Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Ушаҡ сығып ҡаса. Сөйөмбикә, улын ҡосаҡлап, тәхеткә әүшәрелә





Сөйөмбикә (илап). И Илаһым, күрәһеләрем бар икән... Ниңә тыуҙым был донъяға?!. Ниңә килдем ҡоҙғондар ояһына?!.

Үтәмешгәрәй (сарылдап илай). Әсәкәйем, илама...

Сөйөмбикә. Ҡушаҡ!

 

Бөкөрәйеп бөткән Әбей инә.

Әбей. Әү, ни булды, балаҡайым?

Сөйөмбикә. Үҙемдең форсатым юҡ, ҡолонсағымды, алып сығып, баҡсала уйната тор.

Бей баланы етәкләп сығып китә. Баштан-аяҡ ҡораллы Йәнсура инә.

Йәнсура. Әссәләмәғәләйкүм, олуғ Үтәмешгәрәй хан! Аһ, тәхете буш икән дә... Хәйерле көн, ханбикә Сөйөмбикә!

Сөйөмбикә (албырғанып). Уй, кемде күрәм? Йәнсурам... һинме был?!

Йәнсура. Мин, мин, Сөйөмбикә һылыуым! (Ҡосаҡларға итә, ләкин Сөйөмбикә этәрә). Оло афәттәргә тарыуыңды ишеткәс, ете ер, ете һыу аша осоп килеп еттем.

Сөйөмбикә. Осоп барып ҡаршы ала алманым, ҡанаттарым ҡананы... Уф... Атайым ғәскәр ебәрҙеме, ебәрәме?

Йәнсура. Атайың Ҙур урҙаға Исмәғил кенәз ҡаршына барып ҡайтҡайны... Ике урҙа берләшеп, йөҙ егерме мең ғәскәр менән урыҫ өҫтөнә дөрөргә өгөтләгәс, Исмәғил кенәз яман итеп ажғырған. “Артыңды уйлап эш ҡыл! Яуыз Иванға яу асһаҡ, үлектәребеҙҙе күмергә кәфенлек тә етмәҫ!” — тип кире бороп ҡайтарған... Шунан һуң мин, үҙемдең иң ышаныслы азаматтарымды йыйып, һине алып ҡайтырға тип атлыҡтым. Төкөр был Ҡазанына — ҡоҙғондар ояһына! Йәмле Яйыҡ буйҙарың, Һаҡмар буйҙарың һағынып-зарығып көтә һине. Әүәлгеләй, илебеҙҙең былбылы булып иң юғары талпынырһың, Үтәмешгәрәйеңде лә хур итмәбеҙ. Егет ҡорона кергәс, Аллаһ бойорһа, Сура олатайы кеүек, дер-һелкетеп Ҡазанды алып бирербеҙ, тәхетен ҡайтарырбыҙ... Остоҡ, былбылым! Ҡазан артында ҡарурманда азаматтарым көтә!

Сөймбикә. Эй Йәнсурам, Йәнсурам! Әле лә элеккеләй — егет килеш икәнһең. Ә күпме һыуҙар аҡты, елдәр иҫте... Сәстәребеҙгә сал да ҡуна башланы...

Йәнсура. Ә һин һаман былбылһың, йөрәгемә ҡунып һайраған аҫыл ҡошһоң, Сөйөмбикәм... (Ҡосорға итә).

Сөймбикә (этәреп). Юҡ, ярамай... Аҡҡан һыуҙар ҙа, елдәр ҙә кире ҡайтмаҫ... Хан анаһы, ил менән идара ҡылыусы мин, Йәнсураҡайым... Үтәмешгәрәйемдең тәхетен бәхетле ҡылырға бурыслымын!

Йәнсура. Ҡылайыҡ һуң!

Сөйөмбикә. Ханлығыбыҙға урыҫ-ҡандошман янай — миңә ғәскәр, ғәскәр кәрәк, Йәнсурам! Азаматтарыңды килтер, Йәнсура батыр! Ҡушаҡ батыр менән ҡушарлап ҡуш ҡанатым булырһығыҙ. (Ишек яғына). Кем унда, Ҡушаҡты саҡырығыҙ!

 







Date: 2015-07-23; view: 337; Нарушение авторских прав



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.006 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию