Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






III. Инжан-би Урал улы





Рим цифрҙары менән билдәләнгән ошо Урал улдарынан нәҫел бауҙары дауамлана – айырым-айырым бирербеҙ:

I. 8. Буят-би Урал улы. – 9. Инкеш Буят-би улы. – 10. Туҡай Инкеш улы – 11. Моратҡабул Туҡай улы. – 12. Солтанай Моратҡабул улы. – 13. Ғашиҡ Солтанай улы. – 14. Байрамғол Ғашиҡ улы. – 15. Муса Байрамғол улы. – 16. Рәсүл Муса улы. – 17. Хәбибулла Рәсүл улы. Хәбибулланан ике улан:

1) Зәйнулла-ишан Хәбибулла улы Рәсүлев, уның нәҫеле: Ғабдрахман-мөфти Зәйнулла улы (уның улы Ғәбдрәүеф); Ғәбделҡадир Зәйнулла улы; Ғәбделсабир Зәйнулла улы.

2) Фатхулла Хәбибулла улы, уның нәҫеле:

а) Муса Фәтхулла улы, уның улдары: Мөштәбә Муса улы Рәсүлев (башҡорт автономияһын яулау батыры), Мостафара Муса улы, Ғабдулла Муса улы;

б) Ғайса Фатхулла улы, уның улдары: Тойғор Ғайса улы, Дала Ғайса улы.

Инде рим цифры II менән тамғаланған бау:

II.8. Арбан-би Урал улы.9. Тимерҡабыҡ-би Арбан улы (өҫтәлгән: “Бораҡ-хан заманы” йәғни 1422-27 й.й.). [Иғтибар! – тап ошонан Түңгәүер ырыу шәжәрәһе дауамлана – аҙаҡтаныраҡ айырым теркәрбеҙ].—10. Һарыбаш-би Тимерҡабыҡ улы (өҫтәлгән: “Жанибәк-хан заманы”). –

11. Һырыш-би Һарыбаш улы (өҫтәлгән: “Ҡасим-хан заманы”). –

12. Уның улдары:

* Һарыбил-батыр Һырыш улы (Өҫтәлгән: “Иҫәнғол ҡасабаһына етмәҫ борон Һарыбил тауы бар, шунда үлгән”. Һәм йәнә: “Һарыбил ҡаҙаҡтар (ҡалмыҡтар?) менән һуғыш ваҡытында Һүрән буйындағы Һарыбил тауында үлгән һәм шунда күмелгән. Шуға күрә хәҙер ҙә Һарыбил тауы тип йөрөтәләр”);

* Болаҡ-батыр Һырыш улы (өҫтәлгән: “Был Болаҡ Тоҙтүбә [Соль-Илецк] тоҙон табып, батшаға барып әйтә. Батша уға наград итеп Ырымбур тирәһенән һораған ерҙе бирә һәм Үһәргән [Үҫәргән] иленә хужа итә”);

* Аҡмасуҡ Һырыш улы, уның улы Туҡмасуҡ, уның улы Ҡараса, уның улы

13. Тәтегәс-би Ҡараса улы, уның улдары:

13а. Бикбау-кенәз Тәтегәс-би улы, уның улдары: Кинйәбай Бикбау улы (уның улы Ҡушай, уның улы Тупай) һәм Әлебай Бикбау улы, уның улдары: Шөғәйеп, Ураҙмәт, Тләүмбәт;

13б. Ҡушдәүләт Тәтегәс улы, уның нәҫеле:

* Яҡшытай Ҡушдәүләт улы (өҫтәлгән: “Аҡъяр”);

* Һарытай Ҡушдәүләт улы;

* Турытай Ҡушдәүләт улы, уның улдары:

** Һөләймән Турытай улы;

** Аҡлима Турытай улы;

** Тимербулат Турытай улы, уның улдары:

*** Ҡудай Тимербулат улы;

*** Биккөн Тимербулат улы;

*** Һөйөндөк Тимербулат улы, уның улы Мәмәтюл;

*** Аҡтуй Тимербулат улы, уның улы Рахманғол, уның улы Сиреғол [Сиреғол ауылын нигеҙләүсе?],

*** Аҡан Тимербулат улы, уның улдары: Көбәк, Мостафа, Туйсура;

*** Динбулат Тимербулат улы, уның улдары: Бүләк, Сумаҡ, Күбеш.

Йәнә Һырыш-би нәҫеленә күсәбеҙ:

12. Ябынсы-яҫауыл Һырыш улы (өҫтәлгән: “Ябынсы батшаға хеҙмәт итеп, яҫауыллыҡ [хәрби дәрәжәһе] алған”), уның нәҫеле: Ирҡара Ябынсы улы, Этҡара Ябынсы улы, Ибәй (Иҫбай) Ябынсы улы, Күбәй Ябынсы улы, Һурҡара (Сурҡара) Ябынсы улы, Ибәнсе Ябынсы улы. –

13. Үҫәргән Ябынсы улы (кесе улы). – 14. Унан тыуған нәҫел баулы уландар:

Date: 2015-07-23; view: 971; Нарушение авторских прав; Помощь в написании работы --> СЮДА...



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.006 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию