Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Йеҙекәй-дәүҡыяҡ-ҡурай. 4 page





“Идегей (1352-1419), Тимур и Тимучин- Чингизхан восходят к одному общему предку которого звали Кайдада. У Кайдады был сын Байсункар, от которого было 9 сыновей. От потомков старшего сына Нотакына родился Кадаркай отец Эмира Идегея. От потомков третьего сына Кайдады родился Эмир Тимур. От потомка четвертого сына родился Тимучин, избранный ханом, под именем Чингизхан. Соглано закона утвержденного Чингисханом только его прямые потомки вправе были быть ханами. По этому Идегей и Тимур не претендовали на титул Хана, а были Эмирами. Но они оба и их потомки всегда учитывали что Тимучин, то есть Чингиз Хан происходит от 4-го сына, тогда как Идегей от первого, а Тимур от 3-го сына их общего предка. А по лестничной, используемой только тюрками, системе наследования трона, власть переходит от отца к старшему сыну, затем второму сыну и так далее пока все живые сыновья не закончат свое правление. За тем наступает очередь сыновей старшего сына, после них сыновей второго сына и так далее, каждое поколение правителя обязано было править согласно своей очереди. Тимур нарушил этот тюркский принцип наследуемой по лестничной системе власть, ее фактически узурпировал, при избрании его на трон Хана: вместо того что бы уступил трон тому, кому следовала по закону лестничной системе наследования. Это нарушение, прецедент использовался часто в кризисные моменты истории Золотой Орды, и других татарских государствах после распада Золотой орды. Так например после смерти Хана Тауке, вместо созыва общего курултая и выборе законного единого хана в соответствии с лестничной системой выборов, бии всех 5 жузов страны избрали себе своих ханов, разрушив единое государство на пять. Жузы каракалпаков и киргизов видимо уже окончательно отделились от трех других, которые составляют нынешний Казахстан”.

Бабабыҙ Сыңғыҙ-хандың тышҡы ҡиәфәте лә тарих фәнендә беҙгә тылҡылған ҡытай һүрәттәрендәге “типик монгол” түгел, ә V быуатта шул уҡ ҡытайҙар тасуирлап ҡалдырған “зәңгәр күҙле, ерән сәсле” үсүн-үҫәргәндәрҙекенә тап килә; хәҙерге урыҫ ғалимы ла ҡушҡуллап раҫлай быны: “В сохранившихся старинных документах, -- ти ул, -- существуют описание Чингиэ-хана: высокий, стройный, с каштановыми волосами, голубыми (по другим данным -- зелеными) глазами и широкой окладистой бородой. Скажем, не вполне типичный облик для монгола.

Кажется удивительным, но и в описаниях внешности многих основателей тогдашних правящих династий (Рюрик, Аспарух, Меровей, Юстиниан), фигурирует схожий внешний облик. То есть основания считать, что эти создатели династий, упоминаемых впоследствии как “царские”, относятся к одному и тому же старинному правящему роду или правящим родам” (Александр Горохов. Белый царь). Йәғни ҙә ки уларҙың бөтәһе лә “Үҫәргән батшалар шәжәрәһе”нең емеше булып, ни бары төп олондан (башҡорт-болғарҙан) ярған ботаҡтарҙа ғына башҡалана.

Тәғәйенерәк ҡарағанда, өҫтәрәк килтерелгән бөйөк дүрт шәхестең уртаҡ бабаһы (Ҡ. Юнысов шәжәрәһендәге Ҡайдада, дөрөҫөрәге Ҡай-дәдә -- Бүре-баба) Үҫәргән батшалар шәжәрәһендәге (ул “Башҡорт батшалары”нда тулы бирелгән) 26 -нсы номерлы реаль шәхескә -- шам Ҡыуат (рәсми тарихтағы Ҡубад, батшалыҡ итеү йылдары 488-496 һәм 499-531; “шам Ҡубад 23 йыл шам булды, Фирдәүси хөкөмөнөң заманында ине”, -- “Үҫәргән тәүәрихе”, 39-ынсы бит) тигән бабабыҙға тап килә. Шуның балаларының береһенән, өҫтәрәк әйтелгәнсә, бөйөк Сыңғыҙ-ханыбыҙҙы биргән тармаҡ айырыла, бына ул: “27. Шам Ҡыуат улы... нау...н (асыҡ уҡылмай), уның улы Жуанир, уның улы Шаһриар, уның улы Мирза-алып, уның улы Һәрмүз (Хормозд III, 457-459 йй.), уның улы Тиауач, уның улы Жабин; һәм йәнә Жуанир менән бер туған (Ба)һрам, уның улы Ғам, уның улы Сиавуш. -- 28. Ғали хан бин Сиавуш. -- 29. Ташбуға хан. -- 30. Хан Суман. -- 31. Хан Күсләк. -- 32. Хан Айтуп. -- 33. Хан Тимерил. -- 34. Хан Байкә. -- 35. Хан Ылаусы. -- 36. Хан Байсиуб. -- 37. Хан Ҡара. -- 38. Хан Арғырд. -- 39. Хан Ҡол-алып. -- 40. Хан Байжума. -- 41. (?). -- 42. (?). -- 43. Хан Турмали. -- 44. Турғай Сәхин. -- 45. Тумаул Мәргән. -- 46. Дуинбиан. -- 47. Хан Буртан. -- 48. Хан Буян. -- 49. Туҡан-хан (Темәсйән-Сыңғыҙ-хандың йәш сағында Туҡанда -- Арҡайымда торғанындағы ләҡәбе; шул төбәктән Көнсығышҡа ҡасып китеп, көс-ҡеүәт туплағас, тирә-яҡ дала халыҡтары, шул иҫәптән Башҡортостан батшаһы Муйтән-бей һәм уның бер туған ҡустыһы Майҡы-бей етәкселегендәге башҡорттар, үҙҙәренең шул ҡан ҡәрҙәше Темәсйәнде аҡ кейеҙҙә йыһангир Сыңғыҙ-хан итеп күтәрәләр). -- 50. Уның улдары: а) Жужи-хан (Яусы); б) Хан Ҡабил бин Туҡан; в) Хан Ҡрыл (Кейек) бин Туҡан, уның улы Хан Ҡотби; г) Хан Тули, уның улы Хан Хулукәтули бин Тули, уның улдары Хан Ҡуян, хан Турғай, хан Байду, Абғай-хан...

Шәжәрәлә шул уҡ шам Ҡыуаттың балаларының береһенән бөйөк Туҡтамыш-ханды ла, уның ҡан дошманы Еҙекәй батырҙы ла тыуҙырған изге Баба Төкләҫебеҙҙең тармағы дауамлана: 2) шам Ҡыуат улы Нуширван Ғәҙел (Хосров I, 531-579 й.й. “Нуширван... 20 йыл шам булды, уның шаһлыҡ ҡыры: Төркөстандың мәшриғенән Һиндостан мәғрибенәсә уның хөкөмөндә булды”. — 39-сы бит). — 28. Бируз бин Нуширван Ғәҙел (Хосров II, 628 йылда үлгән). — 29. Шырау-ир (был осорҙа Бируздан ҡалмыш тәхет өсөн ҡанлы тартыштар булып, 628-632 йылдар араһында тәхеттә бер-бер артлы ун батша алмашына. Йездегирд III [632-652 й.й.] тигән кемдер берәү тәхетте биләп алғас, сәсәндәр нәҫеленән булған был Шырау-ир үҙенең алыҫ бабаһы Бәк-сәсәндең тыуған еренә — Туран иле Башҡортостанға ҡасып ҡайтып, сал Көн-Өфө [ Тура] ҡалаһындағы ата-баба тәхетенә ултыра: бының тап шулай икәнлеген Шырау-ирҙең бүләренең шәжәрәләге “Туран Дархан” тигән батшалыҡ ләҡәбе дәлилләй. Күрәһегеҙ, Шырау-ирҙең Дары исемле данлы бүләһе Туран [Башҡортостан] дәүләтенең баш ҡалаһы Өфө тәхетендә нығынған һәм “Туран Дары-хан” батша ләҡәбен алған, шунан һуң уның нәҫелдәре лә быуындан-быуынға “дары-хан” — тархан ләҡәбен йөрөтөп, башҡорттоң тархандар ҡатламы барлыҡҡа килгән. Туран Дары-хандың ҡарт-ҡартатаһы Өфөгә ҡайтҡан баяғы 632 йыл менән Туран Дары-хан араһында әҙәмиҙәрҙең ике быуын ғүмере 50 [25+25=50] йыл ятҡанлыҡтан, Туран Дары-хан бабабыҙ Өфө тәхетенә яҡынса 682 [632+50=682] йылда ултырған булырға тейеш). — 30. Шәһриәр. — 31. Аршир. — 32. Туран Дархан (баяғы Туран Дары-хан, йәғни Туран иленең Дары исемле ханы, тигән һүҙ; тәхете, әйтеп үтеүебеҙсә, Көн-Өфө — Тура ҡуш ҡалаһында). — 33. Жәзир Жир. — 34. Әбү Алсаҡ (“Алсаҡ-ир бер заман Баратурз дархандың ҡалаларын яулап алды, ҙур ил яһаны. Ғайәт шөҡәтле һәм Искәндәр-сафиуллаға тиң хан ине”. — 58-се бит). — 35. Солтан Ғоҫман бин Әбү Алсаҡ (Ғоҫманлы төрөк империяһын нигеҙләүсе, төрөк солтандарының бабаһы). — 36. Солтан Жәләлитдин. — 37. Әҙһәм. — 38. Баба Төкләҫ-бей. — 39. Трә (Тура) бин баба Төкләҫ (Тура-хан, ХII быуат. Был Тура-хандың ҡәбер кәшәнәһе уның баш ҡалаһы булған Өфөнән алыҫ түгел Шишмә районының Түбәнге Тирмә ауылы эргәһендә әлегәсә һаҡланған, архитектор-белгестәр уның ҡоролошон ысынлап та ХI-ХII быуаттарға ҡарата — Б.Г. Калимуллин. Башкирское народное зодчество. Уфа, 1978; 114-се бит. Боронғо башҡорт тәүәрихсеһе Ҡыҙрас Муллаҡаевтан заманында атаҡлы П.И. Рычков [Топография Оренбургской губернии, 372-373-сө биттәр] яҙып алғанса, “хан Тура бин баба Төкләҫ оҙонлоғо ун саҡрымға һуҙылмыш бөйөк Өфө ҡалаһының аҙаҡҡы ханы булған”). Ҡомартҡынан ап-асыҡ күренеүенсә, башҡорт батыры Йеҙекәйҙең дә, Сыңғыҙ-хан, Туҡтамыш-хан, Аҡһаҡ Тимер кеүек үк, ниндәйҙер татар-монгол ҡәүеменән түгел, ә Үҫәргән (башҡорт) батшалар шәжәрәһенән сыҡҡанлығы төрлө сығанаҡтарҙан дөрөҫләнде. Инде батшалар шәжәрәһен йәнә Үҫәргән тәүәрихендәгесә дауамлайыҡ: -- 40. Уның (Тура-хандың) улдары: а) Бәрҙебәк солтан бин Тура йәки Нармуйынлы Бәрҙебәк (“Үҫәргән тәүәрихе”, 53,57-се биттәр) һәм б) Ҡаҙансы бин Тура (йәйәләр эсендә иҫкәртеп китеү урынлы: Башҡортостаныбыҙҙың хәҙерге Аҫҡын районындағы Ҡаҙансы -- ошо бабабыҙҙың ауылы). Әле генә а) һәм б) билдәләре аша килтерелгән ике уландан тап беҙҙе ныҡ ҡыҙыҡһындырған ике затыбыҙҙың шәжәрә ботаҡтары фашлана: а) 40. Бәрҙебәк солтан бин Тура йәки Нармуйынлы Бәрҙебәк (Үҫәргән тәүәрихе, 53, 57-енсе биттәр), уның улы Ҡиас-хан, уның улы Туҡхужа-хан, уның улы Туҡтамыш-хан (Туҡтамыш-хан маҡәме [төп йорто] Сирмешән [Сәрмәсән], Ҡармасан буйында ине һәм ул йәнә Иҙел — Яйыҡ араһында сәхрә тарафында Үҙән [24] һыуында булды һәм уның һыуы әсе булғанлыҡтан, саҡ сыҙаны, тиҙәр. Ул ваҡытта яҙ һыу ташҡанда алып ҡалып, бер сула тормош иттеләр: шунда хан йортоноң ҡибла тарафында бер шәре-хауыз[25] бар ине, яҙ көнө ҡаҙып һыу ебәрерҙәр ине; һыуы татлы булғаны өсөн шул хауыздың ҡибла тарафында ябыулы бинанан Мәсет-һарай төҙөнө, хозур шәһәр булды[26]. Һуңынан Йедәк [27] бәк менән араларында һуғыш-ҡырылыш булғас, ул ерҙән китеп, Сирмешән [Сәрмәсән] һыуында йорт тотто, ҡәбере шундалыр; ул ҡорбандыр — Йедәк [Йеҙекәй] уғынан ул тәхет кисте, тиҙәр”. — 53-сө бит. Тимәк, бөйөгөбөҙ Туҡтамыш-ханды, уның тыуған һәм һуңғы торған төйәге Сәрмәсән тирәһенә, ә анығырағы, шуға яҡын Төйлән, йылғаһы буйына һөжүм ҡылып, икенсе бер бөйөгөбөҙ -- үҙенең ҡан ҡәрҙәше Йеҙекәй батыр үлтергән). — 44. Уның улдары: Жәләлитдин, Сәғидалитдин, Ҡадирбирҙе, Хаҡбирҙе (һ.б. күптәр)...

Туҡтамыш-хандың әсәһе, Еҙекәйҙеке кеүек үк, башҡорттоң Ҡаңғы (Ҡуңғырат) ырыуынан икәнлеге сығанаҡтарҙа сағылған; ә хандың үҙен гәрсә “Сыңғыҙ-хан нәҫеленән” тип яҙып килһәләр ҙә, атаһынан артабанғы шәжәрә һуҙымын күрһәтә алыусы юҡ -- тарихсыларҙың көллөһө лә “Яусы (Джучи) тоҡомдарының береһенән булһа кәрәк”, тигән билдәһеҙлеккә төкәтеп сикләнәләр, ә “Үҫәргән тәүәрихе”нә хатта башҡорт тарихсыларының да күпселегенең “теше үтмәй”. Филологтарыбыҙ ҙа был “сәйер” Туҡтамыш исеменең асылын аңлатҡаны юҡ, ә ғәмәлдә унан башҡортлоҡ аңҡый: Төктө Мышы (Төклө Мышы) -- Туҡтамыш, атаҡлы Мышы Улы (уны боҙоп Мөшәүле тип яҙып йөрөтәләр) һымаҡ уҡ! Төктө (төклө) -- мал-мөлкәтле, етешле, бай тигән һүҙ, шунан килә үҫәргән бабалар исеме Баба Төкләҫ, Муйтән (төклө тән) һәм мәҡәл-әйтемдәребеҙ: “Ат аунаған ерҙә төк ҡала” “Төклө аяғың менән” һ.б.... Йәш Туҡтамыштың Алтын Урҙанан Аҡһаҡтимер ҡанаты аҫтына боҫоуының сәбәбен дә “нәҫелдәше” Урыҫ-хан менән тәхет өсөн тартышыуы итеп аңлатыусандар, ләкин эш башҡасараҡ: Аҡ Урҙа[28] ханы Урыҫ-хан күрше Күк Урҙаны[29] үҙенең урҙаһына ҡушырға яҫҡынғас, Ғаффари тигән боронғо автор яҙыуынса, Маңғышлаҡ бөрйәндәренең бейе Туҡ-хужа, йәғни Туҡтамыштың атаһы, быға ҡаршы төшә һәм шуның өсөн Урыҫ-хан тарафынан үлтерелә, ә Туҡтамыш Аҡһаҡтимер ярлыҡауында ҡотола.

... Һәм б) 40. Ҡаҙансы бин Тура. Уның улдары 1) -- 41. Ислам Ҡиә бин Ҡаҙансы, 2) -- 41. Ҡарадә Ҡиә бин Ҡаҙансы (“Иҙел -- Яйыҡ араһында хөкөм һөргән”, 54-енсе бит). -- 42. Ҡотло Ҡиә бин Ҡарадә Ҡиә (мосолманлыҡ исеме Рәхмәтелғәбид). -- 43. Йедек (Еҙекәй) бин Рәхмәтелғәбид (“хан Бураҡ `[тәхеттә 1422-1427 йй. -- Й.С.] Сарайчыҡта ине. Ғәйәт алып кеше ине. Ҡан ҡәрҙәше [әсәһе яғынан. -- Й.С.] Йедек унда бей ине. Унан (Йедек-Еҙекәйҙән. -- Й.С.) Мансур тыуҙы, Мансур ҙа алып кеби булды. Хөсөт итеп, дәдәһе Бураҡты аңһыҙҙан үлтерҙе [1427 йылда. -- Й.С.]”, 55-енсе бит); 3) -- 41. Ду(ҡ)с(а)ба (Туҡсаба) бин Ҡаҙансы (“Иҙел — Яйыҡ араһында хөкөм һөргән... Туҡсаба-хан заманында Буйат-бей — бей ине”, — 54,62-се биттәр; шәжәрәне күсереүсе был урында “Ду(ҡ)с(а)ба”ның ике хәрефен — йәйәләр эсендә күрһәтелмеш “ҡ” һәм “а”-ны яңылыш төшөрөп ҡалдырған; шуға күрә дөрөҫө “Туҡсаба” булыр). -- 42. Муйтән-бей бин Туҡсаба... Бөйөк шәжәрә олонобоҙ ошолай шанлы Муйтән-бей бабабыҙ аша үтеп, әлегәсә йәшәп килгән бик күп тармаҡтарҙы, шул иҫәптән был юлдар авторының 67 быуынға еткән тармағын да кәүҙәләндерә.

Һорау тыуырға мөмкин: Үҫәргән батшалар шәжәрәһе Ишек баба йәшәгән б.э. тиклем XV быуаттан уҡ башланған икән, ниңә уның быуындары шул 35 быуат һуҙымына тиңәлмәй, ә был аңлатмалар авторының шәжәрә тармағы осланған 67 генә быуынды сағылдыра? Дөрөҫ һорау, сөнки ул 35 быуат эсендә әҙәмдәр ғүмере 140 быуын аша үтергә тейеш. Әммә яҙма шәжәрәләрҙең бөйөктәренең үҙенсәлеген онотмайыҡ: тарихилыҡтан алдағы осорҙар, быуындарҙы тулайым теркәп бөтөү мөмкин булмағанлыҡтан, күпмелер арауыҡ хакимлыҡ иткән батша нәҫелдәре (династиялары) башлыҡтарының ғына исемдәрен атай һәм ул арауыҡ бер юлы 300 йылды ла (мәҫәлән, Михаил Романовтар осоро) һәм 1000 йылды ла (мәҫәлән, Лоҡман-Хәким осоро) тәшкил итергә мөмкин, ә даталар менән билдәләрлек тарихи осорҙар шәжәрәнең һуңғараҡ өлөшөндә булыусан. Бының миҫалын боронғо шумер шәжәрәләрендә, Тажитдин Ялсығол Башғорди һ.б. шәжәрәләрендә күрәбеҙ, Үҫәргән батшалар шәжәрәһенең тарихилыҡ өлөшө иһә Мидия батшаһы Кииксарув хакимлыҡ иткән б.э. тиклем 625-585 йылдарҙан башлана.

“Үҫәргән тәүәрихе”нән әле һоҫолған мәғлүмәт буйынса, Алтын Урҙа императоры Туҡтамыш-хандың тыуған һәм һуңғы төйәге Сәрмәсән һәм Ҡармасан һыуҙары тарафында булған, Еҙекәй ҡулынан китеүе лә, ҡәбере лә шундалыр. Боронғо заман авторҙарына шул яҡтарҙың эрерәк һыуҙары ғына билдәле булып, вағыраҡтары исемһеҙ аҡҡанлыҡтан, шәжәрәбеҙҙә әйтелгән төбәкте яҡынса -- “шундараҡ, шул тирәлә” тип аңлайыҡ. Был, бәлки, әсәһенең иленә -- Ҡаңғы ырыуы башҡорттарының еренә ҡайтып боҫҡан хандың эҙенә төшмәһендәр өсөн, юрый аймылыштырылғандыр. Ә бөгөнгө тарих фәне ысынлап та аймылыш: Туҡтамыш-хандың был төбәккә ҡасып килеүенең сәбәбе булған 1395 йылғы ҡанлы һуғыштың урынын да, тар-мар ҡылынған хандың аҙ һанлы ярандары менән ҡайһы һыуҙы кисеп сығып ҡайһы тарафҡа олағыуын да бутайҙар. Ҡабул ҡылынған рәсми раҫлау буйынса, Аҡһаҡтимер Туҡтамыш-ханды йәнәһе Иҙелдең (Ағиҙелдең түгел!) һул ярындағы Увек (хәҙерге Саратов ҡалаһы һәм Увек тимер юл станцияһы янындағы Увек тауында булған) ҡалаһында ҡыйратҡас... -- уф! тарихсылар йә күрмәгән, йә күрергә теләмәгән ошо буталсыҡты сисәйек: Увек (хәҙерге Саратов) ҡалаһы Иҙелдең һул ярында түгел, ә уң ярында урынлашҡан! Шул уҡ тарихсы маһирҙар йәнә лә шул фарсы-ғәрәп сығанаҡтарынан аңлатып яҙыуынса, тар-мар ҡылынған Туҡтамыш-ханыбыҙ, имеш, баяғы “ һул ярҙағы Увек-Үкек” тән (бында тағы аймылыш -- айырым ике ҡаланы, “Увек”те һәм “Үкек”те, бер үк ҡаланың ике төрлө аталышы итеп берләштерәләр!) Иҙелдең, тимәк, уң яғына кисеп сығып, тимәк, көнбайышҡа табан олаға ла Себергә -- Төмән төбәгенә барып боҫа һәм 1405 йылда шул Себерҙең Төмән төбәгендә үлтерелә..., ләкин Себер, әгәр ҙә яңылышмаһам, бөтөнләй киреһенсә, Иҙелдән шөйлә көнсығыштараҡ түгелме ни?!. Ә асылда ошолай күҙаллана: ханыбыҙ, Аҡһаҡтимер яуына ҡаршы Ҡафҡазда уңышһыҙ һуғышҡас, Иҙелдең уң яры буйынса һыу үренә бер туҡтауһыҙ сигенеп (артынан Аҡһаҡтимер яуы эйәреп), шул уң ярҙағы баяғы Увек (хәҙерге Саратов) тәңгәлендә Иҙелдең һул ярына -- тарихи Башҡортостан тупрағына кисеп сығып, күп аралар үтеп, хәҙерге Өфө эргәһендәге Турбаслы кисеүенән Ағиҙелде ашып, мәркәз ҡалабыҙ Өфөккә (ғәрәпсә хәрефле ҡулъяҙманан яңылыш, ундағы “ф”-ны “к” тип уҡып, “Үкек” тип яҙалар) урынлаша, булған ғәскәри көстәрен шунда туплап, тап шул ҡалабыҙ эргәһендә Аҡһаҡтимер яуы менән дәһшәтле бәрелешә лә (“Башҡорт батшалары” тигән китабымда яҙғанмын), тамам тар-мар ҡылынып, Ағиҙелдең һул ярына кисеп сығып көнбайышҡа (сығанаҡта “Болғар тарафына”) -- әйтелгән Сәрмәсән -- Ҡармасан -- Дим йылғалар арауығына ҡаса (ҡарағыҙ: Йыһат Солтанов. Туҡтамыш-хан, Ялыҡ-бей һәм Аҡһаҡ Тимер. “Шоңҡар” журналының 1998 йыл 3 -- 4-енсе һандары). Урыҫ теленә ауҙарылған боронғо фарсы сығанаҡтары ла (Йыйынтыҡ: Извлечения из персидских сочинений собранные В.Г. Тизенгаузеном и обработанные А.А. Ромаскевичем и С.Л. Волиным. М. -- Л., 1941) тап ошо юҫыҡтан һөйләй:

“Из “Книги побед” Шереф-ад-дина Йезди. Рассказ о выступлении Тимура в набег (илгар) вслед за Токтамыш-ханом. Прибыв к месту переправы через Итиль (Ағиҙел. -- Й.С.) называемому Туратурской (Турбаҫлы. -- Й.С.) переправой... он дал сыну Урыс-хана, Койричак-оглану, отряд..., велел ему переправиться через Итиль (Ағиҙел. -- Й.С.)... Войска подобные судьбе, поспешив по пятам неприятелей, дошли до Укека (Өфөк -- Өфө. -- Й.С.) и многих из них убили... Большую часть их взяли в плен, а немногие из них бросились на плотах в воду и переправились на ту сторону Итиля. Токтамыш-хан бросил ханство, дом и все, что имел... и, опасаясь за жизнь свою, с несколькими людьми бежал, ушел в сторону Булара (Башҡортостан көнбайышына, ә көнсығыш тарафтағы Себерҙең Төмән төбәгенә түгел! -- Й.С.) в лесистую местность (ул яҡтар әлегәсә урманлы. -- Й.С.) и спасся от львиных когтей”. Һәр хәлдә, һуңғы төбәк үҙебеҙҙең Сәрмәсән, Ҡармасан, Дим йылғалары бассейнына тура килә һәм бының да сәбәбе бар:

“Аноним Искандер. Рассказ о царствовании Токтамыша, сына Туй-ходжи-оглана. Мать его былаКатун-Кунчек из племени (насл) Конгурат (тимәк, үҙебеҙҙең Ҡаңғы ырыуынан! Шуға ла әсәһенең тыуған яғына -- Асылыкүл тирәһенә һыйынған. -- Й.С.). Он был царем способным, храбрым, с хорошим обращением, красивым. Справедливость и хороший характер его общеизвестны. Однако из-за неблагодарности, которую он проявил по отношению ко двору Тимура, все его хорошие качества и похвальные свойства пропали и погибли... он оказался на границе гибели и исчезновения, лишился крови и дома и, наконец, умер... 807 г. (=10.VII.1404 -- 28.VI.1405) в пределах Тулина”. “Списки устроителя мира” тигән әҫәрендә Ғаффари ҙа шуны уҡ яҙа. Тик фарсынан урыҫсаға ауҙарылышты баҫмаға әҙерләп эшкәртеүсе баяғы икәү, Төйлән тигән йылғабыҙҙың донъяла барлығын белмәгәнлектән, бераҙ баш ватҡандан һуң, был “Тулин”ды, ул, “моғайын, Себерҙәге “Тюмен”дер”, тип бутап аңлатҡан да һөҙөмтәһе башҡа тарихсыларҙың да хеҙмәттәрендә нығынған, шул арҡала Себерҙең Төмән төбәгендә хатта “Туҡтамыш-хан ҡәбере” лә моронлаған...

Date: 2015-07-23; view: 375; Нарушение авторских прав; Помощь в написании работы --> СЮДА...



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.007 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию