Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Боронғоларыбыҙҙы беләбеҙме?





 

Аяҡ аҫтыбыҙҙа ятҡан, эйелеп кенә алыуҙы көткән ҡатлам-ҡатлам ҡатмарлы, меңәр йыллыҡ фәһемле ғәзиз тарихыбыҙҙы, иҫебеҙ ҙә китмәйенсә, тапап йөрөй бирәбеҙ... Эйелеп алыусыны иһә күрмәҫкә лә ишетмәҫкә тырышабыҙ, йә булмаһа, ауыҙ йырып көләбеҙ. Әрһеҙлеген уғата туҡтатмаһа, фәҡир-фоҡор аңыбыҙҙың кимәленән оторо башы сурайып сығып торһа, суҡмар һаплап соңҡаһын сыңлатабыҙ...

Үҙем һымаҡ уҡ ҡәҙимгесә белемле, үҙемә ҡарағанда ла киң күңелле һәм эскерһеҙ йәштәшем бар — гәзит эшендә күҙе сыҡҡан күренекле журналист. Айныҡ сағында әллә ни өн өнәмәүсән шул уҙаман, саҡ ҡына “төшөрөп” алдымы, осратҡаны ғына һайын теле асылып китеп, теңкәгә тейгес бер үк мәрәкәһе менән һиңкәҙетә:

Һе! Башҡорт гегемонсыһы! Беренсе башлап атты өйрәтеүселәр һәм һыбайланып менеүселәр, тәгәрмәсле арба яһап егеүселәр, металл иретеп ҡойоусылар һәм иң боронғо Арҡайым тәгәрмәсҡалаһын ҡороусылар — башҡорттар булған, тиһең инде һин, ә?! Ха-ха-ха! Ну шыттыраһың да инде һин, әй!

— Ни эшләйем һуң? Ысынлап та, шулайын-шулай булған бит!

- Шулайын-шулай булғанда ла шаулама! Кеше ышанмаҫлыҡ һүҙҙе, дөрөҫ булһа ла, һөйләмә, тип әйткәне бар ҙа инде Мостай Кәрим ағайым! Гегемонсы!

“Гегемонсы” тамғаһынан шаңҡыбыраҡ, күбеһенсә телемде тешләп уҙам, сөнки “башҡорттоң тарихы 1917 йылғы Бөйөк Оҡтябрь революцияһынан һуң ғына башлана” тип миңрәүләтелгән “зыялы” быуындың вәкиленән артыҡ нимә көтөргә? “Нигилистар” тип кенә үҙенә хас мәргән нарыҡлай торғайны бындайҙарҙы зирәк аҡыл ағайыбыҙ Лоҡман-Хәким Ғиләжев...

Диңгеҙ аръяғында ятҡан ҡәрҙәш халыҡ төрөктәрҙә беҙҙеке ише “нигилистар” бармылыр, булһа әгәр, нисек аталаларҙыр — асыҡ ҡына белмәйем. Әммә инде үҙебеҙгә килгәндә, донъя-ғаләмебеҙҙең үҙе менән үк бер йәштәге тип әйтерлек сап-сал Урал бөркөтө — иң боронғо халыҡ була тороп та, үҙебеҙҙең үк бик боронғоно бер һаплам еп оҙонлоҡ та күҙ аллай алмауыбыҙҙы таныйыҡ та урта быуаттарҙа ғына үҙ алланып тәпәй баҫҡан ҡан ҡәрҙәшебеҙ төрөктән был йүнәлештә әллә ни күпте көтөүҙән тыйылайыҡ...

Туғандарса тураһын ғына әйткәндә, төрөктә лә “башҡортса” хәл икән шул: үҙҙәренең Ғоҫман дәүләтен беренсе башлап ҡороусыларҙың төбөн-тамырын әлегәсә асыҡлап бөтмәгәндәр, милләт өсөн был бик мөһим башланғыс осор фәҡәт еңелсә имеш-мимеш, риүәйәт һәм легендалар рәүешендә генә һөйләнеп килә икән (М.А.. Гасратян, С.Ф. Орешкова, Ю.А. Петросян. Очерки истории Турции. М., 1983, 18-се бит. Артабан “Очерки” тип алына). Һәм Төркиә тарихын, төрөктәрҙең үҙҙәренән дә бигерәк, сит ил тарихсылары яҙғанлыҡтан, күбеһенсә шуларға таянабыҙ.

742 йылда Көнбайыш Төрки Ҡағанат ҡолатылғас, Уралдан Урта Азияға һәм һуңыраҡ унан — хәҙерге Төркиә биләгән Кесе Азияға тарихсылар тарафынан “төрки-оғуз” тип аталмыш ырыуҙарыбыҙ ағыла. Ә был ырыуҙарҙың тәғәйен исемдәре, шулай уҡ хәҙерге Төркиә еренә (Анталияға) улар ҡайҙан һәм ни сәбәпле килгәндәре лә аҙмы-күпме билдәле: “...Четыре тюркские племени — печенеги, баджгарды, нукарда и баджна в результате ожесточенных сражений с огузами, кимаками и карлуками ушли из Приаралья и оҡазались в Малой Азии. Оҡоло 932 — 933 гг. эти племена вторглись в пределы Византии” (Агаджанов С.Г. Очерки истории огузов и туркмен Средней Азии IХ — ХIII в.в., Ашхабад, 1969). Бындағы “печенег” (йәки “баджна”) һәм “баджгард” (башҡорт) — бик боронғо башҡорт-бәжәнәк ҡәбиләһенең ике сатаҡ-ырыуы ул, ә “нукарда” (нуғай-урҙа) — уғата боронғораҡҡы Үҫәргән-Ҡаңғы ҡәбиләһенең сатаҡ-ырыуҙары булып, йыйыныһы саф башҡорттар икәнлеге һәм уларҙың Башҡортостан көньяғынан (“Арал яғынан”) ҡубыныуҙары ап-асыҡ. Шулар араһынан тарихсылар яҙған Ҡыныҡы (Ҡаңғы) ҡәбиләһенең (башҡорт ҡаңғылары!) бер сатағы булған Һалъйыуыт ырыуы (башҡорт һалъйыуыттары!) бер осорҙа ифрат та ҡеүәтләнеп, ХI быуаттың икенсе яртыһында Урта Азиянан алып Урта диңгеҙгәсә йәйрәп ятмыш “Бөйөк Һалъйыуыт” империяһын төҙөй.

XI — ХII быуаттарҙа улар ҡатарына алыҫ төньяҡ-көнбайыштан (Уралдан!) тағы ла бәжәнәк (Башҡорт!), уз (Үҫәргән!), ҡоман (Ҡыпсаҡ!) ҡәбиләләре эркелә (бөтәһе лә башҡорт бабаларыбыҙ!) Һәм хәҙерге Төркиә дәүләте биләгән ер ҡәүемдәренең дә телдәренең баяғы башҡорт ырыуҙары телдәренең тәьҫирендә төркиләшеүенә — хәҙерге төрки телдәренең “оғуз төркөмө” хасил булыуына килтерә (“Очерки”, 4 — 5-се биттәр). Беренсе бөйөк тюрколог Мәхмүт Ҡашғариҙың 1072 — 1078 йылдарҙа яҙып тамамланған төрки телдәре һүҙлегендә: “иң еңел (йәғни ҡатнаш. — Й.С.) тел — оғуздар теле, иң дөрөҫ һәм иң шәп тел — тухси (йәғни “Туҡсаба” оранлы Үҫәргән. — Й.С.) теле һәм яғма (?) теле, — тип яҙа — уйғурҙар иленә тиклем үк һуҙылған арауыҡтағы Или, Иртыш, Йомар (Һамар. — Й.С.), Иҙел йылғалары буйындағы (боронғо Башҡортостандағы! — Й.С.) халыҡтарҙың да телдәре — дөрөҫ төрки”. Ошо “дөрөҫ төрки” телдә һөйләшеүсе бабаларыбыҙ Кесе Азияла — хәҙерге төрөк, ә Урта Азияла төрөкмән телдәренең милли тел булып ҡалыплашыуына ла үҙ өлөшөн индерә (төрөкмән телендәге “ҫ”, “ҙ” өндәре — тап шул “башҡортлоҡ”тоң күрһәткестәре).

1092 йылда “Бөйөк Һалъйыуыт” империяһы емерелгәс, урынына шул уҡ һалъйыуыттар етәкселегендәге эреле-ваҡлы солтанаттар барлыҡҡа килеп, ХII быуатта улар яңынан шул уҡ һалъйыуыттарҙың ҡеүәтле һәм берәгәйле Рум солтанатына әүерелә; ХIII быуатта уның ҡап-яртыһы, татар-монголдар ҡыҫымы аҫтында ҡалып, үҙ аллылығын юғалта. Ә илдең икенсе яртыһында, Көнбайыш Анталыла, төрки бабаларыбыҙҙың үҙҙәренең ырыу башлығы бейҙән башҡа бер кемгә лә буйһонмаған егермеләп бейлеге хасил булып, Ирандағы татар-монголдарҙың һәм Мысырҙағы мәмлүктәрҙең ике яҡлап тирмән ташылай ҡаты ҡыҫымы араһында ҡыйғыр ҡылыс менән генә көн күреүсе “мәңгелек яугирҙәр” хәлендә йәшәй башлай. Тап бына ошо яугир бейлектәр араһынан ҡалҡып сыҡҡан һәм Ғоҫман дәүләтенең (хәҙерге Төркиәнең) беренсе нигеҙ ташын һалған һәм артабан дауам иттерткән Иртоғрил бәһлеүәндең асылда кемлеген, ҡайҙан һәм ҡайһы ырыуҙан килеп сыҡҡанлығын әлегәсә бер кем дә төплө генә белмәгәнлектән, шуны башҡорт хәтеренә таянып билдәләү бурысы тора (гәрсә авторға, баяғыса, “башҡорт гегемонсыһы” тигән яманат янаһа ла!). Сөнки тарих фәненең үҫеше үҙе быға этәрә бит: үҙебеҙгә билдәле булған мәғлүмәтте, бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡтарға ҡарамай, артабанғы тикшеренеүселәр алдына һалыу фарыз. Ә үҙ тарихын һанламаған — үҙен дә абайламаған; үҙен абайламағанды эттәр ҙә абалаған. Ошоноң тап яҡшы киреһе булған, үҙ халҡының тарих ҡынаһын, юҡтан да бар ҡылып, байытырға тырышҡан егәрлелектең ташҡа баҫылған миҫалы алдыбыҙҙа (“Известия” гәзитенең 2001 йылғы 8 июнь һанында уның Париждағы хәбәрсеһе Эльмар Гусейнов мәҡәләһенән):

 

Date: 2015-07-23; view: 366; Нарушение авторских прав; Помощь в написании работы --> СЮДА...



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.006 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию