Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Йеҙекәй-дәүҡыяҡ-ҡурай. 2 page





Атлан улы Ураҙҙан тыуғандар: Муса бин Ураҙ, Әхмәт бин Ураҙ, Ҡәйүал бин Ураҙ, Ҡоләхмәт, Ғибадәт, Ғибадәт улы Имам; һәм йәнә лә шул Ураҙ улы имам Ғәбидулла, уның улдары: имам Ғиззәтулла, имам Рәхмәтшафиҡ, имам Мөфәз бин Рәхмәтхафиз (Ғәбидулла)...

Йәнсура улдары: Исхаҡ бин Йәнсура, уның улы Балъяҡшай бин Исхаҡ; Ҡустыбай бин Йәнсура, уның улы Илбай бин Ҡустыбай; Мәҡсүд бин Йәнсура, уның улы Аҙнабай бин Мәҡсүд; Тимербай бин Йәнсура, уның улы Миңлебай бин (Тимербай); Тимербулат бин Йәнсура, уның улы Бикташ...

 

Урыны ожмахта булғыры Муса хәҙрәт күсереп ҡалдырған был бөйөк шәжәрәбеҙ, ундағы төрлө дәүер төрлө-төрлө батшаларыбыҙҙың исемдәренән үк асыҡ күренеүенсә, ысынлап та Геродот яҙған “батшалыҡ итеүсе скифтар”ҙың (үҫәргәндәрҙең) батшалар шәжәрәһе булып тора. Был юлдарҙың авторының ата-бабалары һөйләп ҡалдырыуынса, боронғо хан урҙаларының береһенең баш ҡалаһы булған һәм Үҫәргән башҡорттары йәшәгән Сәнкем-Биктимерҙең (ул ауыл хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ районына ҡарай ине) солтандар (хәҙерге Солтановтар) нәҫеленән ҡасандыр бер заман “һыу башы яғына” (Башҡортостандың хәҙерге Йәнсура районына) килен булып төшкән бер һылыуыбыҙ, ата йортонан “бер ниндәй ҙә мал алмай, шул артынан биреләһе мал урынына эт тиреһенә яҙылған шәжәрәне һорап алып киткән” — Муса хәҙрәт тап ана шул “эт тиреһенән” күсереп яҙғандыр, бәлки, үҙенең ошо “Үҫәргән тәүәрихе”н... Был шәжәрәнең ҡиммәте йәнә шунда: бик күп ауылдарыбыҙҙың һәм нәҫелфамилияларыбыҙҙың ундағы ҡайһы кеше исеменә туп-тура бәйлелеге күренә.

Ошонда тағы бер мәсьәләне асыҡлап китеү зарур — бөйөк Туҡтамыш-ханыбыҙҙың ҡартатаһының атаһы “Нармуйынлы Бәрҙебәк ”тең атаһы ысынында кем булғанлығын; сөнки сығанаҡтарҙың береһендә лә беҙ уны таба алмайбыҙ, ә был “Үҫәргән тәүәрихе”ндә иһә ул шаҡтай күҙгә салынып ярылып ята; тик, шәжәрәне быуындан-быуынға күсереп ҡалдырыусыларҙыңмы береһенең яңылышыуы арҡаһындалыр, мәсьәлә буталып ҡалған; әммә ошо буталсыҡты сисерлек бәғзе мәғлүмәттәр “тәүәрих”тең үҙендә лә, фарсы сығанаҡтарында ла етерлек.

“Тәүәрих”тәге был буталыштар Сыңғыҙ-хандың беҙгә билдәле өлкән улы Яусының нәҫелдәр ебендәге Үзбәк улы Жанибәк-хан (батшалыҡ итеүе 1341-1357) шәжәрәһен (55-се бит) теркәгәндә ебәрелгән. Беренсенән, унда ысынлап та Жанибәктең улы булған Бәрҙебәк (батшалыҡ итеүе 1357-1360) яңылыш рәүештә уның ейәне итеп — йәғни Жанибәк улы Үсәктең (Көсөктөң) улы итеп күрһәтелгән (57-се бит). Икенсенән, Жанибәк улы Үсәктең (Көсөктөң) улы булырға тейешле Сәйед-Әхмәт (Сәйдәк) һәм уның нәҫелдәре Ҡасим-хан (1524 йылда үлә) һәм уның улы ХАҡназар-хан (Аҡназар-хан тип тә йөрөтөлә, 1524-65 йылдарҙа батшалыҡ итеүе билдәле) теркәлмәй ҡалдырылған. Өсөнсөнән, “Өфөнөң һуңғы батшаһы булған” (П.И. Рычков) һәм ХII быуатта йәшәгән Тура-хан (Трә бин баба Төкләҫ), ныҡ яңылыштырылып, унан байтаҡҡа һуңыраҡ бер осорҙа (1524-1565 й.й.) боронғо Тура-хан баш ҡалаһы Өфөлә ултырып хакимлыҡ ҡылмыш Сыңғыҙ-хан нәҫелле икенсе бер “Тура-хан” — баяғы ХАҡназар-хан менән буталғанлыҡтан, шул боронғо Тура-ханыбыҙ унан һуңғы заманалағы Жанибәк бүләре Ҡасим-хандың улы итеп һыҙыҡсалап беркетелгән, ә беҙ уның, баба Төкләҫ улы Тура-хандың, әлеге Үҫәргән батшалар шәжәрәһендәге 39-сы быуынды биләүен беләбеҙ. Дүртенсенән, Жанибәк улы Бәрҙебәк-хандың улы итеп яңылыш күрһәтелмеш Ишем-хан да ысынында баба Төкләҫ улы Тура-хандың (Трә бин баба Төкләҫтең) улы булырға тейеш, сөнки уның нәҫелдәренең (мәҫәлән, Ҡазан ханлығына ҡаршы аяуһыҙ көрәшкән Айсыуаҡ-хандың) ысын башҡорт хандары икәнлеге рәсми тарихтан уҡ билдәле. Өҫтәүенә, Жанибәк улы Бәрҙебәк, атаһы Жанибәк-ханды үлтереп тәхеткә үрләгәс, бөтә ағай-энеләрен һәм уларҙың нәҫелдәрен (хатта имсәк балаларына тиклем), береһен-бер ҡалдырмай, төп-ҡыра үлтереп бөтөрә, үҙенән дә нәҫел ҡалмай һәм, тарихсылар Ғаффари һәм Аноним Искәндәр яҙыуынса (Тизенгаузен, 129,211-се биттәр), Сыңғыҙ-хан нәҫеленең был тармағы ошо урында ҡырт-өҙөлә. Һәм Жанибәк-ханға һәм уның нәҫелдәренә ҡағылышлы сығанаҡтарҙа бынан башҡа Бәрҙебәк исемле шәхес юҡ. Тимәк, “Үҫәргән тәүәрихе”ндәге (53-сө бит) “Бәрҙебәк солтан бин Тура” — Туҡтамыш-ханыбыҙҙың ҡартатаһының атаһы “Нармуйынлы Бәрҙебәк” тап үҙе булып сыға һәм уны беҙ үҙебеҙҙең ошо Үҫәргән батшалар шәжәрәһендәге тейешле урынына теркәйбеҙ:

 

39. Трә (Тура) бин баба Төкләҫ (Тура-хан, ХII быуат). — 40. Уның улдары: а) Күсем-хан бин Тура-хан, уның улы Ишем-хан, уның улдары Туғым-хан һәм Айсыуаҡ-хан, Айсыуаҡ-хан улы хан Эйәле, уның улы хан Туҡай, уның улы хан Жиһангир, уның улы хан Иләй, уның улы хан Вәли солтан Баһадир хан, уның улы Ҡаиб-хан; б) Бәрҙебәк-солтан бин Тура йәки “Нармуйынлы Бәрҙебәк” (бөйөк Туҡтамыш-ханыбыҙҙың бабаһы, ХIII быуатта йәшәгән был солтан, аталары Тура-хандан ҡалмыш Өфө тәхете өсөн бер туғаны Күсем-хан менән үҙ-ара талашып, үҙе яҡлы бөрйәндәрҙе эйәртеп, Каспий диңгеҙе буйындағы Сыңғыҙ-хан нәҫелдәре хакимлыҡ ҡылмыш Маңғышлаҡҡа[7] — “Төркөстандың Үсәк [Көсөк] ханына һыйынып ҡасты”; Туҡтамыш-хандың атаһы Төкҡужаның ни өсөн “Маңғышлаҡ гөбөрнаторы” булыуының сере ана шундалыр. Был хаҡта “Үҫәргән тәүәрихе”ндә (57-се бит) ҡиммәтле мәғлүмәт бар: “Бәрҙебәк йылдар аша саманан ашты, тора-тороп Яҫы ташта Күсем-хандың уғландарын үлтерҙе. Үлтерелгән уғландарҙың бабалары башҡорт халҡы ине (Тура-хан бин баба Төкләҫтең һәм уның нәҫелдәренең ысынлап та Үҫәргән (башҡорт) икәнлегенә тура ишара. — Й.С.). Улар халҡының бик атаҡлыларынан ине. Улар ғәскәр менән Бәрҙебәк-солтанды үлтермәк өсөн хөсөт ҡылдылар. Шул саҡ Бәрҙебәк-солтан Төркөстанға Үсәк [Көсөк]-ханға һыйыныу өсөн ҡасты, [Үсәк-хандар] — Жанибәк-хан улдары инеләр. Ҡасып барғанда [күрҙе]:Һаҡмар һыуында бер төркөм башҡорттоң үҙенең бәге [бейе] бар ине, Ҡасынҡы сала-бәк [8] тип ләҡәпләрҙәр ине, данлыҡлы ине, халҡы мәсәкле [9] ине. Унан солтан-Бәрҙебәк һыйыныу үтенде һәм Ҡасаҡ сала-бәк уға хуш күңеллелек күрһәтте. Күсем-хан бәктәренән илсе килеп, Бәрҙебәк-солтанды талап иткәнендә, [сала] халҡы ризалыҡ биреп [уны] йәшерҙеләр һәм алып ҡалдылар. Ләкин Бәрҙебәк-солтан эт холоҡло ине: күпселек йәмәғәт уның иҫенә лә кермәне. Бер көн уға Ҡасаҡ сала әйтте: минең солтаным, һеҙ анаулары-был халыҡҡа ҡатышманығыҙ, беләм сәбәбен, тине. Солтан-Бәрҙебәк: йөрәгем этйән түгел, аңһыҙҙан был халыҡ мине ҡатил итер [үлтерер], тине. Ҡасаҡ сала-бәк уға үҙ халҡынан бер данлы әҙәмдең Субъямал тигән ҡыҙын никахландырҙы. Ирәүән Ҡасаҡ сала-бәкте Бәрҙебәк-хан сәрғәскәр итеп, халҡы уға ризалыҡ бирҙе... Был Бәрҙебәк-солтан яҡшылыҡ ҡәҙерен белмәҫ кафырҙай ине, башҡа хаталыҡтары ла суҡтыр [күптер]”.

Был атаҡлы “Ҡасынҡы сала-бәк” ләҡәпле бабабыҙҙың атаһы Яуынсы Яҫауыл “Күсем-хан заманында уның эргәһендә яҫауыл булып хеҙмәт иткән, тиҙәр”, — 66-сы бит; тимәк, бабабыҙ был Яуынсы Яҫауыл Себер ханы Күсем (ХVI быуат) заманында йәшәгән; уның алты улы — Арынбай, Аҡбай, Күкбай, Сураҡара, Атҡара, Алҡара (“был алты уғыл Яуынсы Яҫауылдың кесе ҡатынынан ине”. — 66-сы бит). Йәнә лә ике улы: а) Ҡасаҡ сала-бәк (“Ҡасаҡ сала-бәк ошбу үҙенең башҡорт халҡына бәк булып, Тора-хан улы Бәрҙебәк [“Нармуйынлы Бәрҙебәк”. — Й.С. ] халыҡ башлығы булып торған шул үҙ солтанатында[10] ярлыҡанмыштыр”. — 66-сы бит), уның улы Йыуашбай, уның улы Сураш; б) Үҫәргән, уның улдары: 1) Юламан (“ҡунаҡ[11] халҡының бабаһы”. — 66-сы бит), уның улдары Ҡоҙаш, Ситкәй; 2) Килдеш (аҡжаҡ[12] халҡының бабаһы”. — 66-сы бит), уның улы Юнай, уның улы Көсөкнисә; 3) Субғужа, уның улы Мүскә; 4) Байғужа (“айыу[13] халҡының бабаһы”. — 66-сы бит), уның улы Ҡаҙаҡбай-бей, уның улы Ҡаръяу-бей...

Бәрҙебәк-солтандың (ХIII быуат) заманында уҡ ҙур ҡасаба булмыш шул Ҡасынҡы саланан артабан Сәнкем-Биктимер, Һунарсы, Солтанбай, Ырыҫҡол һәм Яңауыл (Яңы Ғафар) ауылдары бүленеп сыҡҡан. — 41. Ҡиас-хан. — 42. Туҡ-хужа-хан. — 43. Туҡтамыш-хан (“Туҡтамыш-хан маҡәме [төп йорто] Сирмешән [Сәрмәсән], Ҡармасан буйында ине һәм ул йәнә Иҙел — Яйыҡ араһында сәхрә тарафында Үҙән [14] һыуында булды һәм уның һыуы әсе булғанлыҡтан, саҡ сыҙаны, тиҙәр. Ул ваҡытта яҙ һыу ташҡанда алып ҡалып, бер сула тормош иттеләр: шунда хан йортоноң ҡибла тарафында бер шәре-хауыз[15] бар ине, яҙ көнө ҡаҙып һыу ебәрерҙәр ине; һыуы татлы булғаны өсөн шул хауыздың ҡибла тарафында ябыулы бинанан Мәсет-һарай төҙөнө, хозур шәһәр булды[16]. Һуңынан Йедәк [17] бәк менән араларында һуғыш-ҡырылыш булғас, ул ерҙән китеп, Сирмешән [Сәрмәсән] һыуында йорт тотто, ҡәбере шундалыр; ул ҡорбандыр — Йедәк [Йеҙекәй] уғынан ул тәхет кисте, тиҙәр”. — 53-сө бит. Тимәк, бөйөгөбөҙ Туҡтамыш-ханды, уның тыуған һәм һуңғы торған төйәге Сәрмәсән, ә анығырағы — шундағы Төйлән, йылғаһы буйына һөжүм ҡылып, икенсе бер бөйөгөбөҙ Йеҙекәй батыр үлтергән). — 44. Уның улдары: Жәләлитдин, Сәғидалитдин, Ҡадирбирҙе, Хаҡбирҙе (һ.б. күптәр)...

 

Эйе, башҡорт халыҡ эпосында Туҡтамыш-ханды “затһыҙ хан” тип, Аҡһаҡ Тимерҙе (“Сатмыр-хан”ды) ла “затһыҙ тыуған” тип атау (“Ватандаш” журналы, 1997/2; 55,71-се биттәр) ул дәүерҙәге хакимлек ҡылыусы йыһангир Сыңғыҙ-хан нәҫелдәре күҙлегенән ҡарағанда бик ғәҙел һәм урынлы, сөнки әйтелгән шәхестәр икеһе лә, ысынлап та, “затлы” Сыңғыҙ-хан нәҫеленән түгелдәр, Туҡтамыш-хан үҙе гәрсә, Аҡһаҡ Тимерҙән айырмалы булараҡ (ул башҡорттоң барлас ырыуынан), был донъяға Сыңғыҙ-ханды ла бирмеш баяғы бер үк Үҫәргән-Бөрйән ҡәбиләһенән булһа ла...

Йәнә килеп Үҫәргән батшалар шәжәрәһендәге айырым алып дауамлар өсөн алдараҡ киҫәтеп һәм аҫтына һыҙып ҡалдырып торолған бәғзе быуындарҙың нәҫел бауҙарын һуҙыуҙы дауамлайыҡ:

 

24. Хан Сәнкүм. — 25. Ғри. — 26. Сәмар. — 27. Тим. — 28. Сәғди бин Тим. — 29. Ҡағб. — 30. Гру бин Ҡиас. — 31. Уның улдары: а) Глб бин Гру, уның улы Зөһрә Ғәбид Хәләф, уның улы (?) бин Хәләф; б) Дарам бин Гру, уның улы Ғрам бин Дарам, уның улы Ғәбуан бин Ғрам, уның улы Асаман һәм уның улы Жаир бин Асаман...

Был Асаман — Асамандар (саманидтар) дәүләтенең (875-999 й.й.) батшалар шәжәрәһен башлаусы уҙаман бабабыҙ ул. Был дәүләт Урта Азияла (баш ҡалаһы Бохара) урынлашып, Х быуаттың тәүге яртыһында Мавереннахр, Хөрәсән, Төньяҡ һәм Көнсығыш Иран илдәрен үҙ эсенә ала, уға Хорезм, Систан, Горган (Үҫәргән), Табаристан (Мазендаран) илдәре буйһоноп йәшәй. Иң мөһим ҡалалары Бохара, Сәмәрҡәнд, Нишапур, Мәреү, Ургенч, Ғират, Бәлх, Ғазни булып, Асаман батшалар һарайында Рудаки, Әл-Фараби һ.б. шундай аҫыл заттар ижад иткән. Ул дәүләт Хазар, Иран, Болғар, Ҡытай, урыҫ илдәренә һәм, әлбиттә, Башҡортостанға сауҙа каруандарын йөрөткән...

 

Ҡалды инде 41-се быуын — Ҡарадә Ҡиә бин Ҡаҙансы һәм уның нәҫел бауы; Йеҙекәй батырға ҡағылышлы бик мөһим был тармаҡты беҙ һуңғараҡ — тәғәйен Йеҙекәй тураһында һөйләгәндә барларбыҙ.

Саф башҡорт эпосы “Иҙеүкәй менән Мораҙым” Алтын Урҙа тарҡалғандан һуңғы осорҙарҙа уның айырымланмыш халыҡтары (башҡорт, ҡаҙаҡ, нуғай, үзбәк, ҡарағалпаҡ, татар, төрөкмән) тарафынан уртаҡланып, һәр береһе уны үҙ теленә һәм күңеленә яраҡлаштырғанлыҡтан, ситтәр тарафынан үҙгәйләштерелгән башҡа сифаттар ҡатарында батырыбыҙҙың исеме лә төрлө өлгөләрҙә яҙылып йөрөй: Иҙеүкәй, Йеҙекәй, Йедек, Едигей, Идигу...

Был серле исемдең мәғәнәһе, ябай-ялпы төпсөүе (этимологияһы) буйынса барлаһаҡ, унда беҙҙе ҡыҙыҡһындырған һүҙ “Иҙел” (ҡоро ер сиге — йылға) менән “иҙеү” (күлдәк йырығының сиге — иҙеү) берҙәй күреп аңлатыла:

 

Ун ике йорт ырыуға [18]

Балам да иҙеү булһын, тип,

Илгә килгән дошманды

Ағиҙелдәй быуһын, тип,

... Иҙеүкәй исемен ҡуйҙы, ти...

 

Ләкин был исемдең дөрөҫөрәк әйтелеше Йеҙекәй батыр үҙе тере заманда һәм урыҫтар менән яҡын аралашып йөрөгән сағындағы урыҫ йылъяҙмаларына теркәлеп ҡалған — Едигей (урыҫта “ҙ” хәрефе лә, өнө лә булмағанлыҡтан, башҡортса “йеҙ” урынына “ед” яҙылған); шулай уҡ иҫке төркиләштерелгән ғәрәп графикалы башҡорт шәжәрәһендә лә был исем, Йеҙекәй, “әй” иркәлек ялғауы ҡыҫҡартылып, һәм “ҙ” өнө иҫке төркиләштерелеп, “ Йедек” яҙылып йөрөй (“Үҫәргән тәүәрихе”; 54,56-сы биттәр), был иһә тулыраҡ әйтелешле Едигей — Йеҙекәй өлгөһөнөң фәнни дөрөҫлөгөн һәм эпостағы “Иҙеүкәй”ҙең фәстереп юрау икәнлеген иҫбатлай. Ә исем нигеҙендә ятҡан “йеҙ” тәүге ҡарашта ҡушылдыҡлы һары бутал (латунь) булып күренә, ләкин был улай түгел. Сөнки “йеҙ” тип бабаларыбыҙ эсе ҡыуыш (көпшә) һабаҡлы бейек үләнде атаған, “сей” тигән ҡамыш исеме лә шул “йеҙ”ҙән үҙгәреп килеп сыҡҡан; Үҙәк Азия далаларында һыбайлының яурынына тиңәлерлек дәү булып үҫкән был йеҙ (көпшә) үлән — ҡиммәтле мал аҙығы, ә уның кипкән һабаҡтары эшләпә, септә үреү өсөн ҡулланыла; әҫәрен ғәрәпсә яҙған Мәхмүт Ҡашғари уны “Алла ағасы” тип атаған (“Советская тюркология” журналы, Баку, 1976/3; 41-43-сө биттәр). Далалағы ҡара (ҙур) урмандай булып үҫмеш был “йеҙ” көпшәне Үҫәргән-башҡорт тоҡомдары “ҡара-дәү ҡыяҡ” (дәү ҡыяҡлы ҙур үлән) тип йөрөткән, хатта үҙенең балаларына ла шул үлән исемен ҡушҡан:

Ҡара Дәү Ҡыяҡ (шәжәрәләге “Ҡарадә Ҡиә”, — “Үҫәргән тәүәрихе”, 54-се бит) — Йеҙекәй батырыбыҙҙың ҡартатаһының исеме; һәм шул уҡ сатыр сәскәлеләр ғаиләһенән булған, әҙәм балаһының танһыҡ аҙығы итеп ҡулланылған Төкләҫ (йөнтәҫ) һәм молоҡ (һимеҙ) көпшәле үлән (балтырған [19], балтырсаҡ) —

Төклө Молоҡ Балтырсаҡ Ҡотло Ҡыяҡ (шәжәрәләге “Ҡотло Ҡиә”, — “Үҫәргән тәүәрихе”, 54-се бит) — Йеҙекәй батырыбыҙҙың атаһының тулы әйтелешле исеме; фарсы сығанаҡтарында ул Төклөбай, Балтырсы (Балтасы) булып йөрөй, ә Үҫәргән шәжәрәләренең береһендә Молоҡ итеп яҙылған;

һәм шулай уҡ әҙәм балаһының танһыҡ аҙығы булып ҡулланылмыш ҡаҡы (ҡымыҙлыҡ) тигән төкләҫ көпшә —

Ҡаҡан Төкләҫ (Ҡаҡы-Төкләҫ) — Үҫәргәндәрҙең киң билдәле бабаһының исеме баба Төкләҫ (“Үҫәргән тәүәрихе”, 55-се бит).

Сатыр сәскәле был үҫемлектең һыу буйҙарын яратыусы бер төрө бар, ул “сей” (жиз -- еҙ һүҙенән килеп сыҡҡан), ә күберәген “ҡамыш” (ҡубыш — ҡыуыш, тигәндән) тип атап йөрөтөлә; әммә М. Ҡашғари яҙған “Алла ағасы” кеүек затлы үлән-көпшәгә бирелмеш “йеҙ” үлән атамаһы башҡорт телендә лә һаҡланып ҡалған:

 

Таштуғайҡай, һинең ҡамышыңды

Йеҙ ҡурайҡай итеп тартайым...

Таштуғай.

 

Тимәк, үлемһеҙ моңобоҙ “Таштуғай”ҙың авторы мәшһүрә Көнһылыуыбыҙ, моғайын, үҙе торған ҡыуан далала “йеҙ ҡурайҡай” (йәки Йеҙекәй ҡурайҡай) үләне булмағанлыҡтан, ҡулы осондағы нәҙек Таштуғай ҡамышын “ йеҙ ҡурайҡай итеп” ҡулайлаштырып тартҡан. Ә инде теге Үҙәк Азиялағы ҡоро далаларҙа урманланып үҫмәле йеҙ ҡурай — “Алла ағасы”, буйы оҙон булһа ла, һалам кеүек нәҙекәй ҙә ҡурай итеп тартырға төптө яраҡһыҙ булғанлыҡтан, унан эшләпә, септә генә үрәләр, ә донъяла бармы икән һуң йөрәктәрҙең талғын оҙон моңдарын көпшәһенән шаңғыртырлыҡ шыма һәм оҙон булып үҫмәле, ысын-ысындан “Алла үләне” тип әйтерлек йеҙ-Йеҙекәй — йеҙ ҡурай? Ҡайҙа үҫә ул Йеҙекәй?! — бар икән шул, инш Алла, һәм бөгөнгәсә, тамыры ҡоромай, Уралыбыҙҙа бойоҡмай, ҡусҡылланып үҫә икән шул, тере икән шул, бәрәк Алла! Бына уның, ғалимдәр әйтмешләй, сатыр сәскәләр ғаиләһендәге шыма көпшәле үлән-мөғжизәбеҙҙең, бабалар телендә йөрөгән тулы исеме:

Date: 2015-07-23; view: 401; Нарушение авторских прав; Помощь в написании работы --> СЮДА...



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.007 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию