Полезное:
Как сделать разговор полезным и приятным
Как сделать объемную звезду своими руками
Как сделать то, что делать не хочется?
Как сделать погремушку
Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами
Как сделать идею коммерческой
Как сделать хорошую растяжку ног?
Как сделать наш разум здоровым?
Как сделать, чтобы люди обманывали меньше
Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили?
Как сделать лучше себе и другим людям
Как сделать свидание интересным?
Категории:
АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника
|
Все столицы Золотой Орды⇐ ПредыдущаяСтр 49 из 49
1. Сарай-Бату, Старый Сарай (Сарай I) Город, построенный ханом Батыем в 1254 году, столица, главный политический центр Орды до 1280-х годов. Разрушен в 1395 году Тамерланом. В настоящее время село Селитренное Харабалинского района Астраханской области. 2. Сарай-Берке, Новый Сарай (Сарай II) Город, построенный в 1262 году ханом Берке; с 1282 по 1396 год — столица Золотой Орды, один из крупнейших городов Востока в середине XIV века. В 1396 году разрушен Тамерланом. В 1402 году столица была возобновлена, но уже лишилась прежнего блеска. В настоящее время село Царёв Ленинского района Волгоградской области. 3. Сарайчик, Сарай Малый Торговый и экономический центр Золотой Орды, сложившийся в конце XIII века на торговом пути из Поволжья в Хорезм (Средняя Азия). В 1395 году был разрушен Тамерланом. Восстановлен в 30-40-е годы XV века; со второй половины XV века (1460-е годы) стал политическим центром (столицей) Ногайской Орды. Полностью был разрушен русскими в 1580 году накануне покорения Сибири. В настоящее время село Сарайчиковское Махамбетского района Гурьевской области (Западно-Казахстанской области) Республики Казахстан.
[1] Быуындарға йәйәләр эсендәге аңлатмалар — авторҙыҡы, ә тырнаҡтар эсенә алынғандары һәм ундағы бит һандары — “Үҫәргән тәүәрихе”нән. [2] Шам — батша. [3] Был исемде күсереүсе яңылыштырған: “Туҡҡужа-хан” (Туҡтамыш-хандың атаһы) тип төҙәтеп уҡырға кәрәк. [4] Урыҫ батшаһы Яуыз Иванға. [5] Хәҙерге Башҡортостандың Күгәрсен районының исеме шунан. [6] Тура-хан (икенсе) — 1524-1565 йылдарҙа Өфө-Тура ҡуш ҡалабыҙҙа тәхетләнмеш Исмәғил Хайрас кенәздең һәм уның улы Хаҡназар-хандың ләҡәбе. [7] Маңғышлаҡ — Мең-ҡышлаҡ, йәғни Үҫәргәндән саталанмыш мең һаҙаҡлы Урҙас-бейҙең (Мең ырыуының) ҡышлау урыны. [8] Ҡасынҡы сала-бәк (йәки ҡасаҡ сала-бәк) — “ҡасыныу салаһы (селоһы) бәге (бейе)” тигән һүҙ, ул иһә Василий кенәз (Яуыз Ивандың атаһы) ғәскәрендә хеҙмәт иткән атаҡлы Яуынсы Яҫауыл бабабыҙҙың улдарының береһе (“Үҫәргән тәүәрихе”; 66,69-сы биттәр). Был “Ҡасынҡы сала” тигән исемле һәм Ҡаса — хәҙерге Ҡаҫмарт йылға тамағындағы боронғо ауылдың урыны “Иҫке ҡый” һәм иҫке зыяраты хәҙерге Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районындағы Һунарсы һәм Сәнкем-Биктимер ауылдары араһындағы “Ҡамышлы ҡолаҡ” тигән төбәктә. Заманында унда, татар-монгол яуҙарынан Каспий диңгеҙенә табан ҡасып китеп барышлай, бөтә Башҡортостандың батшаһы Мүйтән-бей (баба Төкләҫ улы Тура-хандың бүләһе) ыҫтан ҡороп ҡасынып ятҡан (ә бер улы шунда ерегеп ҡалған), шуға күрә лә был ер-һыу “ Ҡасынҡы” аталған, имеш. Шуға күрәлер инде, ҡарттарыбыҙ “Сәнкем-Биктимер ауылы борон Мүйтән-бейҙең баш ҡалаһы булған”, тиеп һөйләрҙәр ине. [9] Мәсәкле — Үҫәргән тәүырыуының башбабаһы Шүлгәнде тыуҙырмыш “Мәсәк-аба”ға (Машаҡ-тауға) табыныусы. Был Үҫәргәндәрҙең борон торған ерҙәрендә шул “Мәсәк-аба”ға бәйле Москова (Башҡортостандың хәҙерге Дүртөйлө районында), Мәскәү (Усалы районында) ауылдары һәм алыҫ көнбайыштараҡ Мәскәү (Москва) йылғаһы менән Мәскәү (Москва) ҡалаһы ҡалған (ул ҡала кенәз Юрий Долгорукий тыуыуҙан күп быуаттар элек үк булған).
[10]Алтын Урҙаның Башҡортостан солтанатында. [11] Ҡунаҡ (кинок) — кәнтәй эт, йәғни эткә табыныусы “нуғай”. [12] Аҡжаҡ (аҡ-жаҡы) — аҡ Шәке йәғни аҡ әсә-бүре, йәғни аҡ бүрегә табыныусы көнбайыш (биләр) үҫәргәндәре. [13] Айыу — айыуға табыныусы төньяҡ-көнсығыш (саха-яҡут) үҫәргәндәре. [14] Үҙән йылғалары хәҙерге Саратов өлкәһендә башланып, Ҡаҙағстанға ағыла. [15] Хауыз — һыу йыйғыс соҡор, хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Биләй районындағы тарихҡа билдәле Ҡоро-күл булырға тейеш. [16] Мәсет-һарай ҡалаһы — Туҡтамыш-хандың Яйыҡ буйындағы баш ҡалаһы. [17] Йедәк — Йеҙекәй (Едигей) батырыбыҙ. [18] Ун ике йорт ырыу -- башҡорт халҡының хәҙерге яңылыш яҙып йөрөтөлгән ете ырыуҙан түгел, ә ун ике төп ырыуҙан хасиллығы эпоста асыҡ әйтелгән. [19] Балтырған (балтыр-ҡан) — тәүдинебеҙҙәге бер үлән-хоҙайҙың исеме. [20] Хәҙерге Саратов өлкәһендә. [21] Сураш солтан — хан улы Сураш, йәғни Мамай-Нар-Ҡасим-хандың улы, тигән һүҙ. [22] Нуритдин — Йеҙекәй улы Нур-ад-дин (Мораҙым). [23] Һарайсыҡҡа — Ҡыҙыл-Һарайсыҡҡа тигәндең ҡыҫҡартып әйтелеше. [24] Үҙән йылғалары хәҙерге Саратов өлкәһендә башланып, Ҡаҙағстанға ағыла. [25] Хауыз — һыу йыйғыс соҡор, хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Биләй районындағы тарихҡа билдәле Ҡоро-күл булырға тейеш. [26] Мәсет-һарай ҡалаһы — Туҡтамыш-хандың Яйыҡ буйындағы баш ҡалаһы. [27] Йедәк — Йеҙекәй (Едигей) батырыбыҙ. [28] Яусы (Джучи) ылыҫының көнсығыштан Иҙелгәсә яртыһы. [29] Яусы (Джучи) ылыҫының көнбайыштан Иҙелгәсә яртыһы. [30] Судуна — ҡытай яҙмаһында «р»-лы иероглиф булмағанлыҡтан, уны «д»-ға алмаштырып, «суруна» (сарана) урынына «судуна» тип яҙғандар һәм уҡығандар. [31] Текста «голый чеснок» тип тәржемәләнгәндең «голый» тигәне, моғайын, «сарана-әсәк»тең «әсәк» өлөшөн «асыҡ» тип аңлауҙан хасилдыр (йә булмаһа хәҙерге телебеҙҙәге «ҡоро һарымһаҡ» мәғәнәһендәлер). [32] Балағатай — башҡорт ырыуҙарының береһенең исеме. [33] Хәҙерге Һалйыуыт ырыуы башҡорттарының бабалары. [34] Ҡоман — ошо бабанан беҙҙең Солтановтарҙың ҡома//ҡама араһы киләлер. [35] Бүзәк — Үҫәргән шәжәрәләренең береһендә ул Бүрекәй тип тә яҙылған. [36] Онон (Әсәк-мәр -- Һаҡмар) йылғаһы исемен Темәсйән менән бергә киткән бөрйәндәр Байҡал күле аръяғындағы йылғаға ла исем итеп илтеп ҡушҡан. [37] Ҡарағыҙ: Башкирские шежере. (Филологические исследования и публикации). Уфа — 1985; 57-нсе бит. Артабан: «Башкирские шежере». [38] Өрлөк — башҡорт һүҙе. [39] Был, бәлки, уны тотоп алып үлтереү өсөн һылтау ғына булғандыр. [40] Эренжен Хара-Даван тигән тикшереүсе 1929 йылда Белградта нәшер ителгән «Чингис-хан как полководец и его наследие» тигән китабының 129-ынсы битендә: «Мукали 1223 йылда үлгән», — тип яҙа, ләкин был дөрөҫ түгел, сөнки Муйтән//Мухали бабабыҙ шанлы сәрғәскәр сифатында 1224 йылда Төньяҡ Ҡытайҙа һуғышҡанлығы билдәле. (Е.И. Кычанов, 124-енсе бит). [41] Сыңғыҙ (Зәңгәр) — боронғо динебеҙ буйынса, Зәңгәр-Күк Хоҙай йәғни Анабыҙ Һауа тигән һүҙ. [42] Мәңгел//монгол һүҙенең төбөндә «мәңгелек» тигән мәғәнә ята, тип һанағандар. (Мэн-да бэй-лу, 89-ынсы бит). [43] Анан (Онон) — хәҙерге Баймаҡ районындағы Һаҡмар йылғаһы буйы. Йәғни мифик “Ананан – Ана-Һыйырҙан башланғыс алған һыу. [44] Ҡараған йылғаһы (Яйыҡҡа ҡоя) һуғарған иркен дала — боронғо Туҡан (Арҡайым) ҡалаһы төбәге. [45] Арал — Урал тауҙары. [46] Бураған-Туҡан — боронғо Арҡайым ҡалаһы. Темәсйән башлап үҙенең хан дәрәжәһен шул төбәктә алғанлыҡтандыр, моғайын, Үҫәргән батшалар шәжәрәһенә ул «Туҡан-хан» тип теркәлгән. [47] Бауырсы (табынсылар башлығы) — Табын ырыуының башбабаһы, бер үк ваҡытта Сыңғыҙ-хандың шәхси гвардияһының башлығы Бүрекәй Муйтән улы. [48] Мухали — Муйтән. [49] Быуындарға йәйәләр эсендәге аңлатмалар — авторҙыҡы, ә тырнаҡтар эсенә алынғандары һәм ундағы бит һандары — «Үҫәргән тәүәрихе»нән. [50] Шам — батша. [51] Александр Македонский. [52] Ҡасыр — татар-монголдарҙан ҡасып киткән Өфө батшаһы Муйтәнгә дошмандар биргән ләҡәп; ә «Ҡасыр улын» — Муйтәндең улын, тигән һүҙ. [53] Бөжәк — боронғо телдә Бүре. [54] Ошонан башлап артабанғы мәғлүмәттәр «Үҫәргән-Түңгәүер шәжәрәһе»нән (ҮТШ) алына. [55] Ү.Т.Ш. — Үҫәргән-Түңгәүер шәжәрәһе. [56] “Ҡалталы” тигән һүҙҙе яңылыш уҡыу. [57] Бабабыҙ Үҫәргән Ябынсы Яҫауыл улының әсәһе Сыңғыҙ-хан нәҫеленән — Даян-ҡағандың ҡыҙы икәнлеген иҫтә тотоп, Болаҡбай-батырҙың ҡатындарының береһенән тыуған улдары, башҡаларынан айырылып тороу өсөндөр, Даянов (Дуянов) фамилияһын алғандар. [58] Үҙ шәжәрәһен яҡшы белгән икән шул бабаларым, Муйтән-бей улы Шаҡмалы Солтан тоҡомдары; улар уның «Солтан» ләҡәбен үҙҙәренең фамилияһы итеп күрһәтә башлай — беҙҙең нәҫелдең Солтановтар фамилияһы барлыҡҡа килә. Шулай уҡ данлы бабаларыбыҙҙың башҡаларының да исемдәрен фамилия итеп алалар (мәҫәлән, Урал-бай исеменән — Аралбаевтар). [59] Ҡартатаһы Болаҡбай-батырҙың исемен дә, алыҫ бабаһы Шаҡмалының Солтан ләҡәбен дә фамилия итеп алған. [60] Аралбаевтарҙың элек Солтанов фамилияһында булңанлыҡтарына дәлил. [61] Асман-Күк улы — Бөрйән ырыуы ғәмәлдә Үҫәргән ыррыуының сатаһы икәнлегенә ишара. [62] Миңде исемле был башҡорт Дайсуң-ҡаған дәүләтенең «өрлөгө» — министры булған. [63] Быларҙың монгол Цэбдэн тарафынан баяғы үлтерелеүе тураһында һүҙ бара. [64] Ҡормантай — шунда Ҡаҫмарт йылғаһының тармағы — Аҡмалы буйындағы бер төбәктең исеме, шуға яҡын иң боронғо ауылыбыҙ (хәҙер юҡ) Ҡасанҡый-Сала («Иҫке Ҡый») күҙ уңыда тотола. [65] Документтың нумерланышы шундай. [66] Олобайға. [67] Минең ата-бабаларымдың батшалыҡ тамғаһы — Донъя Ҡуласаһы (Свастика) ишараты (өлөшләтә) ҡуйылған. [68] Боҫҡон Даянов вафат булғандыр, бәлки. [69] Мусаев Хәмзә Ямалитдин улы 1937 йылда репрессияланғанға тиклем башҡалабыҙ Өфөлә комвуз ректоры булып эшләй. [70] 1920 йылғаса был фамилияның ошолай башҡортса әйтелеше (ҡорос, ә «корыч» түгел) һаҡланған. Date: 2015-07-23; view: 385; Нарушение авторских прав |