһе лә һүҙ башларға тырыша, буталыш





Иван. Берәмләп һәм сиратлашып һайрағыҙ.

Ҡолшәриф. Бөтөн Рүсиәнең олуғ падишасы, олуғ кенәзе булған мәрхәмәтле Иван Васильевич! Ҡазан жире Аллаһныҡы, шулай уҡ син олуғ кенәзнеке; без исә Аллаһның, шулай уҡ синең ҡолларыңмыз; син, падишаһымыз, безнең турада, шулай уҡ барча Ҡазан жире турасында ҡайғыртып, безгә падишаһ бирсәң һәм дә киләчәктә безгә ничек булырға кирәклекне аңғартсаң иде!.. (Ивандың аяҡ осона сәсәп йығыла).

Йәнбарис (ялғап). Башларында Ходайғол уғлан һәм Мурали бәк булған хәлдә, бөтөн Ҡазан йорто, муллалары, сәйетләре, шәйехләре, шәйехзадәләре, муллазадәләре, имамлары, хажилары, хафизлары, бәкләре, уғланлары, мырзалары... (Ивандың аяҡ осона сәсәп йығыла).

Хоҙайғол (ялғап). Эчкеләре һәм тышҡылары, йорттағы һәм йортноң тышындағы казаклары, шулай уҡ чуаш, чирмеш, муҡшы, тархан, мишәрләре вә бөтөн Ҡазан жире... (Ивандың аяҡ осона сәсәп йығыла).

Мурали (ялғап). Син олуғ падишаһның аларны бағышлауыңны, аларға булған ачуыңны бөтөрөүеңне, Ҡазанға хан итеп үзеңнең дусың Шәйехғәлине жибәрүеңне, Үтәмешгәрәй ханны исә, анасы Сөймбикә берлән бергә, үз яныңа Мәскәүгә алдыртуыңны үтенәләр... (Ивандың аяҡ осона сәсәп йығыла).

Иван. Тимәк, Үтәмешгәрәй ханығыҙҙы һәм Сөйөмбикәне минең ҡулға башкөлләй тапшыраһығыҙ?

Дүртеһе бергә. Бирәбез! Аяҡ-ҡулларын бәйләп килтереп салабыз! (Ҡабат йығылалар. Дүртеһе тиң баш ҡалҡытмай тик ята, тынлыҡ).

Иван. Әллә мәреткә киттеләр инде... Адашев, төрт осаларына!

 

Адашев елтерәп килеп, аяғы менән дүртиеһенә лә төртә лә кире китә.

Ҡолшәриф, Йәнбарис, Хоҙайғол, Мурали (берҙәм баш кәшкәйтеп, тубыҡланып, бер ауаздан ослайҙар). Олуғлардан олуғ падишаһымыз, без ҡолларыңны рәхимле ярлыҡасаң иде, баш ороп без шул хаҡта табынабыз! (Илашып, Ивандың аяҡ осона йығылалар).

Иван. Тороғоҙ, иң бәхетле ҡолдарым булырһығыҙ. Мәскәү мәрхәмәте киң — ярлыҡау алырһығыҙ. Һеҙҙең кеүектәргә Рүсиә еренең уртаһынан Ай мәсетле Ҡасим ханлығын да ҡороп биргәнбеҙ. Барығыҙ, ҡайта һалып вәғәҙәгеҙҙе үтәгеҙ. Үҙегеҙ һораған Шәйехғәли ханды бирермен һеҙгә, хан итеп!

Дүртеһе (бер ауаздан). Мәрхәмәтле падишаһымыз, сезнең өчөн чәчебез берлән жир сеперергә әзербез! (Эйелә-бөгөлә сығып китәләр).







Date: 2015-07-23; view: 420; Нарушение авторских прав



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.007 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию