Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Бей инә





Әбей. Балаҡайым, Ҡушаҡ батыр юҡ инде... Фетнәселәрҙән өркөп, үҙенең Ҡырым сиреүен алып ҡасты.

Сөйөмбикә. Эй Раббым, ҡанатым ҡайырылды...

Йәнсура. Мин бер үҙем ҡуш ҡанатың булырмын. Әйҙә, остоҡ!

Сөйөмбикә. Юҡ! Үтәмешгәрәй хан китһә, Ҡазан ханлығы бөтә. Таш яуһа ла, беҙ бында ҡалырға тейеш.

Йәнсура. Алайһа, азаматтарымды килтерәм, фетнәселәрҙең йәндәрен йәһәннәмгә осорам!

Сөйөмбикә (турайып). Килтер!

 

Йәнсура ашығып сығып китә. Сөйөмбикә, йөрәкһеп, ишекле-түрле йөрөй.

Сөйөмбикә. Йәнсурам ҡалай үҙгәргән, сырайына һыр ҡунған... Хәйер, үҙем дә шулаймындыр... Икебеҙ ике ер ситендә... Йәшлегебеҙ киҫелде, гөлсәскәләй ҡороно... (Йырлай, моғайын, Сәлих Сәйдәшев көйө).

Йәмле Яйыҡ буйҙарында

Ҡалды баллы таң ғынам.

Йәнем һөймәҫ сит илдәрҙә,

Ситлектәрҙә ҡаңғырам.

 

Аҡҡош инем йәйләүҙәрҙә,

Шоңҡар инем ҡышлауҙа.

Ҡанаттарым ҡайырылды,

Аяҡ-ҡулым тышауҙа.

 

Атаҡайым аҙаштырҙы,

Һатты ғәзиз башымды.

Алтын ситлек ҡыҫаһында

Ағыҙамын йәшемде.

 

Аҡ яулыҡ, зәңгәр шәл,

Үтә ғүмерем бигерәк жәл.

Баҙарҙарҙа һатыла торған

Малдар кеүек беҙҙең хәл...

 

Ишек төбөндә шау-шоу, башы-күҙе аларғандарҙың бер төркөмө тәхетханаға бәреп керә. Араларында ғауғалы Мурали һәм Хоҙайғол, Ҡолшәриф, Петр Серебряный.

Мурали. Ханбикә, выжт! Идаралығың тамам!

Хоҙайғол. Ҡайда Үтәмешгәрәйең?

Әбей. Бында, алып инеп киләм бит. (Үтәмешгәрәйҙе етәкләп керетә).

Мурали. Сөйөмбикә, Үтәмешгәрәй, тыңлағыз. Шушы мәлдән башлап сез хан да, идарачы да түгел. Тәхетхананы ябабыз. Ҡазан халҡы сезнең икегезне дә мәрхәмәтле олуғ патшамыз Иван Васильевичка тапшырырға ҡарар ҡылды.

Ҡолшәриф. Шәйехғәли хан ҡуйынына керәсең, яңадан ханбикә буласың!

Хоҙайғол. Көш-ш-ш, Мәскәүгә!

Петр. Эйе, мәрхәмәтле патшамыз Иван Васильевичның фарманы буйынча, сезне алырға килдем.

Сөйөмбикә. Аһ!.. (Үкһеп-буҫлығып йығыла, уны күтәреп торғоҙалар ҙа, ике яғынан ҡултыҡлап, ишеккә ыңғайлаталар. Үтәмешгәрәй сарылдап илай, уға һарай ҡатын-ҡыҙҙары ҡушыла).

Әбей. Йәмәғәт, сеү! Шым ҡалығыҙ! Ханбикәгеҙ сеңләп хушлаша!

Тауыштар:

Ни ди? Чеңли, диме?

— Ни икән ул чеңләү? Безнең татарда юҡ ласа ул?

Ҡолшәриф. Һәй хәсисләр, шуны да белмисезме? Башҡыртның ҡайғылы жырауыдыр ул сеңләү!

 

Сәхнә шым ҡала, Сөйөмбикә сеңләй.







Date: 2015-07-23; view: 370; Нарушение авторских прав



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.007 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию